Октябрь-ноябрь айҙарында ҡаҙ өмәләре гөрләп үтә. Борондан килгән күркәм йолабыҙ бөгөнгә тиклем һаҡланған. Ҡаҙ өмәһе – ҡошто салып таҙартыу ғына түгел, матур итеп аралашыу, күңел асыу, тәжрибә уртаҡлашыу, үҙеңде күрһәтеү өсөн мөмкинлек тә ул.
Беҙҙең гәзит уҡыусылар араһында йыл да күпләп ҡош-ҡорт аҫрағандар байтаҡ. Гөрләтеп ҡаҙ өмәләре үткәреп, туған-тыумасаларын табынға йыйып, аралашып йәшәйҙәр.
Бикбулат ауылында йәшәгән Миңзәлә апай Ғүмәрова йыл да аҡ ҡаҙҙар алып үҫтерә. Ҡайһы берәүҙәр күҙәтеүенсә, аҡ ҡаҙ һурпаға һәйбәтерәк, ите лә тәмлерәк.
- Мин йәйҙәремде ҡаҙҙарһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым, улар үҙҙәре бер ирмәк бит ул! Бер аҙналыҡ һап-һары ғына бәпкәләрҙе йәм-йәшел үлән араһында йыбырлап йүгерешеп йөрөүҙәрен ҡарап тороу ҙа кинәнес. Тауышты таныйҙар, эргәмә килеп нимәлер һөйләгән булалар. Үҫә төшкәс, Эйеккә һыу инергә йөрөтәм. Бер-бер артлы теҙелешеп кенә һыу буйына төшәләр, үҙҙәре шулай тәртипкә өйрәнеп бөтәләр.
Һуйыр ваҡыт еткәс, йәй буйы көтөп үҫтергән бәпкәләремде йәлләп илайым. Ата-баба йолаһы тип әйткән булам үҙем. Атайым үҙе сала, ҡиблаға ҡаратып, бисмиллаһын әйтеп.
Ҡаҙҙың ите тәпәйе ҡарға баҫыу менән татлана. 25 ҡаҙ алғайныҡ, берәүһен төлкө урланы, икәүһен ҡорт саҡты. Насип булғаны 22 баш ҡаҙҙы һуйып, ҡышҡылыҡҡа урынлаштырып ҡуйҙыҡ.
Табынды мул итеп ҡорабыҙ. Бәлештәр, бишбармаҡ, ҡуллама, былау...
Ҡаҙ майы ла бик шифалы. Өшөгән-туңған ергә һөртһәң, йәрәхәте тиҙ уңала, иретеп, бал менән ҡушып эсһәң, йүтәл ҡул менән һыпырып ташлағандай юҡҡа сыға.
Ауылда ҡаҙ өмәләренең гөрләп торған сағы әле. Йырҙар йырлап, урам буйлап көйәнтәләр менән ҡаҙ түшкәләрен сайҡатырға һыу буйына төшәбеҙ. “Ҡаҙ ҡанаты” тигән йыр яңғырап тора Эйек буйҙарында. Киләһе йылда ла ҡош-ҡорт уңһын тип теләйбеҙ.