Шулай итеп, “Мораҙым” ды алдырыусылар араһында был юлы бәхет Мораҡтан Фәүринә Исхаҡоваға (одеял), Резида Ҡорбанаеваға (түшәк комплекты) һәм Игебайҙан Хәкимә Әхтәмоваға (электр сәйгүне) йылмайҙы. Беҙ еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм редакцияла көтөп ҡалабыҙ. Ә ҡалғандарҙы әүҙемерәк булырға саҡырабыҙ. Дуҫтар, “районка”ға яҙылып, квитанцияһын беҙгә Мораҡ ауылы, Ленин урамы, 49 адресы буйынса йәки 8-937-327-1802 телефонына ебәрергә ашығығыҙ! Икенсе тапҡыр уңыш бәлки тап һеҙгә йылмайыр!