Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
29 Ноябрь 2024, 08:30

“Уралҡай”ҙа матур саралар үтә

 Быйылғы 2024 йыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителде, ошо уңайҙан “Уралҡай” балалар баҡсаһында бик күп матур саралар үтте. Йыл башында “Шәжәрә байрамы” уҙғарылды. Әсәйҙәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо, улар ҡатын–ҡыҙ биҙәүестәре: түшелдерек һәм хәситәләр эшләргә өйрәнде, ауылыбыҙ ағинәйе, балаҫ һуғыу оҫтаһы Баймиева Зифа апай ярҙамында балаҫ һуғыу серҙәренә төшөндө. Шиғыр һөйләү конкурсында атай–әсәйҙәрҙең, өләсәйҙәрҙен ҡатнашыуы ҙур мәртәбә. Йәрминкәләр, спорт ярыштары: “Күңелле старттар”, “Парлы гимнастика”, шашка – шахмат турнирҙары  ла  берҙәм үтте.

“Уралҡай”ҙа матур саралар үтә“Уралҡай”ҙа матур саралар үтә
“Уралҡай”ҙа матур саралар үтә

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир атай менән осрашыу ҙа балалар күңелендә онота алмаҫлыҡ тәъҫораттар ҡалдырҙы. Яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйыуҙа ла ата- әсәләрҙең ярҙамы баһалап бөткөһөҙ.Был саралар тәрбиәселәрҙе, ата–әсәләрҙе һәм балаларҙы берләштерә һәм уларҙы милли рухлы, илһөйәр, телһөйәр  итеп тәрбиәләүгә юл һала.

 Яңыраҡ балалар баҡсаһында “Ғаилә – мөхәббәт иле” тигән тағы бер матур сара үтте. Байрамды “Аҡ сәскә” төркөмө үткәрҙе. Сарала балалар ғаилә тураһында йомаҡтар систе, йырҙар йырланы,уйындар уйнаны һәм матур итеп бейеп тә күрһәтте. Иң ҡыҙығы, атай - әсәйҙәр менән бергәләп, башҡорт халыҡ милли  итектәрен биҙәү булғандыр. Был итектәр, ғаилә йылының йылы иҫтәлеге булып, балалар баҡсаһының музейында һаҡланасаҡ. Байрам Фәниә Дауытова ижад иткән “Ғаилә – мөхәббәт иле” йыры  менән тамамланды. Ғаилә һөйөүҙән ярала. Ошо һөйөүҙән матур балалар тыуа. Ысынлап та, ғаилә мөхәббәт иле! Һәр ғаилә тулы, балалар атай–әсәйле булһын! Һәр өйҙә балаларҙың шат тауыштары яңғырап торһон! Илдә тыныслыҡ булһын!

Гәүһәр БОЛҒАИРОВА, “Уралҡай” балалар баҡсаһының                                      башҡорт теле уҡытыусыһы.

 

 

 

Автор:
Читайте нас