Мораҙым
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Ноябрь , 13:17

Күптәргә өлгө улар

 Ҡайһы бер ғаиләләр, ситтән күсеп килеүҙәренә ҡарамаҫтан, ауылдың үҙ кешеләренә әйләнә лә китәләр. Ете йыл элек Хоҙайбирҙин ауылында йәшәй башлаған Флүзә менән Илгиз Ибраһимовтар тураһында тап ошо һүҙҙәрҙе әйтергә була. Улар уңғанлығы, ауыл халҡы менән эскерһеҙ аралашыуы менән халыҡ араһында абруй-ихтирам ҡаҙандылар, үҙ кешегә әйләнделәр.

Күптәргә өлгө улар
Күптәргә өлгө улар

 Флүзә менән Илгиз себер тарафтарында табышып, матур ғаилә ҡоралар. Сығышы менән Миәкә районынан булған Илгиз электрик булып күркәм хеҙмәт юлы үтә, Көйөргәҙе һылыуы Флүзә ғүмерен тегенсе һөнәренә бағышлай. Уларҙың татыу ғаиләһендә ике ул тәрбиәләнә, Радмир менән Линар ата-әсәһенә оҡшап тырыш һәм аҡыллы булып буй еткерә. Оло улдары Радмир хәҙер  Сорғот ҡалаһында механик булып эшләп йөрөй, быйыл үҙ ғаиләһен ҡороп ата-әсәһен ҡыуандырҙы. Кесе улдары Линар Хоҙайбирҙин урта мәктәбен яҡшы билдәләргә генә тамамлап, Ырымбур ҡалаһында университетта уҡый, быйыл 4-се курсты тамамлай.

 Хаҡлы ялға сыҡҡас, ауыл ерендә тыуып үҫкән, күңелдәре менән тыуған яҡтарына ынтылып йәшәгән  Ибраһимовтар Башҡортостанға ҡайтып, ҡаланан алыҫ булмаған, мәсете, мәктәбе булған ауылды эҙләйҙәр, шунда төпләнергә ниәт итәләр. Тәбиғәте күркәм, ултырған урыны матур, оло юлдан, ҡалаларҙан йыраҡ булмаған Хоҙайбирҙин ауылы уларҙың күңелдәренә хуш килә. Ибраһимовтар беҙҙең ауылда төпләнеп, күптән йәшәгән ауылдаштар кеүек гөрләтеп, матур итеп донъя көтөп алып китәләр.

 Флүзә оҫта тегенсе булараҡ хоҙайбирҙиндарҙың бер йомошон да кире ҡаҡмай, уның эшенә һоҡланып, һәр кем уға рәхмәттәр генә әйтә.

 Илгиз дә хаҡлы ялдамын тип бер ҙә бойоғоп ултырмай, балыҡ ҡармаҡларға, һунарға йөрөргә ярата. Ул ауылда ойошторолған бер генә саранан да ситтә ҡалмай, өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша, мәсетте ремонтларға, тирә-яҡты йыйыштырырға ла иң беренселәрҙән булып килеп етә. Юлдағы дин ҡәрҙәштәребеҙҙең уңайлығы өсөн эшләнгән “Юлдаш” мәсетен төҙөгәндә лә ул иң әүҙем ярҙамсыларҙың береһе булды һәм шул эшкә тос өлөш индергәне өсөн Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.

 Бөтә ауылдаштар менән бергәләп хөрмәтле яҡташыбыҙ, ауылыбыҙҙың арҙаҡлы улы Шәһит Хоҙайбирҙин тураһында кинофильм төшөргәндә лә Илгиз ситтә ҡалманы.

 Ибраһимовтар икеһе лә дин юлында, һәр йома мәсеткә йөрөйҙәр. Флүзәнең 5 намаҙға баҫҡанына ла инде 9 йыл, һаман да дини белемен арттырыу өҫтөндә эшләй, дини мәжлестәрҙә ҡөрьән уҡый.

 Ил яҙмышына битараф булмаған һәр кем ярҙам йөҙөнән файҙалы эштәр башҡарғанда, изге күңелле, кешегә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған Ибраһимовтар ғаиләһе күптәргә өлгө булырлыҡ. Флүзә яуҙағы һалдаттар өсөн ҡулайлыштырылған 25 эске кейем, йәбештереп ҡаптырмалы 150 күлдәк, 4 маскировка одеялы тегеп тапшырҙы. Изге күңелле әсә был эштәрҙе барлыҡ күңел йылыһын биреп башҡарҙы, уның был эштәре үҙенә мең сауап булып әйләнеп ҡайтһын.   

 Ғөмүмән әйткәндә, беҙҙең ауылдаштар ил һаҡларға киткән ир-егеттәребеҙгә именлек теләп, даими рәүештә  гуманитар ярҙам йыя, ауыл ағинәйҙәре яугирҙар иҫәнлегенә доғалар ҡылып, маскировкалау селтәрҙәре үрә.

 Ибраһимовтар ғаиләһе кеүек махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеүселәр беҙҙең Ялсы ауыл биләмәһендә бик күп. Бында тыуып үҫеп, ситтә йәшәүсе бик күп ауылдаштар ҙа изге эшкә битараф түгел, аҡсалата ярҙам күрһәтәләр, илебеҙҙең тыныслығы, именлеге өсөн  ҙур өлөш индерәләр. Уларҙың һәр береһенә һаулыҡ, именлек теләйек!

Миңнира ИШБАЕВА,  ветерандар советы рәйесе.

Хоҙайбирҙин ауылы. 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: