Тантаналы сара башланғансы фойела Урал, Юлдыбай, Ибрай, Теләүембәт, Чапаев
ауыл биләмәләре, райондың уңған ҡатын-ҡыҙҙары ҡуйған күргәҙмәләр менән танышырға мөмкинлек булды. Ә уларҙа нимәләр генә юҡ ине: ауылдарҙың йәме булған ғаиләләр, күп балалы әсәйҙәр, әлеге мәлдә үҙ бурысын намыҫ менән үтәүсе яугирҙар тураһында мәғлүмәт, данлы нәҫелдәрҙең шәжәрәләре, оҫта ҡатын-ҡыҙҙар күҙ нурҙарын түгеп бәйләгән, сиккән әйберҙәр һ.б.
Район хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Рима Мусина әсәйҙәрҙе күркәм байрам менән тәбрикләп, бар кеше өсөн донъяла иң ҡәҙерле кеше – әсәй булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, әсәйҙәргә балаларын тәрбиәләүҙәге баһалап бөткөһөҙ роле, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға индергән тос өлөшө өсөн оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе:
- Әсә көнө - иң йылы һәм изге байрамдарҙың береһе. Әсә хеҙмәте йәмғиәттә иң абруйлы һәм әһәмиәтле булды һәм шулай булып ҡаласаҡ. Был байрам әсәйҙәргә оло рәхмәт һүҙҙәрен белдереү өсөн матур бер сәбәп. Нисә йәш булыуына ҡарамаҫтан, беҙ әсәйҙәрҙең изге кәңәшенә, йылы һүҙенә һәр саҡ мохтаж, - тип билдәләне Рима Рәмил ҡыҙы һәм махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың әсәйҙәренә һәм ҡатындарына – Күгәрсендән Вәлитова Вәсилә Хәмитйән ҡыҙына, Бикестән Ишемғолова Рәсимә Хантимер ҡыҙына, Мораҡтан Мансурова Наталья Викторовнаға район хакимиәтенең рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Ғаилә йәме - бала. Заман ауырлыҡтарына ҡарамайынса 4, 5, хатта 7 балаға ғүмер бүләк иткән күп балалы әсәйҙәр ҙә иғтбарҙан ситтә ҡалманы: Мораҡтан Сәғитова Резидә Азамат ҡыҙы менән Солтанова Гүзәл Илһам ҡыҙы, Дауыт-Ҡайыптан Рәхимова Фәнисә Сабирйән ҡыҙы, Тәүәкәндән Әбдрәхимова Гөлкәй Әхтәм ҡыҙы, Етебулаҡтан Әбйәлилова Әлиә Дамир ҡыҙы, Исемдән Ғәликәева Гөлнара Әмир ҡыҙы, Семиречьенан Суракова Ләйсән Зиннәтула ҡыҙы һәм Нуҡайҙан Садиҡова Динара Дамир ҡыҙы шулай уҡ район хакимиәтенең рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
***
Ғаилә йылына арналған “Бөтәһе лә ғаиләнән башлана” үҙешмәкәр халыҡ ижады район фестивале ауыл биләмәләре араһында үтте, ауылдың үҙешмәкәр артистары үҙҙәренең сығыштарын тәүҙә зональ этапта күрһәтте. Алдағы гәзиттә яҙып үтеүебеҙсә фестиваль ҡатнашыусыларын тәүгеләрҙән булып тәүәкәндәр ҡаршы алды, бында Теләүембәт, Ибрай, Ялсы һәм Чапаев ауыл биләмәләренең һәүәҫкәрҙәре майҙан тотто, үҙ һәләттәрен күрһәтте. Артабан Йомағужа ауылында Түбәнге Бикҡужа, Иртөбәк, Мораҡ, Заречье, Йомағужа ауыл биләмәләре таланттары осрашты. Исем ауыл клубына Күгәрсен, Ишбирҙе, Мәҡсүт, Санъяп, Исем, Яңы Петровка ауыл биләмәләре һәүәҫкәрҙәре йыйылды. Юлдыбай ауыл клубы Побоище, Юлдыбай, Нуҡай һәм Урал ауыл биләмәләренең үҙешмәкәр артистарын тупланы. Фестиваль жюриһы уларҙың сығыштарын ҡарап, иң-иңдәрен Ғаилә йылын ябыуға арналған Гала-концертҡа һайлап алды. Шулай итеп, фестивалдең иң сағыу сығыштары район үҙәге тамашасаһына тәғдим ителде.
Ғаилә йылы сиктәрендә ойошторолған сарала күркәм парҙар - Тәүәкән ауылынан Әбдрәхимовтар, Йомағужанан Әхмәтгәрәевтар һәм Исемдән Хәмзиндарҙың сығышы бигерәк матур булды, гармунға ҡушылып үҙҙәренең йәшлек йырҙарын йырлаған өлгөлө парҙар ысынлап та байрамға айырым бер йәм өҫтәне.
Тәүәкәндең “Сәңкем”, Побоищеның “Песенные кружева”, Подгорный, Күгәрсен мәҙәниәт усаҡтарының фольклор, Нуҡай, Бикбулат һәм Мәҡсүт ауыл клубтарының вокал ансамблдәре үҙҙәренең матур йырҙарын бүләк итте.
Тәүәкәндән апалы-һеңлеле Фидалиә һәм Диләриә Дәүләтбаевалар, Ибрайҙан Әнисә Байдәүләтова, Мораҡтан Любовь Яцук, Мораҡ ауыл биләмәһенең вокал триоһы, Валерий Рыжовтың моңло һәм дәртле йырҙары һәр кемдең күңеленә хуш килде. Йомағужанан Антонина Князева менән Побоищенан Галина Гаврилованың шаян таҡмаҡтары кәйефтәрҙе күтәрҙе.
Беҙҙең ауылдарҙа бик талантлы халыҡ йәшәй, улар араһында төрлө инструменттарҙа оҫта итеп уйнағандар ҙа байтаҡ. Санъяп ауыл биләмәһенең ҡалаҡсылары, Ерекле клубының ҡубыҙсылары, Юлдыбай ауыл биләмәһенең “Етегән” фольклор коллективы тамашасыларға дәртле көйҙәр бүләк итте. Оҫта гармунсылар – Йомағужанан Александр Окунев, Мораҡтан Рәүф Хөснуллин һәм Күгәрсендән Илһам Шәрипов сығышы береһен дә битараф ҡалдырманы, халыҡ уларҙы дәррәү алҡыштарға күмде.
Үҙешмәкәр артистарҙың сығышы район мәҙәниәт һарайының таланттары – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ришат Бәҙретдинов, бик күп конкурстар лауреаты Ләйсән Мәүлетҡолова, Зөлфиә Илмөхәмәтова, Виктория Лаврикова, ир-егеттәр вокал, “Гөлдәр” һәм Грация” бейеү ансамблдәре, Карина Колпакова, әсәле-ҡыҙлы Хрипуновалар һәм Сәйфуллиналарҙың сығыштары менән үрелеп барҙы.
Шулай итеп, фестиваль еңеүселәрен бүләкләү мәле лә етте. Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Илүзә Ниғәмәтуллина еңеүселәргә дипломдар һәм аҡсалата бүләктәр тапшырҙы. Гран-приға Теләүембәт ауыл биләмәһе лайыҡ булды. 1-се урынды Юлдыбай һәм Побоище ауыл биләмәләре, 2-се урынды Йомағужа, Исем, Күгәрсен ауыл биләмәләре, 3-сө урынды Санъяп, Нуҡай, Урал һәм Мәҡсүт ауыл биләмәләре яуланы.
“Ғаилә йылы”номинацияһында Әбдрәхимовтар (Теләүембәт ауыл биләмәһе), Әхмәтгәрәевтар (Йомағужа), Хәмзиндар (Исем) ғаиләләре бүләкләнде. “Халыҡ йолаларын һаҡлағандары өсөн” номинацияһында Чапаев ауыл биләмәһе, “Йолалар күсәгилешлеге” номинацияһында - Иртөбәк һәм Түбәнге Бикҡужа ауыл биләмәләре билдәләнде. Ялсы, Мораҡ, Яңы Петровка ауыл биләмәләренә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн бүләктәр тапшырылды.
Розалия МСҠУЖИНА.
Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотолары.