Өйөбөҙҙөң нуры, еребеҙҙең йәме – ул Әсәй!Яман күҙҙәрҙән, ел-ямғырҙан ҡурсалаусы ла, аҡ теләктәре, изге доғалары менән ғүмер һуҡмағынан һине оҙатып барыусы ла! Күптән түгел “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған Әлиә Аҡкилдина менән уның ныҡлы терәк-таянысы, тормош юлдашы Ришат Рауил улы ла үҙҙәре яратып баҡҡан балалары өсөн йән атып тора. Аҡкилдиндарҙың ҙур һәм татыу ғаиләһе Мораҡ ауылының ғына түгел, районыбыҙҙың бер матур биҙәге булып тора. Ни тиһәң дә, ихаталарҙа гөр-гөр килгән сабыйҙарҙың шат тауышы ғына урамдарҙың, ауылдарҙың ҡотон һаҡлай, милләтебеҙ, халҡыбыҙҙың киләсәге барлығына яҡты өмөт уята.