- Бер-бер артлы өс ҡыҙ тапҡас, иптәшемә терәк-таяныс кәрәк тип дүртенсегә малай табырға батырсылыҡ иттем, артабан улыбыҙға, бәлки, ҡусты булыр тип бишенсегә уйланыҡ. Кинйәбеҙ ҡыҙыҡай булды, әммә малайҙар кеүек шуҡ, тик тормаҫ... Биш бала булғас, ғаиләбеҙ ҙур. Шөкөр, моңайырға ваҡыт юҡ, бигерәк күңелле. Сабыйҙар бит ул үҙе ҙур бәхет, - ти “Әсәлек даны” миҙалы эйәһе Әлиә Зиннур ҡыҙы ихлас күңелдән.
Әлиә менән Ришат Аҡкилдиндар төптән икеһе лә Ҡалай ауылынан, эшһөйәр ғаиләләрҙән. Бәләкәстән бергә уйнап, бер үк мәктәп һуҡмағын тапап үҫкән ҡыҙ менән егеттең ныҡлы дуҫлығы гүзәл йәшлек кистәрендә оло мөхәббәткә әүерелә. 2009 йылда никахтарын законлаштырып, район үҙәгенә күсеп төпләнә улар.
Төпләнә тигәс тә, тәүҙәрәк фатирға инеп торорға, ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтар кисерергә лә тура килгән йәштәргә. Хәҙер инде бар маҡсаттары – балаларына күңел наҙын тейешенсә бүлеп, уларға матур тәрбиә бирергә тырышырға, киләсәктә үҙ юлын тапһындар өсөн уларға лайыҡлы белем алырға ярҙам итергә.
Булдыҡлы ғаилә башлығы Ришат Рауил улы һөнәре буйынса водитель, Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығының намыҫлы эшсәне. Ғаиләнең матди яҡын хәстәрләүсе, һөйөклөһө өсөн ышаныслы ир, балалары өсөн өлгөлө атай ул. Ә Әлиә Зиннур ҡыҙы тилбер ҡуллы хужабикә, хәстәрлекле әсәй. Бер йондоҙсоҡтай бишәүҙең әлегә береһе генә (Диана) студент. Өсөһө - Лиана, Элина, Ислам М.Рәхимов исемендәге Башҡорт гимназияһында уҡый. Уҡыуға ла, спортҡа ла әүәҫтәр.
Кинйәләре, наҙлыбикәләре Руфинаға ни бары 4 йәш кенә. “Шишмәкәй” балалар баҡсаһына йөрөгән ҡыҙ шуҡ, теремек. Моғайын, ул да ағай-апайҙарынан һис ҡалышмаҫ.
Әлиә менән Ришат Аҡкилдиндар балаларын һау-сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу ниәтендә ҡышҡыһын катокка йөрөйҙәр, бергәләп саңғыла шыуырға ла ваҡытын табалар. Ә йәйҙәрен ғаилә менән күмәкләшеп тәбиғәт ҡосағында ял итергә, яҡын-тирә ҡалаларға сәйәхәт ҡылырға яраталар.
Мөхәббәт-наҙ тулы ҙур ғаиләлә тәрбиәләнгән сабыйҙар ҙа бәхетле булыр, киләсәктә матур ғаиләләр ҡороп, еребеҙҙең ырыҫын арттырып йәшәр тип аҡ өмөттәр бағлайһы килә.
ТУЛЫРАҠ ЯҘМАБЫҘ БАҪМАНЫҢ БӨГӨНГӨ ҺАНЫНДА.