Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
21 Ноябрь 2024, 09:50

Бөтәһе лә ғаиләнән башлана

Рәсәйҙә ағымдағы йыл Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ғаиләгә иғтибарҙы арттырыуҙы, ғаилә төшөнсәһенең дәрәжәһен күтәреүҙе, ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалауҙы маҡсат итеп ҡуйған йыл үҙ маҡсатына иреште. Исемле йыл айҡанлы илдә, республикала бик күп саралар ойошторолдо, матур ғаиләләр тәбрикләнде, күп балалы әсәйҙәр, ғаилә тотҡаһы булған атайҙар билдәләнде. Халҡыбыҙҙың, илебеҙҙең көсө уның ныҡлы ғаиләләренә бәйле булыуы, барыһына ла тап ғаиләлә нигеҙ һалыныуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды.  Эйе, бөтәһе лә ғаиләнән башлана. Тәрбиәгә нигеҙ һалына, әсә һөтө, атай һүҙе менән беҙ кеше булабыҙ, шәхес булып формалашабыҙ. Яҡыныңа хәстәрлек, телгә, илгә һөйөү ҙә, олоно ололау, кесене ҡурсалау ҙа иң тәүҙә ғаиләнән башлана. Ата-әсә тәрбиәһе аша ҡанға һеңә.  Беҙҙең районда ла исемле йылға арнап төрлө саралар үтте, ғаилә йылына арналған “Бөтәһе лә ғаиләнән башлана” үҙешмәкәр халыҡ ижады район фестивале был маҡсатлы йылға ҙур нөктә ҡуясаҡ. Фестиваль ауыл биләмәләре араһында үтә, улар үҙҙәренең сығыштарын тәүҙә зональ этапта күрһәтә, улар араһынан иң-иңдәре Ғаилә йылын ябыуға арналған Гала-концертҡа һайлап алына. Тәүгеләрҙән булып фестивалдә ҡатнашыусыларҙы Тәүәкән ере ҡаршы алды, бында Теләүембәт, Ибрай,  Ялсы һәм Чапаев ауыл биләмәләренең һәүәҫкәрҙәре майҙан тотто, үҙ һәләттәрен күрһәтте. Эйе, тап ошондай фестивалдәр ауылдарыбыҙҙа талантлы, йырға, моңға, бейеүгә маһир халҡыбыҙ, һәр яҡлап һәләтле ғаиләләр менән яҡындан танышырға форсат бирә.

Мәҙәниәт усағы фойеһында ауыл уңғандарының ҡул эштәренән торған сағыу күргәҙмәләр менән танышырға мөмкин булды. Чапаев ауыл биләмәһе өсөн сығыш яһаған Татьяна Әлмөхәмәтованың, Ирина Выдринаның ҡул эштәре, Теләүембәт ауылынан Ләлә Харрасованың, Миңзәлә Хәкимованың сигелгән таҫтамалдары, карауат, диван һәм ултырғыс япмалары, Харрасовтарҙың шәжәрәһе, Ибрай ауыл биләмәһенән Зөлфиә Йәғәфәрованың ырғаҡ менән бәйләгән әйберҙәре күҙҙен яуын алырлыҡ ине. Тәүәкән ауылының данлыҡлы нәҫеле -Әбдрәхимовтар ғаиләһе үҙҙәренең шәжәрәһе, тырыш ул-ҡыҙҙарының тормош һәм хеҙмәт юлында яулаған ҡаҙаныштары менән таныштырҙы.  Фестивалде Ибрай ауыл биләмәһенең һәүәҫкәр артистары асты. Сараның исеменән үк күренеп тороуынса тәҡдим ителгән концерт программаһында әсәйҙәргә, атайҙарға, тыуған илгә, ергә, балаларға бағышланған йырҙар күп булды. Ибрай ауыл биләмәһе өсөн сығыш яһаған Зөлфиә Зәйетова, Оксана Сәфиулина, Лилиә Аҡкилдина, Шәүрә Байғүбәкова, Әнисә Байдәүләтова, Әлфирә Табулдина, Ялсы ауыл биләмәһенән Миңзәлә Күсәрбаева, “Бесәнсе” фольклор ансамбле, Чапаев ауыл биләмәһенән килгән “Черема”фольклор ансамбле, Лариса Рәхмәтуллиналар моңло һәм дәртле йырҙары, ҡабатланмаҫ тауыштары менән арбаны.  Теләүембәт ауыл биләмәһе әҙерләгән концерт программаһы төплө уйланылғанлығы, сағыулығы һәм темаға тап килеүе менән айырылып торҙо, был яҡтарҙа йыр-моңға маһир, талантлы халыҡ йәшәүенә, ә иң мөһиме уларҙы мәҙәниәт усағы эшмәкәрлегенә ылыҡтырып, төрлө сараларға йәлеп итеүсе оҫта ойоштоусылары булыуына тағы ла бер ҡат инандыҡ. Тәүәкән мәҙәниәт йортоноң балалар вокаль, “Сәңкем” фольклор ансамблдәре, “Бәпембә” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре сығыштары, Руслан Фазлаевтың йырҙары, Замир Харрасовтың ҡурай моңдары тамашасыларҙың күңелен күтәрҙе. Гөрләтеп донъялар көткән өлгөлө ғаилә парҙары - Гөлнур һәм Фуат Әлмөхәмәтовтар, Әлмира һәм Рауил Әбдрәхимовтар, Нияз Ишемғолов еңгәһе Хәкимә менән, Фирзәр һәм Илшат Әбдрәхимовтарҙың, апалы-һеңлеле Фидәлиә менән Диләриә Дәүләтбаевалар, Гөлфинә һәм Гөлиә Киленбаеваларҙың сығышы бик күркәм күренеш булып иҫтә ҡалды. Ауыл уңғандарының, тыуған районы мәнфәғәтенә тырыш һәм фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәткәндәрҙең эшкә генә түгел, ә һәр яҡлап - йыр-моңға ла маһирлығын тағы ла бер ҡат иҫбатланы.  Ғаилә йылы сиктәрендә ойошторолған сарала Тәүәкән ауылын төйәк иткән затлы нәҫел Әбдрәхимовтарҙың бөтә туғандары менән сәхнәгә сығып, үҙ шәжәрәле менән таныштырыуына, күмәкләп гармунда өҙҙөрөүҙәренә  һоҡландыҡ та, ғорурландыҡ та. Эйе, бар икән ауылыбыҙҙа матур ғаиләләр, атай һөнәрен дауам итеп, ер эшенә тоғро булғандар, ысын хеҙмәт уңғандары! Ғаилә башлығы Рауил Закир улы үҙ шәжәрәләре менән ентекле таныштырҙы, уларҙың механизаторҙар династияһы  Садиҡйән ҡарталарынан башланыуы, уның колхоздар ойошторола башлағас та тәүге тракторсы булыуы тураһында һөйләне. Садиҡйәндең улдары Закир, Мансур һәм Марат та аталары юлынан китәләр, механизатор һөнәренә тоғро ҡалалар, ғәзиз кешеләре кеүек эштә алдынғы булалар, Закир Садикйән улы “БАССР-ҙың атҡаҙанған механизаторы” тигән юғары исемгә лайыҡ була. Закирҙың улдары Фуат, Рауил, Рәмил, Ришат, Илшат, Рәсүл дә аталары юлынан китә, ғүмерҙәрен тыуған ерҙәренә тоғро хеҙмәткә арнай, тырышып эшләй, матур донъялар ҡора. Рауил, Фуат, Илшат ағайҙарҙың тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте лайыҡлы – “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеме менән баһалана. Мансур Садиҡйән улының улдары Нурмөхәмәт менән Марат та атай һөнәрен дауам итә, тәүҙә тракторсы була, хәҙер хужалыҡтың алдынғы водителе, уның хеҙмәте лә юғары билдәләнә,  ул - “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре”.  Ә иң һөйөндөргәне, ғүмере буйы тырышып эшләгән ағайҙарҙың улдары – йәштәрҙең атай һөнәренә тоғро булып, улар юлын дауам итеүе. Рауил ағайҙың улы Ревал “Тәүәкән”дең алдынғы механизаторҙарының береһе, 2023 йылда “Уңыш-2023” конкурсында еңеп, БР Хөкүмәте бүләген - еңел автомобиль ала. Инсаф ағайҙың улы Фирзәр ҙә урындағы хужалыҡта эш башлаған. “Эх, бригадир мин үҙем, Комбайнер һәм тракторист, Кәрәк икән булам танкист, Ял иткәндә гармонист”, тип йырҙа йырланғанса, Әбдрәхимовтар алдынғы тракторсы, комбайнсы, механизатор ғына түгел, ә гармунда өҙҙөрөп уйнап, ауылдың һәм сараһында, йәмәғәт тормошонда ҡатнашып йәшәгән әүҙемдәр ҙә улар.   Сара тамамланды, күркәм ғаиләләр, матур парҙар, улар тәрбиәләгән шәп ул-ҡыҙҙар менән көслө икән ауылдарыбыҙ! Йәмғиәттең төп көсөн тәшкил иткән ғаиләләр артабан да гөрләп йәшәһен, тырышып эшләһен, ҡорған донъяларында тормош көтһөн, үҙ ғаиләһенә генә хас йолаларын балаларына тапшырып, уларҙы үҙҙәренең сағыу өлгөһөндә тәрбиәләһен. Бына шулай дауам итә беҙҙең тормош. Ә йәш ошо мөхитә тәрбиәләнгән йәш, ата-әсәһенә ҡарап, илебеҙҙең һәм районыбыҙҙың лайыҡлы ул-ҡыҙҙары булып үҫер. Розалия ИСҠУЖИНА. Автор фотолары.            

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас