Яҙмышмы? Рәнйешме?
Ниңәлер бөгөн Мәҙинәнең йоҡоһо ҡасты. Иртәгә тыуған ауылына ҡайтыу сәбәп булдымы, әллә башҡаһымы – йөрәге урынында түгел.
Мәҙинәнең әсәһе яңғыҙы йәшәй. Яуыр саҡтарында уның янынан китмәй ул, бына хәҙер ҙә ауырып йығылғанын ишеткәс, иптәше Рөстәм менән кистән сумкаһын әҙерләп ҡуйғайны. Уларға бала әйберҙәрен дә өҫтәп, иртә менән юлға сыҡтылар. Бәләкәс Руслан татлы йоҡоһонан уянып етмәгәнлектән, әсәһенең алдына ятып ҡайтты.
Ауылға ҡайтып туҡтауға, Рөстәм ашығып, кире эшкә сығып китте. Мәҙинә сумкаларын урынлаштырыу менән әсәһе янына ашыҡты. Уның нур һибеп торған күҙҙәре эскә батҡан, ә үҙе бәләкәсәйеп ҡалған ине. Ҡыҙы менән ейәнен күргәс, йәнләнеп киткәндәй булды – яҫтығын өҫкәрәк күтәртеп, ярым ятҡан килеш хәлдәрен белеште. Мәҙинә әсәһе алдында ятҡан дарыуҙарҙы ситкәрәк алып, үҙе алып ҡайтҡан күстәнәстәрен теҙҙе. Ҡәҙерлеһен тәмле сәй менән һыйланы, ашын да ашатты.
Шул ваҡыт күрше Хәлимә апай күренде. Хәлдәрен белешкәс, күптән түгел генә уҙып киткән машинаның водителен әрләй башланы. Баҡтиһәң, эте Сарбайын бәрҙереп киткән икән. Сарбай кеүек үҙ биләмәһен уяу һаҡлаусы эт башҡа яҡтарҙа ла бар инде. Күптән түгел көсөкләгән бахыр эт, ят машинаны күреп, уға ҡаршы сыҡҡан икән.
Мәҙинә шунда уҡ төшөндө, ул Рөстәм тураһында һөйләй ине. “Был хәйерлегә түгел, тапалған эттәрҙең рәнйеше ҡаты төшә бит ул”, - тигәнен ишетеп хафаланды. Хәлимә апай сығып киткәс тә әле ул тынғылыҡ тапманы, тик яңынан был хаҡта һүҙ ҡуҙғатманы.
Өҫтәл әҙерләп, әсәһе менән улын ашатып, һауыт-һабаларҙы йыуып, улы менән әсәһе янына инеп ятты. Шулай бер аҙна үтте. Әсәһенең хәле яҡшыра башланы. “Ҡайт инде, ҡыҙым, кейәү ҙә яңғыҙ. Күрше ҡыҙы Рәшиҙә менән һөйләштем, ингеләп торасаҡ. Үҙем дә яҡшыра башланым”, - тип ҡыҙына өндәште. Мәҙинә әсәһе менән ризалашып, Рөстәмгә шылтыратып, килеп алыуын һораны. Ләкин был көндө уларға ҡайтырға насип булманы. Бәләкәс Руслан менән көтөлмәгән хәл килеп сыҡты: өләсәһенең дарыуҙарын ашап ташлап, ағыулана. Врачтар уның ғүмерен һаҡлап ҡала алмай. Шул көндән башлап, Мәҙинә өсөн донъя ҡараңғылыҡҡа сумғандай булды...
Ә бит улар ниндәй бәхетле пар ине! Матур ғаилә, тип һоҡланмаған кеше булманы. Рөстәм төҙ, тура, оҙон кәүҙәле, бөҙрә ҡара сәсле, зәңгәр күҙле Ҡазан егете, Бразилия артистарына оҡшаған. Ә Мәҙинә уның ҡапма-ҡаршыһы – һылыу кәүҙә, аҡһыл сәс һәм ҡап-ҡара ҙур күҙҙәр. Ромашка сәскәһен хәтерләтә ине ул. Улдары Руслан тыуғас, тормоштары тағы ла йәмләнде. Иң бәхетле саҡтары булған икән. Улын юғалтыу бәләһе Русланды хәмер менән дуҫлаштырҙы. Күршеләре Мәҙинәнең ҡара янған йөҙҙәрен күрә башлағас, кит һин унан, үлтергәнен көтмә, тип ҡыҙғанып, кәңәштәрен бирҙе.
Шулай ҙа Мәҙинә түҙҙе, Рөстәмдән башҡа йәшәй алмайым, тип белдерҙе. Уның алдында үҙен ғәйепле һынаны, эсһә лә уны ҡыҙғанды. Тәҡдиренә яҙылғанына риза булып, йәшәй бирҙе. Ҡайһы ваҡыт ул: “Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң, бәлки, мине лә кисерер”, - тип тыныслана ине.
Тик бер көн ир артыҡ һаҡһыҙ ҡыланды. Мәҙинә үҙе лә сабырлығын юғалтҡан булғандыр инде. Бер аҙҙан уның үлгән хәбәре ишетелде. Рөстәмде полиция алып китә, уны яҡлап бер һүҙ ҙә өндәшеүсе табылмай. Оҙаҡ та үтмәй, Рөстәмдең туғандары уның үҙен дә ауылға алып ҡайтып ерләй. Ауыл халҡы быға риза булмаһа ла, мулла уларҙы тынысландыра: “Йәмәғәт, шәриғәт ҡушҡанса, беҙ уның һуңғы васыятын, барлыҡ дин талаптарын тура килтереп үтәргә тейешбеҙ. Ул үҙенең барлыҡ мөлкәтен ошо зыяратҡа васыят итеп ҡалдырҙы. Дөрөҫ аңлағыҙ: был мәйеттең урыны – никахлы йәмәғәте һәм бер ниндәй гонаһы булмаған сабыйы эргәһендә”.
Бына шулай, әллә яҙмыш, әллә рәнйеш...
Дәлфирә Галимова.