Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
17 Ноябрь 2024, 09:50

Өҙөлмәһен юлда ғүмерҙәр

 Транспорттың күп булыуы, әллә водителдәрҙең юл ҡағиҙәләрен һанға һуҡмауы сәбәпсеме, әммә юлдарҙа юл-транспорт фажиғәләре бер ҙә кәмемәй. Көндәлек яңылыҡтар таҫмаһын асһаң, ҡайҙа ла булһа юл фажиғәһе булыуын күреп торабыҙ.  Был өлкәлә беҙҙә хәлдәр нисек? Ошо һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә ҡағылған башҡа һорауҙар менән райондың Дәүләт автоинспекцияһы бүлексәһе начальнигы, полицияның өлкән лейтенанты Рәфил Ҡотлогилдинға мөрәжәғәт иттек. 

- Рәфил Кинйәғәли улы, йыл башынан районда нисә юл ваҡиғаһы теркәлде? Уларҙың сәбәптәре ниндәй?

- Ағымдағы йылдың 10 айында район территорияһында 179 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. 23 юл һәләкәтендә 12 кешенең ғүмере өҙөлдө, 30 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алды. Был аварияларҙа 2 бала вафат булды, 5 баланың һаулығына зыян килде.  

 Юл-транспорт ваҡиғаларының күбеһе Магнитогорск-Ира автоюлында булды, быйыл унда 4 юл һәләкәтендә 10 кешенең ғүмере өҙөлдө. Кеше ғүмерен алып киткән аварияның береһе Мораҡта, береһе Йомағужа ауылында булды.

 Бер нисә миҫалға туҡталып китәйек, 2024 йылдың 28 апрелендә Магнитогорск-Ира автоюлының 347-се километрында  ике еңел автомобиль бәрелеште. Һөҙөмтәлә, 4 кеше: 2 өлкән кеше һәм 2 бала вафат булды. Сәбәбе, эскән килеш руль артына ултырған водитель ҡаршы яҡ һыҙатҡа сыға һәм аварияға сәбәпсе була.

 Шулай уҡ ағымдағы йылдың 28 октябрендә Магнитогорск-Ира автоюлының 326-сы километрында, Сәлих ауылы янында 4 кешенең ғүмерен алып киткән тағы бер юл һәләкәте теркәлде. Ейәнсура яғына китеп барған еңел автомобиль ҡаршы яҡ һыҙатҡа сығып, ҡаршыһына килгән “УАЗ” автомобиле менән бәрелешә.

 Юл фажиғәләренең сәбәптәренә килгәндә, уларҙың күбеһендә водителдәр ғәйепле: саманан тыш тиҙлекте арттырыу, ҡаршы яҡ һыҙатҡа сығыу, эскән килеш руль артында йөрөү. Бөтәһе лә ҡағиҙә-ҡанундарҙы яҡшы белә, ләкин уларҙы теүәл үтәмәй, бәхетһеҙлек уны урап үтеренә ышана, әммә тормошта гел булмай шул, бер була.   Шуны ла иҫтә тоторға кәрәк, водитель үҙенең генә түгел, ә ултыртҡан пассажирҙары, юлдағы башҡа автомобилдәрҙәге кешеләр, эргәнән барыусы йәйәүлеләрҙең ғүмере өсөн дә яуаплы.

- Ҡағиҙәне тотмаусылар менән нисек көрәшәһегеҙ?

- Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр юлдарҙағы хәл тотороҡланһын өсөн бар көсөн һала, тәүлек әйләнәһенә дежур итәләр, ҡағиҙәләрҙе боҙоусыларҙы туҡтаталар, штрафтар һалалар, енәйәт эштәре ҡуҙғаталар. Йыл башынан ҡағиҙәләрҙе һанламаусы граждандарға ҡарата 2539 административ материал төҙөлдө, шуларҙың 141-е иҫерек килеш руль артына ултырған, 39-ы – ҡаршы яҡ һыҙатҡа сығыусы граждандарға ҡарата. Водитель таныҡлығы алынған килеш автомобилгә идара иткән 19 граждан яуаплылыҡҡа тарттырылды. Балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен инҡар иткән 73 водителгә административ штраф бирелде. 

- Балалар ҡатнашлығында юл фажиғәләре булдымы? Йылдан-йыл мотоцикл, мопед кеүек транспорт сараһында йөрөгән балалар һаны ла арта бара...

- Эйе, үкенескә күрә балалар ҡатнашлығында авариялар булып тора. Йыл башынан бәлиғ булмаған балалар ҡатнашлығында 6 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде, унда 2 бала вафат булды, 5 баланың һаулығына зыян килде.  Мототранспорт сараһына идара иткән бәлиғ булмағандар һаны ла йылдан-йыл арта бара. Улар менән көрәшәбеҙ, участка уполномоченныйҙары менән берлектә рейдтар ойошторабыҙ, транспорт сараларын махсус туҡталҡаға алып китәбеҙ, ата-әсәләрен административ яуаплылыҡҡа тарттырабыҙ. РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.7 статьяһы 1-се өлөшө буйынса 17 бәлиғ булмаған бала, 12.7 статьяның 3-сө өлөшө буйынса 30 ата-әсә административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.

- Гәзит уҡыусыларға теләктәрегеҙ.

- Әле водителдәр, йәйәүлеләр өсөн бик хәүефле осор. Һауа шарттары үҙгәреп тора – ҡарлы ямғыр, иртән томан, йә юл тайғаҡ. Юлға сыҡҡанда ошоларҙың барыһын да иҫәпкә алып, айырыуса иғтибарлы һәм уяу булырға саҡырам.

- Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас