Борис Хайретдинов
ҠАРТӘСӘЙ
(Хикәйә)
Һеҙҙә нисектер белмәйем, ә бына беҙҙә, Урал аръяғында, ҡартәсәй тип атаһының әсәһенә әйтәләр, өләсәй - әсәйҙең әсәһе була. Төрлө ерҙә төрлөсә әйтелә торған һүҙҙәр инде улар. Нисек әйтһәң дә мәғәнәһе берәү: ата-әсәнән һуң килгән иң яҡын кешеләреңдең береһе.
Әлиә, ун йәшлек ҡыҙыҡай, был турала бик яҡшы белә, әммә ул ҡайҙалыр ҡартәсәһе барлығын әсәһе аша ғына ишетте, ләкин ошоға тиклем бер ҙә күргәне булманы. Ул ғына ла түгел, атаһын да уға бер ваҡытта ла күрергә яҙманы. Әсәһе әйтеүенсә, атаһы Даут Әлиә тыуып бер-ике ай үткәс тә “булған аут!”, йәғни ҡатыны Миңсараны ташлап киткән дә яҡындағы ҡалала яңынан “егет” булып йәшәй башлаған был мөртәт.
Шулай итеп, ҡыҙыҡай тыуған ауылында әсәһе менән ун йыл инде бергә йәшәне. Әсәһе Миңсара бер-нисә йыл колхозда һыйыр һауҙы, хужалыҡ тарҡатылғас та бер аҙға эшһеҙ ҡалғайны – күп ятманы өйҙә – ыңғайы килеп сыҡты, почта ташыусы эшенә саҡырҙылар. Мәктәпкә барып уҡыу-яҙыуға өйрәнгәс тә почта таратыу эшендә Әлиә әсәһенә яҡындан ярҙам итә башланы, йылғыр ҡыҙыҡай хат, гәзит-журналдарҙы йүгереп йөрөп таратышты. Шулай итеп бер тиҫтә ғүмер “һә” тигәнсе үтеп тә китте, Әлиә был йәй башында ”4” һәм “5” билдәләренә дүртенсе синыфты тамамлап бишкә күсте. Әлбиттә, үҙе өсөн дә, әсәһе өсөн дә был бәләкәс кенә булған ваҡиға ҙур ҡыуаныс килтерҙе, сөнки, өлкән йәштәгеләр әйтмәксе, был донъяла имен-һау булып, шылышып булһа ла алға китеп ултырыуың – үҙе бер бәхет, йәшәйештең төп нигеҙе.
Ошо арала әсәһе Миңсара хәлһеҙлектән йонсоно, иңке-миңке йөрөй торғас, ныҡлап ауырып китте. Сәбәбе – һыуыҡ тейҙереүҙә. Ярай әле ҡыҙы почта ташыуҙы тулыһынса үҙ өҫтөнә алып, әсәһен сикһеҙ ҡыуандырҙы. Нишләп ҡапыл ғына һыуыҡ тейеп ҡуйҙы әле ул?
Март аҙағы ине әле. Миңсара ял көнө район үҙәгенә барып килергә булды, юл ыңғайы еңел машина ла тап килде. Дауаханала булды, кәрәкле дарыуҙарҙы яҙҙырып алды, хакимиәткә инеп үҙ эштәрен атҡарҙы, бер-ике һатыу үҙәгенә инеп сыҡты, ҡыҙына ялтырап торған күлдәк, үҙенә туфли алды, аҙыҡ-түлек йөкмәне һәм “берәй юл ыңғайы машина осрар әле”, тип уйлап юлға сыҡты ла туҡтап тормайынса ауылға ҡарай атлап китте. Көн буйы ҡабаланып йөрөп тәғәм ризыҡ та ҡапҡылай алманы ул, ҡайтып етеп, иркенләп, бот һоноп сәй эсерен уйлай-уйлай атлауын дауам итте. Ара егерме саҡрым. Машинаға яҡын, йәйәүлегә алыҫ ара – ике аяғың һау булһа, яҡынса өс-дүрт сәғәтлек ара бит инде.
Был юлы, ни булғандыр инде, ҡайтыу юлда юл ыңғайы машина осраманы ла ҡуйҙы, ҡәһәрең. Миңсара атлауын дауам итте. Йөкмәнеп ике сәғәттәй атлағандан һуң, ул ултырып ял итеп алырға булды. Тирә-яҡты байҡап алды: машина-фәлән күренмәй, ә көн кискә ҡарай ауыша башлаған ине. Туҡтағас ҡына ҡатын кеше аяҡтарының өшөүен тойҙо. Ҡышҡы итек тип ышанһаң да итек быйма түгел инде ул, барыбер һыуыҡта йылыны тотмай. Шулай ҡорошоп ултыра торғас, уның кире торорға көсө етмәне. Үлә ине – Хоҙай араланы, ауылдан сыҡҡан бер еңел машиналағы ауылдашы юл ситендә көрткә һөйәнеп тик ултырған ҡарасҡыны күреп ҡалды, туҡтаны, әле тере икәненә ышанды һәм шунда уҡ машинаһына ултыртып алып райбольницаға ҡарай елде. Әсәһе ҡайтмаған төндө Әлиә йоҡоһҡҙ үткәрҙе, бына-бына ҡайтыр тип көттө, балнисҡа эләккәнен тик иртәгәһе көндө генә белде. Әсәһе ун көн балниста ятып ҡайтты, шул арала уның эшен Әлиә үҙе тулыһынса башҡарҙы. Бер-ниндәй ялыу-маҙар булманы, сөнки тилбер ҡыҙыҡай корреспонденцияларҙы үҙ ваҡытында һәм теүәл итеп тапшыра барҙы. Әсәһе барыбер ҡайтҡас та кире ҡалҡына алманы, һуңғы көндәрен карауатта уҙғарҙы һәм бер көнө... мәңгелеккә тынып ҡалды.
Әлиә артабанғы ваҡиғаларҙы йүнләп иҫләмәне, шок хәлендә өйҙә тик ултырҙы, хатта ерләүҙә лә ҡатнаша алманы. Күрше ҡатындар килеп аш-һыу әҙерләнеләр. Зыяраттан ерләп ҡайтҡан халыҡ уларҙың өйөндә йыйылдылар, ауыл муллаһы Ҡөръән сүрәләре уҡыны..
Сәй табынынан һуң ғына Әлиә бында килеп еткән атаһы менән танышты. Ул килде лә:
Әлиә! Мин һинең атайың булам, моғайын, әсәйең минең турала ниҙер һөйләгәндер, һөйләмәһә лә хәл юҡ, - тине. – Мин һине үҙемә алып ҡайтам, интернатҡа тапшырмаҫҡа булдым...
Ҡыҙҙың уй-фекере менән ҡыҙыҡһыныусы булмай сыҡты.
Атаһының ҡалалағы ғаиләһе ҡыҙҙы өндәшмәй генә ҡаршы алды. Күрәһең, уның килеү мөмкинлеге тураһында һүҙ бында алдан уҡ булғандыр.
- Һине ҡартәсәйең ятҡан бүлмәгә урынлаштырабыҙ, - тине уға атаһы. – Минең әсәйем менән танышып ал! Артабан уның менән ҡушарлап йәшәргә тура килер. Түлке мыжыҡ әбей инде ул, гел ғәҙеллеккә ынтылып йәшәп маташа, будты Лениндың туғаны...
Дауыттың квартирында дүрт кеше йәшәй булып сыҡты: үҙе, ҡатыны, ете йәшлек улы һәм яңыраҡ күсеп килгән әсәһе.
Етмеше яңы тулып үткән ҡартәсәй кеше ҡыҙ-бала ҡушарлауына ҡыуанды ғына. Ҡартәсәһе менән ейәнсәре тәү күрешкәндән алып уртаҡ тел таптылар, бер-береһен ныҡлап һорашып танышып алдылар. Ҡартәсәһенең һөйләп һүҙе бөтмәне, ураған һайын Әлиәнең арҡаһынан һөйҙө, үткән ғүмерен һөйләп бер көлөр, бер илап алды. Ҡайһы саҡ үҙенең улы Дауытты битәрләне:
- Тик аҡса яратҡан бай ҡыҙына өйләнеп, булыр бәхетен юғалтты, хәҙер инде киленгә онтораҡ булып йәшәй, шуның һүҙенән сыға алмай, уның алдында малай һымаҡ йүгереп йөрөй. Тьфү! – тип ҡабатлар булды мыҡты кәүҙәле өлкән йәштәге әсә. – Ете йәшлек малайҙары үтә тәртипһеҙ, беҙҙең яҡҡа тартмаған, әсәһенә оҡшаған. Әле минең пенсияны тулыһынса тотоноп торалар. Бәлки, шул аҡса өсөн генә Дауыт миңә сөсө һүҙ һөйләп, юхалап алып ҡайтҡандыр. Тора-бирә барыбер ауылға, үҙемдең өйөмә ҡайтам. Өйөмдө һатып ебәрергә ҡырҡа ҡаршы булдым, моғайын, дөрөҫ эшләгәнмендер. Был ҡыҫыҡ квартирҙа эшһеҙ-көшһөҙ тик ятырға енем һөймәй.
Бындағы тәртип икенсерәк булып сыҡты: кухняла атаһы, ҡатыны, улы ашағандан һуң, малайҙары Радик йоҡо бүлмәһенә ҡартәсәһенә һәм Әлиәгә ашарға килтерә, шунан йыйып ала. Унда-бында үткәндә Әлиәне төрткөләп өлгөрә. Шуға күрә Әлиә, нисектер квартир хужаларының күҙҙәренә салынмаҫ өсөн, ошо йоҡо бүлмәһенән һирәк сығыр булды.
Бер көнө йоҡлар алдынан ҡартәсәһе ниндәйҙер дарыуҙы ҡабып алырға булды, Әлиәгә бер аҙ һыу килтерергә ҡушты. Ҡыҙыҡай кухняга яҡынлашҡан ыңғайы талашлы тауыштар ишетеп шып туҡтаны. Тағы үгәй әсәһенең тауышы ишетелде:
- Һин, Дауыт, нишләп мин әйткәнде һаман үтәмәйһең? Нишләп әсәйеңдең өйөн йәһәтләп һатып ебәрмәйһең?
- Тороп тор һуң аҙыраҡ! Документтарын рәтләп бөтәйем. Шунан эште ныҡлап башлармын.
- Ә ҡыҙыңдың өйөн ҡасан елгәрергә уйлайһың?
- Тора биргәс. Ике өйҙө бер-бер артлы һатып рисауай булғым килмәй минең...
Ҡыҙ артабанғы һүҙҙәрҙе тыңлап бөтмәне, шунда уҡ кире боролдо һәм бар ишеткәнен ҡартәсәһенә һөйләп ташланы.
Ҡартәсәһе бер килке ваҡыт аптыраңҡырап тыңлап торҙо, тегеләй-былай йөрөп алды. Шунан һуң ниндәйҙер ҡарарға килде, шикелле, күҙҙәрендә шатлыҡ сатҡылары уйнап китте.
Әлиә балам! Әйҙә, тыныс ҡына ятып йоҡлап алайыҡ әле. Хоҙай Тәғәлә зиһенемде асып, беҙ икәүгә яңы юл асып тора бит әле, - тине.
Төн тыныс үтте.
Ҡартәсәһе Әлиәне иртә менән уятты ла:
Әлиә ҡыҙым! Мин хәҙер үк ауылға ҡайтырға булдым. Ләкин артабанғы тормошомдо һинһеҙ килтерә алмайым. Әйҙә! Минең менән бергә! Ризаһыңмы?
Ризамын, әлбиттә, - тип яуап бирҙе ҡыҙыҡай. - Миңә лә ауыл тормошо ныҡ оҡшай. Бында үҙемде ҡоршау эсендә ҡалған кеүек хис итәм.
Улайһа әйҙә тиҙ генә әҙерлән! Кейен! Иртәнге автобусға сығайыҡ, өлгөрәйек. Ҡурҡма! Һине бәлиғ булғансы ҡалҡытырҙай көсөм бар әле минең. Аллаға шөкөр, әле лә юлға тотонорлоҡ һаҡлап тотҡан аҡсам да бар. Ҡайтҡас та мин һине өр-яңынан кейендереп аласаҡмын һәм үҙемдең берҙән-бер яратҡан ейәнемде бер кемгә лә бирмәйәсәкмен. Йә, ҡуҙғалайыҡ! Тегеләр менән хушлашып тормаҫбыҙ...
Күп тә үтмәне яңынан бәхет-шатлыҡтарын үҙ эргәһенән тапҡан өлкән, мыҡты кәүҙәле ағинәй һәм тал сыбығындай нәҙекәй буйлы үҫмер ҡулдарына эреле-ваҡлы пакеттар тотоп, һөйләшә-көлөшә автобус туҡталышына ҡарай дәррәү атлайҙар ине инде. Ҡарағыҙ: уларҙың шатлыҡтарынан тирә-яҡҡа нурҙар сәселеп китте, донъя яҡтырғандай булды, ҡояш болот артынан сығып йылмайҙы, шаярыпмы эйәреп барған ике шәүлә яһаны.
Автобус эсендә Әлиә ҡартәсәһенең ҡуйынына инеп ултырып, тормоштоң был боролошонан кинәнде, берҙән-бер яҡын кешеһенә бар күңелдән оҙон ғүме теләне, аят та уҡыр ине, тик уныһын өйрәтеүсе булманы шул үҙ заманында...
Машинанаың еңелтә һәм тигеҙ геүләүе арҡаһында иҙрәп йоҡлап китте ҡыҙ бала. Бындай тәмле йоҡо тик әсәһе булған саҡтарҙа була торғайны. “Тауыҡ төшөнә тары инә” тигәндәй, күңелендә илаһи тыныслыҡ барлыҡҡа килеп, төш күрҙе: ниндәйҙер матур ғына ауыл урамынан ҡартәсәһе менән атлап киләләр. Уларға ҡаршы әсәһе йүгереп килде лә, икеһен бергә һыға ҡосаҡлап алды һәм уларҙың бергә булыуҙарына ҡыуана-ҡыуана ниҙер һөйләне лә шул урында тороп ҡалды...
Автобусдың ҡырҡа туҡтап ҡалыуынан Әлиә уянып китте. Ауылға килеп еткәндәр икән дә баһа! Кешеләр ыңғайына салондан сыҡтылар. Әлиә күҙен артабанда пәйҙә булған урам буйына йүнәлтте. Бына һиңә бер ғәжәп тамаша! Әлиәнең алдында тап төштә күргән йәшел ауыл урамы күренде. Артабанғы яҡта, бер-нисә урында ҡаҙҙар, өйрәктәр күренә, шунда уҡ тауыҡтар тырышып ер типкеләйҙәр, эттәр сабышып уйнап үттеләр, ә кемдеңдер тәҙрәһе аша башҡорт музыкаһы күңелде тирбәтә...
- Ҡотло ауыл - бәхет нигеҙе ул, ҡыҙым! – тип Әлиәнең ҡартәсәһе бер ауыҙ һүҙен әйтте лә, ҡиблаға әйләнеп, ҡыҫҡа ғына булған аяттарын уҡып алды. Шунан һуң ҡулға-ҡул тотоношоп, донъя күргән өлкән кеше һәм үҫмер ҡыҙыҡай ауыл урамынан, артабан күп йылдарға төйәк буласаҡ өйгә ҡарай, ышаныслы аҙымдар менән ҡуҙғалып киттеләр...
Эй, Хоҙайым! Башҡаларға ла ошо икәү кеүек яҡындар менән табышып, танышып, гел шатлыҡтар татыуға әйләп, оҙағыраҡ йәшәтеп, был фани донъяның тик рәхәтлектәрен күреп китергә насип итһәң ине!