- Әле беҙҙең ир-егеттәргә күрһәткән ярҙам - ул һәр кемдең намыҫ эше. Ауылдың битараф булмаған бар халҡына рәхмәт. Маскировка селтәрҙәре махсус хәрби операция үткәреү зонаһында яугирҙәребеҙҙе үлемдән ҡотҡара ала. Бындай ярҙам уларға көс өҫтәр, ауырлыҡтарҙы лайыҡлы еңеп сығырға булышлыҡ итер. Беҙ уларҙы Еңеү менән көтәбеҙ, - ти ауыл китапхана мөдире Ләлә Харрасова.
Теләүембәттәргә уңыштар теләйбеҙ. Һеҙҙең эштәрегеҙ кәрәкле ерҙә егеттәребеҙгә ҡалҡан булып торһон!
*Контракт хеҙмәте буйынса урындағы хәрби комиссариатҡа (Мораҡ ауылы, З.Биишева урамы, 6/1) мөрәжәғәт итергә. Тел.: 8(34789) 2-14-57.