Мораҙым
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Ноябрь , 11:28

ШАР

Тиҙҙән дауыл ҡубып, саң-туҙан боларҙы. Ҡеүәтле ағымға эләккән шар, бәүелә-бәүелә юғары күтәрелде. Харап булдым, тип уйланы Морат, үлем менән йәшәү сигендә эленеп торғандай хис итте үҙен. Шулай ҙа, берәй төрлө мөғжизә менән ҡотолорона өмөтләнеп, күңел төбөндә һүрән генә ҡуҙ баҙлап-баҙлап ҡуя. Был ҡуҙҙың ни йылыһы, ни яҡтыһы юҡ. Эх, харап ҡына булды! Үҙе ғәйепле! Нимәгә кәрәк ине һиңә ошо шар? Йәнәһе, берәү аҡса эшләй! Эх, иҫәр, тапҡан-таянған мөлкәтең башыңдан ашҡан да бит, хәҙер уларынан да ҡолаҡ ҡаҡтың бына! Ғүмер ҡылға эленеп ҡалғас ҡына нишләп аҡыл инә икән кешегә?.. Күҙ асып-йомған арала барыһы ла юҡҡа сыҡты. 

ШАР
ШАР

Салауат ӘБҮЗӘР

ШАР

Хикәйә

Мораттың башына көтмәгәндә шәп фекер килде. Шуны бойомға ашырыу уйы менән Өфөгә барып, йомошон йомошлап ҡайтып килеүе. Шөкөр, юлы уң булды. Хаҡын түләгәс, кәрәк әйберҙәрен һә тигәнсе йөк машинаһына тейәп тә ҡуйҙылыр. Байтаҡ аҡса сыҡты-сығыуын, ләкин уныһына ыжламай. Тейешле үҙәнгә йүнәлтелгән аҡса, шишмә шикелле, юлында осраған сығанаҡтарға ҡушылып, киңәйгәндән-киңәйә, ғәйрәтләнгәндән-ғәйрәтләнә бара... Был юлы ла мөлкәтен бушҡа сарыф итмәүен күңеле менән һиҙә ул, сөнки берәүҙең дә башына бындай ҙа дорфа уйҙың килгәне юҡтыр әле.

Морат ҡәнәғәт йылмайып ҡуйҙы. Тормош күсәре майланған кеүек, тәгәрмәстәр шыма әйләнә, хатта юлында осраған ваҡ-төйәк соҡор-саҡырҙар ҙа һиҙелмәй тиерлек. Уйлап ҡараһаң, эшҡыуарлыҡ эшен бәләкәй генә магазин асып, кисә генә башлаған кеүек, ә хәҙер, ана, күрше тирә ауылдарҙа ғына түгел, район үҙәгендә лә бер нисә һатыу нөктәһе йәйелдереп ебәрҙе. Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, тиҙәр, башта бизнес юлына шөрләп кенә аяҡ баҫҡайны, әле күпме кеше уның өсөн аҡса һуға. Ярай йөрәге етеп тотонған, юғиһә, ауылдағы тиҫтер егеттәр шикелле, ни өйләнмәй, ни эш таба алмай йөрөр ине аңҡы-тиңке булып. Аллаға шөкөр, һыу һылыуы кеүек ҡатыны, сәскәләй ҡыҙы бар, яҙған булһа, атай эшен дауам итергә малайы ла тыуыр – йәштәр бит әле, аҡ һаҡалы һәлберәп тормай.

Ауыл ҡаршыһындағы Ҡыҙыляр яланына еткәс, машинанан төшөп, кирелеп, күкрәген тултырғансы һауа һуланы Морат, барыһы ла урынындамы, тигәндәй, тирә-яҡҡа күҙ ташлап, ләззәтләнеп торҙо. Ауыл артында ғына һерәйеп ултырған ҡая, һул яҡтан теҙелеп киткән тауҙар араһынан талғын ғына ағып ятҡан йылға кинәнес бирҙе йәненә. Ошондай ҙа хозур тәбиғәтле төбәкте көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә таба алмаҫһың! Ә юғарынан ҡараһа-а-аң!?. Ух, әй!..

Төнөн, рәхәт уйҙар даръяһына сумып, әллә ни серем итә алмаһа ла, иртә тороп, бөтә кәрәк-яраҡтарын барланы, шунан күрше егет Әсләм менән яланға килтерҙе. Һары төҫтәге оло-ғара туҡыманы йәйеп ебәргәс, Әсләмдең ауыҙы асылды:

– Был нимә ул? – тип һораны, аптырап ҡарап торғандан һуң. – Палатка тиһәң...

– Былмы? Был, ҡустым, – Әсләм тиңдәше булһа ла, ҡустынан һалдырҙы. – Шар!

– Шар?!. – Әсләмдең ғәжәпләнеүе арта барҙы. – Һе... Ошо тиклем шар буламы?! – тине ул шикләнеп.

– Була икән шул, – Морат ауыҙын йырҙы. – Күргәнең юҡмы ни, шар менән һауаға күтәрелгәндәрен? Әй, – тип ҡул һелтәне, – Һин ауылдан сыҡмаған кеше, ҡайҙан күрәһең инде.

Әсләмдең башына барып етте:

– Күргәнем бар ҙа ул... телвизырҙа. Уны нишәтәһең инде?

Бизнестың “б” хәрефен дә белмәгән күршеһенә нимә тип аңлатып торһон Морат, бер һүҙ менән генә сикләнде:

– Белерһең!..

Байтаҡ мәшәҡәтләнгәндән һуң бөтәһе лә әҙер булды, хәҙер тәүәккәлләһәң дә ярай. Көнө лә һайлап һатып алған кеүек, көнбайышта ҡая артынан күренгән ҡулъяулыҡтай ғына ҡара болотто иҫәпкә алмағанда, салт аяҙ.

Шар кәрзиненә тоташтырылған оҙон арҡанды лебедкаға беркеткәс, боллондарҙан носос менән водород газын тултырырға керештеләр. Бер аҙҙан ергә һыбашып ятҡан туҡыма, ҡомһоҙланып һоғонған убыр шикелле, ҡорһағын кәпәйәтә башланы. Ниһайәт, шар ерҙән айырылды һәм, шартларҙай булып йоморайғас, ҡаҙыҡҡа беркетеп ҡуйылған кәрзинде ысҡындыра алмай, һауала сайҡала-сайҡала туҡтап ҡалды. Морат кәрзингә менеп ултырҙы.

– Ырғаҡты ысҡындыр, Әсләм! Күккә күтәрелгәс, ҡул болғаһам, лебедканы әйләндереп, шарҙы төшөр, – тип бойорҙо күршеһенә.

Әсләм ырғаҡты кәрзиндән тартып алыу менән шар юғарыға уҡталды, йөҙ метр самаһы күтәрелгәс, арҡанды ҡылдай тартып, туҡтап ҡалды. Әллә нәмәнең “сырт-сырт” иткәне Әсләмдең ҡолағына салынды, ләкин быға иғтибар итмәне ул, ике күҙен күккә терәп ҡатҡайны.

– О-о-о!.. – Мораттың күңеле елкенде. Бына бит, хыялы бойомға ашты! Был нәмә менән кинәнеп аҡса һуғырға ла була хәҙер. Ауылдан туристар өҙөлмәй, ошо тиклем гүзәл тәбиғәтте ҡоштар осор бейеклектән кемдең күргеһе килмәҫ, тиһең?! Ысынлап та, был уның ҡанаттары ла баһа! Бизнес тигән текә ҡаяның түбәһенә алып менер ҡанаттары!..

Ауыл яғынан был яҡҡа бер нисә кешенең килгәнен шәйләне Морат. Маһая биреп, эстән генә көлөмһөрәп ҡуйҙы: күрҙегеҙме, шулай була ул, башты эшләтһәң! Хәҙер, күп тә үтмәҫ, ауылдың бар халҡы бында эркелә башлар. Ана, бала-сағаның былай табан йүгерешкәне лә шәйләнде.

Морат ҡолас йәйеп ебәрҙе – донъя хужаһы ул! Быға тиклем дә ҡая-тау баштарына менгәне бар барлыҡҡа, ләкин табандары ерҙән айырылмағас, бейеклекте тойманы шикелле, аҫтағы хозур донъя әллә ни күҙенә лә салынманы. Ә бында!.. Бар донъя һинең аяҡ аҫтыңда, бер ир затының ҡулы ҡағылмаған сибәр ҡыҙҙар һымаҡ нәфис һыны менән һуҙылып ятҡан. Ер өҫтөндә йөрөгән саҡта күҙгә салынған ҡарт-ҡороноң ишелергә торған өйҙәре, ата ялҡауҙарҙың уталмай алабота баҫҡан бәрәңге баҡсалары, ауыл артындағы шишмә буйындағы сүп-сар өйөмө йыуып төшөргәндәй юҡҡа сыҡҡан. Хатта әҙәм үткеһеҙ соҡор-саҡырлы юл да, ана, оҙон таҫма шикелле борғоланып-борғоланып алыҫҡа тартылған. Ауыл күрке булып ултырған үҙенең ике ҡатлы йорто ла башҡаларҙан әллә нәмәһе менән айырылмаған кеүек... Бейеклек барыһын да тигеҙләй, ахыры. Юғарынан донъя матур күренә шул!..

Тора-бара халыҡ йыйылып китте. Аҫта һарыҡ көтөүе кеүек эркелешкән кешеләргә ҡарап, уйланып торҙо Морат. Эйе, был көтөүгә көтөүсенең бер-ике тапҡыр сыбыртҡы шартлатыуы ла етә, теләгән ереңә башын борасаҡ. Көтөүҙең үҙ юлы булмай... Рәхәт йылы бөркөп, ҡыуаныс хисе күңелен йылытты: үҙе улар араһындағы һарыҡ түгел. Ҡулында “сыбыртҡы” барлығын самалай ул...

Яҡты донъяның ҡапыл һөмһөрө ҡойолдо. Шунда ғына иғтибар итте Морат: бая ҡая ситенән күренгән бәләкәй генә ҡара болот, ғәскәрен эйәртеп килеп, күҙ асып-йомған арала ҡояшты ҡаплап, тотош күк йөҙөн ялмап та алған. Шарҙы тегеләй-былай уйнатып, көслө ел иҫеп үтте. Кәрзингә сат йәбешкән Мораттың йөрәген шом биләне, ел тынған арала Әсләмгә ҡул болғарға кереште. Шундуҡ аңланы тегенеһе, тиҙ генә лебедканы әйләндерергә тотондо. Шул мәлдә арҡан өҙөлөп тә китте...

Морат, ни эшләргә белмәй, алыҫлашҡандан-алыҫлаша барған ергә текләп, ҡото осто. Уның ғүмере бер арҡанға ғына бәйле булған бит, ә ул арҡандың бер осо түбәндә. Хәҙер уны тотоп торған көс юҡ...

Тиҙҙән дауыл ҡубып, саң-туҙан боларҙы. Ҡеүәтле ағымға эләккән шар, бәүелә-бәүелә юғары күтәрелде. Харап булдым, тип уйланы Морат, үлем менән йәшәү сигендә эленеп торғандай хис итте үҙен. Шулай ҙа, берәй төрлө мөғжизә менән ҡотолорона өмөтләнеп, күңел төбөндә һүрән генә ҡуҙ баҙлап-баҙлап ҡуя. Был ҡуҙҙың ни йылыһы, ни яҡтыһы юҡ. Эх, харап ҡына булды! Үҙе ғәйепле! Нимәгә кәрәк ине һиңә ошо шар? Йәнәһе, берәү аҡса эшләй! Эх, иҫәр, тапҡан-таянған мөлкәтең башыңдан ашҡан да бит, хәҙер уларынан да ҡолаҡ ҡаҡтың бына! Ғүмер ҡылға эленеп ҡалғас ҡына нишләп аҡыл инә икән кешегә?.. Күҙ асып-йомған арала барыһы ла юҡҡа сыҡты. Шулай уйланы ла Морат, былтыр мәрхүм булған ауылдашы Барый ағай ниңәлер иҫенә төшөп, йөрәге семетеп ҡуйҙы. Ул ағай ауылдың иң хәлле йәшәгән кешеһе ине. Ҡура тулы мал-тыуар аҫыраны, умарта-умарта бал ҡорто тотто. Ҡояштан алда тороп, эт урынына сабыр ине. Йәл, пенсия йәшенә лә етә алманы, йөрәк өйәнәге менән китте лә барҙы баҡый донъяға. Шул ағайҙың тол ҡатыны Зәлифә апай бисәнән-бисәгә йөрөгән бер ирҙе өйөнә индерҙе. Был ир, бер мәл туҫтаҡ тулы ит һоғоноп, сәмәй һемереп ултырғанда әйткән икән: “Аа-й, Барый йәшәй белмәгән!” Тора-бара Зәлифә лә эскегә һабышты, мал-тыуарының һатҡанын-һатып, һуйғанын-һуйып, әләф-тәләф итеп бөттөләр. Хәҙер, таҡырға таянғас, кеше көнлө булып тын алып ятҡан булалар шунда...

Нишләп ул Барый ағай иҫенә төштө әле? Ә-ә, мөлкәт тураһында ине бит уйы. Ярай, Морат был яҡты донъянан китте, ти, ә кәләше?.. Теге, Зәлифә апай һымаҡ, берәй ир йоратын өйҙәш итһә? Бисә алмай ятҡан ир-ат ауыл тулы лабаһа! Күршелә генә йәшәгән Әсләм дә буйҙаҡ, ғүмере буйы бисә төҫө күрмәй ҡартайып бара. Улар ни, һөйәккә ташланған эт ише инде. Һөйәк кенәме, Морат уларға, хәләл тирен түгә-түгә, һимеҙ ҡалъя ҡалдыра бит!.. “Аа-й, Морат йәшәй белмәгән!” – тип ултырырмы икән улар ҙа?! Туҡтале!.. Шул Әсләм юрамал арҡанды өҙмәнеме икән?!.

Үҙ уйынан тертләп ҡуйҙы Морат. Уф!.. Бындай саҡта шайтан нимәләр генә уйлатмай. Юҡ, уның кәләше улай ҡыланмаҫ! Морат, тип үлеп бара лабаһа, матур булып ҡыҙы үҫеп килә. Унан кәләшенең туғандары ла ишле генә, яҙа юлға төшөрмәҫтәр, бәйҙән ысҡындырмаҫтар.

Морат кәләшен күҙ алдына килтерҙе. Эх, уның кәләше! Ауылда берәү! Ул төҫ-ҡиәфәт, ул буй-һын, ул йән наҙлаған тауыш... Эштең ниндәйенән дә сирҡанып тормай. Хоҙай унан бер нәмәне лә йәлләмәгән, умырып биргән дә ҡуйған. Тик бына, нишләптер, кәләшенең күҙ ҡарашын иҫенә төшөрә алмай. Уның күҙҙәре ниндәй төҫтә әле?! Бына мәрәкә, ғүмер буйы алдыңда йөрөгән, ҡосағыңда иркәләнгән хәләлеңдең күҙҙәре ниндәй төҫтә икәне хәтерҙә түгелсе! Аҡланырлыҡ сәбәбе лә бар инде, тип йыуатты үҙен Морат. Күҙгә-күҙ текләшеп ултырыр саҡ түгел, уйында гел эш булды, һөйөклө ҡатыны менән ҡыҙы өсөн тырышты. Эш тип әйтеүе генә анһат, юҡ нәмәһен бар итеп, ҡырып-сырып тигәндәй башлап ебәрҙе, йоҡоһо йоҡо, ашы аш булманы. Күсәр майланып, тәгәрмәс шыма тәгәрәй башлағас ҡына рәхәткә сыҡтылар. Унда ла әле тынғы юҡ, йә тегенән, йә бынан тикшереү килеп төшә, юҡ сәбәпте бар итеп сей эҙләйҙәр. Тырнаҡ аҫтынан, бигерәк тә эшләгән кешенең тырнағы аҫтынан кер сыҡмаймы һуң?! Табалар, ҡайырып аҡсаһын да алалар. Әрәмтамаҡтар баҫты донъяны!

Ер бик түбәндә ҡалды. Ах, ниндәй ҡәҙерле һин, Ер! Табандарың ғәзиз тупраҡтан айырылғас ҡына аңлайһыңдыр уның ҡәҙерен! Бына Морат япа-яңғыҙы донъя өҫтөндә аҫылынып тора. Сикһеҙ күк йөҙөндә япа-яңғыҙы! Үкереп илаһаң да бер кем күрмәҫ, ярҙам һорап ҡысҡырһаң да бер кем ишетмәҫ. Бәлки... Бәлки, Аллаһ ишетер?! Өләсәһе ғүмере буйына шул күҙгә күренмәгән, тауыш-өнө сыҡмаған илаһҡа табынып, доға ҡылып йәшәне. “Балаҡайым, Аллаһ Тәғәлә күреп тора, аслан хилаф эш ҡылма!” – ти торғайны ул. Кешегә күренмәйсә, йәшенеп кенә ниңә күҙәтә икән ул Аллаһ, тип аптырай ине Морат. Әле килеп Аллаһтан башҡа өмөт тотор, ярҙам һорар башҡа көс юҡлығын күңеле тоя һымаҡ. Эх, исмаһам, өләсәһе уҡыған бер доға ла хәтерендә ҡалмаған, әйләнгән һайын ҡабатлаған “бисмилла”нан башҡаны белмәй. Шулай ҙа Аллаһ Тәғәләнең сикһеҙ ҡөҙрәтенә, миһырбанлығына өмөт итеп: “Бисмилла, бисмилла”, – тип өҙлөкһөҙ бышылданы ул. Доға белмәүҙә үҙенең ғәйебе лә юҡ инде, ауылдарында мәсет түгел, дин тотҡан бер-ике ҡарсыҡтан башҡа, мулла ла булманы. Мәктәптә уҡыған саҡта, Алла юҡ, дин – ул хөрәфәт, тип тылҡынылар. Хәҙер генә ул күпме ауылдарҙа мәсет төҙөп ултырттылар, ләкин унда йөрөгән кеше бармаҡ менән һанарлыҡ. Ҡайһы бер инәйҙәр яулыҡ ябынып, онотҡанда бер мәсеткә барып, Аллаһты иҫтәренә төшөрөп алған була. Моратҡа был күренеш бер мода һымаҡ тойола. Ниңәлер йәштәр эйәрмәй был модаға, әгәр “йыртыҡ ыштан” йә “сәс тырпайтыу” кеүек нәмә булһа, аңра һарыҡ ише бер-береһен уҙҙырып ебәрәләр.

Уңарсы булмай шөҡәтһеҙ ҡара болоттар тотош күк йөҙөн ҡапланы, донъя ҡараңғылыҡҡа сорналды. Морат өшөй башланы һәм кәрзин төбөнә бөгәрләнеп ултырҙы. Бая тоноҡ ҡына яңғыраған гөрһөлдәү тауыштары яҡынайғандан-яҡыная барып, тирә-яҡта утлы уҡтар уйнарға тотондо. Бөттө былай булғас!.. Ай, бәхетһеҙ баш!.. Сәскәләй ҡыҙы йәл! Атайым нишләп һаман ҡайтмай, тип әсәһенең тәҡәтен ҡороталыр инде. Ҡайҙан белһен ти ул, атаһының ҡот осҡос йәшендәр уйнаған күк йөҙөндә аҫылынып торғанын...

И, меҫкен Әҙәм балаһы! Табандары тупраҡҡа баҫыу менән ҡараштарын күккә сөйөп, әллә ниндәй бейеклектәр тураһында хыяллана. Ошо һалҡын һәм йәшендәр ялтлаған сикһеҙлектән бәхет эҙләй. Кеше үҙ бәхетен тапап йөрөгәнен аңламай, күрәһең! Аңланы Морат, тик һуң аңланы – ана, уның бәхете түбәндә, аяҡ аҫтында йәйерәп ята...

Мораттың күҙҙәренә йәш төйөлдө: “Эй, Аллам, балам хаҡына, кәләшем хаҡына имен генә еремә төшөрһәңсе! Миңә башҡа бер ни ҙә кәрәк түгел, кәләшем менән ҡыҙымдан ғына айырма, зинһар!” – тип һөйләнде ул. Баш осонда тегеләй-былай сайҡалған шарға шомланып ҡараны: әгәр йәшен уғы эләкһә, уйлауы ла ҡурҡыныс... Ни эшләргә икән? Һе, нимә эшләй алаһың, ултыраһың инде йәнеңде усыңа ҡыҫып!

Байтаҡ ваҡыт үтте, ғәрәсәт нисек башланған шулай ҡапыл ғына ҡайҙалыр китеп олаҡты. Көнбайышта, Морат менән бәхилләшкәндәй, байып барған ҡояш һүрән нурҙарын һибә: “Был беҙҙең һуңғы күрешеүебеҙ, бәхил бул, Морат! И, бахыр йән, йәшәп тә өлгөрмәнең бит, эт урынына саптың да, саптың. Нимә етмәй ине һиңә? Исмаһам, ҡыҙыңды ла кинәнгәнсе иркәләп ҡала алманың! Ә ҡатыныңдың ирендәрен ҡасан үпкәнеңде лә хәтерләмәйһеңдер әле!” – тиме икән?!

Аҫта ла, баш осонда ла йондоҙҙар тоҡанды. Түбәндә емелдәшкән йондоҙҙар араһында Морат ҡабыҙғаны ла баҙлайҙыр. Был мәлдә ҡатыны, уны көтөп, күктәге йондоҙҙарға ҡарап ултыралыр, бәлки. Ҡыҙы татлы йоҡоға киткәндер, төшөндә уны күрәлер, бәлки...

Бейеклек... Һалҡын... Һауа етмәй бында... Мораттың башы әйләнде, күҙҙәре йомолдо...

... Ҡапыл ҡаты бәрелеүҙән Морат аңына килеп, күҙҙәрен асты. Бәй, уның кәрзине ер өҫтөнән һөрәтелеп бара лабаһа! Ул тиҙ генә тороп, кәрзин тотҡонлоғонан ҡотолорға теләп, һикереп төштө. Талғын ғына иҫкән ел ыңғайына соҡор-саҡырға бәрелә-һуғыла алыҫлашҡан кәрзингә иғтибар итмәй, йөҙтүбән ергә ҡапланды. Буҫығып оҙаҡ иланы ул, ҡатҡан ирендәре: “Ерем!.. Еркәйем!” – тип бышылданы.

Мораттың шары тыуған ауылынан илле саҡрым самаһы ятҡан Ҡайынлы ауылы янындағы яланға төшкәйне. Юлында осраған машинаға эләгеп, өйөнә тиҙ ҡайтып етте. Ишектән инеү менән, “Атай!” тип ҡаршыһына йүгереп килгән ҡыҙын күтәреп алды, йылмайып торған ҡатыны янына барып, күҙҙәренә текләне: күк йөҙө төҫөндә икән һөйгәненең күҙҙәре! Морат уларҙы, ҡуйынымдан ысҡынып ҡуймаһындар, тигәндәй, ҡыҫып-ҡыҫып ҡосаҡланы...

Автор:
Читайте нас: