Тулҡынландырғыс сараларҙа район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Миңлеғәле улы Сәйфуллин, Башҡортостан Республикаһы башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығы кәңәшсеһе Рөстәм Сәлим улы Баянов, башҡорт ырыуҙары советы Президиумы етәксеһе Вельмир Хәбибрахман улы Аҙнаев, Ҡыпсаҡ ырыуы башлығы, тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Көнсығыш ҡулъяҙмалары бүлеге мөдире Әхәт Ғөбәй улы Сәлихов; Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы баш белгесе Ләйсән Фларит ҡыҙы Рабаҙанова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы юрисы Альбина Нурғәле ҡыҙы Дәүләтбаева, Башҡортостан Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең өлкән ғилми хеҙмәткәре Юлай Вәли улы Псәнчин кеүек хөрмәтле ҡунаҡтарҙың ҡатнашыуы уларға тағы ла мәртәбә өҫтәне.
Башҡорт атлылары элек-электән үҙенең аяуһыҙ көсө, батырлығы менән айырылып торған. Заманында, 1812 йылда, француздарҙы баш эйҙереп, Парижға тиклем барып етһә, дәһшәтле 40-сыларҙа фашистарҙы тар-мар итеп Берлинғаса етеп, Бөйөк Еңеү таңын ҡойоуға үҙ өлөшөн тос индергән.
Тантана алдынан тыуған илебеҙҙең азатлығы өсөн ғүмерен аямай изге яу ҡырҙарында ятып ҡалған, тарих биттәренә батырлыҡ өлгөһө булып мәңгелеккә яҡты эҙен һыҙған яугир-яҡташтарыбыҙҙың рухына бағышлап Ишмырҙа мулла аят уҡып ишеттерҙе.
- Халҡыбыҙҙың меңәр йыллыҡ тарихында күпме һуғыштар булған, һәр ҡайһыһында яҡташтарыбыҙ илебеҙҙең азатлығы, именлеге өсөн батырҙарса көрәшкән, алдынғы сафта булған. 200 йыл элек беҙҙең республика ерлегенән 20-нән ашыу полк Ватан һуғышына юллана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәре кире әйләнеп ҡайтмай, яу ҡырында мәңгелеккә ятып ҡала. Улар тураһында хәтер мәңге һаҡланасаҡ. Күреүегеҙсә, бөгөн ошо стеланың асылыуы ла быға тере шаһит булып тора. Батырҙарҙың исемдәре уйылған стела киләсәк быуындарға тарихта булып үткән мөһим ваҡиғаны, башҡорт атлыларының ҡаһарманлығын хәтерләтеп, бөгөнгө матур тормоштоң, яҡты көндәрҙең ҡәҙерен белергә кәрәклекте һәр саҡ иҫкәртеп торор тип ышанам, - тип, Илнур Миңлеғәле улы тарихи факттарҙы иҫкә төшөрөп үтеп, ошо патриотик маҡсатҡа нигеҙләнгән проектты тормошҡа ашырырға ярҙам иткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына, был эштә әүҙемлек күрһәткән яҡташтарға район хакимиәте исеменән оло рәхмәтен белдерҙе.
Хөрмәтле яҡташыбыҙ Рөстәм Сәлим улы бикестәрҙе, тантанала ҡатнашҡандарҙы ихлас тәбрикләп, әлеге көндә Бикес ауылында беҙ шаһит булған ике изге проекттың да Башҡортостан республикаһы башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылыуын билдәләп үтте. Урында туған телде, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен үҫтереүгә өлөш индергән бер төркөм әүҙемдәрҙе, етәкселәрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты менән бүләкләп уҙҙы.
Башҡорт ырыуҙары советы президиумы етәксеһе Вельмир Аҙнаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының баш белгесе Нурислам Ҡалмантаев, хөрмәтле яҡташыбыҙ Әхәт Сәлихов та тарихи үткәндәргә туҡталып, Ватан азатлығы өсөн көрәшкән башҡорт атлыларының даны мәңгелек икәнен, яңы асылған стеланың быға тере миҫал булып тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Батырҙарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алғас, стеллаға сәскәләр һалынды.
Халҡыбыҙҙың данлы улы, бар ғүмерен башҡорт умартасылығын үҫтереүгә һәм башҡорт балын данлауға бағышлаған Әмир Ишемғоловтоң үҙебеҙҙең яҡташыбыҙ булыуы күңелдәрҙә ҙур ғорурлыҡ хистәре уята. Халыҡ медицинаһы һәм апитерапия республика үҙәгенә нигеҙ һалыусы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Әмир Миңләхмәт улы 200-ҙән артыҡ фәнни хеҙмәт, китап, монография, патент авторы.
Ул һуңғы йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын лайыҡлы башҡарып, мәртәбәле эштәре менән халыҡ араһында ҙур абруй һәм ихтирам яуланы.
Хөрмәтле яҡташыбыҙ иҫтәлегенә таҡтаташ асыу тантанаһында сығыш яһаусы, ғалим-ҡортсоно яҡындан белгән, бергә эшләгән мәртәбәле ҡунаҡтар – Башҡорт ырыуҙары советы президиумы етәксеһе Вельмир Хәбибрахман улы һәм Башҡортостан Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең өлкән ғилми хеҙмәткәре Юлай Псәнчин да Әмир Ишемғоловтың бар ғүмере үҙ халҡына тоғро хеҙмәт итеүгә, башҡорт балын донъя кимәлендә танытыу һәм данлау буйынса ҙур эштәргә бағышлауын, әлеге ваҡытта ла уңышлы эшләүсе республика апитерапия үҙәгенең асылыуы ла тап уның тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһе булыуын тағы ла бер ҡат иҫкә төшөрөп үтте. Шулай уҡ улар халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улына ғүмер бүләк иткән Шәүрә инәйҙе ихлас тәбрикләп, Әмир Миңләхмәт улының иҫкиткес кешелекле, кеселекле йәнле булыуын, ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә аҡсалата ярҙам күрһәтергә гел әҙер тороуын, хеҙмәттәштәрен хатта үлем тоҙағынан йолоп ҡалыуын, ғүмер баҡый ғәзиз атаһын үҙенә өлгө итеп ҡуйып ҡыйыу һүҙле,тынғыһыҙ йәнле, тырыш булыуын әйтеп үтеп, хөрмәтле яҡташыбыҙҙың тере һынын күркәм шәхес һәм ысын кеше булараҡ күҙ алдына баҫтырҙы.
Рөстәм Баянов Әмир Ишемғоловтоң халҡыбыҙҙың мәҙәниәтенә, рухи гәүһәрҙәренә лә һаҡсыл ҡарашта булыуын һәм кешеләрҙе лә халҡыбыҙҙың тарихи үткәнен, ҡомартҡыларын дөрөҫ баһаларға саҡырыуын, республикала киң билдәләнгән “Башҡорт ғаиләһе”,”Башҡорт теле” көндәренең тап уның инициативаһы менән барлыҡҡа килеүен иҫкә төшөрҙө.
Ишембай район хакимиәтенең башлығы Ишемғолов Азат Альберт улы данлыҡлы шәхестең бар туғандары, ауылдаштары исеменән өфөләргә, һөйөклө ағаһының (дядя) исемен мәңгеләштереүгә үҙ өлөшөн индереүселәргә, буран көндө ошо мәртәбәле сараға килеп хөрмәтле туғанына сикһеҙ ихтирам күрһәткән барсаһына оло рәхмәтен еткерҙе. “Арабыҙҙан китеүенә дүрт йыл үтһә лә, уның юҡлығына ышана алмайбыҙ, беҙҙең өсөн ҙур, ауыр юғалтыу булды” тип белдерҙе ул.
Әмир Миңләхмәт улының яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асыу кеүек изге миссияны башҡарыу хоҡуғы уның туғандары – Альберт менән Әлфир Ишемғоловтарға бирелде.
Эйе, хөрмәтле яҡташыбыҙ Әмир Ишемғоловтоң исеме мәңге йөрәктәрҙә һаҡланыр, данлы ҡортсо-ғалимдең күпме күҙ нурҙары, тир тамсылары түгелгән изге эштәре, хеҙмәттәре йәш быуынға тапшырылып, халҡыбыҙҙың ул-ҡыҙҙарын ҙур эштәргә әйҙәп торор!
Гөлшат ВӘЛИЕВА.
Автор һәм Наилә КУШНЕРОВА фотолары.