Төрлө дарыу, антибиотиктарға ҡарағанда йүткеректе тиҙ арала дауалаған халыҡ ысулын бала саҡтан беләм. Беҙҙе өләсәй шулай дауалай ине. Хәҙер үҙем дә.
Уртаса ҙурлыҡтағы 1 торманы (редька) алабыҙ. Кем үҙе үҫтермәгән, маркеттарҙа һәр саҡ була, хаҡы ла арзан ғына.
Яҡшылап йыуабыҙ, өҫкө өлөшөн соҡоп ҡырҡабыҙ. Уның эсенә бал, әгәр балға аллергияғыҙ булһа шәкәр һалабыҙ һәм йылы урынға ҡуябыҙ.
Шунда уҡ һуты бүленеп сыға башлай. Был сиропты 1,5-2 сәғәттән һуң ҡуллана башларға мөмкин.
Көнөнә 3-5 тапҡыр, өлкәндәргә — 1 аш ҡалағы, балаларға — 1 сәй ҡалағы эсергә.