Иң тәүҙә депутат Семен-Петровский ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты эше менән танышты. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проект буйынса ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә төҙөлгән модулле медпунктта халыҡҡа тәү ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Артабан Рәил Рамаҙан улы МХО –ла һәләк булған тәүге яҡташыбыҙ – кесе сержант Айҙар Айытҡужин уҡыған мәктәптә булды, уҡыусылар менән аралашты, мәктәп спорт залын ҡараны. Иртөбәк ауыл биләмәһе башлығы Закир Үзбәков мәктәп ҡыйығын ремонтлауҙа һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған 3 төркөм инвалидын социаль учреждениеға урынлаштырыуҙа ярҙам күрһәтеүҙәрен һораны.
Йомағужа ауылында ла депутаттан күп фатирлы йорттоң ҡыйығын киләһе йылға капиталь ремонтлау программаһына инеү шарттары буйынса мөрәжәғәт иттеләр.Ҡабул итеүгә килгән бер кеше ағас ботаҡтары кеүек баҡса ҡалдыҡтарын шәхси транспортта сүп-сар полигонына илтеп түгеү мәсьәләһе менән мөрәжәғәт итте. Был тәңгәлдә һаман да хәл ителмәгән мәсьәләләрҙең күп булыуы борсоуға һала. Депутат һәр бер яҡташын иғтибар менән тыңлап, тиҙ арала ыңғай хәл итергә булышлыҡ итергә тырышасағын белдерҙе.
Ҡабул итеү тамамланғас, “Изге подписка” гәзит-журналға яҙылыу акцияһы сиктәрендә Рәил Рамаҙан улы, район советы секретары Руслан Әхмәров һәм урындағы башлыҡ Рәшит Сабитов МХО яугирҙары ғаиләһенә район гәзитенә ярты йыллыҡ подписка бүләк итте.