Мораҙым
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Ноябрь , 11:37

Наҙыйылға шишмәһе

 Мораҡ ауыл биләмәһенә ҡараған Солтанғол ауылы ҙур түгел. Район үҙәгенән 3-4 саҡрым ғына алыҫлыҡта урынлашҡан ул. Мәктәп юҡ, балалар Мораҡҡа йөрөп уҡый.  Фельдшер –акушерлыҡ пункты, клуб эшләп килә. Магазинға ла халыҡ район үҙәгенә йөрөй. Шулай ҙа бәләкәй ауылдың үҙ ыңғай яҡтары күп. Шау-шыуҙан, ығы-зығынан азат бындағы халыҡ. Үҙ яйына мал көтөп, баҡса үҫтереп, ҡош-ҡорт аҫрап ғәҙәти донъя көтә. Ирҙәр күбеһенсә себерҙә эшләй. Ошо бәләкәй генә ауылда халыҡ матур итеп йәшәргә тырыша. Күркәм йорттар һалып инәләр, һәр йортта еңел машина, мал тотҡандарҙың да бесән әҙерләүгә үҙ техникаһы бар. Бына ошо ауыл уртаһында бәләкәй генә инеш аға. Өлкәндәр һөйләүенсә, элек халыҡ ошо шишмәнән һыу алыр булған. Әсәй –өләсәйҙәре ҡулланған шишмәне күптән төҙөкләндереп ҡуйырға хыялланған Солтанғол ауылы халҡы быйыл был изге эште Мораҡ ауыл советы ярҙамы менән атҡарып та сыҡты.

Наҙыйылға шишмәһе
Наҙыйылға шишмәһе

Зилә Сәйетғәлиева:

- Наҙыйылға шишмәһе халыҡ өсөн бигерәк тә кәрәкле сығанаҡ. Бында беҙҙең ауыл халҡы ғына түгел, күрше-тирә ауылдарҙан да, район үҙәгенән дә һыуға киләләр. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҙа ошо тәмле, саф һыулы шишмә һыуын эсеп көн күргән. Һыу башы бер ҡасан да ташландыҡ хәлдә булманы. Уны гел таҙартып, тәрбиәләп торҙолар. Мораҡ ауыл хакимиәте башлығы Динис Айытҡолов ошо инеште төҙөкләндерәбеҙ тигәс, бөтә ауыл менән ҡыуанып ризалаштыҡ. Исемен дә бергәләп һайланыҡ. Уны төҙөкләндереүҙә ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт. Ауылыбыҙ гөрләп торһон, шишмә һыуы мул булһын, - ти ул.

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: