Мораҙым
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Ноябрь , 11:51

Күңелдәрҙә ҡояш балҡыта әҙибәләр

Ижади мөхит  Үткән аҙнала район үҙәк китапханаһында яҡташтарыбыҙ, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Булат Рафиҡов һәм Фәтҡулла Комиссаров исемендәге премиялар лауреаты, “Мәләүез таңдары” әҙәби берекмә етәксеһе, шағирә Мәрйәм Тимерхан ҡыҙы Күсмәева менән Федоровка районы Балыҡлыбаш ауылында йәшәгән Моҡас ауылы ҡыҙы, шағирә, биш шиғри йыйынтыҡ авторы Гөлкәй  Шәүкәт ҡыҙы Исмәғилеваларҙың яңы китаптары донъя күреү айҡанлы ижади осрашыу булды.  Сарала Стәрлетамаҡ яҙыусылар берлеге етәксеһе, шағирә һәм журналист, БР һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы Римма Ғәлимова, Федоровка районының Юлдаш ауыл клубы мөдире, һәүәҫкәр йырсы Филүс Юлдашбаев, шағирәләрҙең ауылдаштары, уҡыусылары, ижадтар дуҫтары, китапханасылар ҡатнашты.

Күңелдәрҙә ҡояш балҡыта әҙибәләр
Күңелдәрҙә ҡояш балҡыта әҙибәләр

Мәрйәм Тимерхан ҡыҙы 1952 йылда Хоҙайбирҙин ауылында уҡытыусы ғаиләһендә донъяға килә. Балалыҡ, үҫмерлек йылдары атаһының тыуған яғы - Мәләүез ерендә үтә. Ижадында биләп торған төп тема – тыуған яҡ, ил, тел, милләт яҙмышы, тәбиғәт байлығы, ер-һыуыбыҙҙы һаҡлау, тереклекте яҡлау.

- Яҙмыш ҡушыуы буйынсалыр, атайым - Күсмәев Тимерхан Яҡуп улы (Мәләүез районы Ерек ауылы) менән әсәйем Вафиева Миңлегөл Фазулла ҡыҙы Мораҡ педучилищеһында бергә уҡыйҙар. Әсәйем Ураҡай ауылы ҡыҙы. Уҡып бөтөүгә ғаилә ҡоралар, уларҙы Хоҙайбирҙин мәктәбенә эшкә ебәрәләр һәм 1952 йылдың 1 ғинуарында ошо ауылда мин донъяға килгәнмен.

 Клубта йәштәр менән уйын ойоштороп йөрөгән атайым, һөйләүе буйынса, Яппаровтың (силсәүитме, колхоз рәйесеме) ҡарайғырын егеп,күрше Ялсы ауылынан фельдшер Любаны (аҙаҡ Әмирова була) алып килә. Кендек инәм ул булған. Байтаҡ йылдар үткәс,инәйҙе табып, бүләгем, күстәнәсемде биреп өлгөрҙөм.

 Атайым данлы ерҙә - Шәһит Хоҙайбирҙин ауылында тыуыуым тураһында ғорурланып һөйләр ине.  “Керәүле ҡыҙы бит һин!”тиер ине.

 Бәләкәйҙән тәбиғәтте яраттым, китап культы мөхитендә үҫтем. Өй һалып сыҡҡас, иң тәүге йыһаз итеп, атайым китап кәштәһе алып ҡайтты. Тиҫтәләгән баҫма  матбуғат, китаптар алдырҙылар. “Ағиҙел”де яраттылар. Мин дә “Ағиҙел”де бер ҡалдырмайса йыл да яҙылам. Әсәйем йыш ҡабатлар ине: “Горькийҙан “Һин байып китһәң, нишләр инең?” – тип һорағандар икән, “Мин китап алыр инем!” – ти яуап биргән ул”.

 Ошо минең күңелемдә уйылып ҡалды һәм мин хәҙер ҙә хатта һуңғы аҡсама булһа ла, китап алам. Бар байлығым – китап.

 Әсәйемдең бишек йырҙары ла, шиғырҙар уҡыуы ла мөһим роль уйнағандыр – 8 йәштә тәүге шиғырымды яҙҙым.Сана шыуып арып, йондоҙло күккә ҡарап ятҡанда тыуҙы ул шиғыр. Аҙаҡ “Башҡортостан пионеры” гәзитендә лә баҫылғас, түбәм күккә тейҙе.

Ысынлап та, ижадсы өсөн мөхит үтә лә мөһим. Булат ағай Рафиҡов “Ағиҙел”дә шиғырҙарымды даими баҫтырҙы, күберәк яҙышырға кәрәклеген иҫкәртеп торҙо. Ижадсыларға ҡарата бик иғтибарлы ине ул. Хәҙер инде Булат Рафиҡов исемендәге әҙәби премия лауреаты буыңлыуым менән сикһеҙ ғорурланам.

 2002 йылда ҙур һөйөнөс булып, “Китап” нәшриәтендә “Айҙың тулған мәле” исемле тәүге шиғыр йыйынтығы донъя күрҙе. Ифрат шатландым.  Боҙ йырылды һәм 2003 йылда үҙнәшер юлы менән “Алтынташ”, 2007 йылда “Күңел ҡәғбәһе”н сығарҙым. Ә 2009 йылда Өфөлә ҡалын ғына “Алсаҡ таңдар иле” китабым баҫылды.

Гөрләтеп уның исем туйын үткәрҙек, 2010 йылда Яҙыусылар союзы ағзаһы булдым. Ҡалған ике китабым  2016 йылда донъя күрҙе. “Здесь мой отчий дом” урыҫ телендәге шиғырҙарымдан торһа, “Әүлиәләр төбәге” Шәмиғол хәлфә менән имсе Гөлбаныу инәй тураһында халыҡта һаҡланған хәтирәләрҙән төҙөлдө. Бәләкәй генә тираж менән яҡташтар ярҙамында сыҡты ул. “Көҙгө ҡояш” тигән китабым иһә сираттағы ижад емеше. Киләсәктә тағы ла китаптар булыр тип өмөт итәм, һаулыҡ ҡына булһын. Ә шиғырҙар иһә төндә лә тыуа, таңда ла тыуа тигәндәй, шөкөр, илһам ҡошо менән бер тулҡындабыҙ. Хикәйәгә тотоноуҙың иһә үҙ сәбәбе: шиғриәткә һыйып етмәгән уй-кисерештәр, хәл-ваҡиғалар мине хикәйә аша асылырға этәрҙе,- ти әҙибә ижад юлдарын байҡап.

 Уның "Көҙгө ҡояш" исемле китабында төрлө йылдарҙа яҙған хикәйәләре тупланған. Үҙ заманының әүҙем кешеһе, бөгөнгө тормоштоң төрлө күренештәренә иғтибарлылығын, борсоулы уйҙарын геройҙарының кисерештәре, башҡарған эштәре аша уҡыусы күңеленә үтеп инерлек итеп һүрәтләй. Уның бөтә хикәйәләре лә уйландыра, яҡтылыҡҡа, күңел сафлығына өндәй, төплө тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Әҫәрҙәре тәрән мәғәнәле, ә уҡыуға еңел, үҙ артынан эйәртеп алып, ысынбарлыҡтағы ваҡиғаларҙа ҡатнаштырып, геройҙар менән бергә шатландыра, бошондора, уйландыра, үҙенсәлекле һығымталар яһата.

 Ижади осрашыуға сәбәпсе булған икенсе автор – шағирә Гөлкәй Исмәғилеваның “Мин – Ер ҡыҙы” тип аталған шиғырҙар йыйынтығының исем туйы Федоровка ерендә сентябрҙә үк үткәйне. Был сара тураһында “Мораҙым” гәзитендә ҙур мәҡәлә лә донъя күрҙе.

 Яҡташтары менән осрашыуға ла ҙур теләк менән килде.

 - Бала сағым үткән йәмле Эйек буйҙарына һәр ваҡыт ашҡынып ҡайтам. Бөгөнгө осрашыуға ла ашҡынып, хатта бер аҙ тулҡынланып ҡайттым. Яҡташтарым алдында үҙенә күрә бер һынау тотоу итеп ҡабул итәм. Минең ижадымды баһалағанығыҙ өсөн рәхмәт.

Еңел булмаған заманда йәшәйбеҙ, кешелек һүҙгә үтә лә мохтаж. Ошо рухи ихтыяжыбыҙҙы әҙиптәр һүҙе тулыландыра, тип әйтер инем. Ә беҙ бала саҡта рухи ихтыяжыбыҙ өләсәй-ҡәртәсәйҙәрҙең әкиәттәре, риүәйәттәре, йомаҡтары ҡәнәғәтләндерҙе. Тотош хазина эстәп үҫеүебеҙ менән бәхетлебеҙ. Һәм ошо бәхетте хәҙер үҙебеҙ ҙә ейәндәргә, ейәнсәрҙәргә бирергә тырышабыҙ, - ти Гөлкәй Шәүкәт ҡыҙы.

 Яҡташтарыбыҙҙың ижади дуҫы, ҡәләмдәше шағирә Римма Ғәлимованың сығышы иһә күптәрҙең йөрәгендә ысын мәғәнәһендә төплө урын биләп ҡалғандыр тиһәк тә, арттырыу булмаҫ. Үҙенең алсаҡлығы, ихласлығы менән тамашасыларҙы арбаған әҙәбиәгә үҙенсәлекле һорауҙар ҙа күп булды. Уҡыусыларын ихтирам иткән шағирә зиннәтле хис-тойғолары, донъяға ҡарашы, шиғриәт тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты, шиғырҙарын уҡыны, ҡәләмдәштәренә илһамлы ижад теләне.

 Әҙибәләрҙе тәбрикләргә Ялсы ауыл биләмәһенән дә килделәр.

 - Данлыҡлы Хоҙайбирҙин ерендә тыуып үҫкән яҡташыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Керәүле һыуын эсеп үҫкән Мәрйәм апай оло әҙәбиәт донъяһына тәү башлап аяҡ баҫҡанда ла, моғайын, илһам сығанағы булып торған тыуған яғына  рәхмәтле булғандыр. Быға иманым камил. Уның һәр шиғырында, һәр хикәйәһендә нәҡ ошо төбәктең кешеләренә дан йырлана, тыуып үҫкән ғәзиз ерҙәренең матурлығы һүрәтләнә, - тип Ялсы ауыл китапханаһы хеҙмәткәр Айгөл Юдаева Мәрйәм Күсмәеваға хоҙайбирҙиндарҙың ҡайнар сәләмдәрен күндерҙе, әҙибәгә ижады өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

 Исем ауылының “Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе Люциә Яҡупова ла ҡунаҡтарҙы яңы китаптары менән ҡотлап, мәктәп йылдары хәтирәләре менән уртаҡлашты:

 - Гөлкәй Шәүкәт ҡыҙын мин мәктәп йылдарынан беләм. Беҙ уҡығанда Санъяпта практика үткәйне. Уның ҡул аҫтында уҡыу бәхете лә тейҙе. Ауыл осонда ғына йәшәне. Беҙ, уҡыусылар,   “матур апай” тип атлығып торҙоҡ. Мәктәпкә килә ятһа, йүгереп ҡаршы барабыҙ, ҡулынан китаптарын, сумкаһын алып, тотошоп киләбеҙ. Шул йылдарҙан уҡ күңелемдә уға ҡарата һоҡланыу хистәре йәшәй. Гөлкәй апайҙың да, Мәрйәм Тимерхан ҡыҙының да ижад емештәре менән даими ҡыҙыҡһынып, шиғырҙарын, хикәйәләрен яратып уҡып барам. Улар күптән үҙ уҡыусыһын тапҡан, үҙ ижади мөхитен булдырған әҙибәләр. Киләсәктә лә әҙәбиәт донъяһын балҡытҡан ҡояш булып ҡалыуҙарын теләйек, - тине ул.

 “Мораҙым” гәзитенең баш мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Розалия Исҡужина яҡташтарыбыҙға гәзит уҡыусылар исеменән рәхмәт һүҙҙәрен әйтте. Мәрйәм Күсмәева ла, Гөлкәй Исмәғилева ла беҙҙең даими авторҙарыбыҙ. Уларҙың шиғырҙары, хикәйәләре “Сәсмәүер”, “Илһамиәт” рубрикаларында йыш донъя күрә. Яҡташтарыбыҙ менән йөкмәткеле әңгәмәләр ҙә уҡыусылар күңеленә хуш килде.

Федоровка районынан килгән ҡунағыбыҙ Филүс Юлдашбаев йырҙары менән тамашасы күңелен яулаһа,  Тәүәкән ауыл китапханаһы хеҙмәткәре Ләлә Сәйетбатталова Мәрйәм Күсмәеваның һуғыш йылдарындағы ҡатын-ҡыҙ яҙмышы тураһындағы шиғырын яттан һөйләп ишеттерҙе; Мәҡсүт ауылынан күп функциялы ауыл клубы мөдире Резеда Ҡотлобаева, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рим Әбүбәкиров, китапханасы Айгөл  Килмөхәмәтова сараны моңло йырҙары менән биҙәне, ә сараны йөкмәткеле, йәнле итеп алып барыу йәш шағир, һәүәҫкәр йырсы Руслан Абдуллин өлөшөнә тейҙе.

 Сара тамамланғас та, тамашасылар таралышырға ашыҡманы. Ҡунаҡтар менән иҫтәлеккә фотоға төшөп, авторграфлы китаптарын алдылар, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙеләр, рәхмәт һүҙҙәрен әйттеләр.

 

 Мәрйәм Күсмәева, шағирә:

- Был осрашыуҙы күптән үткәрергә ниәтләгән инек. Көн матур булһын ине тип теләгәйнем, шөкөр, тап шулай булды ла: көҙгө йонсоулыҡ таралып, ҡояш балҡыны. Ойоштороусыларҙың сараны “Көҙгө балҡыш” тип атауҙары ла мәғәнәүи яҡтан әһәмиәтле. Гөлкәй Шәүкәт ҡыҙы ла, мин дә ғүмер көҙөнә ингән мәлебеҙ. Ижади йәһәттән дә мул уңыштарыбыҙ, уҡыусыларыбыҙға әйтер һүҙебеҙ бар. Ижадыңды хөрмәт иткән, баһалаған уҡыусы менән күҙмә-күҙ һөйләшеү яҙыусы өсөн ысын мәғәнәһендә хазина.

 Яҡташтарымдың саҡырыуын ихлас ҡабул итеп, ҡыуанып ҡайттым. Киләсәктә лә бергә булырға яҙһын, осрашыуҙар күп булһын.

 

 

 

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: