Мораҙым
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Ноябрь , 10:30

Офоҡтағы йондоҙ яҡтыһы

Туй ҡыҙған ғына мәлдә, теге саҡтағылай, ишек асылып китте лә, аҡ ағымға эйәреп, Рәйлә пәйҙә булды: үҙгәргән дә һымаҡ, тағы ла һылыулана төшкән, юҡ, үҙгәрмәгән, элекке Рәйлә, хатта керпектәренә, сәстәренә ҡунған ҡарҙар ҙа, армияға китерҙән алдағы осрашыуҙан иремәй ҡалып, элекке сафлыҡты һаҡлайҙар төҫлө.Гөж килгән туй тынып ҡалды, шылт иткән тауыш та ишетелмәй. Ул башлығын, өҫтөндәге пальтоһын атып бәрҙе:– Уйнағыҙ, бейеү көйөн, бейегем килә.Эй шашып бейене лә һуң шул саҡта, тыпырҙауҙары, аҡҡоштай йөҙөүҙәре әле лә күҙ алдымда. Шунан миңә өндәште:– Әсғәт, ҡой әле араҡы, эскем, иҫергем килә!Рюмканың төбөнә араҡы тамыҙҙым.– Нимә, һинең бәхетең шулай ярты-йортомо? Тултырғансы, мөлдөрәмә булғансы ҡой!Тағы ла бөтөргәнсе түңкәрҙе. Араҡыны ауыҙына ла алмаған Рәйләнең эскәнен ике тапҡыр күрҙем шулай. Ул кинәт ҡулындағы һауытты иҙәнгә сәсрәткәнсе бәрҙе. Беҙҙең бәхет, ваҡ киҫәктәргә онталып, тырым-тырағай остомо ни!

Хәйҙәр Тапаҡов
Офоҡтағы йондоҙ яҡтыһы (хикәйә)

Һиҫкәндереп тумбочка өҫтөнә ҡуйылған телефон шылтыраны.Трубкала хирургия бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләүсе Фәриҙәнең тулҡынланған тауышы ишетелде:
– Хәмит ағай, тиҙ генә отделениеға күтәрелегеҙ әле, ауылдан ауырыу ҡатынды килтерҙеләр.
– Кем алып килгән?
– Осраҡлы ылау менән. Күршеләре. Фельдшерға ла күрһәтеп тормағандар. Ихатаһында иҫтән яҙып йығылған,бисара.
– Температураһы бармы?
– Тәне боҙҙай һалҡын.
– Ҡан баҫымы нисек?
– Ныҡ түбән.
– Хәҙер. – Сәғәтемә ҡараным. Йәйге эңер яңы төшһә лә, төн уртаһы ауып килә икән дә баһа. «Башлана… Бөгөнгө дежурство тыныс ҡына үтә икән, тиһәм…».
Процедура кабинетына индем.
Ауырыу кушеткаға һуҙылып ятҡан, ҡулдары күкрәк тәңгәлендә ҡаушырыулы, күҙҙәре йомоҡ, һулыш алғанлығы һиҙелмәй ҙә, һурынҡы яңаҡлы биттәрендә ҡан әҫәре юҡ, ут яҡтыһында балауыҙҙай ҡатҡан йөҙ, ҡураныс кәүҙә мәйетте лә хәтерләтеп ҡуя хатта.
Ултырғыс тартып тегенең янына ултырҙым да һалҡын беләкте усыма йомарланым, һиҙелер-һиҙелмәҫ һуҡҡан пульсты эҙләп таптым.
Ошоғаса ҡымшанмай ятҡан ҡатын күҙҙәрен асты, әкрен генә боролоп миңә ҡараны ла күкһелләнеп ҡымтылған ирендәрен һиҙелер-һиҙелмәҫ ҡыбырлатып хәлһеҙ тауыш менән шыбырҙаны.
– Иҫәнмеһегеҙ…
– Беҙ иҫән дә ул, ә бына һеҙҙең хәлегеҙ нисек? Танышайыҡ, мин дежур табип Ҡоҙабаев Хәмит Хөснуллович булам. Ҡайһы ауылдан килдегеҙ, исем-фамилияғыҙҙы нисек? – Яҙырға ҡушып шәфҡәт туташына ымланым.
– Сәйҙә Хәлилова, күрше Ташлы ауылынан…
– Ҡайһы ерегеҙ ауырта?
– Эсемдең аҫҡы яғы… Хәлем бөтә, башым әйләнә…
– Ҡасан ауырып киттегеҙ?
– Кис көтөүҙән ҡайтҡан һыйырҙы һауырға эйелгән ерҙә йығылдым, саҡ өйгә индереп һалғандар.
– Ауырлы инегеҙме?
– Иҫәпкә торорға йыйынып йөрөй инем…
«Пульс көсһөҙ, һүлпән…»
– Килгәндә ҡан баҫымы нисек ине?
– Йөҙгә һикһән, – тине шәфҡәт туташы.
«Тағы ла түбәнәйә төшкән… Тимәк, эскә ҡан китә…».
Ҡорһаҡты ҡапшап тикшереүем дә шуны асыҡлағандай итте.
– Кордиамин, викасол, система… – теҙеп алып киттем. – Хәҙер үк ҡандың группаһын билдәләгеҙ, ун биш минут һайын, ҡандың баҫымын үлсәп, миңә хәбәр итегеҙ. – Ауырыуҙы тынысландыра һалдым. – Ә һеҙ бына ошолай ятып тороғоҙ, бөтәһе лә һәйбәт бөтөр. Иң мөһиме – килтереп өлгөргәндәр.
Фәриҙә, артымдан ҡалмай эйәреп, ординаторҙар бүлмәһенә инде:
– Хәмит Хөснуллович, диагноз…
– Башланғыс диагноз – эскә ҡан китеү. Хәлилова ысынлап та ауырлы булғандыр, тик яралғы аналыҡта түгел, аналыҡ торбаһында үҫешкән һәм уны ярған. Кисекмәҫтән операция кәрәк һәм уның уңышы беҙҙең етеҙ эш итеүебеҙгә бәйле. Иртәгә һуң булыуы ихтимал.
Операция группаһын йыйырға ашығыс ярҙам машинаһын ебәрҙем дә ҡан тапшырыу станцияһына шылтыраттым:
– Ало, Ҡоҙабаев! Һеңлем, кисекмәҫтән беренсе группа ҡан кәрәк, ауырыуҙы операцияға әҙерләйбеҙ.
– Хәмит Хөснуллович, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һеҙ һораған ҡан ҡалманы, кисәге операцияға алып бөттөләр. Башҡа группалар бар.
– Бер флакон да юҡмы ни? – тип ҡабатлап һораным. – Бәлки, ҡалғандыр…
– Алдашып, һатыулашып ултырырға мин баҙарҙалыр шул, – тигән үпкәләүле тауыш ишетелде.
– Аңлашылды… Шулай ҙа әҙерләнеп тороғоҙ әле, бәлки берәй тапшырыусы та-былыр.
– Төн уртаһындамы?
– Шайтан ғына өмөтһөҙ, тиҙәр бит… Әҙер тороғоҙ… Тағы, уның ҡан группаһы беренсе генә түгел, бик һирәк осрай торғаны – резус кире…
– Резус отрицательный? - Теге оста аңлап етмәгәндәй руссалап һоранылар. – Белмәйем, ундайҙы иртәгә Өфөнән һорарға тура киләсәк…
– Иртәгә, иртәгә! Иртәгә ни булырын кем белә?! Ярай, көтөгөҙ! – Килеп тыуған хәлдән ярһығанлыҡтан ярайһы уҡ тупаҫ яуапланым да асыу менән телефон труб-каһын ырғыттым.
Өҫтәлгә терһәкләнеп, сикәләремде ҡушусланым: «Эштәр хөрт… Бәлә өҫтөнә бәлә… Ундай группаны, йәнә резус кирене ете төн уртаһында ҡайҙан тапмаҡ? Баштан уҡ кирегә һапланырмы икән ни был эш… Ошо мәлдә ауырыуҙың эсенә ҡан тамсылап һарҡалыр… Уны бында килтергәнсе, кәм тигәндә ике сәғәт тирәһе ваҡыт үткән, сәғәтенә ике йөҙ грамм ҡан киткән хәлдә лә, дүрт йөҙ грамм… Әле күпме юғалтасаҡ әле…».
– Мөмкинме? Һаумыһығыҙ…
Көтөлмәгән өндәшеүгә тертләп киттем. Ишек төбөнә таныш түгел ҡатын инеп баҫҡан икән.
– Ә-ә-ә, һаумыһығыҙ… Үтегеҙ… – Тарҡау яуапланым.
Ҡатын утыҙ йәштәр тирәһендәлер. Өҫтөнә кейгән кейеме ыҡсым кәүҙәһенә һылашып, килешеп тора. Һылыу, һөйкөмлө йөҙөндә сама белеп һалынған биҙәнеү эҙҙәре төҫмөрләнә. Ҡыҫҡа итеп киҫтерелгән сәстәре, нәфис муйыны, аҡҡош ҡанатын хәтерләткән ҡулдары, аҡ блузкаһы ҡыҫып белендергән тығыҙ, йоморосай түштәре, джинсы салбарҙы кипсәлдергән тығыҙ балтырҙары, һығылмалы билгә ялғанып, ниндәйҙер, ғәҙәти ҡатын-ҡыҙҙа булмаған илаһи һынды тәшкил итә.
Терәлеп ҡарауҙы күтәрә алмаған ҡатындың йөҙөнә ҡуйы ҡыҙыллыҡ йүгерҙе. Ул ҡарашын иҙәнгә күсерҙе.
– Тыңлайым һеҙҙе, – тинем уңайһыҙ тынлыҡты боҙоп. Ҡатын үтә лә таныш тойолдо миңә, уны телевизорҙағы тапшырыуҙамы әллә сәхнәләме күрҙем дә шикелле, тик иҫләй генә алманым.
Быны инеүсе лә тойомланы шикелле, аңлата һалды:
– Эйе, мин артистка. Ялға ҡайтҡайным ауылға… Сәйҙә Хәлилованың хәле нисек? Атайымдарҙың йорто уларҙан өс-дүрт өй аша ғына, Ул ҡапыл иҫһеҙ йығылған, тип ишетеп килдем.
– Әле ауырыу ҡабул итеү бүлмәһендә. Операцияға әҙерләйбеҙ. Хәле… уртаса, аныҡ ҡына итеп бер ни ҙә әйтеп булмай. Иртәгә килегеҙ.
– Операция? Хәле үтә етди икән… Ниндәйерәк дарыуҙар кәрәк? Бәлки һатып алырғалыр?
– Бөтәһе лә бар. Хәйер, һеҙ хәҙер ҡайтаһығыҙ бит, Хәлилованың туғандары килһәләр яҡшы булыр ине. Әйтегеҙ, беҙгә кисекмәҫтән ҡан кәрәк.
– Ул икенсе райондан. Былай беҙҙең группалар тап килә. Тәүге улын тапҡанда ла тапшырғайным.
– Ә һеҙ беләһегеҙме, ауырыуҙың ҡаны үҙенсәлекле бит әле, һирәк осрай торғаны…
– Беләм. Әгәр шикләнһәгеҙ, һеҙҙең шарттарҙа минең ҡан группаһын ауырлыҡһыҙ асыҡларға мөмкин.
«Хоҙай Тәғәлә барыбер бар. Бына бит, әйҙәп килтергән».
– Тимәк, һеҙ ҡан тапшырырға ризаһығыҙ?
– Күпме кәрәк – шул тиклем алығыҙ.
– Саманан аштырмайбыҙ инде уныһын. – Йәнләнеп киттем. – Һеҙ хәҙер ҡан тапшырыу станцияһына барығыҙ. Унда көтәләр. Станция эргәлә генә. – Тороп, тәҙрә янына барҙым да аҫҡа күрһәттем. – Ана, ишеге был яҡҡа ҡараған.
Ҡатын һаубулашты ла сығыу яғына ҡарай йүнәлде.
– Ғәфү итегеҙ, һеҙ Хәлилованың кеме булаһығыҙ?
– Яҡын танышы. Сәйҙә улы өсөн борсолмаһын, Әсғәт ҡайтҡансы, Тәлғәттең янында булырмын.
Ишек ябылды. Ипле баҫҡан аяҡ тауыштары алыҫлашты.
Ҡан баҫымы тағы ла төшкәйне. Ауырыуҙың ҙур күҙҙәре ҡарағусҡылланып һүнеп барған сыраны хәтерләтә.
Пальпация ваҡытында Сәйҙә ауыртыуҙан хәлһеҙ ыңғырашты:
– Шул ерем ныҡ ауырта… Ағай, миңә операцияғамы?
– Эйе.
– Улым, Тәлғәтем, урамдан ҡайтып инмәгәйне, уйнап туя алмай йөрөгәндер. Ишетһә, нимә генә эшләр инде бәпесем, ҡартаталарына барһа ярай ҙа. Атаһы юлдан ҡайтмаған әле, ҡасан ҡайта…
– Яңы ғына һеҙҙең ауылдашығыҙ килеп китте, Тәлғәт өсөн борсолмаҫҡа ҡушты. Хәлегеҙҙе белергә теләгәйне, ваҡытһыҙыраҡ йөрөгәнгә керетмәнем.
– Кем ул?
«Бына, исмаһам, баш, исемен һораһамсы».
– Ҡаласа кейенгән сибәр ҡатын.
– Рәйлә ҡайтҡандыр. – Сәйҙәнең йөҙө үҙгәрешһеҙ ҡалды, хафаланманы ла, ҡыуанманы ла, моғайын, эске кисерештәрен йәшереп өйрәнгәндер, шулай ҙа керпек-тәре еңелсә дерелдәне, ауыҙы ситендәге йыйырсыҡтары тәрәнәйҙе. Бер аҙҙан ирендәр ҡабаттан ҡыймылданы. – Әсғәт, ирем, юлдан ҡайтһа, килеп етер ул. Әгәр өлгөрмәһә, тегендә, операция өҫтәлендә берәй хәл була ҡалһа, рәнйемәй, фатихаһын бирә ҡатынығыҙ, тиерһегеҙ. Нимәгә икәнен үҙе аңлар…
– Йәшәүегеҙ менән хушлашып та бөттөгөҙ түгелме? Һеҙҙеке ише операциянан аҙаҡ бер кемдең дә үлгәне юҡ әле.
– Минең йөрәгем шәптән түгел. Алдан әйтеп ҡуйыуым хәйерле.
Хәлилованы оҙатып, күп тә үтмәне, коридорҙа яурынына аҡ халат һалған әзмәүерҙәй кәүҙәле ир күренде:
– Мин Әсғәт Хәлилов булам.
– Хәмит Хөснуллович Ҡоҙабаев.
Ирҙең ҡулы көрәктәй ҙур, ҡыпһыуырҙай ҡаты ине, еңел эшкә күнеккән бармаҡтарҙы ауырттырып ҡыҫты.
– Әйҙәгеҙ, – инеүсене артымдан эйәрттем. Бүлмәгә үтеп, өҫтәл артына ултырғас, төптәге дивандан урын күрһәттем. – Ошонда ҡулайлыраҡ булыр. Беҙгә байтаҡ ҡы-на көтөргә әле, операцияны яңыраҡ башланылар. Бынау ҡағыҙҙарға операция яһарға рөхсәтегеҙҙе белдереп, ҡултамғағыҙҙы ҡуйығыҙ. Һеҙҙе көтөп торманыҡ, мөмкин дә түгел ине.
Әсғәт, имән ботағылай ныҡ, мазут һеңеп ярғыланған бармаҡтарына авторучканы килбәтһеҙ ҡыҫтырып, күрһәтелгән урынға сыймаҡланы ла шымып ҡалды.
Уның башҡа ағзалары ла кәүҙәһе кеүек үк ҙур, килбәтһеҙ инеләр: тура, яҫы ҡаштар, ташбығыраҡ күҙҙәр, тумжыҡ танау, яҫы биттәр, дүрткелләнеп һалынған ауыр эйәк, ҡарпыш ҡолаҡтар бергә ҡушылып, йәмһеҙ, шул уҡ ваҡытта ирәбе, мәрхәмәтле йөҙҙө хасил итәләр. Бөтә булмышын йәмләгән сабыйҙарса самимилыҡ, моғайын, ҙур, һорғолт күҙҙәрҙән һирпеләлер. Улар тирә-йүнгә ышанып, бер ҡатлылыҡ менән ҡарайҙар төҫлө.
Әле лә ул миңә һораулы төбәлде:
– Һеҙгә Хәмит, тип, үҙебеҙсә өндәшһәм, килешерме? Яңылышмаһам, беҙҙең йәштәр самаһы ла бер тирәлер.
– Бара. – Ғәмһеҙ ҡул һелтәнем. – Үҙем дә семәрләп мөрәжәғәт иткәнде яратмайым.
– Тегендә индергәндә Сәйҙәнең хәле нисек ине?
– Һөйләште, ул үҙ аңында.
– Операция уңышлы үтһен инде. Ни тиһәң дә бысаҡ аҫтына ята.
– Яҡшыға юрайыҡ.
– Тартып алайыҡмы әллә?
– Тартмайым шул. Аҙна элек ташланым. Тәмәке тураһында һүҙ сыҡһа, эсемдәге шайтан ҡотора башлай.
– Тартмауығыҙға күп ваҡыт үткән икән. – Быжыр йөҙҙә һаран йылмайыу сатҡылары сағылды. – Улайһа, мин сығып төтәтеп алайым әле.
Бер аҙҙан был инеп кире урынына ялпашты. Тынлыҡ урынлашты. Әсғәт ара-тирә уфтанып ҡуя, мин дә алдымдағы ҡағыҙҙарҙы ҡыштырҙатам.
– Әллә һеҙҙе маҙаһыҙлайым инде, – тине Әсғәт, – тыштағы ултырғысҡа сығып көтәйем, булмаһа.
– Ҡамасауламайһың, – эш юҡта эш булһын тип тултырырға тотонған ҡағыҙҙар-ымды шылдырып, аҡланғандай әйттем. – Быларҙы ни иртәгә лә яҙырға мөмкин.
– Сәйҙәгә, тим, берәй ярҙам кәрәкмәйме икән? – Әсғәт һөйләшеүҙе үҙенең яғына ҡайырҙы.
– Әҙерлекһеҙ операцияны башламайҙар инде ул. Ҡан кәрәк ине лә, уныһын да һеҙҙең ауылдаш ҡатын килеп тапшырып ҡайтты.
– Кем? – Әсғәт көсөргәнеп турайҙы.
– Рәйлә, тине ҡатынығыҙ.
– Рәйлә? Ҡайтҡан… – Әсғәт, йөрәкһеп, бүлмә буйлап ары-бире йөрөп алды ла кире урынына сүкте. – Ҡайһы арала ишеткән бит әле, килеп еткән…
– Бик сибәр, һөйкөмлө ҡатын. Туғанығыҙмы?
Әсғәт, онотолғандай, бер нөктәгә төбәлгәндән һуң ғына, теш араһынан яуабын һыҡты:
– Юҡ, һабаҡташым. Бер парта артында белем алдыҡ.
Сәйҙәнең аманаты иҫкә төштө:
– Ҡатынығыҙ операцияға инерҙән алда һеҙгә еткерергә ҡушты: «Минән фатиха, Әсғәт үҙе аңлар», – тине.
– Уф, ошо бисәне, нишләп йөрәкте телгеләйҙер. Ҡасанға тиклем үҙен шулай ғәйеплегә иҫәпләр икән? Миңә унан башҡа бер кемдең дә кәрәкмәгәнлеген аңламай.
Тағы шымтайыштыҡ. Был юлы үҙем тәҡдим иттем:
– Әйҙә, төтәтеп инәйек, үлтереп тартҡы килә.

Сығып, дауахана ҡаршыһындағы бәләкәй скверҙағы ултырғысҡа ултырҙыҡ. Йәйге төндөң иң ҡуйырған мәле. Күктәге йондоҙҙар баҙыҡ емелдәшә, томанлы, үтә күренмәле таҫмалай балҡыған Ҡош Юлы күк көмбәҙенән арҡыры тартылған.
– Йондоҙ атылған һайын, бер кеше фанилыҡ менән хушлаша, имеш, тиҙәр, – тине Әсғәт, сигарет һоноп.
Күңелгә шом һалған кешене өнәп еткермәйем, шуға ризаһыҙ бүлдерҙем:
– Буш хәбәр. Әкиәт. – Шунан дорфа ҡыланыуымды йомшартып өҫтәнем. – Бала саҡта өләсәйем мейес ауыҙында ҡурмас ҡура торғайны. Бындай ят ризыҡ ылғый эләгеп бармағанлыҡтан, беҙ, еүеш танауҙар, уны уратып ултырып, сабыр ғына көтәбеҙ. Көлдөксәлә баҙрап йәйелгән ҡуҙҙар өҫтөндәге таба төбөндә бойҙай бөр-төктәре һикерешә, танауҙы аңлата алмаҫлыҡ хуш еҫ ҡытыҡлай. Рәхәт… Атылған йондоҙҙарҙы мин бейегәндәй һикерешкән бойҙай бөртөктәренә оҡшатам. Офоҡтағы йондоҙ...
– Һеҙ теге… яҙыусылар ише килештереп әйттегеҙ.
Һурылған төтөн, тын юлдарын әсеттереп, өтөп алды. Быуылып йүтәлләй башланым.
– Онотҡанһың да. Тартмаҫҡа ине. – Әсғәт дуҫтарса кәңәшен бирҙе.
– Ысынлап та, баш әйләнеп китте. Ошоно тартам да башҡаса ауыҙыма ла алмайым.
– Шулайт шу… Ыслушай, Хәмит, һиңә бер тарих һөйләйемме?
– Мәктәптә уҡығанда тарих фәнен үҙ күрә торғайным, һеҙҙең өҫтәмә мәғлүмәттәрегеҙ моғайын да зыян итмәҫ. – Шаяртып яуапланым.
– Юҡ, был айырым тарих, мөхәббәт тарихы…
– О-о-о, һеҙ мине бөтөнләй ҡыҙыҡтырмаҡсыһығыҙ. Төн оҙон, ҡабаланаһы түгел. – Ҡулдарымды ҡаушырҙым да тыңларға йыйыныуымды белдереп уның яғына ҡайырылдым.
Тәмәке ҡуҙы Әсғәттең уйсан йөҙөн яҡтыртты.
– Рәйлә менән беҙ – күрше ауылданбыҙ, ә ҡатыным Сәйҙә тураһында һүҙ аҙаҡтан. Әйттем бит инде, мәктәпте бөтөргәнсе, бер парта артында ултырып уҡыныҡ. Башта айырылғыһыҙ дуҫтар булдыҡ: мәктәптән Рәйләнең сумкаһын күтәреп алып ҡайтам, ҡайтҡас та, малайҙар, өйкөлөшөп, – бер яҡта, мин Рәйлә менән уйнайым. Үҫмерлек осоронда аралар йырағайғандай итте. Сәбәбе, ни тиһәң дә, егет ҡорона индем, ә Рәйлә әрпеш өйрәк бәпкәһенән һушты алырҙай һылыу аҡҡошҡа әүерелде. Ул нисек кенә ылығып бармаһын, тупаҫ ҡыланып, уны үҙемдән биҙҙерҙем, сөнки Рәйлә ауылдың берҙән-бер һылыуы, ә мине Хоҙай Тәғәлә, әйтерһең дә, ҡалдыҡ-боҫтоҡтарҙан ҡоршаған, әүәләгән. Бер һүҙ менән әйткәндә, Рәйләгә илереп ғашиҡ булыу менән бер рәттән, уға тиң түгеллегемде тойҙом. Рәйлә уғата оҫта бейей. Кис клубҡа барһам, түңәрәкте бер итеп тыпырҙай ҙа миңә килеп баҫа. Эсем ул тип өҙөлә, ә телем икенсене әйтә:
– Кит әле бынан, бәйләнсек серәкәй.
Рәйлә сер бирмәй, йылмайып, башын ғорур сөйөп, китеп бара. Ә мин клубтан үҙемә тиң тип иҫәпләгән ҡыҙҙы оҙатып китәм.
Мәктәпте тамамлағас, Рәйлә Силәбеләге хореографик училищеға уҡырға инеп ҡайтты. Уның уңышын күрмәмешкә һалыштым, ҡотламаным да белекһеҙ.
Рәйләнең артынан төҫкә-башҡа күрмәлекле, әммә һөмһөҙ, әрһеҙ Зиннур йөрөй башланы. Теге оҙатып килә лә йөҙөнә серлелек ғәләмәте сығарып һуҙа:
– Егеттәр, булды, бөтәһе лә булды.
Ошо хәл бер нисә тапҡыр ҡабатланғас, маҡтансыҡтың өҫтөнә ярһыған януарҙай ташландым, иҙә инем, саҡ һалдырып алдылар.
Иртәгеһенә Рәйлә клубта яныма килде лә, күҙҙәрен осҡонландырып, былай тине:
– Их, нимә беләһең һин!
– Һөйәркәң йәлме? Телен тыймаһа, тағы кәрәгенә аласаҡ.
– Туң йөрәк!
Рәйлә ана шул баһаһын бирҙе лә иртәгеһен уҡырға китте. Ул киткәс, ауыл, юҡ, тотош донъям бушап төҫһөҙләнеп ҡалды. Күккә баҡһам да, башымды түбән эйһәм дә, һөйкөмлө йөҙ күҙ алдымдан китмәй. Шулай ҡаңғырып йөрөгәндә армияға повестка килеп төштө. Еңел һуланым – ҡотолам икән ғазаптарҙан, тыуған төйәктән алыҫлашһам, бәлки, өҙгөләнеүҙәрем онотолор, бында ни һәр нимә уны ғына хәтерләтә.
Дуҫ-иштәрҙе кисәгә йыйҙым, унда, башҡа ҡыҙҙарға эйәреп, Сәйҙә лә килгәйне. Күрше райондан булыуы асыҡланды, әле Өфөлә ниндәйҙер почта бүлексәһендә эшләй икән. Төҫкә-башҡа ҡәҙимге, уртасанан ары киткән ере юҡ, хатта, ҡайһылыр кимәлдә, йәмһеҙ ҙә. Өй хужаһы булараҡ, хөрмәт йөҙөнән уға иғтибарлыраҡмын. Сәйҙә лә мине оҡшатты шикелле, йәшереп кенә күҙ һирпеп ала, әрһеҙ ҡарашымды һиҙмәмеш булып ҡылана.
Мәжлес ҡыҙған ғына мәлдә ишек шар асылып китте. Һалҡын боҫҡа эйәреп, сәстәрендә тәүге ҡар бөртөктәре емелдәгән Рәйлә килеп инде. Әллә һалҡындан, әллә тулҡынланыуҙан йөҙө алһыуланған. Ҡыҙмаса кешенең ни тартыныуы юҡ, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә ашыҡтым:
– Кем килгән беҙгә, әйҙә, класташ, түрҙән рәхим ит!
– Рәхмәт. Мин бер минутҡа ғына, поезға сығып барышлай ғына боролдом.
– Иртәгә Армияға китәм, Рәйлә. – Йөрәкһеп әйттем.
– Ишеттем.
– Хәйерле юл теләп, тот ошоно бөтөргәнсе!
Томаналығым шул ҡәҙәре булғанмы икән, ҙур рюмканы тултырғансы ҡойоп, араҡы тотторҙом. Кире ҡуйманы биргәнемде Рәйлә, бөтәбеҙҙе аптыратып, бөтөргәнсе эсте лә былай тине:
– Һинең иҫән-һау ҡайтыуыңды теләп, тамсыһын да ҡалдырмай эстем. Ә мин, бына, тәүге тапҡыр эскәс, иҫерҙем дә. – Ғәйепле йылмайҙы. – Хәйерле юл һиңә. Бәләкәй генә бүләк тә әҙерләгәйнем. Тик бер генә шартым бар: тегендә хеҙмәт иткән ереңә барғас ҡарарһың. – Ҡулыма бәләкәй генә төргәк тотторҙо ла, битемдән үбеп, тышҡа ынтылды. Төшөм дә, өнөм дә буталып, һынағастай ҡатып торҙом да ҡалдым.
Тәғәйенләнгән часҡа барып урынлашыу менән, түш кеҫәмдә тәнемде өтөп тынғылыҡ бирмәй ятҡан төргәкте һүттем. Унан сигелгән ҡулъяулыҡ, йәнә Рәйләнең фотоһы килеп сыҡты. Фотоның артына ҡыҙҙың адресы һәм ҙур итеп «Яратам!» тип яҙылған. Өҫтөмә тауҙай бәхет ишелдеме ни! Көнө буйы шул ғына һүҙҙәрҙе ҡа-батланым, сафта барғанда ла тиҫтәләгән кирза итектәр, маршҡа баҫып, йөрәгем көйләп һуҡҡан һүҙҙәрҙе ҡабатлайҙар төҫлө: «Яра-там…Яра-там…». Шунан, кис етһә, наҙ менән тулы хат яҙам да, аҙаҡтан йыртып ырғытам: « Уның мине яратыуы мөмкин түгел, ышанмайым…».
Шулай икеләнеп йөрөгәндә Рәйләнән хат килеп төштө, адресымды табып, үҙе яҙған. Хистәремде ауыҙлыҡлап ябай ғына итеп хат яҙҙым. Китте шунан хат алышыуҙар. Мәгәр һөйөүемде белдерергә ашыҡманым, әйтерһең, фотоның артын уҡымағанмын да. Ҡайтҡас әйтермен, күҙҙәренә ҡарап әйтермен, тип хыялланам. Мөхәббәт утында янған йәнемә армия ауырлыҡтары тойолманы, ике йыл беленмәй үтеп китте.
Армиянан ҡасан ҡайтырымды Рәйләгә яҙып торманым. Көттөрмәй генә ҡайтам, йәнәһе. Өфө вокзалына поезда килеп төштөм дә, кассаға оҙон сиратҡа баҫып, Силәбегә билет алдым. Әле ваҡыт иртәрәк булғанға бер аҙ ҡалала йөрөп алыу теләге менән сығыу яғына йүнәлгәйнем, берәү яурындан ҡаға. Ҡараһам, ауылдаш егет Баязит. Артыҡ аралашып, сер бүлешкән, минең ҡоромдағы егет түгел ине ул. Сит-тә эт тә яҡын, тигәндәй, ҡосаҡлашып күрештек. Ниндәйҙер кафеға боролоп, минең имен-аман ҡайтыуымды йыуғандан һуң был, быға ғына мөрхәтһенмәй, ай-вайыма ҡарамай, үҙе йәшәгән дөйөм ятаҡҡа алып китте. Ул ауыл хужалығы инсти-тутында уҡып йөрөй икән. Теге Зиннур ҙа бында булып сыҡты. Тыйнаҡ ҡына талиптар һыйын ҡуйып, табын да хәстәрләп ебәрҙеләр, мин дә портфель төбөндә ятҡан күстәнәс шешәне өҫтәлгә тыпылдаттым. Һүҙгә һүҙ ялғанды, апаруҡ ҡына ултырып ташланыҡ. Баязит сираттағы рюмканы ауыҙына оҙатҡас, һорай ҡуйҙы:
– Артабан ниндәйерәк пландар ҡораһың инде?
– Рәйләгә өйләнәм.
Яңылығым быларҙы аптыратманы, тиҫтерҙәр бер-береһенең серен, бигерәк тә ауыл ерендәге яңылыҡтарҙы беләләр инде ул. Баязит битараф ҡалды, ә Зиннурҙың йөҙөндә мыҫҡыллы йылмайыу сағылды. Өндәшмәне. Бер аҙҙан иртәгә байрам түгеллегенә һылтанып, сығып китте. Уны оҙатырға юлланған Баязит, оҙаҡ ҡына юғалып торғандан һуң, инде лә уратып һүҙ башланы:
– Рәйлә һылыулыҡҡа һылыу инде, юҡҡа ғына әртислеккә уҡымай. Ә әртистәр беҙгә, ауыл егеттәренә, иш түгел, улар халҡын ишетеп беләбеҙ… Быйыл йәй Рәйлә шуларҙың бер килкеһен эйәртеп апҡайтты, концерт ҡуйырға. Кис буйы бер егет менән бейене. Тегеһе бының ауыҙына инеп бара, тотмаған ерен ҡалдырманы. Кис-кеһен йоҡларға индергән шул йылғырҙы.
Үҙем дә һиҙмәҫтән, бының яғаһынан бөрөп алдым:
– Нимә лыбырҙайһың һин, хәҙер башыңды стенаға һылайым.
– Ебәр. Ебәр, тим! – тип ғыжылданы Баязит. – Һый-хөрмәт өсөн рәхмәтең ошомо? – Көскә ҡулымдан ысҡынып, яғаһын төҙәтте, туҙған сәстәрен рәткә килтерҙе. – Беләһең килһә, уның беренсе бураҙнаһын Зиннур йырған, мәктәптә уҡығанда уҡ әле. Үҙе шулай ти…
Йән асыуыма өҫтәлгә тондорҙом, ундағы һауыт-һаба иҙәнгә һибелде.
Иҫемде йыйғанда трамвайҙа китеп бара инем инде. Шулай маҡсатһыҙ, ҡулсала әйләнгән тейендәй, бер маршрутта оҙаҡ әйләндем. Күңелдә аңлата алмаҫлыҡ бушлыҡ. «Ысынлап та, үрелеп буй етмәҫлек йондоҙға ынтылғанмын… Буласаҡ сәнғәт кешеһе нишләп кенә, ауылға кейәүгә сығып, унда йәшәһен инде? Баязит хаҡлы, беҙ – ике тарафҡа аҡҡан мәңге ҡушылмаҫ йылғалар. Ул ут булһа, мин һыу, ул аҡ икән, мин ҡара… Мәңге берекмәҫ ике яртыбыҙ…». Кеҫәмдә ятҡан теге билетты ҡап урталай йырттым да бәләкәй тәҙрәнән тышҡа ташланым. Көҙгө ел уны эләктереп алды, юғарыға сөйөп, йотоп та ҡуйҙы. «Осто хыял, инде ергә төшөргә ваҡыт…».
Уянғандай, тирә-яғыма ҡараным. Трамвайҙағы халыҡ, кис эштән ҡайтыр мәл булғанғалыр, бермә-бер артҡан. Арыраҡ бер ҡыҙ миңә ҡараған да ихлас йылмая:
– Һаумы, Әсғәт!
Сәйҙә лә баһа. Йылмайып сәләмләнем:
– Һаумы, һылыу!
Был, яныма килеп, шаяра-көлә һөйләшеп алып китте, мине осратыуына ҡыуана ине ул. Трамвайҙан төшкәс, ҡултыҡлап уҡ алды. Ниндәйҙер ятаҡ ауыҙына килдек. Уны-быны уйлап тормай, тоттом да тураһын ярҙым:
– Сыҡ миңә кейәүгә!
Башта Сәйҙә албырғап ҡалды, нимә тип яуап бирергә лә белмәй:
– Нисек шулай ҡапыл ғына… Хәҙер үкме?
– Хәҙер үк. Бөгөн үк.
– Нисектер уйламағанда…
– Уның ҡарауы, мин уйланым, хәл иттем. Саҡ ҡына булһа ла үкенмәҫһең яҙмышыңа, Сәйҙә, усымда ғына йөрөтөрмөн, һин тип кенә йәшәрмен!
– Ҡалай тиҙ. Телең телгә йоҡмай, ай-һай…
– Ант итәм!
Ҡыҙҙың ҡаршылашыуына ҡарамай, киске поезға ултырып беҙгә барырға күндерҙем, иртәгәге көн уның ялы ла икән. Шуны һиҙҙем: өтөп алып барған тәүәкәллегемә генә бирешмәгәндер Сәйҙә, тәүге осрашыуҙан уҡ оҡшатҡандыр. Хәйер, уны йылдар үткәс, бөгөн дә шикләнмәй әйтә алам, ҡатыным беҙҙең өсөн генә йәшәй бит.
Атай-әсәй өсөн икеләтә ҡыуаныс булды: улдары хеҙмәттән ҡайтып төшкән, яңғыҙ түгел, килен дә эйәрткән өҫтәүенә. Туғандарҙы, күрше-күләнде йыйып, ҡунаҡ күрһәтеп ебәрҙеләр. Өйләнеүем хаҡында иртәгеһен тотош ауыл белә ине инде. Сәйҙәнең дә ата-әсәһен барып күрҙек, артыҡ һуҙмай, туй көнөн билдәләнек.
Туй ҡыҙған ғына мәлдә, теге саҡтағылай, ишек асылып китте лә, аҡ ағымға эйәреп, Рәйлә пәйҙә булды: үҙгәргән дә һымаҡ, тағы ла һылыулана төшкән, юҡ, үҙгәрмәгән, элекке Рәйлә, хатта керпектәренә, сәстәренә ҡунған ҡарҙар ҙа, армияға китерҙән алдағы осрашыуҙан иремәй ҡалып, элекке сафлыҡты һаҡлайҙар төҫлө.
Гөж килгән туй тынып ҡалды, шылт иткән тауыш та ишетелмәй. Ул башлығын, өҫтөндәге пальтоһын атып бәрҙе:
– Уйнағыҙ, бейеү көйөн, бейегем килә.
Эй шашып бейене лә һуң шул саҡта, тыпырҙауҙары, аҡҡоштай йөҙөүҙәре әле лә күҙ алдымда. Шунан миңә өндәште:
– Әсғәт, ҡой әле араҡы, эскем, иҫергем килә!
Рюмканың төбөнә араҡы тамыҙҙым.
– Нимә, һинең бәхетең шулай ярты-йортомо? Тултырғансы, мөлдөрәмә булғансы ҡой!
Тағы ла бөтөргәнсе түңкәрҙе. Араҡыны ауыҙына ла алмаған Рәйләнең эскәнен ике тапҡыр күрҙем шулай. Ул кинәт ҡулындағы һауытты иҙәнгә сәсрәткәнсе бәрҙе. Беҙҙең бәхет, ваҡ киҫәктәргә онталып, тырым-тырағай остомо ни!
– Әсе! Бик әсе!
Нимә булырын көтөп тын ҡалған ҡунаҡтар, өҫтәренән ауыр йөк төшкәндәй, ир-кен һулап, кемуҙарҙан ҡеүәтләй башланылар:
– Әсе! Әсе! Әсе!
Йөҙөн ҡушуслаған ҡыҙҙың күҙҙәренә йәш эркелеүен күрҙем.
– Ә һин, Әсғәт, әсе яҙмыш кисермәй бәхетле йәшә!
Рәйлә шулай тине лә кейемен эләктереп, сығып йүгерҙе.
Әсғәт яңынан тәмәке тоҡандырҙы, минең өсөн мауыҡтырғыс мөхәббәт тарихы дауам итте:
– Былай баштан уҡ арыу йәшәп алып киттек. Армияла уҡыған һөнәр буйынса шофер булып бүлексәгә эшкә төштөм, Сәйҙәне почта начальнигы итеп ултырттылар. Ике йыл тигәндә өй бөтөрөп индек. Рәйлә Өфөлә эш башланы. Онотҡанда бер ҡайта ауылға, унда ла миңә осрамай, нишләптер. Һалдат альбомының беренсе битенә үҙемдең фотоға йәнәшләтеп Сәйҙәнекен йәбештерҙем. Рәйләнекен йыртып ырғытырға көсөмдән килмәне, эш блокноты араһына ҡыҫтырып, түш кеҫәмдә йөрөттөм. Бер көн фотоны Сәйҙә күреп ҡалды бит. Тауыш ҡуптарманы ҡуптарыуға, улай яһил холоҡло түгел. Бары иртәгеһенә сумаҙанға әйберҙәрен тултырып ҡайтты ла китте.
Бер аҙна самаһы өңөнә йоҡларға ятҡан айыу һымағыраҡ йәшәлде, ҡырынмайым, тамаҡҡа аш үтмәй, өҫ-баш китте ҡатып. Барҙым Сәйҙә артынан.
– Ҡайтайыҡ, өйҙөң ҡото юҡ, – тим.
Ул мине көткән, ахырыһы, йөҙө бойоҡ, күҙҙәре болоҡһоу ҡарайҙар. Шул һүҙҙәрҙе әйткәйнем, ҡысҡырып иланы ла ебәрҙе. Ҡайттыҡ. Рәйлә тураһында башҡаса һүҙ булманы. Ғәйебем дә юҡ ине шул, зирәк ҡатыным шуны аңлағандыр. Хыянатһыҙ мөхәббәттә кем ғәйепле, минме, әллә Рәйләме?
Күңелде өҙлөкһөҙ йәнә бер хәсрәт юшҡыны ҡырҙы – балабыҙ булманы. Им-томсолорға ла, төрлө табиптарға ла күп йөрөнөк, бармаған ер ҡалмағандыр. Ниһайәт, теләгебеҙгә ирештек, Сәйҙә ауырға ҡалды. Бала көтөп йәшәйбеҙ, өй эсе уйынсыҡтар менән тулды: Сәйҙә ҡыҙ бала кейемдәрен тегә, мин малай көтөп хыялланам. Шулай бер көнө эштән ҡайтһам, ҡатын ауырыҡһына. Йүгерә-атлай медпунктҡа йүнәлдем. Клуб янынан үтешләй күҙем ҙур афишаға төштө: «Концерт… Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы…». Рәйләнең фамилияһы яҙылған, бейеп төшкән һүрәте лә бар. Йөрәк урынына ҡупты әй, нисек итеп медпунктҡа барып ҡайтҡанды хәтерләмәйем.
Фельдшерҙың артыҡлап иҫе китмәне, тикшереп ҡарағас, һығымта яһаны: «Иртәрәк әле… Ауыр нәмә күтәргәнһеңдер, тынысланып ятһаң, үтер. Тик Әсғәт, күҙ-ҡолаҡ булып, эргәңдән китмәһен. Кәрәкһә, миңә хәбәр итегеҙ, район дауаханаһына барыуы оҙаҡ булмаҫ, машина эргәлә».Әҙерәктән Сәйҙәнең хәле арыуланғандай итте. Минең башта бер генә уй: нисек тә концертты ҡарау. Машина менән алып барам, әгәр яйһыҙ булһа, күтәреп кенә индерермен, яратып тыңлаған йырсым килгән, тип хәйләләшәм. Сәйҙәне күндерә алманым тәки. Ҡул һелтәп, үҙем киттем.
Концерт күптән башланғайны. Клуб, төйөп тыҡҡандай, халыҡ менән шығырым тулы, аяҡ баҫыр урын юҡ. Көскә йырып инеп, ишек төбөнә терәлеп баҫтым. Йырҙар, баян-ҡурай моңдары ла кәрәк түгел миңә, тоҙһоҙ мәҙәктәре лә көлдөрмәй, бары тик түҙемһеҙләнеп Рәйләнең сәхнәгә сығыуын көтәм. Бына ул сыҡты халыҡ алдына: бөгөлөп-һығылып торған кәүҙә, һылыу йөҙ, батшабикәләргә хас ғорур ҡараш. Рәйлә бейей, үҙе, күҙҙәрен йүгертеп, залдан кемделер эҙләй төҫлө, уҫлаптай кәүҙәмде йәшерер-боҫорор урын ғына юҡ, таш ҡаялай һерәйгәнмен. Уның ҡарашы миндә туҡталды, йылмайғандай итте. Уны күрҙем. Шуныһына ла риза, башымды баҫып, сығыу яғына ынтылдым. Аяҡтарым үҙҙәренән үҙҙәре ауыл осондағы Ҡыҙҙар ташына тартты. Беҙ бала саҡта Рәйлә менән шул таш өҫтөндә уйнарға ярата инек.
Һеңгәҙеп күпме ултырғанмындыр, артымдан яҡынлаған аяҡ тауышы ишетелде. Боролдом да ҡаттым да ҡалдым, эргәмә генә Рәйлә килеп баҫҡан, имеш. Ырғып торҙом да уның яурындарынан матҡып, йөҙөнә төбәлдем:
– Рәйлә, китәйек бынан, ҡайҙа булһа ла, китәйек. Күпме былай ике ут араһында йәшәргә мөмкин. Арыным.
Ҡосағыма ҡыҫтым, һутлы ирендәрен һурып үптем. Рәйлә лә минең ярһыуҙарыма ирек ҡуйҙы, үҙе лә аҙға ғына һыйынғандай итте, шунан ике ҡуллап мине ситкә этте:
– Күпме көттөм ошо осрашыуҙы… Тик хәҙер һуң инде… Элегерәк шулай ҡыйыу булһаңсы. Яҙмышыбыҙ менән ҡайһылай уҫал шаярҙың, һөйөүемә, сафлығыма ышанманың… Хәҙер һин ҡатын ире, уны хәстәрләргә, уны һаҡларға, уны яҡларға бурыслыһың. Әгәр ҡатыныңа ҡасан да булһа хыянат итһәң, минең иң күрә алмаған кешемә әүереләсәкһең, шуны онотма… Ә мин бейейем, бөтә ҡайғыларға, юғалтыуҙарға үс итеп, бейемем.
– Артабан нисек йәшәргә һуң?
– Донъяла һин бар икәнлекте беләм бит, артығы кәрәкмәй ҙә.
Шул мәлдә беҙгә ҡарай йүгереп килгән аҡ һын күренде. Кесе һеңлем, эргәбеҙгә килеп етер-етмәҫтән, иламһырап ҡысҡырып ебәрҙе:
– Ҡайҙа йөрөйһөң, ағай, бөтә ауыл буйлап эҙләйбеҙ. Еңгә ҡан эсендә ята.
Сәйҙәне район дауаханаһына алып барҙыҡ. Әгәр шул мәлдә Рәйлә ҡан тапшырмаһа, улым да, ҡатыным да тере ҡалырҙар инеме икән, белмәйем.
Шул мәлдә операция бүлмәһендә ут һүнде:
– Был нимә булды әле? – Әсғәт аяғүрә баҫты.
– Операция тамамланғандыр, инде күпме көтөргә була.
– Хәмит, инеп кенә белешеп сыҡ инде, аяҡтарым атламаҫ булдылар ҙа ҡуйҙыларсы.
Әйләнеп сыҡҡанда ул элекке хәлендә тора ине:
– Йә, нисек?
– Йәшәйәсәк Сәйҙә, йәшәйәсәк. Аҙна-ун көндән үҙ аяҡтарында ҡайтып та инер әле. Рәйләнең ҡаны ҡотҡарған тағы.
Әсғәт ҡулымды һәрмәп алып шыраулы усына йомарланы:
– Рәхмәт һеҙгә! Мең рәхмәт!
– Операцияны бит хирург яһаны.
– Барыбер рәхмәт! – Ул, ашығып, юл аша торған йөк машинаһы яғына ҡарай йүгермәләп атланы ла кире ҡайырылды. – Осрашырбыҙ әле бер ваҡыт, юл төшһә лә, төшмәһә лә, барып сыҡ. Ҡотло, бәрәкәтле ул беҙҙең йорт. Күрерһең.
– Әсғәт… ҡатыныңды яратаһыңмы?
Ҡайтырға йыйынған Әсғәт кире боролоп килде лә ышаныслы яуапланы:
– Яратам… Бик яратам. Өйөбөҙҙөң йәме, йылыһы ла, ҡабыр ризығыбыҙҙың таты ла, йәшәүебеҙҙең мәғәнәһе лә ул.
– Ә Рәйлә?
– Рәйлә… Ул – алыҫтағы йондоҙ… Тормош күген биҙәүсе йондоҙ. Уға үрелеп, ынтылып ҡына етерлек түгел. Ә шулай ҙа тормошома дәрт-ҡеүәт биреп, өмөт сатҡыһылай юлымды яҡтырта.
– Ошо ике уттың ҡайһыһы ҡәҙерлерәк?
– Икеһе лә… Ярай, хуш.
Машина ут көлтәһен балҡытып китеп барҙы, алыҫлашҡас, офоҡта баҙыҡ булып, айырымланып күренгән йондоҙға ҡушылып өс ут нөктәһен хасил итте. Шул нөктәләр кинәт сойорғоп күктәргә ашыр һымаҡ ине лә, ашманы, ҡушарлап янғаны алыҫта тимгелләнә башлаған тауға артылғас,ерҙән, үҙ юлы менән китте.

Автор:
Читайте нас: