-7 °С
Болотло
3 аш ҡалағы йөҙөм, 40 гр ашҡабаҡ орлоғо, 2 аш ҡалағы желатин, 4 аш ҡалағы кунжут, 200 гр бал, 8 аш ҡалағы етен орлоғо алабыҙ. Бөтәһен бергә һалып, блендерҙа бер массаға әйләнгәнсә онлайбыҙ. Әҙер булғас контейнерға һалабыҙ ҙа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Һәр көн иртәнге һәм төшкө аш алдынан берәр ҡалаҡ ашағанда, бер нисә аҙнанан быуындарығыҙ, һеңерҙәрегеҙ нығыуын үҙегеҙ тойорһоғоҙ.
Сәләмәт булығыҙ!