Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
5 Ноябрь 2024, 08:50

Халыҡтар дуҫлығына дан йырланды, ауыл эшсәндәре тәбрикләнде

Илебеҙҙең төп дәүләт байрамдарының береһе - Халыҡтар берҙәмлеге көнө район һәм ҡалаларҙа киң билдәләнде. Ошо иҫтәлекле датаға һәм Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған ҙур тантана үткән аҙнала район мәҙәниәт һарайында ойошторолдо, унда район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Руслан Йәнгиров,  Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вәкиле, республиканың Үҙйөрөшлө машиналар һәм техниканың башҡа төрҙәрен күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы етәксеһе Урал Искәндәров, ауыл хужалығы өлкәһе үҫешенә ҙур өлөш индергән хөрмәтле ветерандар, алдынғы эшсәндәр, ауыл биләмәләре башлыҡтары, райондың предприятие, учреждение, ойошмалары етәкселәре һәм вәкилдәре ҡатнашты.   

 Сара башланыр алдынан етәкселәр Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм һәләк булыусылар хөрмәтенә булдырылған Еңеү аллеяһына юл алды, “Мәңгелек ут”ҡа, “Ҡайғылы әсә” һәйкәленә, обелискыларға сәскәләр һалды. Мәҙәниәт һарайы фойеһында ҡуйылған төрлө күргәҙмәләр менән танышты. Фойеның бер мөйөшө махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған ине. Күгәрсен тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы “Герой әсәләре” фотопроектын тәҡдим итте. Мораҡ 1-се урта, Н.Г.Ежов исемендәге Волостновка төп дөйөм белем биреү мәктәптәре, Р.Ғ.Рәхимов исемендәге Башҡорт гимназияһы уҡытыусылары, уҡыусылары һәм педагогик хеҙмәт ветерандары үҙҙәренең белем усаҡтарында күптән инде маскировкалау селтәрҙәре үрә һәм был эште бик әүҙем алып бара. Мәғариф ойошмалары был изге эштәрен ҡунаҡтарға күрһәтте һәм  уларҙы селтәр үреп ҡарарға саҡырҙы. “Өмөт” һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға шапка, йылы кофта тегеү эшен киң йәйелдереп ебәрҙе, маскировкалау селтәрҙәре үреү, окоп шәмдәре эшләү күп ауыл биләмәләрендә, мәҫәлән, Теләүембәт ауыл биләмәһендә, алып барыла, уларҙың эштәре лә күргәҙмәлә урын алған ине.

 Күргәҙмәнең икенсе өлөшө районда йәшәүсе халыҡтарҙың көнкүрешен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын сағылдырҙы. Төрлө ауыл биләмәләренән килгән ижади коллективтар башҡорт, рус, татар милли кейемдәрендә ҡунаҡтарҙы йыр-таҡмаҡ менән ҡаршы алып, үҙҙәренең милли ризыҡтары менән тулы өҫтәлдәренә саҡырҙы. Теләге булғандар “Изге подписка” акцияһында ҡатнаша һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың ғаиләләренә гәзит яҙҙыра алды.  

***

 Сараның тантаналы өлөшөндә йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Руслан Йәнгиров тәбрикләне:

- Был байрам бөйөк илебеҙҙең тарихы менән тығыҙ бәйләнгән. Ауырлыҡтар килгәндә беҙҙең халыҡ ҡыйыу рәүештә Ватан һағына баҫҡан. Тап берҙәмлек халҡыбыҙға төп һабаҡты алырға ярҙам итте : бөтә граждандар тырышлығын бергә ҡушып, иректе һәм бойондороҡһоҙлоҡто һаҡлап була.

 Әлеге көн регалияларында беҙ үҙебеҙҙе бөйөк үткәне, лайыҡлы бөгөнгөһө һәм яҡты киләсәге булған берҙәм һәм көслө ил граждандары тип иҫәпләйбеҙ!

Әлеге мәлдә беҙҙең күп милләтле халҡыбыҙ Ватан һағына баҫты, яҡташтарыбыҙ оло намыҫ менән үҙҙәренең хәрби бурысын үтәй. Ата-бабалар рухына тап төшөрмәй, ил һағына ҡалғандай баҫҡан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ҙур рәхмәт.

 Бөгөн залда райондың агросәнәғәт  предприятиелары вәкилдәре – райондаштарыбыҙ өҫтәлендә икмәк, ит һәм һөт булһын өсөн эҫелә лә, ямғырҙа ла, һыуыҡта ла тырышып эшләгәндәр бар.

 Быйылғы йыл – уңышты сәскәндән алып урғанға тиклем еңел булманы, оҙайлы ямғырҙар эштәрҙе ҡатмарлаштырҙы. Әммә, шуға ҡарамаҫтан уңыш насар түгел. Ошоларҙың барыһы өсөн ауыл хужалығы эшсәндәренә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, - тине Руслан Наил улы.

 Эйе, һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуына ҡарамаҫтан, күгәрсендәр ярайһы ғына уңыш алған. Быйыл иген һәм иген-ноҡот культуралары 36300 гектарҙа, техник культуралар 20500 гектарҙа, мал аҙығы 11600 гектарҙа сәселгән.

 Иген культураларының тулайым уңышы 53000 тонна тәшкил иткән,  гектарынан уртаса 16 центнер биргән.

Майлы культураларҙың тулайым уңышы – 32000 тонна, гектар ҡеүәте уртаса - 15,5 центнер.

 Ҡышҡылыҡҡа 8700 тонна бесән, 18500 тонна сенаж, 21300 тонна силос әҙерләнгән. Был шартлы бер мал башҡа 25 центнер мал аҙығы тигән һүҙ.

 Быйыл 2025 йыл уңышы өсөн ужым культуралары 2765 гектарҙа ултыртылған. 20000 гектарҙа дым ҡаплатыу эштәре башҡарылған.

 Малсылыҡта ла юғары һөҙөмтәләргә ирешелгән.

 2024 йылдың 9 айында райондың ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында 88236 центнер һөт етештерелгән. Бер һыйырға уртаса 4596 килограмм тура килә, тәүлегенә 603 грамм тирәһенә артҡан. 1093 баш үрсем алынған, район предприятиеларында 6008 центнер ит етештерелгән.

 Хужалыҡтарҙың бөтә категорияларында 183,3 млн һумлыҡ 46 берәмек техника һәм ҡорамалдар алынған. Уларҙың күбеһе “Октябрь” ауыл хужалығы кооперативына, “Утар” йәмғиәтенә, Криваткиндың крәҫтиән (фермер) хужалығына тура килә.

 Ағымдағы йылдың 9 айында федераль һәм төбәк бюджеттан үҫемлекселекте үҫтереү, элиталы орлоҡ, техника алыу өсөн 20,4 млн һумлыҡ субсидия алынған.

 Йыйылыусыларға тәбрикләү һүҙен хөрмәтле ҡунаҡ - республиканың Үҙйөрөшлө машиналар һәм техниканың башҡа төрҙәрен күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы етәксеһе Урал Искәндәров та еткерҙе, йылдың еңел булмауын, әммә шуға ҡарамаҫтан аграрийҙарҙың матур ғына уңыш йыйып алыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Баҫыуҙарҙа эштәр тамамланды, әммә хужалыҡтарға яңы миҙгелгә әҙерләнергә, орлоҡ һатып алырға, техниканы ремонтларға кәрәклеген билдәләп, киләһе йыл уңышы ла яҡшы булыр, тигән өмөтөн белдереп, ауыл эшсәндәренә рәхмәтен белдерҙе һәм хеҙмәт алдынғыларына төрлө министрлыҡтарҙың маҡтау һәм рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

 Тантаналы йыйылышта үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләүселәр менән бер рәттән күп балалы әсәйҙәр ҙә, үҙҙәренең алтын туйҙарын билдәләүсе парҙар ҙа тәбрикләнде. Мораҡ ауылынан Әлиә Зиннур ҡыҙы Аҡкилдинаға “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды. Бикбулат ауылының күптәргә өлгө булырлыҡ матур пары – Рәмзиә Шәрифулла ҡыҙы менән Зәйнәғәбдин Сәйфетдин улы Баймырҙиндар БР Башлығы Р.Хәбировтың ҡотлау адресы менән иҫтәлекле бүләгенә лайыҡ булды.  

Махсус хәрби операция барышында хеҙмәт һәм гражданлыҡ бурысын намыҫлы үтәгәндәре өсөн яугирҙар – Илназ Әбделмәнов, Илнур Хәсәнов һәм Александр Соколов район хакимиәтенең рәхмәт хаттарын алды. Район хакимиәтенең финанс идаралығы водителе Игорь Батуев, мәғариф бүлегенең хужалыҡ бүлеге мөдире Рәфҡәт Мырҙабаев, БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Күгәрсен районы буйынса территориаль бүлеге белгес-эксперты Наҙгөл Даушевалар район хакимиәтенең рәхмәт хаттарын алып ҡыуанды.

 Ауыл хужалығы өлкәһендә тырышып эшләгән, был тармаҡ үҫешенә тос өлөш индергән ауыл эшсәндәренә ҙур хөрмәт күрһәтелде: Әбдрәхимов Азат Нурулла улына (“Тәүәкән” йәмғиәте операторы),  Әбдрәхимов Илшат Закир улына (“Тәүәкән” йәмғиәте механизаторы), Әмәкәсев Илнур Рәҡит улына (“Тәүәкән” йәмғиәтенең мал комплексы мөдире), Барабанов Василий Петровичҡа ( “Күгәрсен агросәнәғәт берекмәһе” йәмғиәтенең тракторсы-машинисы), Сәфәрғәлин Рәсүл Миңнулла улына (“Күгәрсен агросәнәғәт берекмәһе” йәмғиәте комбайнеры), Афанасьев Антон Викторовичҡа (“Утар” йәмғиәте тракторсыһы), Зәйнуллин Хәниф Хәсән улына (Н.А.Криваткиндың крәҫтиән (фермер) хужалығы комбайнеры), Баҙарбаев Кәримбай Яңғыбай улына (“Иртөбәк агрофирмаһы” йәмғиәте механизаторы), Булатов Артур Миңлеғәли улына (Х.Н.Бикбаевтың крәҫтиән (фермер) хужалығы тракторсыһы), Ишкилдин Фидан Юлай улына (Ю.М.Ишкилдиндың  крәҫтиән (фермер) хужалығы тракторсыһы), Николаев Владимир Серофимовичҡа (“Чапаев исемендәге колхоз” кооперативы мал ҡараусыһы), Обухов Владимир Васильевичҡа (“Чапаев исемендәге колхоз” кооперативы механизаторы), Орлова Оксана Анатольевнаға (“Октябрь” кооперативы машина менән һауыу операторы), Спасков Виктор Владимировичҡа (“Чапаев исемендәге колхоз” кооперативы өлкән энергетигы), Байбулатова Әнисә Ишмөхәмәт ҡыҙына (“Тәүәкән” йәмғиәте бухгалтер-ревизоры), Баймөхәмәтов Зөлфәт Кәбир улына, (“Октябрь”кооперативы механизаторы), Ибраһимова Зилә Ғәйнулла ҡыҙына (“Тәүәкән” йәмғиәте кадрҙар бүлеге начальнигы), Инчин Геннадий Михайловичҡа (С.П.Толмачевтың крәҫтиән(фермер) хужалығы тракторсы-машинисы), Искәндәрова Галина Сәмиҡ ҡыҙына (“Тәүәкән” йәмғиәтенең машина менән һауыу операторы), Исхаҡов Айрат Миңнулла улына (“Тәүәкән” йәмғите водителе), Кинйәбулатов Динар Хәмит улына (“Тәүәкән” йәмғиәтенең цех начальнигы), Ҡотлосурина Гөлшат Зәки ҡыҙына (Йомағужа участка ветеринария дауаханаһының ветеринария табибы), Пичугина Марина Александровнаға (“Октябрь” кооперативы операторы), Портнова Диана Николаевнаға (Күгәрсен район ветеринария станцияһының әйҙәүсе ветеринар табибы), Сатюкова Ирина Анатольевнаға (“Октябрь” кооперативы келәт мөдире), Хренов Владислав Михайловичҡа (“Тәүәкән” йәмғиәтенең  тракторсы-машинисы) район хакимиәтенең рәхмәт хаттары тапшырылды.    

 Икмәк булһа, йыр ҙа була, тигән бик хаҡ һүҙҙәр бар халҡыбыҙҙа. Сәхнә оҫталарының сығышы изге еребеҙҙең ҡәҙерен белеүселәргә арналды, тыуған еребеҙгә, халҡыбыҙға ҡарата һөйөү хистәре менән тулы булды.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас