Ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ, йыр-моң менән ҡаршы алғас, барыһы ла социаль-мәҙәни үҙәк урынлашҡан майҙанды ҡарап сыҡты. Элекке ауыл клубы урынлашҡан ерҙә Юлдыбай ауыл биләмәһе БР Башлығы грантының “Тыуған ауылға – спорт” проекты буйынса балалар өсөн спорт һәм уйын майҙансығы эшләгән. Балаларҙың сәләмәтлеген нығытыу, буш ваҡыттарын файҙалы үткәреү, ГТО нормаларын тапшырыу өсөн шунан да ҡулай урын юҡ, ти ауыл халҡы.
Төп сара башланғансы тамашасылар Айнур Асҡаровтың “Йыл ғаиләһе” киноһын ҡарап кинәнде.
Тамашалар залында ҡунаҡтарҙы С. Килсенбаева һүҙҙәренә Р. Ғиззәтуллин яҙған “Һатлығым” йыры менән ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле сәләмләне.
Төп сараны район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин сәләмләү һүҙе менән асып ебәрҙе.
- Бөгөн беҙҙең районда, ысынлап та, ҙур байрам, тарихи ваҡиға - Һатлыҡ ауылында күптән көткән социаль-мәҙәни үҙәк асыла.
Республика Башлығы Радий Хәбиров былтыр Мораҙымда район хакимиәте башлыҡтарының төбәк кәңәшмәһендә ҡатнашҡанда Һатлыҡ ауылында социаль-мәҙәни үҙәк төҙөргә ҡушҡайны. Беҙҙең әҙер проект та бар ине: ФАП, китапхана, тамашалар залын берләштергән социаль әһәмиәтле бина халыҡ мәнфәғәте өсөн бик тә кәрәкле икәнлеген Радий Фәрит улы ыңғай баһаланы.
Һуңғы йылдарҙа районыбыҙ ысын мәғәнәһендә сәскә ата, бик күп эштәр атҡарыла. Һәр ауылда тиерлек юлдар төҙөкләндерелә, ФАП-тар асыла, урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләләре лә ыңғай хәл ителә. Әйткәндәй, Һатлыҡ ауылына ла быйыл асфальт түшәлде.
Шулай уҡ махсус хәрби операцияһында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ тураһында ла әйтеп үтмәү мөмкин түгел. Тыуған яҡтарынан ситтә булһалар ҙа, район халҡы өсөн ҡыуанып, бөгөнгө сараның да ни тиклем әһәмиәтле булыуын баһалай беләләр. Бөгөн генә ике яугир яҡташыбыҙ менән һөйләштем, улар һеҙҙең барығыҙға ла сәләмдәрен еткереп ҡалды. Тыуған районыбыҙ, республикабыҙ ниндәй генә замана ауырлыҡтарына ҡарамай сәскә ата, илебеҙҙең именлеген тәьмин иткән яугирҙарыбыҙҙың еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйек, - тине Марат Сәлим улы.
Яҡташтарын иҫтәлекле ваҡиға менән Урал Таһир улы ла тәбрикләне.
- Бөгөн үҙ ишектәрен асҡан социаль-мәҙәни үҙәктең төҙөлөү тарихы былайыраҡ: район хакимиәтенең элекке башлығы Ғайса Янбаев менән ауылда заманса мәҙәниәт усағы булдырыу тигән хыял менән яндыҡ һәм бинаның проектын булдырҙыҡ та Мораҙымда үткән төбәк кәңәшмәһендә ошо мәсьәләне күтәреп сыҡтыҡ. Радий Фәрит улы тарафынан был әһәмиәтле проект хупланды, аҡсаһы ла табылды һәм, бына, бөгөнгө көндә заманса йыһазландырылған йылы бинала ултырабыҙ. Бина бер ҡасан да буш тормаҫ тип ышанабыҙ. Беҙҙең дәртле апайҙар, еңгәйҙәр, инәйҙәр кис ултырыуға йыйылып, төрлө әһәмиәтле саралар үткәрерҙәр, байрам һайын йөкмәткеле концерттар киләсәктә лә даими ойошторолор тип өмөтләнәбеҙ.
Фельдшер –акушерлыҡ пункты ла халыҡ мәнфәғәте өсөн төҙөлдө. Кешеләрҙең әллә ҡайҙа йөрөмәйенсә урында ғына сифатлы медицина ярҙамы менән файҙалана алыуы айырыуса ҡыуаныслы. Ошонда ғына ултырып республика табиптарына мөрәжәғәт итеү, видеоконференция аша бәйләнешкә сығып, кәңәшләшеү мөмкинлеге лә булдырылды.
Һәм тағы ла бер мәғлүмәт: ошо көндәрҙә “Башҡортостан” киностудияһы менән улар төшөргән киноларҙы күрһәтеү тураһында килештек, - ти Урал Таһир улы.
Әйткәндәй, яҡташыбыҙ районға һәр ваҡыт ярҙам итеп тора, ауылдаштарының ҡыуаныслы ваҡиғаһы уңайынан Яңы Хвалын мәктәбенә, Һатлыҡ социаль –мәҙәни үҙәгенә, китапханаға китаптар, экспонаттар, милли костюмдар бүләк итте.
Шулай уҡ ул бер төркөм райондаштарыбыҙ ҙы ла билдәләне: социаль-мәҙәни үҙәк, балалар уйын майҙансығы төҙөкләндереүгә үҙ өлөштәрен индергән БР “Күгәрсен урман хужалығы” дәүләт автономиялы учреждениеһы директоры вазифаһын башҡарыусы Риғәт Казбаков, Һатлыҡ ауылы старостаһы Марсель Ишбаев, әүҙем ауылдаштары Рәил Фәхретдинов менән Фәрғәт Мозафаров; “Тыуған ауылға –спорт” социаль проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ иткәне өсөн БРДәүләт Йыйылышы депутаты, "Асыҡ спорт" төбәк партия проекты координаторы, Өлфәт Мостафин исемендәге башҡортостан Республикаһының спорт әҙерлеге Үҙәге директоры Фәрит Ғиндуллин менән “Тыуған ауылға – спорт” проекты етәксеһе, БР «Спартак» физкультура-спорт йәмғиәте советы рәйесе Фуат Дәминдәровты рәхмәт хаттары менән бүләкләне; юғары һөнәри оҫталығы, емешле хеҙмәте һәм төҙөлөш тармағын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн штукатур-малярҙар Лина Хунафина менән Фәрхәнә Шаһиеваға БР төҙөлөш һәм архитектура министрлығының рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Мәғлүм булыуынса, БР Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт маҡсаттары өсөн республика бюджетынан еңел автомобилдәр һатып алыуға субсидиялар бүленә, ошо иҫтәлекле көндә райондың дүрт ауыл биләмәһе - Мораҡ, Исем, Иртөбәк, Урал ауыл биләмәһе хакимиәте башлыҡтарына өр-яңы автомобиль асҡыстары тапшырылды.
Һатлыҡтарҙың шатлығын БР Һаулыҡ һаҡлау министрлының беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова ла уртаҡлашты, ул Һатлыҡ ауылының фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Гөлдәр Ҡаһарманованы Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне.
Гөлдәр Хәмзә ҡыҙының һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләүенә 18 йыл тулған. Салауат медицина колледжын тамамлағас та, йәш белгес тыуған ауылында эшләп китә һәм 2017 йылда тағы ла яҙмыш ҡушыуы буйынса әйләнеп ҡайта. Һатлыҡ фельдшер-акушерлыҡ пункты 136-нан күберәк кешене хеҙмәтләндерә, шуларҙың 24-те бала. Бер йәшлек балалар һаны – 1, ауырлылар һаны ла бөгөнгө көндә берәү. Белгес әйтеүенсә, был яңы, йылы, бөтә уңайлы шарттары булған бинала эшләүе кинәнес, бәләкәй генә пунктында дефиблятор, үлсәү, ноутбук, бәйләнеш өсөн интернет, хатта үҙ ЭКГ аппараты бар.
БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов та буш ҡул менән килмәгән: Һатлыҡ ауыл китапханаһы хеҙмәткәре Мәҙинә Хөсәйенованы һәм Һатлыҡ социаль-мәҙәни үҙәгенең мәҙәни ойоштороусыһы Гөлдәр Йосопованы маҡтау грамоталары менән бүләкләне.
Күп йыллыҡ емешле хеҙмәте, үҙ бурыстарын үтәүгә намыҫлы һәм яуаплы ҡарашы өсөн район хакимиәте башлығының рәхмәт хаттары ташсылар Иван Сатюков, Илнур Алғазин, Александр Казанцевҡа тапшырылды. Күгәрсен районында сәләмәт йәшәү рәүешен әүҙем пропагандалағаны һәм спортты үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Кинйә Күскилдин да район хакимиәте тарафынан билдәләнде.
Район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин менән Юлдыбай ауыл биләмәһе башлығы Илдар Килсенбаев төбәктә сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға һәм спортты үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
ГТО билдәләре менән танытмаларҙы район кимәлендәге әһәмиәтле сараларҙа тапшырыу ҙа күптән йолаға әүерелде: был юлы уларҙы Ольга Момзикова, Мәҙинә Хөсәйенова, Радик Краснощековҡа тапшырҙылар.
Фуат Дәминдәров юғары спорт ҡаҙаныштары, физик культураны һәм спортты үҫтереүгә, уны пропагандалауға ҙур шәхси өлөш индергәне, шулай уҡ физкультура-һауыҡтырыу, спорт сараларында әүҙем ҡатнашҡаны, социаль проектты тормошҡа ашырыуға ҙур шәхси өлөш индергәне өсөн Кристина Айытҡолованы, Дилара Әлимғолова, Умар Дауытов, Разия Алсынбаева, Әсмә Килсенбаеваны БР «Спартак» физкультура-спорт йәмғиәтенең рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Социаль әһәмиәтле объект асҡанда үтәлә торған симолик асҡыс тапшырыуҙы подрядсы Рәмил Айытҡужин атҡарҙы, уны китапханасы Мәҙинә Хөсәйенова ҡабул итеп алды. Яуап һүҙендә ул район һәм республика етәкселегенә ауыл халҡы исеменән тәрән ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Тантаналы өлөштән һуң тамашасылар һәм саҡырылған ҡунаҡтар өсөн ҙур концерт программаһы тәҡдим ителде. Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре, ауыл биләмәһенең үҙешмәкәр артистар менән бер рәттән сәхнәлә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе артистары ла сығыш яһаны.
Ауылдың абруйлы уҙаманы Рафаэль Әҙелғужин менән уның тормош иптәше Мәҙинә инәй ҙә халыҡ өсөн башҡарылған был ҙур эштең ни тиклем дә кәрәкле һәм әһәмиәтле булыуын билдәләй. Уларҙың бергә йәшәүҙәренә быйыл 56 йыл тулған, Һатлыҡта 1985 йылдан бирле торалар.
- Ошо клубты төҙөү эшендә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла оло рәхмәт. Заманса ФАП-ты күргәс, шәбәйеп киткәндәй булдыҡ хатта. Ҡыуанып, мәнфәғәтен күрергә яҙһын халыҡҡа, - тиҙәр улар ҡыуаныстарын йәшермәй.
Һатлыҡ ауылының өр-яңы мәҙәниәт усағының ишектәре һәр ваҡыт асыҡ булһын, күңелле һәм байрам сараларында ғына осрашырға яҙһын тип теләйек.
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
Автор һәм Азамат ҒӘҘЕЛШИН, Регина ТОҠОМБӘТОВА фотолары.