Бороғолар ноябрҙәге һауа торошон күҙәтеп, киләһе йыл уңышына өмөт бағлаған. Сөнки ноябрь ниндәй, яҙ шундай килә.
1 ноябрҙә һыуыҡ икән, бер аҙнанан буран булыр. Тәүге көн һыуығы киләһе йылдың мул уңышына ишара. Көн йылы булһа, ҡыш йылы килер.
2 ноябрҙә ҡар ҡоро ергә төшһә, ә ағастар япраҡ ҡойоп бөтөрмәгән икән, ул тиҙҙән иреп бөтә.
3 ноябрҙә йылы булһа, бер аҙна йылы һауа торошо һаҡлана.
4 ноябрҙә ямғыр яуһа, ҡыш иртә килер. Ваҡ ямғыр һибәләп торһа, һауа торошо боҙолор. Иртә томан менән башланһа, тағы ла йылытыр.
5 ноябрҙә ҡар йәки ямғыр төшһә, тимәк, өс аҙнанан ҡар ята.
6 ноябрҙә айҙы күҙәтәләр. Ул нурҙар сәсеп ялтыраһа - йылыта, һыҙыҡланып, ҡалтырап күренһә - һыуыта.
7 ноябрҙә йондоҙҙар тоноҡ янһа, һауа торошо боҙола.
8 ноябрҙә иртәнән бәҫ булһа - ҡарлы ҡышҡа ишара.
9 ноябрь ниндәй, май айы шундай.
10 ноябрҙәге бәҫ - һыуыҡҡа, томан - епшек көнгә.
11 ноябрҙә болоттар түбән йөҙһә, сатнама һыуыҡтар көтөлә.
12 ноябрҙә ҡырпаҡ ҡар төшһә, ысын ҡыш оҙаҡ көттөрмәҫ.
13 ноябрҙә көн аяҙ икән, иртәгәһе көндәр елле булыр.
14 ноябрҙә ҡар төшһә, яҙын һыу күп булыр. Боҙ ҡатһа, яҙға тиклем һыуыҡтар һаҡланыр. Был көндө бысраҡ аяҡҡа эйәрә икән, тимәк, декабргә тиклем һыуыҡтар булмаҫ.
15 ноябрҙә һыуыҡ булып, әтәстәр йырлаһа, көндәр йылыта. Был көндө тәҙрәлә биҙәктәр хасил булһа, яҙын йәшеллек мул булыр.
17 ноябрҙә еңелсә һыуыҡ икән, ҡыш һыуыҡ булмаҫ.
18 ноябрҙә ҡар яуһа, һыуыҡ ҡыш, көҙгө культураларҙың мул уңышына ишара.
19 ноябрҙә ҡар осһа, ҡыш ҡарлы килер. Әгәр был көндө ел юҡ икән, тиҙҙән ысын һыуыҡтар килеп етер.
20 ноябрҙә ала ҡарғалар төркөмләп осһа йәки тауышланһа, иртәгәһенә ҡар яуыр. Был көндө боҙ ҡатһа, тимәк, башҡа йылытмай.
21 ноябрҙә епшек ҡар яуһа, яҙ айҙары ямғырлы булыр.
22 ноябрь иртәһендә ағастарҙы бәҫ ҡаплаһа, һоло уңыр. Ямғыр яуһа, бойҙай мул булыр.
23 ноябрҙә томан ергә тиклем төшөп, сыпсыҡтар сырҡылдашһа, епшек ҡар яуыр.
24 ноябрҙә һыуыҡ, аяҙ булһа, ике-өс көндә һауа торошо боҙолор.
25 ноябрҙә иртән ваҡ ямғыр һибәләһә, кискә һыуытыр.
26 ноябрҙә сәүкәләр сырҡылдашһа, епшек көнгә.
27 ноябрҙә көн болотло йәки яуым-төшөм булһа, йәйҙең беренсе көндәре матур килмәҫ.
28 ноябрь көндө ятҡан ҡар яҙға ҡәҙәр иремәй.
29 ноябрҙәге еүеш ҡар - буранға.
30 ноябрь ҡояшлы икән, ҡыш ҡояш менән әллә ни һөйөндөрмәҫ, көн һыуыҡ булһа, һыуыҡ өлөшһөҙ ҡалдырмаҫ.