Мораҙым
+21 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
31 Октябрь 2024, 09:51

Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау: төп һорауҙарға яуаптар

Яңыртылып кире баҫыр өсөн, батырыбыҙ пьедесталынан төшә. Һәйкәлде реставрациялау өсөн ниңә уны һүтергә кәрәк? Был процесс күпме ваҡытты ала? Ниңә Салауат Юлаев һыны урынына кире ҡуйылмай, тип ҡурҡырға кәрәкмәй? 

Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау: төп һорауҙарға яуаптарСалауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау: төп һорауҙарға яуаптар
Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау: төп һорауҙарға яуаптар

Өфөлә Башҡортостандың төп символдарының береһе – милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа ҡуйылған һәйкәлде реставрациялауға әҙерлек бара.

Һәйкәл – Рәсәй халыҡтарының федераль кимәлдәге мәҙәни мираҫ объекты, тимәк, дәүләт һаҡлауына алынған. Скульптор Сосланбәк Тавасиев тарафынан эшләнгән монумент 1967 йылда ҡуйылған.

Реставрация проекты ике тапҡыр тарихи-мәҙәни эскпертиза үткән һәм әлеге көндә “Главгосэкспертиза” баһаһын көтә. Белгестәр төркөмөндә мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса эш башҡарыуға дәүләт экспертизаһы төҙөүҙә ҙур тәжрибәһе булған кешеләр -  эксперт комиссияһы рәйесе Зайцева Дарья Александровна, эксперт комиссияһының яуаплы секретары Быков Александр Михайлович һәм эксперт комиссияһы ағзаһы Хорликов Алексей Петрович.

Һәйкәлде реставрациялау 2024 йылдың ноябрендә башлана, ул маҡсатҡа Өфө ҡалаһы ҡаҙнаһынан 300 миллиондан ашыу аҡса бүленеү планлаштарыла. Реставрация күпме ваҡытты аласаҡ һәм һәйкәлде ремонтлау өсөн ни өсөн уны пьедесталдан алырға кәрәк – беҙҙең материалда.

ҺӘЙКӘЛ АВАРИЯ ХӘЛЕНДӘ

 2024 йылдың 14 октябрендә  Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы дәүләт тарихи-мәҙәни экспертизаһы нигеҙендә федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау буйынса документация баҫтырҙы. Документацияны Ҡазандың “ТСНРУ” акционерҙар йәмғиәте әҙерләгән, экспертизаны Санкт-Петербургтың “С. П.Бург и партнеры” йәмғиәте эшләгән.  Унан күренеүенсә, һәйкәл авария хәлендә һәм уға ентекле реставрация үткәреү мотлаҡ. Скульптураның ҡойолма элементтары айырымланып киткән, шуның һөҙөмтәһендә унда ярыҡтар һәм коррозия барлыҡҡа килгән. Постаменттың үҙендә лә плиталар ярылған, ярылған, ҡубып сыҡҡан элементтары ла,ышҡылған ерҙәре булыуы ла асыҡланған.   

Тимәк, һыбайлы таш һын ғына түгел, ә уның нигеҙе - торған пьедесдалы, хатта йыл һайын йылға яғына шылып барған ҡурған да ремонтҡа мохтаж. Ремонт эштәрен оҙаҡҡа һуҙыу һәйкәлдең бөтөнләй ҡойолоп төшөүенә алып килергә мөмкин.

 

НИМӘ ЭШЛӘНӘСӘК?

Һәйкәлдәге сбруйҙың юғалған элементы - геометрик биҙәктәр менән сүкелгән айыл рәүешендәге түшелдерек тергеҙеләсәк, был скульптураға уның тарихи үҙенсәлегене ҡайтарырға мөмкинлек бирәсәк. Шулай уҡ тарихи ҡара-һоро төҫтө ҡайтарыу плнлаштырырла, һәйкәл 2005 йылда фирүзә төҫөнә үҙгәртелгәйне.

Һәйкәлдең авария хәлендәге эске металл каркасы алмаштырыласаҡ. Постамент ҙурлығы, формаһы һәм фактураһы буйынса бер иш булған шымартылған ҡара гранит блоктары менән йөҙләнә. Шулай уҡ проект ҡурғандың тәүге формаһын һәм ҙурлығын тергеҙеп, уны нығытыу күҙ уңында тотола.

АЛЫРҒА, ҠАЛДЫРЫРҒА ЯРМАЙ

Эксперттар бер тауыштан һәйкәлде урынынан алып, махсус әҙерләнгән һәм йыһазландырылған бинала реставрациялау яҡлы. Был скульптураның эстәге каркасын алмаштырыу кәрәклеге менән бәйле.

 БР Мәҙәни мирағ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Айнур Мөслимов әйтеүенсә, һәйкәл бер нисә конструкциянан тора.

- Уның тышҡы ҡатламында ғына 60-тан ашыу өлөш иҫәпләнә. Ошо ҡатлам эсендә, швеллер һәм двутаврҙарҙан торған тотоп тороусы каркас урынлашҡан. Экспертиза эске тотоп тороусы каркасты алмаштырыуҙы раҫлай, шуға эске каркасҡа барып етер өсөн һәйкәлде һүтергә кәрәк. Һәйкәлде алмайынса быны эшләү мөмкин түгел. Скульптура торған пьедесталдың үҙен дә ремонтларға кәрәк. Эстәге бетондың хәле ҡәнәғәтләнерлек түгел.

Һәйкәлдең ауырлығы - 40 тонна, Уны һүтмәйенсә ремонтлау хәүефле. Өҫтәүенә, үрҙә теогә алынғанса, ҡурғанды ла нығытырға кәрәк, ә һәйкәлде алмайынса быны башҡарыу мөмкин түгел, тине ул.

– Демонтаж эшләгәндәр һәйкәлдең бөтә деталдәренә барып етә аласаҡ. Ремонт буйынса проект документацияһы әҙерләгән ойошманың “Родина-мать зовет!” монументын реставрациялау эше буйынса тәжрибәһе бар. Тап ошондай реставрация кәрәклеге тураһында бөтә аргументтарҙы килтереүгә ҡарамаҫтан, Башҡортостанда йәшәүселәрҙе “Родина - мать зовет!” һәйкәленең урында, ә башҡорт батырын цехҡа алып китеү кәрәк тигән һорауҙар борсой.

- Волгоград скульптураһы нигеҙҙә тышҡы яҡтан ремонтланған. Унан тыш, демонтаж эшләргә скульптураның торған урынында бетондан ҡойолоуы ҡамасауланы. Шуға уны һүтеүе ҡатмарлы булыр ине, - тип билдәләне скульптор, 40 монументаль композиция авторы Салауат Щербаков. Уның һүҙҙәренсә, Салауат Юлаев һәйкәлен оҫтаханала ремонтлауҙың өҫтөнлөктәре бар.

- Цехта уны асырға, яҡтыртырға, йылытырға, каркасын ҡарарға, алмаштырырға, иретеп йәбештерергә мөмкин. Йәғни, урамда эшләү мөмкин булмаған эштәр оҫтаханала еңел башҡарыласаҡ, - ти ул.

ҺӘЙКӘЛДӘРҘЕ ҺҮТЕП РЕМОНТЛАУ – КИҢ АРАЛҒАН ПРАКТИКА

Унан килеп, төҙөкләндергәндә һәйкәлдәрҙе һүтеү – киң таралған практика. Күп билдле архитектура ҡомартҡылары шундай процесс үткән. Сағыу миҫалдарҙың береһе – билдәле скульптура Мәскәүҙәге “Рабочий и колхозница”һәйкәлен реставрациялау.  2004 йылдың октябрендә һәйкәлде ашығыс рәүештә ремонтҡа алып китәләр – ул яртылаш боҙолған тимер өйөмөн хәтерләтә. Тутыҡ шул тиклем төпкә ингән, һәр береһен айырым тергеҙер өсөн скульптураны хатта 40 өлөшкә бүлгәндәр. Реставрациянан һуң Мәскәүҙең төп символы яңы постаментта ҡуйыла.

Ҡыҙыл майҙанда Кузьма Минин һәм кенәз Дмитрий Пожарскийға ҡуйылған һәйкәл дә ошоға оҡшаш яңырыу үтә. Боронғо скульптура халыҡ аҡсаһына эшләнә, ул эштәр 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡытында ла дауам итә. 

2020 йылда ошо уҡ ысул менән Мәскәүҙәге Жуков һәйкәле реставрациялана. Ундай миҫалдарҙы беҙҙең һәм сит илдәрҙең башҡа ҡалаларында ла табырға мөмкин. Мәҫәлән, 2017 йылда Лондондағы Елизавета (Биг Бен булараҡ билдәле) башняһын реставрациялай башлайҙар, ремонт эштәре 5 йыл дауам итә!

 

САЛАУАТ ЮЛАЕВ ҺӘЙКӘЛЕН “КИРЕ УРЫНЫНАҠУЙЫРҒА ОНОТОУ”  МӨМКИН ТҮГЕЛ

Салауа Юлаев һәйкәлен һүтерҙәр ҙә, урынына кире ҡуймаҫтар, тигән имеш-мимешкә нигеҙ юҡ! Был турала бөтөнләй хәүефләнмәгеҙ. Һәйкәл Өфөлә ремонтлана. Баш ҡалала уның өсөн бөтә шарттар бар.

Монументты алып, урынына ҡуймау йә “ҡуйырға онотоу” мөмкинме? Салауат батыр һәйкәле – Башҡортостан символы. Рәсәй халҡының күбеһе беҙҙең республиканы тап ошо монумент аша таный.

Салауат Юлаев образы Башҡортостанда йәшәүселәрҙең бөтә өлкәһенә тығыҙ бәйләнгән. Уның исеме күп архитектура объекттарына, урамдарға, ауылдарға, район һәм ҡалаға бирелгән. Уның исемендәге урам Украинала, Эстонияла һәм Ҡаҙағстанда бар. Милли батырыбыҙ исемен бөтә илгә билдәле хоккей клубыбыҙ йөрөтә. Дәүләт премияһы һәм ордены тапшырыла.  

Республикала йыл һайын Салауат Юлаев көндәре үтә, уның сиктәрендә “Салауат йыйыны” республика фольклор байрамы ойошторола. 2024 йылдың йәйендә батырҙың тыуған төбәгендә “Салауат ере” тарихи-мемориаль комплексы асылды.

 

 Республиканың гербында ла Салауат һәйкәле урын алған. Беҙҙең заман геройҙары ла Салауат Юлаев исеме менән тығыҙ бәйле. Яҡташтарыбыҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, милли гвардия ғәскәрҙәре составында ике Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальоны составында тыуған ил мәнфәғәттәрен яҡлай. Батальон хәрбиҙәре Донбасс һәм Курск өлкәһендә үҙҙәренең хәрби бурыстарын ҡыйыу үтәй. 

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында  башҡорт милли батыры Александр Невский, Кузьма Минин, Дмитрий Пожарский, Александр Суворов, Михаил Кутузов менән бергә күренекле шәхестәр исемлегенә инә. 1941 йылда Рәсәй кинемотографы башланғысында торған Яков Протазаров тарафынан ижад ителгән “Салауат Юлаев” фильмы зәңгәр экрандарға сыға.

Башҡортостандың милли батыры образы немец-фашист баҫҡынсылары менән көрәштә әүҙем ҡулланыла. 1943-1945 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла башҡорт халҡының милли геройы менән бәйле рәсми атама йөрөткән ике хәрби часть, бронепоезд һәм артиллерия полкы була. Рәсәй Геройы һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһынң легендар командиры Миңлеғәли Шайморатов шәхси состав алдында һүҙ тотҡанда һәр саҡ “Салауат тоҡомдары сигенә белмәй!” тип дәртләндергән.

Һәйкәлде реставрациялауҙы милли үҙаңды һәм тарихи күсәгилешлекте һаҡлауға килтерәсәк киләсәккә инвестиция менән сағыштырырға була. Республика символы булараҡ уның ролен һыҙыҡ өҫтөнә алып, монументҡа тәүге йөҙөн һәм тарихи статусын ҡайтарырға мөмкинлек бирә.

"Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.

Рита Өмөтбаева, Баймаҡ районының яҡташтар берлеге вәкиле, тележурналист:

- Сосланбәк Тавасиевтың уникаль ижад емешенең бөгөн насар хәлдә һәм ремонтҡа мохтаж икәнен оноторға  тейеш түгелбеҙ. Мин яңыртылған Салауат һәйкәленең артабан да Башҡортостандың баш ҡалаһына, тотош республикаға биҙәк булып ҡалалсағына ныҡлы ышанам.

Юлдаш Йосопов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе:

- Республика халҡының борсолоуын уртаҡлашабыҙ. Шулай уҡ һәйкәлдең торошона ла битараф ҡала алмайбыҙ. Уны, һис шикһеҙ, яңыртырға кәрк. Беҙ тәжрибәле реставраторҙарға ышанырға тейешбеҙ. Был эш тотош һәр кемгә асыҡ булһын – позициябыҙ шундай. Күҙәтеүселәр советында Бөтә донъя ҡоролтайының урыныкөсәйеүен талап итәсәкбеҙ, реконструкция барышын ентекле ҡарап барасаҡбыҙ.

 Эксперттар, һәйкәлде һүтергә кәрәк, ти. Әгәр ҙә уның емерелеү хәүефе бар икән, беҙ символыбыҙҙы һайлау әмәлен табырға тейешбеҙ. Был осраҡта уны реставрацияла мотлаҡ.

Рөстәм Сәйетбатталов, Күгәрсен тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры, урындағы  башҡорттар ҡоролтайы рәйесе:

- Салауат Юлаев һәйкәле – башҡорт халҡының иректе һөйөү һәм милли ғорурлығының үҙенә генә хас сағыу образы. Ул үткән быуаттың уртаһында киләсәк быуындан ихтирам һәм хөрмәт булараҡ асыла. Был уникаль мәҙәни объектты – беҙҙең тарихи мираҫты йәш быуын өсөн һаҡлау кәрәк.

Автор:
Читайте нас