– Дилором, кемдәр улар? Балаларым иҫән-һаумы икән?
Әбейҙең тауышы ҡалтырап сыҡты.
– Тыныслан! Былар хәбәрселәр. Дүшәнбенең үҙенән, һуғыш йылдары балаларын эҙләйҙәр икән. Һин бит һуғыш осоро балаһы.
– Һуң, уныһы яңылыҡ түгел инде! Үҙеңә лә әллә нисә ҡат һөйләгәнем булды. Уға ҡалһа, һин дә һуғыш мәлендә тыуғанһың.
– Эйе, мине лә һуғыш осоро балаһы, тиергә була. Тик һинән өс йәшкә кесерәкмен. Шуғамы икән, минең менән ҡыҙыҡһынманылар. Һине генә һорашалар.
Марианна әбей ҡапҡаны асып, ҡунаҡтарға ҡулын болғаны.
– Тормағыҙ асыҡ урында, эҫе ҡабыр! Инегеҙ ихатаға!
Тегеләр менән күрешкәндән һуң, үҙе беренсе булып һорау бирҙе.
– Түңәрәк дата яҡынлашамы? Шундай мәлдәр етә башлаһа, беҙҙе иҫтәренә төшөрә торғандар. Ветерандар үлеп бөтөп бара... Ни хәл итәһең, ваҡыт берәүҙе лә аямай, һуғыш балалары беҙ ҙә ҡартайҙыҡ. Әле бер ер, әле икенсе ер һыҙлай.
– Һеҙгә зарланырға иртәрәк!
– Минең бабайым Иосиф Егорович та һуғыш осоро балаһы ине. Мәрхүмкәй. Мине ҡалдырып киткәненә быйыл ете йыл тула. Ул минән өлкәнерәк булғас, һуғыш йылдарын яҡшы хәтерләй торғайны. Мин бик асыҡ хәтерләмәйем.
– Марианна Даяновна, Һеҙ тыумышығыҙ менән ҡайһы яҡтыҡы?
– Ғүмер буйы Тажикстанда йәшәһәм дә, был яҡтыҡы түгелмен. Иосиф мәрхүмкәйем дә минең кеүек килмешәк. Ул Белоруссия яғынан ине. Яҙмыш осраштыра, яҙмыш йөрөтә әҙәм балаларын. Ғүмер Тажикстанда үтте. Насар йәшәмәнек. Үкенерлек түгел...
– Марианна Даяновна, үҙегеҙҙең ҡайһы яҡтан икәнегеҙҙе әйтһәгеҙсе?
– Рәсәйҙән инде, ҡайҙан булһын!
– Ҡайтҡанығыҙ юҡмы? Марианна әбей йәш иргә аптырап ҡарап торҙо. Нимә кәрәк баш ҡаланан килеп төшкән ҡунаҡҡа?
– Балалар йортона эләккәндә биш-алты йәштәрҙә генә инем. Кемгә ҡайтайым мин? Етемдең кемгә хәжәте бар? Эҙләткән дә, һорашҡан да кеше булманы.
– Әгәр ҙә булһа? – тине шул саҡ егет.
– Исемең кем, туғанҡай?
– Аркадий исемле, Дүшәнбенән....
Марианна әбей уны тыңлап бөтмәне.
– Бына нимә, Аркадий! Ҡарттарҙың да төрлөһө була, ләкин бөтәһе лә аҡылдан яҙған, тип уйларға ярамай. Тураһын әйтегеҙ, һеҙгә нимә кәрәк был ҡарсыҡтан? Унан дүрт яғығыҙ ҡибла. Минең әле баҡсала эшем күп.
– Марианна Даяновна, беҙ Рәсәйҙән бер хат алдыҡ. Мәрйәм Аҡбирҙина тигән кешене эҙләйҙәр.
– Мәрйәм...
Марианна әбейҙең ауыҙы асылып китте. Нисәмә тиҫтә йылдар уның үҙ исемен ишеткәне юҡ. Мәрйәм! Был бит уға мулла ҡушҡан исем. Хәҙер ят һәм сәйер тойолһа ла, үҙ исеме!
– Мәрйәм... – тип ҡабатланы ул ышанмаған төҫлө. Ирене дерелдәне.
– Мин бит әйттем! Мин бит әйттем! – тип шатланып ҡысҡырып ебәрҙе ҡыҙыҡай.
– Нимәне, балаҡай? – тип һораны Дилором әбей.
– Беҙҙә Рәсәй яғынан килгәндәр бар. Шуларҙың береһе Мәрйәм булырға тейеш, тип мин әйткәйнем!
Марианна әбей ҡапыл бөгөлгәндәй булды. Аркадий уны йәһәт кенә эләктереп алды. Һикегә алып барып ултыртты. Дилором әбей һыу һалынған кәсәне һуҙҙы.
– «Минең ысын исемем Мәрйәм ул», тип миңә лә әйткәне булды, – тине Дилором. – Нишләп мәрйәнең исеме Мәрйәм булһын инде, тип, әһәмиәт бирмәнем. Тимәк... Ысын булған икән!
– Мәрйә түгел мин! Күпме әйткәнем бар, – тине Марианна.
– Ну, һин бит Рәсәйҙән.
– Унда ла төрлө халыҡ йәшәй.
– Ҡайҙан һин? Хәтерләйһеңме?
– Ямантау, Ямантау... – тип ҡабатланы Марианна әбей. – Шул һүҙ генә иҫкә килә.
– Әйттем бит Башҡортостандан тип! – ҡыҙҙың тауышы тағы ла сағыуыраҡ ишетелде. – Бына, картала күрһәтелгән.
– Силәбе өлкәһенән дә булыуы ихтимал, Фатима, – тине Аркадий.
– Юҡҡа бәхәсләшмәгеҙ, балалар. Мин Башҡортостандан. Документта шулай теркәлгән. Ләкин бер сығып киткәндән, Башҡортостанда булғаным юҡ. Күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ямантау... Шул һүҙ иҫтә. Ҡалғаны томан эсендә. Мине эҙләйҙәр, тиһегеҙ инде? Был ҡарсыҡты кем эҙләргә тейеш?
Марианна әбей хат юлдарына күҙ һалды. Тоҡомбәтов Мырҙағол тигән ир-ат үҙенең Мәрйәм исемле апаһын эҙләй. Ләкин Марианнаның бер ниндәй ҙә ҡустыһы булманы. Ул әсәһенең яңғыҙ ҡыҙы ине. Өләсәһенең улдары булды. Улар барыһы ла фронтта ятып ҡалды.
– Минең ундай туғаным юҡ, – тип баш сайҡаны Марианна әбей. – Тимәк, Башҡортостандан бүтән берәүҙе эҙләйҙәрҙер...
Әбейҙең тауышы һүрелде.
– Һеҙ минең йөрәгемде телдегеҙ. Онотолған бала саҡҡа ҡайтҡандай булдым. Ә уны иҫләүе бер ҙә анһат түгел. Минең әсәйҙе төрмәгә алып киткән көндө хәтерләйем былай, бөтөнләй иҫемдән юйылмаған. Юҡ-юҡта хәтеремә килеп төшә. Шул саҡта үҙемде теге биш йәшлек бала хәлендә тоям. Бер туғаным юҡ, быныһын өҙөп әйтәм.
– Кире ҡағырға ашыҡмағыҙ, Марианна Даяновна! Мырҙағол тигән иптәш әсәйегеҙҙең улы була. Бына, иғтибар менән тыңлағыҙ: «Беҙҙең атайҙар башҡа. Минең әсәйем Миңлебикә атайыма 1948 йылда кейәүгә сыға. Тағы ла бер йылдан мин донъяға килгәнмен».
Марианна әбей ауыҙын асҡан килеш тора бирҙе. Шунан ҡалтыраған ҡулдар йәнә хатҡа һуҙылды. Ул күҙлеген ашыҡмай ғына кейҙе. Хатты уҡып сыҡҡас, йомарлап тотоп алды. Йомарлап тотто, сөнки был хаты уны ватаны, үткәне менән бәйләүсе еп ине. Ошо ептең осон юғалтыуҙан, өҙөлөүенән ҡурҡты.
– Был мөғжизә...
Шул һүҙҙе генә көткән тиерһең, ҡара сәсле ҡыҙыҡай уны ҡосаҡлап алды.
– Фатима, әллә һин нығыраҡ илайһың?
– Аркадий, оло кешене ҡыуандырҙыҡ бит!
Марианна әбей тынғылығын юғалтты. Ире Иосиф иҫән булһа, ҡалай ҡыуаныр ине. Бергәләшеп Башҡортостанға барып килерҙәр ине. Ире Иосиф та етем бала. Атаһы хәрби кеше була. Белоруссияға ебәрәләр. Шунда һуғыш эсендә ҡалып, атаһын да, әсәһен дә юғалта. Иосиф, меҫкен, үҙенең кемлеген белмәне. Улар икеһе лә балалар йортонда үҫтеләр. Студент йылдарында өйләнештеләр. Ике ул үҫтерҙеләр. Ләкин бер ҡасан да нәҫел-нәсәбен эҙләмәнеләр. Уларға шулай тыныс ине. Бала саҡ йөрәккә шул тиклем ҡаты йәрәхәт һалды. Иҫләй башлаһалар, шул йәрәхәт тотош ғүмерҙе телеп үткәндәй. Шуға ла иҫләмәнеләр ҙә, эҙләмәнеләр ҙә. Улар ике етем бер бөтөн ине, бер-береһенең хәлен тын алышынан белеп торҙолар. Етемдең кемгә кәрәге бар инде? Ҡайһы туғаныңа хәжәтһең? Ошо көнгә тиклем Марианна ла шулай тип уйлай ине. Ләкин бөгөн тормошонда нимәлер үҙгәрҙе. Иосиф ҡына был турала белмәй. Үкенес. Иосифтың вафатына ете йыл үтеп китте. Шулай татыу йәшәнеләр. Йөрәк сире менән ҡапыл ғына китеп барҙы иргенәһе. Ике улдары ситтә. Был яңылыҡҡа улар шатланыр, моғайын.
* * *
Марианна ныҡлы ҡарар ҡылды. Әле аяҡ йөрөгәндә тыуған яҡтарына ҡайтып килергә кәрәк. Әсәһенең ҡәберен барып күрер, исмаһам. Нисәнсе йылда вафат булды икән, бахырсыҡ? Мырҙағол был турала яҙмаған. Әсәһе, әсәкәйе...
Марианна атаһын бөтөнләй хәтерләмәй. Уны һуғыш башланыу менән фронтҡа алып китәләр. Шунан Минлебикә апай икенсе ауылға, үҙенең әсәһе янына, күсеп ҡайтты. Ул мәлдәрҙе Марианна әҙ-мәҙ иҫләй. Ауыл тауҙар менән уратып алынғайны. Бейек-бейек тауҙар. Бер көндө әсәһе уны яҡындағы тауға алып менде. Тирә-яҡ шул тиклем асыҡ күренә. Марианна ҡыуанып сәпәкәй итә.
– Әсәй, бынан бөтөн ер күренә, ивет?
Миңлебикә апай баш ҡаға.
– Ә нишләп атайым күренмәй?
– Берәй ваҡыт күренер.
– Тағы ла бейегерәк тауға менгәсме? Әсәй, иң бейек тау нисек атала? Ямантаумы?
– Нишләп Ямантау булһын, ти?
– Бөтөн дейеүҙәр шундай йәшәй бит. Өләсәйем шулай ти. Ә минең атайым әле дейеүҙәр үлтереп йөрөй.
– Дейеүҙән яман дошман бар, ҡыҙым. Атаң шуларҙы ҡыра.
– Ямантауға менгәс, уларға атайымды эҙләгәнде әйтермен. Дейеүҙәр асыуланмаҫ, ивет?
Әсәһе көнө-төнө эштә. Улар бик һирәк күрешә торғайны. Хәтирәләр тоноҡ. Ләкин әсәһен алып киткән саҡтары бөгөнгөләй күҙ алдында.
Әллә ниндәй уҫал ағайҙар өйҙө тентей, йәмһеҙ итеп аҡыралар. Уларҙың тауышынан хатта урындыҡта ауырып ятҡан өләсәһе тороп ултырған. Улар ҡысҡырған һайын өләсәһе тертләй һәм бәләкәсәйеп китә. Марианна өләсәһенең итәгенә йәбешкән. Ул үҙен алып сығып ырғытыуҙарынан ҡурҡа. Сөнки был уҫал ағайҙар өйҙәге бөтөн нәмәне тышҡа быраҡтыра. Яҫтыҡ, юрған...
Бер заман әсәһен алып инәләр.
– Балаҡайым, мине онотма!
– Әсәй, һин ҡайҙа китәһең?
– Алыҫҡа, балаҡайым, һин күрмәгән-белмәгән яҡтарға. Тиҙ генә күрешмәҫбеҙ. Балаҡайым, мин барыбер ҡайтырмын!
– Илама, әсәй! Мин иң бейек тау башына менермен. Ҡул болғармын! Һин мине гел күрерһең. Тик илама!
Әсәһе юҡ, ә ул һаман ҡысҡыра!
– Ямантауға менермен! Ҡул болғармын! Илама, әсәй!
Барып ҡайтырға кәрәк! Марианна ҡарсыҡ Дүшәнбелә йәшәгән Ренард улына шылтыратып, үҙен Мырҙағол атлы ҡустыһы эҙләткәнен әйтте. Аптыраны улыҡайы ла. Аптырамаҫлыҡ түгел шул бындай хәбәргә. Иртәгәһең үк ҡайтып төштө. Тик әсәһенең сәфәргә йыйыныуы ҡыуандырманы шикелле. Әсәһенең сәләмәтлеге өсөн борсола инде.
– Бик алыҫ юлға сығырға итәһең түгелме? Әсәй, Памир тауҙарымдан тыш, бер сәғәт тә тора алмайым, уларҙан бер ҡайҙа ла китәһем юҡ, ти торғайның.
– Унда ла тауҙар бар, улым. Кешеләрен онотоп бөтһәм дә, тауҙар барлығын яҡшы хәтерләйем. Шул тауҙар минең артабанғы яҙмышыма йоғонто яһаны. Шуға ла әсәйең тау ярата.
Юғары уҡыу йортон тамамлағас, ҡайҙа эшкә китергә тигән һорау алға килеп баҫты. Иосиф менән өйләнешкәндәр ине инде.
– Иң бейек тауҙарға алып кит, – тине Марианна.
Бына шулай Памир яҡтарына килеп сыҡты улар. Ошонда мәктәптә эшләнеләр. Болғансыҡ йылдарҙа ла күсеп китмәнеләр. Улар өсөн Тажикстан үҙ ватандарына әүерелгәйне. Ҡайҙа китһә лә Марианна Памир тауҙарын һағынып ҡайта.
Бөгөн улы менән Урал тауҙарына юл алды улар.