Мораҙым
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Октябрь , 17:24

Яман шеш булмаһын, тиһәң...

Табиптар яман шештән һаҡлаусы ризыҡтарҙы билдәләгән. Табип-дие­толог Елена Соломатина аш­ҡа­ҙан-эсәк ауырыуҙарын булдыр­мауға ярҙам итеүсе ете ризыҡты атаған.

абиптар яман шештән һаҡлаусы ризыҡтарҙы билдәләгән. Табип-дие­толог Елена Соломатина аш­ҡа­ҙан-эсәк ауырыуҙарын булдыр­мауға ярҙам итеүсе ете ризыҡты атаған.
 

Эксперт билдәләүенсә, ҡайһы бер тәмләткестәр организм торошона ыңғай йоғонто яһарға, шулай уҡ антиоксидант үҙенсәлектәре аша онкологияға ҡаршы көрәш ваҡытында симптомдарҙы еңе­ләйтергә һәләтле.
 

Тәмләткестәр араһында беренсе урында — имбир. Диетолог, уның тамырын да, киптерелгән, төйөлгән йәки шәкәрләнгән килеш тә ашарға мөмкин, тип билдәләй. Шулай уҡ имбир ашҡаҙанды яман шештән дауалағанда ярҙам итәсәк.
 

Ауырлығын һәм аппетитын юғалта башлаған пациенттарға ризыҡҡа розмарин ҡушып ашарға кәңәш ителә. Бынан тыш, диетолог куркуманың файҙалы үҙенсәлектәре булыуын белдерә.
 

Табип ҡыҙыл чили боросо, һарымһаҡ, бөтнөк һәм ромашканың да файҙалы булыуын билдәләй.
Автор:
Читайте нас: