Был эштәр Мораҡ ауылының 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алһыу Хәлитова һәм әүҙем Вәлиә Иҙрисова, тағы ла биш ҡатын-ҡыҙ тырышлығы менән башҡарыла.
Селтәр үреү өсөн сифатлы материал алырға яу яланынан ҡайтҡан егеттәр ҙә ярҙам итә, селтәр үреү мәктәптә ойошторолған.
"Беҙ эшләгән селтәр менән бер юлы 6-7 техниканы ҡапларға һәм позицияларҙы йәшерергә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ маскировкалау селтәре менән ҡапланған окопты дошман квадрокоптеры күрмәй, ә күргән осраҡта килеп тейгән ваҡытта ул ошо сеткаға уралып үҙе юҡҡа сығырға тейеш", - ти Вәлиә Мират ҡыҙы.
*Контракт хеҙмәте буйынса урындағы хәрби комиссариатҡа (Мораҡ ауылы, З.Биишева урамы, 6/1) мөрәжәғәт итергә. Тел.: 8(34789) 2-14-57.