Оҫталыҡ ҡына түгел, егәрлелек, күп көс талап итә торған һөнәр ул ашнаҡсы. Өҫтәүенә нимә генә әҙерләмә, яҡшы кәйеф менән тотонһаң ғына аш-һыуың тәмле-татлы була бит әле! Сәскәләй генә матур йәшлегендә үк ашнаҡсылыҡ серҙәрен, нескәлектәрен үҙләштереп, бар ғүмерен ошо тынғыһыҙ, яуаплы хеҙмәткә бағышлаған һәм әлеге ваҡытта Яңы Хвалын мәктәбе ашханаһында өлкән ашнаҡсы эшен ҙур яуаплылыҡ менән башҡарған Рәзилә Яҡупова ла һәр бешергән ризыҡҡа бар йөрәк наҙын, күңел йылыһын ҡуша, шуға күрә лә уның аш-һыуы татлы була.
Алтын ҡулдары, тәмле ашы һәм яҡты йөҙө менән балаларҙың, ата-әсәләрҙең, педагогик коллективтың ихтирамын яулаған намыҫлы эшсән - тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған ныҡлы рухлы, оло йөрәкле әсә; ҡырҡ йылдан ашыу ғүмер йомғағын бергә-бергә татыулыҡта һүтеүсе тормош юлдашы Кәбир Искәндәр улы өсөн хәстәрлекле ҡатын, рухи терәк.