Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Октябрь , 11:12

Көҙгө саҡырылыш башланды

1 октябрҙән 31 декабргә тиклем беҙҙең илдә хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырыу кампанияһы үтә. Хәрби хеҙмәт үтеү урындарына Күгәрсен һәм Ейәнсура райондарынан 130 тирәһе кеше ебәреләсәк. Хәрби хеҙмәткә алынғандар ҡайҙа хеҙмәт итәсәк? Улар махсус хәрби операция зонаһына ебәреләме? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Күгәрсен һәм Ейәнсура райондарының хәрби комиссары Ришат Әминев яуап бирә.  

Көҙгө саҡырылыш башланды
Көҙгө саҡырылыш башланды

1 октябрҙән 31 декабргә тиклем беҙҙең илдә хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырыу кампанияһы үтә. Хәрби хеҙмәт үтеү урындарына Күгәрсен һәм Ейәнсура райондарынан 130 тирәһе кеше ебәреләсәк.

Хәрби хеҙмәткә алынғандар менән Ҡораллы Көстәрҙең бөтә төр ғәскәрҙәре, шулай уҡ башҡа башҡарма власть федераль органдарының ғәскәри частары комплектланасаҡ 

Хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың күптәрен уҡыу берләшмәләренә һәм хәрби частарға ебәрәсәктәр, улар унда заманса хәрби техниканы өйрәнәсәк, хәрби-иҫәп һөнәрен аласаҡ, ә һуңынан алған хәрби әҙерлеккә ярашлы хеҙмәтен дауам итәсәк. Һәр береһе һалдат обмундированиеһы, несессор, аҙыҡ-түлек һәм кейем-һалым мөлкәте менән тәьмин ителәсәк.  

Шуны ла билдәләү мөһим, срочниктар махсус хәрби операция бурыстарын үтәүгә йәлеп ителмәй.

Граждандарға хеҙмәт саҡырыу тураһында хәбәр итеү элеккесә ҡағыҙ төрө аша башҡарыла (шәхси расписка йәки заказлы хат менән).

Саҡырыу буйынса бөтә хәрбиҙәр ниндәй специальносы булыуға ҡарамаҫтан, подразделениеларға ебәрелә. Улар тәғәйенләнеше буйынса ил территорияһындағы даими дислокация урынында хеҙмәтен дауам итәсәк, ә уны тултырғас, хеҙмәттән азат ителә һәм ваҡытында йәшәгән урынына ҡайтарыла.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, саҡырыу буйынса ҡыҙыу линия эшләй.

Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссариаты – йәмәғәт ҡабул итеү (консультация-хоҡуҡи пункты) - 8(347)228-02-92, эш көндәрендә көн һайын 9.00 сәғәттән киске 19.00 сәғәткә тиклем, ял көндәрендә 10.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем;

Хәрби хеҙмәткә граждандарҙы әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге - 8(347)253-13-48, 9.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем;

Өфө гарнизонының хәрби прокуратураһы – 8(347)250-05-10 эш көндәрендә 9.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем;

Өфө гарнизон хәрби суды - 8(347)259-14-83 эш көндәрендә 9.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем;

Ашығыс психологик ярҙам, Республика йәштәр психология үҙәге - 8(347)276-56-12, көн һайын 9.00 сәғәттән 00.00 сәғәткә тиклем.

Ришат ӘМИНЕВ,

Күгәрсен һәм Ейәнсура райондарының хәрби комиссары.

 

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: