Мораҙым
+21 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
20 Октября 2024, 07:25

Шәфҡәт нурын өләшеп

 Райондың иң эре ойошмаларының береһе һаналған Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығы коллективы башлыса ныҡ елкәле, таһыллы ир аҫылдарынан тупланған. Улар менән бер сафта намыҫлы эшләгән ун өс гүзәл зат вәкиле араһында иңдәрендә бер-нисә тиҫтә йылдар хеҙмәт тәжрибәһе булған үҙ эшенең оҫталары ла бар. Бөгөнгө яҙмабыҙ геройы Асия Күсмәева – тап шуларҙың береһе.

Шәфҡәт нурын өләшепШәфҡәт нурын өләшеп
Шәфҡәт нурын өләшеп

 Ул ярһыу йәшлегенең гүзәл осоронда, 27 йәшендә генә шәфҡәт туташы булып ойошмаға эшкә урынлаша һәм бар булмышы менән ошонда берегә. Бына хәҙер 30 йылдан артыҡ баҫалҡы холоҡло, пак күңелле аҡ халатлы юл төҙөү-ремонтлау идаралығы эшсәндәренең һаулығын хәстәрләй, уларға шәфҡәт нуры өләшә. Хеҙмәт ветераны тигән лайыҡлы исеме булһа ла, Асия Рәшит ҡыҙы йәштәргә биргеһеҙ әле – күҙҙәренән нур, йөрәгенән дәрт-ялҡын бөркөлөп тора. Коллегалары менән йәмәғәт сараларынан, өмәләрҙән дә бер ситтә ҡалмай. Ә йортонда, шәхси тормошонда донъяһын гөл итеп тотоусы тилбер ҡуллы хужабикә, өс тағандай өс баланың изгелекле әсәһе, икенсе яртыһы – ғүмер юлын иңгә-иң терәшеп үткән Илдар Тимерхан улы өсөн ғаилә усағының йылыһын ҡәҙерләп һаҡлаусы хәстәрлекле, ышаныслы ҡатын ул.

 

 Ул 1966 йылдың 31 авгусында Мәләүез районының Әбет ауылында яҡты донъяға килгән.  Биш бала тәрбиәләнгән

Бикташевтар ғаиләһендә иң өлкәне булараҡ, бар ғүмерен тынғыһыҙ колхоз эшенә бағышлаған ата-әсәһенең ҡул араһына бик иртә инә. Бала саҡтан әсәһенә ярҙам итеү йөҙөнән гектарлап сөгөлдөрөн утарға ла, үҫмер осоронда тиҫтерҙәре менән ырҙын табағында ҡара төнгә ҡәҙәр саңға батып эшләп быуын нығытырға ла тура килә уға.

 Тыуған ауылы мәктәбендә башланғыс белем алып, артабан урта звенола уҡыуын күрше Боһорман ауылы мәктәбендә дауам итә. 9-сы, 10-сы кластарҙы Нөгөш ҡасабаһында тамамлай. Әсәһе ауырып китеү сәбәпле Асия мәктәптән һуң уҡырға бара алмай. Мәләүез ҡалаһында шәкәр заводында эшләп бер йыл хеҙмәт тәжрибәһе алғас ҡына Салауат медицина училищеһына уҡырға инә.

 Ауыл эше менән сынығып үҫкән әрһеҙ ҡыҙ өс йыл бында фельдшер һөнәрен үҙләштергән дәүерҙә ғаиләһенә бер ауырлыҡ килтермәй - ҡала дауаханаһының травматология бүлегендә санитар эшен башҡарып аҡса эшләргә лә әмәлен таба, уҡыу буйынса ла алдынғылар сафынан төшмәй. 1987 йылда ҡулына диплом алғас, йәш белгес тыуған ауылы Әбеттә фельдшер булып эш башлай. Был осорға үҙ бәхетен табып, күрше ауыл егете Илдар Тимерхан улы менән үҙ ояһын ҡорорға ла өлгөрә. Тормош юлдашы ла, бәхеткә күрә, эшкә бөтмөр, кәләшенә терәк-таяныс булырҙай ысын ир аҫылы булып сыға, ә бер-бер артлы тыуған мөхәббәт емештәре – Гөлназ менән Айнур йәш ата-әсәнең тормошона тағы ла йәм өрә, ғаилә ептәрен нығыта.

 1993 йылда Илдар Тимерхан улы, Өфө дәүләт аграр университетының инженер-механика факультетын тамамлаған юғары белемле, тәжрибәле белгес булараҡ, Мораҡ ауылына 14 – се һөнәрселек училищеһына (хәҙерге Мәләүез күп профилле һөнәрселек колледжы) эшкә саҡырыла. Ғаилә башлығы тәҡдимде кире ҡаҡмай,  һәр саҡ ҡәҙерлеһенә уң иңен ҡуйырға әҙер тороусы һөйөклөһө лә уны хуплай.

 Шулай итеп бер һүҙле, егәрле Күсмәевтар яҙмышын беҙҙең район менән бәйләй. Дөрөҫ, сит районда яңы тормош башлауы ҡапыл ғына еңел бирелмәй. Тәүге осорҙа фатирға инеп йәшәп, ҙур тырышлыҡ һәм хәләл көс менән артабан Мораҡ ауылының Сәнәғәт урамында күркәм йорт һалып инә уңғандар. Бер-береһе өсөн йән атып тороусы матур парҙың өсөнсөгә сабыйҙары тыуып, тормоштарын йәнә лә нурға солғай.

 Намыҫлы хеҙмәт юлында хәстәрлекле, егәрле ата-әсә үҙ өлгөһөндә өс балаһына ла матур тәрбиә бирергә тырыша, уларға белем алырға, күркәм йорттар һалышып башҡа сығарырға ла ярҙам итә. Өлкән ҡыҙҙары Гөлназ ДОСААФ-тың урындағы бүлексәһендә, улдары Айнур Себергә вахта менән йөрөп эшләй. Иң кесеһе Айгүзәл әсәһе юлын һайлап, Салауат медицина колледжын тамамлай, әлеге ваҡытта “Секрет здоровья” медицина үҙәгендә намыҫлы хеҙмәт күрһәтә.

 

 Әйткәндәй, Мораҡ ауылына күсеп килгәс, ғаилә башлығы һөнәрселек училищеһында 7, артабан ПМК – ла 5-6, газ участкаһында 15 йыл мастер булараҡ намыҫлы хеҙмәт күрһәтә, артабан апаруҡ йылдар хәләл ефете эшләгән ойошмала, йәғни Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығында эшләп, райондың инфраструктураһын үҫтереүгә үҙ өлөшөн тос индерә. Илдар Тимерхан улы тирә-яҡҡа оҫта ҡуллы мастер, йор һүҙле, яҡты күңелле уҙаман булараҡ яҡшы таныш.

 Ә Асия Рәшит ҡыҙы, өҫтә билдәләп үтеүебеҙсә, 1993 йылдан бирле урындағы юл төҙөү-ремонтлау идаралығында үҙ һөнәрен яратып башҡара. Йәшәгән йортонан алыҫ түгел урынлашҡан ойошма утыҙ йыл эсендә икенсе өйөнә, үҙенә ихтирам менән ҡараған коллективы икенсе ғаиләһенә әүерелгән. Шәфҡәт туташының эш көнө таңғы 7-нән башлана. Һәр иртәлә водителдәр, механизаторҙар рейсҡа сығыр алдынан ҡан баҫымын үлсәтеп, талапсан һәм хәстәрлекле йәнле Асия Күсмәевала медицина тикшереүен үтә. Кискеһен тағы ла юлдан арып ҡайтыусы эшсәндәрҙе ҡаршы алмайынса, аҡ халатлы өйөнә ашыҡмай. Ойошмала һәр кем уға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала. Төп бурыстарынан тыш яуаплы хеҙмәткәр бер аһ-зарһыҙ диспетчер хеҙмәтен дә башҡара. Профсоюзда 25 йыл буйы казначей эшен дә алып барған.

 Тырыш эшсәндең фиҙаҡәр хеҙмәте тейешенсә баһаланған. Район хакимиәтенән, юғарынан бирелгән маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары байтаҡ уның. Әммә тынғыһыҙ эшенә, лайыҡлы тормош юлына иң юғары баһа – ул коллегаларының, тирә-яҡтың, яҡындарының ихтирам-хөрмәте. Аллы-гөллө сәскәләр үҫтереү, “әсәй” тип өҙөлөп тороусы балаларын һәм йәшлегенән серҙәше лә, ышаныслы терәк-таянысы ла булған тормош иптәшен милли ризыҡтар менән һыйлау, наҙлау Асия Рәшит ҡыҙына рухи кинәнес бирә. Хоҙай уны ошо бәхеттән айырмаһын!

 Гөлшат ВӘЛИЕВА.

 Фото – ғаилә архивынан.     

 

 

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас