Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
20 Октябрь 2024, 09:30

Дини йәмәғәтселек менән бергә алып барылырға тейеш

Рәсәй- спорт державаһы халыҡ-ара спорт форумында Өфөнөң Көрәш һарайында Патриархтың физик культура һәм спорт мәсьәләләре буйынса комиссияһы ҡатнашлығында “Дәүләт, дини һәм йәмәғәт ойошмаларының физик культура һәм спортты үҫтереү буйынса үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүе” темаһына арналған “түңәрәк өҫтәл” уҙғарылды.

Дини йәмәғәтселек менән бергә алып барылырға тейеш Өфөлә “Рәсәй – спорт державаһы” XII халыҡ-ара спорт форумы дауам итә. Бөгөн спорт үҙәктәрендә “түңәрәк өҫтәл”дәр, конференциялар, презентациялар, мәҙәни һәм спорт саралары үтте.

Өфөнөң Көрәш һарайында Патриархтың физик культура һәм спорт мәсьәләләре буйынса комиссияһы ҡатнашлығында “Дәүләт, дини һәм йәмәғәт ойошмаларының физик культура һәм спортты үҫтереү буйынса үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүе” темаһына арналған “түңәрәк өҫтәл” уҙғарылды. Унда дини конфессиялар, власть органдары, спорт йәмәғәтселеге вәкилдәре, федераль һәм төбәк спикерҙары йыйылды. Сарала спортты үҫтереүгә дини конфессияларҙы йәлеп итеү тураһында һүҙ барҙы.

Автор:
Читайте нас