Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
19 Октябрь 2024, 10:35

"Беҙ Өфөгә һәр саҡ ашҡынып киләбеҙ!"

“Спорт берләштерә, илһамландыра, йәшәү дәртен арттыра, төрлө борсолоу-һыҙланыуҙарҙы бер аҙға оноттора. Спорт – ул еңеү һәм еңелеү, тәжрибә туплау, аралашыу, дуҫлыҡ, бер-береңде хәстәрләү...” Бына ошондай фекерҙәргә юлыҡтыҡ бөгөн  Өфөләге Рима Баталова исемендәге Башкортостан спорт әҙерлеге үҙәгендә барған Рәсәй Паралимпия комитетының МХО ветерандары өсөн төбәк-ара физкультура һәм спорт сараһы "Беҙҙең заман геройҙары" ярыштарында.

Удмуртияның Сарапул ҡалаһынан махсус хәрби операция ветераны Игорь Коренев сараға ҡатыны Ләйлә Ибраһим ҡыҙы менән килгәйне.

-  Өфөгә беҙ һәр саҡ ашҡынып киләбеҙ. Бында беҙҙе ихлас ҡаршылайҙар. Һеҙҙең ваҡ бәлеш, сәк-сәк, әлбиттә, хуш еҫле, шифалы бал һәм тәбиғәт ныҡ оҡшай. Былтыр ҙа Рима Баталова исемендәге Башҡортостан спорт әҙерлеге үҙәгендә махсус хәрби операция ветерандары араһында үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнашҡайныҡ, быйыл да килдек, – ти Игорь ҡатыны менән. – Башҡортостанда ошондай ҙур, иркен махсус спорт үҙәгенең булыуы – һоҡланғыс. Удмуртияла бындай спорт объекты юҡ. 

Игорь Олегович ярыштарҙа ултырып волейбол уйнау, уҡ атыу, армреслинг ярыштарында үҙ көсөн һынап ҡараны.

- Спорт – бик шәп реабилитация сараһы. Спорт менән шөғөлләнгән ветерандар бер-береһе менән шул тиклем дуҫ, һәр йәһәттән алға ынтылырға тырышалар, даими аралашалар, спорттан йәшәү өсөн көс-дәрт алалар, - ти ветерандың ҡатыны Ләйлә Ибраһим ҡыҙы. – Ирем менән бергә ошондай сараларға йөрөгәс, төрлө ҡалаларҙа төрлө шарттарға юлығырға тура килә. Мәҫәлән, Екатеринбургта булдыҡ. Әммә Өфө  беҙҙе һәр саҡ һоҡландыра. Бында мохтаждар өсөн уңайлы мөхит булдырылған, адаптив спорт үҫешкән. Тағы Башҡортостандың баш ҡалаһына ярыштарға саҡырһалар, ихлас киләсәкбеҙ.

Ләлә менән Игорь Кореневтар был спорт сараһының бик шәп, урынлы һәм кәрәкле икәнлеге тураһында һөйләне һәм рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.

Автор:
Читайте нас