Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Октябрь , 09:00

Яралы яҙмыштар (дауамы)

Теүәл ете көн уҙыуға баржа ярға терәлде. Мәйеттәргә оҡшап ҡалған кешеләрҙе этеп-төртөп барак тип аталған тәпәш кенә, кескәй генә тәҙрәле оҙон һарай кеүек өйгә индерҙеләр. Унда таҡтанан эшләнгән урындыҡтар теҙелгән. Һалам тултырылған түшәк, мендәр, атҡа яба торған септә кеүек үтә күренмәле юрғандарҙы таратып сығыуға ҡыңғырауға оҡшаған нәмәнеңдер саң ҡағыуы ишетелде. Бына шулай башланды “халыҡ дошмандарының” Себерҙәге һөргөн тормошо...  Ғүмер тигән нәмә ҡайҙа ла үтә икән. Урман ҡырҡыуҙарына йылдан ашыу ваҡыт үтеп китте. Кәрим, йөҙйәшәр ҡарағайҙарҙы яуҙара, Сәғүрә ауған ағастарҙың ботаҡтарын турай. Алһыҙ-ялһыҙ таң һарыһынан ҡара кискә ҡәҙәр эшләйҙәр. Ашау яғы шул ҡәҙәр наҡыҫ, йән сыҡмаҫлыҡ ҡына. Һөргөндәге тормош ауыр булһа ла, Кәримдең Сәғүрәгә булған ҡайнар һөйөүе һис тә кәмемәне. Уңайы килеп сыҡһа, Кәрим Сәғүрәне ҡосаҡлай, наҙлай, иркәләй, ҡуйы сәстәренән һыйпай. Ҡайһы ваҡытта йән һөйгәненән ғәфү үтенә. “Әгәр ҙә беҙ осрашмаған булһаҡ, һин бындай ғазаптарҙы күрмәҫ инең”, тип әсенә.

Яралы яҙмыштар (дауамы)
Яралы яҙмыштар (дауамы)

Яралы яҙмыштар

Гөлшат ИШБУЛДИНА

 Теүәл ете көн уҙыуға баржа ярға терәлде. Мәйеттәргә оҡшап ҡалған кешеләрҙе этеп-төртөп барак тип аталған тәпәш кенә, кескәй генә тәҙрәле оҙон һарай кеүек өйгә индерҙеләр. Унда таҡтанан эшләнгән урындыҡтар теҙелгән. Һалам тултырылған түшәк, мендәр, атҡа яба торған септә кеүек үтә күренмәле юрғандарҙы таратып сығыуға ҡыңғырауға оҡшаған нәмәнеңдер саң ҡағыуы ишетелде. Бына шулай башланды “халыҡ дошмандарының” Себерҙәге һөргөн тормошо...

 Ғүмер тигән нәмә ҡайҙа ла үтә икән. Урман ҡырҡыуҙарына йылдан ашыу ваҡыт үтеп китте. Кәрим, йөҙйәшәр ҡарағайҙарҙы яуҙара, Сәғүрә ауған ағастарҙың ботаҡтарын турай. Алһыҙ-ялһыҙ таң һарыһынан ҡара кискә ҡәҙәр эшләйҙәр. Ашау яғы шул ҡәҙәр наҡыҫ, йән сыҡмаҫлыҡ ҡына. Һөргөндәге тормош ауыр булһа ла, Кәримдең Сәғүрәгә булған ҡайнар һөйөүе һис тә кәмемәне. Уңайы килеп сыҡһа, Кәрим Сәғүрәне ҡосаҡлай, наҙлай, иркәләй, ҡуйы сәстәренән һыйпай. Ҡайһы ваҡытта йән һөйгәненән ғәфү үтенә. “Әгәр ҙә беҙ осрашмаған булһаҡ, һин бындай ғазаптарҙы күрмәҫ инең”, тип әсенә. Сәғүрә бар көсөнә йылмайып, “Юҡ, ҡәҙерлем, һинһеҙ үткән көндәремде йәлләйем, ә хәҙергеһе үтә ғазаплы булһа ла, мин бәхетле,  һин - минең янымда, һин минең менән”, тип йыуата. Улар бер-береһенә һыйынып, киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап йоҡоға тала.

 Ул көндө Сәғүрә мәңге онота алмаҫтыр. Иртәнге ашыҡ-бошоҡ ашауҙан һуң эшкә тотондолар. Күккә олғашҡан ылыҫ ағастары үҙҙәренең ғүмерҙәре бөтөүен аңлағандай, олондарына балта тейеү менән ыңғырашып ҡуялар. Ағастар гөрһөлдәшеп ергә яуғанда, үҙҙәренең һуңғы һулышын алған төҫлө. Һәр йығылған ағаста кеше ғүмерен күргән кеүек Сәғүрә. Шул уйҙар солғанышында торғанда ҡапыл кемдеңдер үҙәк өҙгөс тауышы ишетелде, Сәғүрәнең ҡулындағы балтаһы төшөп китте. Кәримдең тауышы түгелме?! Кәримдеке бит!!! Ул Кәрим эшләп йөрөгән яҡҡа ҡараны. Унда бер-нисә кеше баш кейемдәрен һалып ҡатып ҡалған. Сәғүрәнең йөрәге туҡтағандай булды. Һуңғы сабырлығын йыйып, әкрен генә ул да шул яҡҡа атланы. Юҡ, йүгерерлек тә, ҡысҡырып иларлыҡ хәлдә түгел ине ул. Ауыр ағас аҫтында мәңгелеккә тынып ҡалған ирен күргәс, Сәғүрәнең күҙ алдары ҡараңғылана барҙы, ҡайҙалыр төпһөҙ күлгә төшөп киткәндәй ул ҡуйы ҡараңғылыҡҡа сумды. Өс көн, өс төн аңына килә алмай ғазап сиккәндән һуң, саҡ иҫенә килде ул. Үҙен ҡапшап ҡараны, бик ҙур ауырлыҡ менәна аяҡ-ҡулдарын йөрөтөп тороп ултырҙы. Үткән ваҡиғалар иҫенә төштө. Кәримһеҙ миңә ниңә йәшәргә, тип һүнә барған күҙҙәрен күккә төбәне. Яйлап баракка әсирҙәр ҡайта башланы, нисек кенә арыһалар ҙа һәммәһе тейерлек Сәғүрәнең хәлен белеп китте. Үҙ-ара шыбырлашып, “Күпкә бармаҫ, бигерәк яратышып йәшәйҙәр ине, аҡҡоштар кеүек. Хатта ошондай үлемесле донъяла ла һөйөү тигән изге матур хисте һаҡлай белделәр”, тип моңһоу ғына ҡарап, үҙ мәшәҡәттәренә сумалар. Янына эҫе һыу тотҡан, бәләкәс кенә икмәк киҫәген усына йомарлап яҡташы, башҡорт ҡатыны Зифа килде. “Уяндыңмы инде, әйҙә, әхирәткәйем, тамағыңды сылатып, ҡапҡылап ал”, - тип Сәғүрәнең хәлһеҙ ҡулына тимер кружка тотторҙо. “Юҡ, мин ашамайым. Был икмәк һиңә кәрәгерәк”, - тип Сәғүрә ашауҙан баш тартты. Зифа бар оҫталығын егеп, Сәғүрәне ашарға өндәй. Балаларының уны зарығып көтөүен, хатта бер серен дә әйтеп һалды. “Яҙ етеү менән ҡыш буйы ҡырҡып өйөлгән ағас-бүрәнәләр артынан баржалар киләсәк. Килгән саҡтарында улар әсирҙәр өсөн ризыҡ, ваҡ-төйәк нәмә алып киләләр. Шул ризыҡтарҙы бушатыр өсөн тик ҡатындарҙы йәлеп итәләр. Шул ваҡытта нисек булһа ла баржала йәшенеп ҡалһаң, ҡотолорбоҙ. Бына шулай, әхирәткәйем, үлмәй торайыҡ әле, беҙгә тыуған ергә ҡайтып, балаларыбыҙҙы үҫтерергә кәрәк”, - тип Сәғүрәнең күңел яраһын йыуып, йәшәүгә өмөт сатҡыларын уятты ул.

 Тәбиғәт ҡайҙа ла бер, үҙ ҡанундарын боҙмай. Мул нурҙарын һибә-һибә ҡояш апай Себер тарафтарына яҙ килтерҙе. Ер ҡарҙан әрселеп бөтөүгә йылға ла йәнләнде, боҙҙар эре-эре өлөштәргә бүленеп, дөбөр-шатыр бер-береһен этә-төртә торғас, ярһыу йылға ла асылды.   

 Түҙемһеҙлек менән беренсе баржаның килеүен көтәләр. Ана алыҫтан баржаның гудок тауышы бейек тауҙарға бәрелеп шаңдау булып яңғырай. Өмөт тигән нәмә яңынан баш күтәрә, “Ҡасырға! “ тигән уй мейене быраулай, йөрәкте шәберәк һуғырға мәжбүр итә.

 Ғәҙҙәтәгесә ҡатын-ҡыҙҙарҙы йөк бушатырға баржаға ебәрҙеләр. Һаҡсылар әсир ҡатындарға иғтибар ҙа итмәй, өйкөм булып кәрт һуғалар. Зифа төпкәрәк үтеп йәшенер урын эҙләй. Быны ситтә күҙәтеп ултырған һаҡсы күреп ҡалды, ҡаты итеп ҡысҡырып ебәрҙе. Сәғүрә ауыр ғына йәшникте иңенә һала алмай аҙапланғанда баржала эшләүсе матрос егет килеп ярҙамлашты. Үҙе саф башҡорт телендә “Һеҙ, апайҙар, башҡорттармы? ” тип һораны. Телһеҙ ҡалған Сәғүрә йәшникте төшөрөп ебәрә яҙҙы. Егет бер сәғәттән баржаның китәсәген әйтте һәм ымлап ҡына мөйөштә өйөлөп ятҡан ҙур мискәләрҙе күрһәтте. “Мин һеҙгә ярҙам итергә тырышырмын”, тип тә өҫтәне.

 “Эй, тәңрем, ошо тамуҡ донъяһынан китергә ярҙам ит. Тотолһаҡ та, барыбер ошо тайганан алыҫ ебәрмәҫтәр”, тип үҙен йыуатып ҡуйҙы Сәғүрә. Бына баржа йәнә үҙенең көслө гудогын ҡысҡыртып ебәрҙе. Был инде йөктөң тейәлеп һәм әсирҙәрҙең баржанан төшөп бөтөүенә сигнал ине. Ике ҡатын йәшен тиҙлегендә алдан самалап ҡуйған мискә эсенә сумдылар, тын алырға ла ҡурҡып баржаның ҡуҙғалып китерен көттөләр... Бер аҙ ваҡыт уҙыуға баржа ауыр йөк тейәгәндән ҡалтырана-ҡалтырана ике әсир ҡатынды тамуҡ уттарынан алыҫлаштыра ине.

 Күпмелер ваҡыт үтте, матрос егет ипләп кенә мискәгә һуҡты. Баржа ниндәйҙер пристангә туҡталыш яһай икән. “Хәҙер тиҙ генә төшөгөҙ ҙә тиҙерәк был тирәнән китегеҙ, иҫән-һау булһағыҙ бынан 50 саҡрымда ҡала булыр, унан паровоздар йөрөй. Минең исемем Садиҡ, мин –Стәрлебаштан”, - тип Сәғүрәнең ҡулына төргәк һуҙҙы. Ваҡыттың тар булыуы, бында оҙаҡ ултырыу хәүефле булыуы ҡыҙҙарға егет менән яҡындан танышырға мөмкинлек бирмәне. Шулай ҙа Сәғүрә әсәһенең төҫө итеп мең тентеүҙәрҙән һаҡлап ҡалған көмөш беләҙеген шундай мәрхәмәтле, изге күңелле егеттең усына һалды ла ҡараңғыға инеп юғалды. Ҡыҙҙар төн ҡараңғылығынан файҙаланып хәлдәренән килгәнсе атларға тырыштылар. Садиҡ биргән төргәк тә ярап ҡалды – ҙур ғына икәмәк, ике балыҡ һәм бер консерва.

 Ике көндән улар ҡалаға килеп етте. Күмәк халыҡ алдында улар үҙҙәрен тынысыраҡ тотто, шулай ҙа ҙур һаҡлыҡ күрһәтеп эш эҙләргә керештеләр. Йөрөй торғас, өйкөм торған кешеләргә барып сыҡтылар. Һары сәсенә килештереп ҡыҙыл яулыҡ бәйләгән мәрйә ҡыҙы ялҡынлы телмәр менән йәштәрҙе эшкә – ҙур төҙөлөшкә саҡыра, шунда уҡ риза булғандарҙың исем-шәрифтәрен яҙа, эш хаҡын көн дә, сменанан һуң түләүҙәре тураһында аңлата ине. Исемдәрен үҙгәртеп Сәғүрә менән Зифа ла төҙөлөшкә яҙылдылар. Бындағы эш урынында күберәк йәш-елкенсәк ине, күңелле, дәртле йырҙар йырлайҙар. Эшкә йырлап киләләр, дәррәү итеп эшләйҙәр ине комсомол йәштәре.

 Эш ауыр булһа ла, яныңда мылтыҡ тотоп, һине эт урынына ла күрмәгән һаҡсылар юҡ. Хатта әҙерәк ултырып ял итергә лә була. Төшөн буш ашаталар. Аштары ла һөргөндәге аш түгел инде, тары бутҡаһын рәхәтләнеп ашайҙар ҡыҙҙар. Бер аҙнала юллыҡ аҡса йыйҙылар, тағы ла бер аҙна эшләп өҫ-баштарын алмаштырҙылар. Йыуынып, кейенеп тә алғас, кешегә оҡшап ҡалдылар. Йәштәр араһында үҙҙәрен иркен тотһалар ҙа барыбер күңелдәре тыныс түгел ине, автоматтар тотоп арттарынан бына-бына килеп етерҙәр кеүек.

 Бер аҙ ваҡыттан билет алып ҡала менән хушлаштылар. Паровоздың ах та ух килеп ауыр тын алыуын тыңлап тыуған яҡҡа ашыҡтылар. Инде ҡайтып еттем тигәндә “Документтарығыҙҙы әҙерләгеҙ, тикшереү була”, тигән хәбәр таралды. Ҡайҙалыр барып килгән ҡатын да “Ике ҡатын һөргөндән ҡасҡан тиҙәр, шуларҙы эҙләйҙәр”, тип йөрәккә шом һалды. Сәғүрә менән Зифа күҙ ҡараштары менән генә аңлашып тамбурға сығып баҫтылар. Бәхеткә күрә, паровоз барышын әкренәйтеп, ниндәйҙер станцияға яҡынланы. Ҡыҙҙар һикереп төшөп ҡалдылар. Бик оҙаҡ ҡаса-боҫа атланылар. Бара торғас, алда башҡорт ауылдары йышыраҡ осрай башланы. Улар үҙҙәренең тыуған яҡтарында икәнен аңланылар.

 Бына мең ғазаптарҙы бергә кисереп, бер телем икмәкте бүлешеп ашап, бер-береһен йығылғанда торғоҙоп дуҫлыҡ ебен һаҡлай алған ике әсирҙең дә хушлашыр ваҡыттары килеп етте. Зифа тыуған ауылына ҡайтмай ике туған ағаһына барырға ҡарар итте. Сәғүрә лә Кәримдең ауылына барыуҙан ҡурҡты, эҙләрҙәр, табырҙар тип әсәһенең ауылына, ағайҙары янына ҡайтырға булды. Улар илай-илай бер-береһен ташламаҫҡа вәғәҙәләр бирешеп хушлаштылар.

 Аҙым һайын йөрәк сығырҙай булып тибә, күңелдә төрлө уйҙар урғыла. Ана Эйек йылғаһы буйындағы тыуған ауылы. Ана Сәғүрәнең тирәге, иҫән икән әле, һаман суҡ ботаҡтарын тирә-яҡҡа һуҙып, Сәғүрәһен көтә ме икән? Сәғүрә үҙе лә һиҙмәҫтән тирәгенә табан йүгерҙе. “Тирәккәйем, серҙәшкәйем, бына мең ғазаптар кисереп һинең ҡосағыңда торам. Бөтә йәберләүҙәр, язалауҙар артта ҡалды”, тип Сәғүрә тирәген ҡосаҡлап үкһеп-үкһеп иланы ла иланы. Шашып һөйгән Кәрименең мәңгелеккә һөргөн ерендә ҡалыуына, үҙенең яралы яҙмышына, йөрәге әрнеп һыҙланы. “Эй, ғәзиз тыуған ерем, һөргөндә йәнем ҡыл өҫтөндә булғанда ла, йәшәүгә өмөттәрем тамам өҙөлгәндә лә, ғәзиз ерем, һине бер ҡасан да иҫемдән сығарманым. Ниңә шул тиклем ҡәҙерле, шул ҡәҙәр яҡын икән ул тыуған ер?!” Сәғүрә бик оҙаҡ ерҙе ҡосаҡлап иланы. Бөтә тормошон күҙ алдынан үткәрҙе. Һорауҙар күп, тик яуап биреүсе юҡ. Күпме аҫыл ирҙәр сәбәпһеҙгә ғәйепләнеп, баштарын себер ерендә һалдылар. Йә, Хоҙайым, күпме ғүмер әрәм үтелгән, кәмһетелгән, атылған...

 Сәғүрә бер аҙ бушанып ауыр йөгөн кәметкәндәй илауҙан туҡтаны ла кәүҙәһен ғорур тотоп, ныҡлы аҙымдар менән тыуған ауылына, ағалары йәшәгән йортҡа атланы.

Автор:
Читайте нас: