Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Октябрь , 15:04

Яралы яҙмыштар

 Ап-аҡ мамыҡ түшәкте ҡыуғынсылар һалына түшәп ҡуйған кеүек Эйекте ҡуйы томан ҡаплаған. Һалдың башы күптән томан эсенә инеп юғалған. Яр ситендә Кәрим тора. Сәғүрәне күреү менән йүгереп килеп ҡосағына алды, уның көслө ҡулдары Сәғүрәне бала кеүек күтәреп алды. Ярҙа ике күнәк менән көйәнтә генә аунап ятып ҡалды.  Кәрим Сәғүрәне үҙ донъяһына алып ҡайтты. Хәлле генә йәшәйҙәр икән, ике ҡатлы ҙур өй, унлаған келәт, амбарҙар, һарай, кәртә-ҡуралар төҙөк, мал-тыуары ла ишле. Тағы ла шуны әйтеп үтергә кәрәк, Кәримдең ҡатыны һәм ишле генә ғаиләһе лә булып сыҡты. Сәғүрә ҙур күҙҙәрен тултырып Кәримгә ҡарай, был ҡарашта “Һин мине алданыңмы, ни өсөн?” тигән юлдар ярылып ята. Шундай уҡ хәлде Кәримдең ҡатыны ла кисерә ине шикелле.

Яралы яҙмыштар
Яралы яҙмыштар

Гөлшат Ишбулдина

Яралы яҙмыштар

Хикәйә

 Яҙғы ҡояш, бар донъяны үҙенең шифалы нуры менән иркәләй. Ышыҡ урындарҙа ҡалған ҡарҙарҙы иретә. Ҡояш йылытып өлгөргән урындарҙа йәшел үлән морон төртә. Ағастар ҙа яҙғы ҡояшҡа рәхмәт әйткәндәй япраҡ яра. Йылы яҡҡа осҡан ҡоштар ҙа төркөм-төркөм булып кире әйләнеп ҡайта. Эйек йылғаһының ярында үҫкән бейек тирәктәрҙә ҡарғалар оя яһайҙар. Тәбиғәттә шундай йәнлелек, яңырыу бара.

 Ярҙарына һыя алмай, үҙенең мул һыуын ҡайҙа ҡуйырға белмәгәндәй ярҙарынан ашып сығып, Оло Эйек йылғаһы үҙәндәрҙе, юлында осраған бөтә нәмәне үҙенең көслө ағымы аҫтында ҡалдыра. Ағымы шундай көслө, әйтерһең дә бәйгелә сабып алдан килгән, күпереккә батҡан айғырҙай өйөрөлөп-сөйөрөлөп аға, түбәнерәк урынлашҡан ауылдарға тиклем барып етә. Кешеләрҙең күңеленә хәүеф һалһа ла, бөтә халыҡ, Оло Эйектең ярһыу-ҡыҙыу ағымын күрергә тип, уңайлыраҡ ҡалҡыулыҡтарға баҫып, хайран ҡалып, һыу ағымын күҙәтә.

 Яҙғы күренеште күрер өсөн Сәғүрә лә кешеләрҙән бер аҙ ситтәрәк урын табып, шаулап аҡҡан йылғаға төбәлде. “Эй, Эйеккәйем, матурҡайым, нисә быуаттар буйы ағаһың һин, ысыҡ һыуындай таҙа һыуың менән мәғрүр ҡаяларҙы йырып, тауҙар аша үҙеңә юл һалаһың. Күпме тарихҡа шаһит булғанһың, күпме мөхәббәтле йәштәрҙе күргәнһең, үҙеңдең ярында күпме илау-һыҡтауҙарҙы ишеткәнһең. Күпме кеше һинең һыуындың көмөштәй сафлығын татып, үҙенә көс-ғәйрәт туплаған. Ә һин, Эйеккәйем, һаман ағаһың да ағаһың. Һинең гүзәл матурлығыңды төнгө кистә лә күрергә була. Айҙан төшкән яҡтылыҡта һин көмөш билғауҙы хәтерләтәһең, ялтырап ятҡан һыуыңда айҙың үҙен күрергә була. Тулҡындар ай һүрәтен бер-нисә өлөшкә бүлә, , тын аҡҡан урынында ай ҡабат берәүгә әйләнә. Сихри матурлыҡ! Үҙе бер мөғжизә!

 Ауылдарында иң сибәр, иң уңған һаналған Сәғүрәне күрше ауылдан Сөнғәт исемле егет һоратты. Әсәһе, Бибисара инәй, Сәғүрәне башлы-күҙле итеү яғында ине, тик тиҙ ризалашты. Сәғүрә өлөшөмә төшкән көмөшөм шулдыр тип, һис тә күреп белмәгән, тәкәббер холоҡло Сөнғәт менән йәшәп китте. Күп тә үтмәй сабыйы донъяға килде. Ир бала тыуғас, бәлки Сөнғәт тә яҡшы яҡҡа үҙгәрер тип өмөт итһә лә, ире төндәрен ҡайҙалыр юҡҡа сыға, бер-нисә көндән һуң ғына өйгә ҡайта ине. “Һин ҡайҙа йөрөйһөң”, - тип һораһа, “Эшең булмаһын”, - тип яуаплай, һис юҡтан тауыш сығара, ярһыу асыуын Сәғүрәнең иңдәренә төшөрә. Етмәһә, ҡәйнәһе Ғәйшә ҡарсыҡ утҡа утын өҫтәп кенә тора. Ниңәлер яратманы ул киленен, гелән ғәйебен табып әрләргә генә тора. Ауылда ла имеш-мимеш хәбәрҙәр ҡуйыра башланы, күрше-тирә ауыҙҙарын баҫа биреп Сөнғәттең ат урлау, уны Ырымбур яҡтарына һатыу менән булышыуын бер-береһенә еткерәләр ине.

 Үҙенең аяныслы яҙмышына түҙеп Сәғүрә баш баҫып йәшәй бирҙе. Көндәрҙең береһендә Сөнғәт бик асыулы ҡайтты. Инеү менән сәбәпһеҙҙән әсәһенә ҡаты итеп ҡысҡырып ебәрҙе, уныһы ҡалтырап төштө. “Ниңә әсәйеңә ҡысҡыраһың?”- тип Сәғүрә ҡәйнәһен яҡлап һүҙ әйтмәксе булғайны Сөнғәт уны аяуһыҙ итеп туҡмай башланы.

- Баламды алам да әсәйемә кире ҡайтам. Оҡшағанды алырһың, - тип Сәғүрә улын кейендерә башлағайны, Сөнғәт уғата ярһып китте. Сәғүрәне елкәһенән тотоп ҡапҡа артына бәрҙе, уны эстән бикләне лә йылан кеүек ыҫылдап, “Һин хәйерсегә улымды бирәһем юҡ, тере сағыңда юғал күҙ алдымдан”, - тип өйгә табан атланы. Ауыҙындағы ҡанды төкөрә-төкөрә илап та, ярһып та ҡараны тик ишекте астыра алманы Сәғүрә.

 Ярай, ҡайтып күп тә үтмәҫ, Сөнғәт килеп етер, улдарын йәтим итмәҫ, тигән өмөттә ауылға табан атланы. Бына ошо хәлдән һуң байтаҡ ваҡыт үтһә лә Сөнғәт килмәне. Сәғүрә йәшенеп кенә уның өйҙән сығып китеүен көттө, тик бейеме Ғәйшә ҡарсыҡ улы сығып китеү менән шунда уҡ ҡапҡаны бикләй, киленен әрләп, хәҙер этте ысҡындырам, тип ҡурҡыта ине. Сәғүрә ул ваҡытта күршелә йәшәгән Рабиға еңгәһенә инә. Үҙе бешереп алып килгән бауырһаҡ, бәлештәрҙе, бәйләгән ойошбаштарын улына биреүҙе үтенә лә илай-илай ҡайтып китә. Бына ошо һағыш хистәренә түҙә алмай ағым һыуға ҡарап уйға сумған Сәғүрә.

 Ярһыу йылға ярҙарына ҡайта башлау менән йәнә күңелле ваҡиғалар башлана. Бүрәнәләрҙе бер-береһенә беркетеп һал ҡыуыусылар үҙҙәренең еңел булмаған юлдарын башлай. Эйек йылғаһы сүллектәге каруандарҙы хәтерләткән кеүек һал ҡыуыусыларҙың күңелле ҡысҡырышыуҙары, ярҙан яулыҡ болғап торған ҡатын-ҡыҙҙарға сәләм биреп, матур һүҙҙәр әйтеп, йәш ҡыҙ-ҡырҡындың күңелдәрен елкетеп үтәләр.

 Берәй матурыраҡ, уңайлыраҡ урында ауыл булған ерҙә һал ҡыуыусылар төнгөлөккә ялға туҡтайҙар. Ул ваҡытта ауыл халҡы өсөн ысын мәғәнәһендә байрам башлана. Кемдер мунса яға, кемдер аш һала, уңғаныраҡ еңгәләр хатта ҡыуғынсыларҙың өҫ-баштарын йыуып, һүтелгән урындарын тегеп үк бирә. Бына шундай инде беҙҙең башҡорт халҡы – изге күңелле лә, ҡунаҡсыл да, ябай ҙа.

 Һал ҡыуыусыларҙың бер-нисәүһе Сәғүрәләрҙең дә ишеген ҡаҡты, мунса инеп ял итер өсөн рөхсәт һораны. Сәғүрәнең әсәһе Ғәбиҙә инәй ҡунаҡтарҙың ҡулында мул ғына күстәнәсте күргәс, ихлас йылмайып уларҙы өйгә саҡырҙы.

 Мунса инеп, таҙа кейемдәр кейгәс, бик сибәр егет инәйгә рәхмәттәрен әйтеп, усына 1 һум көмөш аҡса, иңенә сәскәләр төшкән яулыҡты һалғас, Ғәбиҙә инәй тамам ҡәнәғәтлек кисерҙе. Сәй янында егет үҙен Кәрим тип таныштырҙы. Ырымбур ҡалаһына етәрәк ҙур ғына татар ауылында йәшәүен һөйләне.

 Сәй урынын йыйыштырып йөрөгән Сәғүрә егеттең ике күҙе лә уның буй-һынын, бөгәренә еткән сәс толомдарын байҡауын тоя. Кәримдең Сәғүрәне ҡыҫып-ҡыҫып ҡосаҡлағыһы, сәстәренән һыйпағыһы, наҙлап иркәләгеһе килә. Сәғүрәнең дә берсә Кәримдең йылы ҡосағына барып һыйынғыһы килә. Уға ҡыйын да, рәхәт тә. Яйын тура килтереп Кәрим үҙенең Сәғүрәгә бер ҡарауҙан ғашиҡ булыуын да әйтеп һалды. Үҙе менән бергә китергә саҡырҙы. “Йә Хоҙай, һуңлап килгән мөхәббәт ошолай буламы икән?” Бындай татлы хис хаҡында Сәғүрә ҡыҙ сағында оялып ҡына күпме хыялланды. Егеттең ялҡынлы ҡарашы шундай көслө – битте генә яндырып ҡалмай, хатта йөрәкте ялмай. “Ҡуйсы, килешмәгән эштән Хоҙай үҙе һаҡлаһын,” тип Сәғүрә тиҙерәк әсәһе янына түрбашҡа уҙҙы.

 Төндө керпек тә ҡаҡмай үткәрҙе Сәғүрә. Кескәй генә тәҙрә аша тулған ай йөҙә. Ул болоттар араһына инеп юғала, күп тә үтмәй тағы ла балҡып аҙашҡан йөрәктәргә юл күрһәтә. Алһыу шәлен иңенә һалып һыҙылып ҡына таң атты. Ауыл, иртә булыуға ҡарамаҫтан, геү килә. Һал ҡыуыусылар ауыл халҡына рәхмәттәрен әйтеп, хушлашып, һалдарына тейәлеп китә лә башланы. Сәғүрә һуңғы көсөн йыйып, көйәнтә аҫып, Кәримде оҙатып ҡалыу теләге менән Эйеккә табан атланы.

 Ап-аҡ мамыҡ түшәкте ҡыуғынсылар һалына түшәп ҡуйған кеүек Эйекте ҡуйы томан ҡаплаған. Һалдың башы күптән томан эсенә инеп юғалған. Яр ситендә Кәрим тора. Сәғүрәне күреү менән йүгереп килеп ҡосағына алды, уның көслө ҡулдары Сәғүрәне бала кеүек күтәреп алды. Ярҙа ике күнәк менән көйәнтә генә аунап ятып ҡалды.

 Кәрим Сәғүрәне үҙ донъяһына алып ҡайтты. Хәлле генә йәшәйҙәр икән, ике ҡатлы ҙур өй, унлаған келәт, амбарҙар, һарай, кәртә-ҡуралар төҙөк, мал-тыуары ла ишле. Тағы ла шуны әйтеп үтергә кәрәк, Кәримдең ҡатыны һәм ишле генә ғаиләһе лә булып сыҡты. Сәғүрә ҙур күҙҙәрен тултырып Кәримгә ҡарай, был ҡарашта “Һин мине алданыңмы, ни өсөн?” тигән юлдар ярылып ята. Шундай уҡ хәлде Кәримдең ҡатыны ла кисерә ине шикелле.

 Кәрим үҙен хужаларса иркен тотоп, ҡатынына өндәште.

- Ҡәмәр, һин аҡыллы ҡатын, мине аңларһың тип уйлайым, ғашиҡ булдым Сәғүрәгә. Берегеҙҙе лә рәнйетмәм, һеҙҙә дуҫ, татыу булып йәшәрһегеҙ, тип уйлайым, - тип ике уйларға ла уй ҡалдырмай ныҡ баҫып сығып китте.

 Сәғүрәгә икеләтә ауыр. Берҙән ауылда ҡалған әсәһен, икенсенән бәләкәс улын һағына. Өсөнсөнән кеше тормошон боҙоп, икенсе ҡатынлыҡҡа риза булыуы бәғерен өҙә.

 Рәхмәт инде Кәримгә, Сәғүрәнең ғазаптарын үҙенең һөйөүе менән дауалай. Ҡәмәр ҙә бик ипле булып сыҡты, татыу, етеш тормошта ғүмер дауам итте. Хәҙер инде Сәғүрә лә Кәримгә ике ҡыҙ бүләк итте. Ҡыҙҙары шундай матурҙар, теремектәр. Сәғүрә яйлап тынысланды, тик йөрәгендә уңалмаҫ яра булып торған улын һаман да һағына. Янындағы ике ҡыҙы, ҡайғыларын төпкә йәшерергә булышлыҡ итә. Тормош юлдары Сәғүрәне бығаса күрмәгән, бәхетле мөхәббәтле йылдар менән ураны.

 Тормош гөрләп кенә барғанда илдә ҙур үҙгәрештәр башланды. Бай, хәлле кешеләрҙең мал-тыуарын тартып алыуҙар, ә хужаларын “халыҡ дошмандары” тигән исем биреп һөргөндәргә оҙатыуҙар башланды. Кәрим дә яр ситенә ырғытылған балыҡ кеүек үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй ғазапланды, ҡулына эш, ауыҙына аш бармай. Йонсоп, ябығып китте. Ут сәсеп торған матур күҙҙәрендә әллә ҡурҡыу, әллә бойоғоу? Ҡарашын ергә төбәп һөйләнә: “Нисә быуын йыйған донъяны туҙҙырмаҡсылар, ата-әсәм ғүмер буйы ошо донъя тип бил бөккән, мин үҙемде белгәндән бирле бер көн дә ял итмәй балаларымдың тамаҡтары туҡ булһын, ҙурайғас уҡытырмын, ҙур кеше итермен тип тырыштым. Ә хәҙер бер нәмәһеҙ – өйһөҙ, ерһеҙ итмәкселәр,” - тип үрле-ҡырлы ярһып йөрөй башлай.

 Бер көн таң һарыһында кемдәрҙер ҡаты итеп ишек шаҡыны. Аяғына галуш ҡына кейеп сыҡҡан Кәримгә хәрби кейемдәге ике кеше “Йортоңдо, бөтә мөлкәтеңде, йорт хайуандарын һинән тартып алабыҙ. Үҙеңде Себергә һөргөнгә ебәрәбеҙ,” - ти ҡаты ғына итеп әйттеләр. Шунда уҡ эшкә лә тотондолар. Бөтә булған өй ҡаралтыларын ылауҙарға тейәй башланылар. Кәримдең үҙенә йыйынырға ике сәғәт кенә ваҡыт бирҙеләр. Кәрим үҙенә бүленгән ваҡытты әрәм итмәй, ҡатындарын, балаларын эйәртеп, малсылар өсөн һалынған бәләкәй өйгә атланы. Оло ҡатыны Ҡәмәргә өндәште:

- Һин, Ҡәмәр, хәҙер балаларға әсәй ҙә, атай ҙа урынына ҡалаһың. Сәғүрә, һин минең менән китәһең, юлға йыйын. Ней күрһәк тә бергә күрербеҙ. Хоҙай насип итһә, бәлки, тыуған еребеҙгә кире ҡайта алырбыҙ, - тип үҙ-үҙен ышандырырға теләгәндәй дауам итте. – Ҡәмәр, һин яҡшы беләһең, игеңдең бер өлөшөн йәшереп өлгөрҙөм, һиңә балаларҙы астан үлтермәҫкә етер, тағы ла һеҙгә йәшәрлек алтын-көмөш тә шул уҡ ерҙә. Асыға башлаһағыҙ, икмәккә алмаштырырһың, Ҡәмәр, һиңә барыһы өсөн ҙур рәхмәт, - тип һәр береһен ҡосағына алып, оҙаҡ ҡына ебәрмәй торҙо. Кәримдең күҙҙәрендә әйтеп бөтмәҫлек һағыш-хәсрәт сағыла ине, һаран ғына күҙ йәштәрен өндәшмәйенсә ҙур сабырлыҡ менән һөртөп алды.

 Ризыҡ, алмаш кейем-һалым һалынған моҡсайҙарҙы алып, һаҡсылар ултырған арбаға ултырҙылар, ғәзиз тыуған йорт артта ҡалды. Бер итәк балаларҙы күкрәгенә ҡыҫып, әсе күҙ йәштәрен тыя алмай, Ҡәмәр ҡапҡа төбөндә оҙатып ҡалды.

Дауамы бар.

 

Автор:
Читайте нас: