Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
16 Октябрь 2024, 08:30

Нур бөркөлә уңғандарҙың йөҙҙәренән, йорттарынан...

Ярты быуат ғүмерҙәрен пар аҡҡоштарҙай татыулыҡта, бер-береһенә ихтирам-хөрмәттә үтеп, ошо сыуаҡ алтын көҙҙәрен көр күңел, тормошҡа сикһеҙ һөйөү, ялҡын-дәрт менән ҡаршылаусы Фәрҙиә менән Ирек Аралбаевтар тормошоноң иң шәп саҡтарын тыуған еренә, үҙ халҡына намыҫлы хеҙмәткә бағышлаған.  Нығынып та бөтмәгән ҡулдары менән трактор “штурвал”ы артына ултырып, икһеҙ-сикһеҙ баҫыу-ҡырҙарҙы айҡап, райондың һәм республиканың ауыл хужалығы сәнәғәте үҫешенә тос өлөшөн индергән Ирек Рәсүл улының алдынғы механизатор тигән даны бар. Уның түшен 3-сө дәрәжә Хеҙмәт даны ордены биҙәй.  Күптән хаҡлы ялда булыуҙарына, һигеҙенсе тиҫтәгә аяҡ баҫыуҙарына ҡарамаҫтан, Фәрҙиә һәм Ирек Аралбаевтар, тынғыһыҙ эштән йәм табып йәшәргә күнеккән ныҡлы быуын тоҡомонан булараҡ, һаман да сәмләнеп донъя көтә, үҙҙәре төйәк иткән Яңы Хвалын утарына ғәм өҫтәп, йәм бөркөп йәшәй.

Нур бөркөлә уңғандарҙың йөҙҙәренән, йорттарынан...Нур бөркөлә уңғандарҙың йөҙҙәренән, йорттарынан...
Нур бөркөлә уңғандарҙың йөҙҙәренән, йорттарынан...

 Ирек Рәсүл улы тамырҙары менән Яҡшембәт ауылынан. Ул 1951 йылдың йәмле яҙында эшһөйәр һәм татыу ғаиләлә донъяға килгән. Ғәзиз кешеләренең бар ғүмере тынғыһыҙ колхоз эшендә үткән. Атаһы Рәсүл Хөсәйен улының тирә-яҡта балта оҫтаһы тигән даны булған, әсәһе Ғилминур Исламғол ҡыҙы колхозда сөгөлдөр утап, ырҙын табағында эшләп, бер колхоз эшенән ситтә ҡалмаған.  

 Егәрле ата-әсә өлгөһөндә Ирек тә ауыл эше менән сынығып, бәләкәстән ауылдың эшсән ағайҙары эргәһенә тракторға ултырып йөрөп, техника серҙәренә төшөнөп үҫә. “Майға-мазутҡа сумып ҡайтҡас, ҡайһы берҙә әсәйем күлдәк-майканы йыртып ташлай ине” тип көлөп иҫкә алды әңгәмәсем ул бәхетле бала саҡ йылдарын. Яҡшембәттә башланғыс белем алып, артабан Мораҡ 2-се башҡорт мәктәбендә 8-се класты тамамлағас, техника ене ҡағылған үҫмер 14-се һөнәрселек училищеһына (хәҙерге Мәләүез күп профилле һөнәрселек колледжының Мораҡ филиалы) уҡырға инә. Ҡулына тракторист танытмаһы алғас, армия сафына баҫҡансы уҡ “Беларусь”ҡа ултырып, 60-сы йылдар аҙағында үҙенең данлы хеҙмәт юлын башлай. 1972 йылда Ватан алдындағы изге бурысын намыҫ менән үтәп ҡайтып, “Күгәрсен” совхозында эшен дауам итә. Баҫыу-ҡырҙа ал-ялһыҙ тир түгеп алдынғылар сафынан төшмәгән, ялҡынлы комсомол идеялары менән янған ир-егет аҫылы 1974 йылда партияға инә. “Тимер аты”нда ла һынатмай, йәмәғәт эштәренең дә уртаһында ҡайнай.  Тиҙҙән “Димитров” бүлексәһенең уңған эшсәнен яңы трактор биреп ҡыуандыралар. Был иһә уға тағы ла сәмләнеп, дәртләнеп эшләр өсөн ҙур этәргес була. Үҙ ояһын ҡороп, артабан Яңы Хвалын ауылына йәшәргә күскәс тә Ирек Рәсүл улы “Искра” совхозында намыҫлы хеҙмәт күрһәтә, хаҡлы ялға киткәнсе үҙ һөнәренә тоғро ҡала. “Тыуған илем, ерем” тип янып-көйөп, ҡыҙыу уңыш йыуыу һәм сәсеү осоронда трактор, комбайнда күп төндәрен йоҡоһоҙ үткәргән ялан батырының, урында төҙөлөш эштәрендә экскаваторҙа ла бил бөккән уҙамандың фиҙаҡәр хеҙмәте хаҡында данлы 80-селәрҙә алынған ордены, юғарынан бирелгән иҫәп-хисапһыҙ маҡтау ҡағыҙҙары уҡ әйтеп торғандай.

- Идеология көслө ине, комсомол саҡтан “Тыуған илгә намыҫлы хеҙмәт итергә кәрәк”тиеүҙәре һеңгән. “Шулай тейеш” тип йәшәнек, үткәндәргә бер үкенес юҡ, - ти булдыҡлы ғаилә башлығы.

 

 Эштән генә түгел, икенсе яртыһынан да уңа Ирек Рәсүл улы. Ярһыу һәм гүзәл йәшлегендә ҡауышҡан Ҡанаҡас ауылы һылыуы, ғүмерлек йәре – Фәрҙиә Вәлиулла ҡыҙы һәр саҡ һөйөклөһөнә ныҡлы иңен ҡуйырҙай, кәрәк саҡта яҡшы кәңәш бирерҙәй тормош юлдашы, ирҙе ир итә белеп, эштәрендә хуплап уға ҙур ҡаҙаныштарға юл ярыусы аҡыллы һәм сабыр холоҡло ҡатын була.

 Фәрҙиә лә тынғыһыҙ йәнле, бар ғүмерен колхоз эшенә бағышлаған ата-әсә тәрбиәһендә үҫә. Әсәһе Миңлегөл Мөхәмәтбай ҡыҙы  сөгөлдөр баҫыуында ла тир түгә, һарыҡ ҡарай, атаһы Вәлиулла Әхмәтша улы фермала малсы булып эшләй. Өс ҡыҙ тәрбиәләнгән күркәм ғаиләлә иң өлкәне булараҡ, Фәрҙиә бик иртә ҡул араһына инә. Әсәһенә ярҙам йөҙөнән гектарлап сөгөлдөрөн дә утап, бәләкәстән ауыл эшен үҙһенеп буй еткерә.

 Урыҫ Ҡанаҡасы мәктәбендә 8-се класты тамамлап, 9, 10-сы кластарҙа Мораҡ 1-се урта мәктәбендә белем ала. Артабан Стәрлетамаҡ һөнәрселек училищеһында уҡып, бухгалтер һөнәрен үҙләштерә. Дипломлы белгес үҙ һөнәре буйынса иң тәүге хеҙмәт тәжрибәһен “Күгәрсен” совхозында ала.

 1974 йылда өлөшөнә төшкән көмөшө - хеҙмәт яланында ал бирмәҫ Ирек Рәсүл улы менән яҙмышын бәйләй. Бер йылдан тәүге мөхәббәт емештәре донъяға килеп, бер-берҙәре өсөн яратылған йәштәрҙе тағы ла  сикһеҙ шатлыҡ-ҡыуанысҡа төрә, ғаилә ептәрен нығыта.

 Ә 1978 йылда эшкә таһыллы Аралбаевтар Яңы Хвалын ауылына килеп төпләнә. Эшсе ҡулдарҙы ҡәҙерләй белгән ул матур заманда алдынғы механизаторға совхоз үҙе йорт төҙөп бирә. Ирек көн тимәй, төн тимәй баҫыу-ҡырҙарҙан ҡайтып инмәһә, Фәрҙиә тәүҙә “Искра” совхозында кассир, аҙаҡ 30 йыл келәт мөдире булып эшләп хаҡлы ялға сыға.

 Ал-ялһыҙ совхоз эшендә лә һынатмай, эш араһында үҙҙәре яратып баҡҡан дүрт улына тейешле йөрәк наҙын, иғтибарын бүлеп тә өлгөрә изгелекле ата-әсә. Дүртәүһенең өсөһө хәҙер күптән башлы-күҙле булып, береһенән береһе матур, аҡыллы ул-ҡыҙҙар үҫтерә.

 Иң өлкәне – Илдар Аралбаев күптәргә баш баҫып эшләгән Юлдыбай ауыл хакимиәте эшсәне булараҡ таныш. Тыуған ере яҙмышына битараф була белмәгән, урындағы халыҡҡа гел ихтирам-хөрмәт менән ҡараған уҙаман ауыл советында 15 йыл намыҫлы хеҙмәт күрһәтте. Һөйөклөһө Эльвира менән бөркөттәй ике ул үҫтерҙе улар, өлкәне юғары белем алып әлеге ваҡытта армия сафында булһа, кесеһе Ишембай нефть колледжында белем ала.

 Икенсеһе – Ринат атаһына оҡшап тракторист һөнәрен үҙләштергән, рухлы егет мөһабәт йорттар һалып Яңы Хвалын утарына төпләнгән. Үҙе кеүек үк эшкә әрһеҙ кәләше – Розалия менән ҙур шәхси хужалыҡ тотоп, күпләп мал аҫрап, тыуып үҫкән еренең ырыҫын арттырып йәшәй. Өс ҡыҙ һәм бер малайҙың өлгөлө ата-әсәһе улар.

 Өсөнсөһө – Рифат та булдыҡлылар рәтенән. Уныһы ла бәхетен ситтә эҙләмәгән. Мораҡ ауылында йәшәй, кәләше Илүзә менән ике ул үҫтерә.

 Өсөһө лә әлеге ваҡытта вахта менән ситкә йөрөп эшләһә лә (балаларҙы уҡытырға, аяҡҡа баҫтырырға кәрәк бит!), төпләнер өсөн үҙ тыуған ерен һайлаған уңғандар. Матур ғаилә ҡороп, ауылдарҙың ҡотон һаҡлауға, халҡыбыҙ һанын ишәйтеүгә үҙ өлөшөн тос индергән замандаштарға һоҡланмау мөмкин түгел! Аралбаевтарҙың иң кесеһе, һөйөклө кинйәһе – Зилфат та яратҡан һөнәрен, үҙ юлын тапҡан; булдыҡлылар затынан булған егеттең дә үҙ бәхетен табып, данлы нәҫел-нәҫәбен дауам итеүенә яҡты өмөттәр бағлаһы килә.

 

 Фәрҙиә Вәлиулла ҡыҙына ҡыҙ наҙлау бәхетен насип итмәһә лә яҙмыш, ул килендәрен үҙ ҡыҙҙарылай яҡын күреп, уларға таянып, үҙе лә йәштәр өсөн рухи терәк, яҡын серҙәш, егәрлелек өлгөһө булып йәшәй. Әле генә бергәләп өмә менән ҡаҙ йолҡоп, ҙур эштәр атҡарған уңғандар. Килендәренән ҡалышмай, ғүмер көҙҙәренә бирешмәй скандинав аҙымдары менән дә йөрөй... Ә Фәрҙиә апай ҡойған ҡоймаҡтар –телең йоторло!  

- Ирек менән беҙҙең дә тормошта төрлө хәлдәр булғандыр, ғаилә булғас гел ал да гөл булып ҡына тормай. Бер-береһе менән ҡауышҡас, ваҡытында аңлашып, кәрәккәндә сабырлыҡ һаҡлап, бер-береһен ихтирам-хөрмәт итеп йәшәһен ине йәштәр. Ғаилә – ул рухи ҡәлғә бит ул! – ти оло йөрәкле әсә.

 Тап рухи ҡәлғәләре ныҡ булғанға күрә лә Фәрҙиә менән Ирек Аралбаевтарҙың йөрәктәрендә эшкә һәм тормошҡа дәрт-ялҡыны һүрелмәй. Йорттарынан, боронғоса төҙөлгән аҡ мейес йылыһы эркелгән  аласыҡтарынан нур бөркөлә...

 Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Автор һәм ғаилә архивынан.             

   

 

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас