Мораҙым
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Октябрь , 15:30

Йүткереүҙән дауа

Көҙ етһә, балалар ҙа, өлкәндәр ҙә һыуыҡ тейҙереп, йүткерә башлай. Унан нисек тиҙ генә ҡотолорға?   

Ингредиенттар: һуған, бал, шәкәр.

🔸500 грамм һуғанды таҙартып, ваҡ итеп турарға кәрәк.

🔸Шуға 400 грамм шәкәр ҡушып болғатабыҙ.

🔸Шунан ҡатнашманы 1 литр һыуға һалып 3 сәғәт буйына талғын утта ҡайнатабыҙ.

🔸Һуңынан плитәнән алып, бүлмә температураһына тиклем һыуытабыҙ.

🔸Шунан һуң ҡайнатмаға 50 грамм бал һалып эретәбеҙ.

❗Әлеге ҡайнатманы аш алдынан эсергә кәрәк.

Балаларға – 4-6 бал ҡалағы, өлкәндәргә 4-6 аш ҡалағы бирелә.


Автор:
Читайте нас: