Мораҙым
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Октябрь , 15:23

Октябрҙә һәм ноябрь башында ниндәй һауа торошо көтөлә?

Синоптиктар йәнә ҡыуандыра... 

Октябрҙә һәм ноябрь башында ниндәй һауа торошо көтөлә?
Октябрҙә һәм ноябрь башында ниндәй һауа торошо көтөлә?

Башгидрометтан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн һәм иртәгә Башҡортостанда уңайлы көҙгө һауа торошо торасаҡ. Яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы төндә 2, -7 градус, урыны менән -13, көндөҙ 6, 11 градусҡаса йылыта.

Гисметео порталы мәғлүмәттәре буйынса, октябрҙең икенсе яртыһы сағыштырмаса йылы килә. Көндөҙ температура 3, 9 градусҡаса йылы була, кистәрен 2, 0 градус йылы көтөлә. Ямғырлы көндәр 22 октябрҙән башлана, ҡайһы бер көндәрҙә ул ҡар ҡатыш яуасаҡ.

Ноябрҙең тәүге аҙнаһы ла плюслы температура менән ғәжәпләндерәсәк. Көндөҙ һәм төндә +1 градус көтөлә. 2 һәм 4 ноябрҙә ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ.

Тәүге ҡар, ғәҙәттә, 7-10 ноябрҙә ята ине. Ләкин һуңғы йылдарҙа миҙгелдәрҙең һуңлауы, бер нисә аҙнаға күсеүе күҙәтелә. Шулай булғас, айҙың тәүге декадаһы ҡарһыҙ буласаҡ.

Автор:
Читайте нас: