Мораҙым
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Октябрь , 10:30

АЛМАН ҠЫҘЫ ЭЛОНА

 Берлин вокзалында оҙаҡ торманыҡ, маҡсатыбыҙ Галле ҡалаһы ине. Килеп төштөк. Студенттар тулай торағының егерме икенсе ҡатына урынлаштырҙылар беҙҙе. Отрядыбыҙҙа алман студенттары ла буласағын белә инек. Улар бында ине. Алман ҡыҙҙарын беренсе күреүем. Нимәләре менәндер улар үҙҙәренә тарта ине. Асыҡ иҙеүҙәр, шәрә боттар менән түгел, юҡ. Күҙ ҡарашы, ваҡыт-ваҡыт шул ҡарашта сағылып китеүсе йәшерен көс, күңел төпкөлдәрендәге ялҡын менәндер.

Марс ЙӘҺҮҘИН

 АЛМАН ҠЫҘЫ ЭЛОНА

Хикәйә

 Поезд, байып барыусы ҡояшты ҡыуып етергә теләгәндәй, ашҡынып саба. Тәҙрә уйымында урмандар һәм ҡырҙар, ҙур һәм кескенә йылғалар уҙа. Шлагбаум янында яңғыҙы ғына бер ҡыҙ тороп ҡалды. Юлдашым, уға тағы бер ҡат күҙ ташлау ниәтенән буғай, талпынып ҡуйҙы. Серем асылманы микән тигәндәй, миңә ҡарап алды. Ғөмүмән, уның нимә тураһындалыр һөйләгеһе килә ине буғай. Яйын тура килтерә алмай ултырғанын һиҙһәм дә, ашыҡтырманым, ундай ғәҙәтем юҡ. Һөйләгеһе килә икән, һөйләр.

Сәй килтерҙеләр. Ниһайәт, профессор һөйләй башланы:
– Студент сағым ине. Ул йылды миңә лә стройотряд менән сит илгә сығып эшләү бәхете тейҙе. Германияға. Нәҡ ошо юл буйлап барабыҙ. Студент халҡын беләһең инде, уйын-көлкө, йыр... Атайым һуғыш менән үткән юл был. Әле бына ниндәй ҡалаға инәбеҙ? Барановичи? Атайым бында өс ай госпиталдә ятып сыҡҡан. Шунан һуң Варшаваны азат итеүҙә ҡатнашҡан. Ә теге ваҡыт былар минең уйыма ла инеп сыҡмай. Уйнап-көлөп Варшава, Познань ҡалаларын үттек. Атайым эҙҙәре буйлап барыуымды һаман аңламайым. Хәйер, йәшлектең бит үҙ мәле, ҡиммәттәр башҡа. Ғәйепләп буламы уны? Һәм бына Берлин. Шул саҡ мин айнып киткәндәй булдым. Атайымдың емерек Берлин урамдары буйлап йөрөүе, Рейхстаг стенаһына үҙенең исемен яҙып ҡалдырыуы хаҡында һөйләгәндәре иҫемә төштө.

 Берлин вокзалында оҙаҡ торманыҡ, маҡсатыбыҙ Галле ҡалаһы ине. Килеп төштөк. Студенттар тулай торағының егерме икенсе ҡатына урынлаштырҙылар беҙҙе. Отрядыбыҙҙа алман студенттары ла буласағын белә инек. Улар бында ине. Алман ҡыҙҙарын беренсе күреүем. Нимәләре менәндер улар үҙҙәренә тарта ине. Асыҡ иҙеүҙәр, шәрә боттар менән түгел, юҡ. Күҙ ҡарашы, ваҡыт-ваҡыт шул ҡарашта сағылып китеүсе йәшерен көс, күңел төпкөлдәрендәге ялҡын менәндер. Беренсе көндән үк шул ҡыҙҙарҙың береһенә күҙем төштө бит. Башҡа берәүҙе лә күрмәҫ булдым. Беҙҙең кеүек ауыл малайына әйләнеп тә ҡарамаҫ инде был ғорур зат, тип йөрөй инем, моңдарыбыҙ тура килде буғай, уның да күҙ ҡырыйы менән генә мине күҙәтеүен тойҙом.

 Элона ине исеме. Бер ҡалаҡ һыу менән йотар инем үҙен, тиҙәр бит, ана шул инде. Ул беҙҙең ял сәғәттәрен ойоштороусы һәм тәржемәсе икән. Янынан китә алмайым, уның эргәһендә генә бөтөрөләм, ни ҡушһа, шуны эшләйем. Сихырланы ла ҡуйҙы.

 Эйе, исеме үк серле ине уның. Элона! Уның ҡарашы һәр ваҡыт “ҡосаҡла инде мине” тигән кеүек яна ине. Төн етеп икәүҙән-икәү ҡалыуыбыҙ була, ҡосағыма ташлана. Өйҙәренә алып барып ата-әсәһе менән дә таныштырҙы. Германия тигәс тә, әллә кемдәр түгел икән, ябай эшселәр булып сыҡтылар, ике бүлмәле ябай фатирҙа йәшәйҙәр. Йәшәгән урынын күргәс, ҡыҙ күктән ергә төшкәндәй булды, ләкин шуның менән миңә тағын ла яҡынайҙы, уны үҙемә тиң күрә башланым, йондоҙ итеп түгел.
 Бер ваҡыт ул ысынлап яратыуын раҫланы. Төнгө паркта йөрөй инек. Ҡайҙандыр килеп сығып, бер төркөм ир бәйләнде. Урыҫтар икән әле. Һүгенәләр былар, һуғышырға киләләр. Икәү-өсәү генә булһа, бәргеләп ташлар инем инде, көс бар ул саҡта. Ярар, тим, икәүен имгәтергә өлгөрәм әле. Элонаны артҡа эттем дә: “Йүгер!” – тинем. Йоҙроҡтарҙы йомарлай башланым. Шул саҡ Элона, алға сығып, мине ҡаплап баҫты ла, батырҙарса: “Или он, или я!” – тип ҡысҡырҙы. Асыҡлай торғас, мине кем менәндер бутаған булып сыҡты тегеләр. Беҙ тулай тораҡ яғына табан ҡуҙғалдыҡ, улар үҙ юлы менән китте. Бер аҙҙан әйләнеп ҡараһаҡ, тегеләр кире килә. Элонаға әйтәм: “Йүгер, егеттәрҙе алып кил!” Элона йүгергәс, елдәр иҫте тегеләрҙән.
 Беҙ инде пландар ҡорабыҙ. Ул саҡта Көнсығыш Германияла беҙҙең ғәскәрҙәр тора ине бит. Ғәскәри частҡа барып, унда хеҙмәт итеү турыһында һөйләшеп ҡуйҙым. Уҡыуҙы бөтөрәм дә армияға китәм һәм ошонда ебәреүҙәрен һорайым, имеш.

 Ә беҙҙең арттан күҙәтәләр икән. Командир саҡырып алды ла: “Йә уның менән йөрөүҙән туҡтайһың, йә бынан ҡыуалар үҙеңде”, – ти.  Асыҡтан-асыҡ йөрөүҙәр бөттө. Тыйылған осрашыуҙар бигерәк тә татлыға әйләнде. Ләкин йәй шул ҡәҙәр ҡыҫҡа икән. Ҡайтып китер саҡ та етте. Төндә хушлашҡан инек инде, иртән хискә бирелмәҫкә һүҙ ҡуйыштыҡ. Бына автобусҡа тейәлә башланыҡ. Һуңғы миҙгелдә Элона түҙмәне, мин автобусҡа инеп китер алдынан йүгереп яныма килде лә бөтөн отряд алдында косаҡлап алды. Күҙҙәрендә йәш ине.

 Ҡайттым, уҡыуҙар башланды. Хаттар яҙам, яуап юҡ. Хаттар сикте үтеп сыҡмай икән. Бер йылым шулай үтте. Бына тағы йәй. Имтихандарҙы тапшырҙым да ауылға ҡайттым. Бер ваҡыт телеграмма килеп төштө. Дүрт кенә һүҙ: “Мин Мәскәүҙә, кил. Элона”. Йөрәгем күкрәк һөйәктәрен емереп сыға икән тип торам...

 Мин ғаләм сигенә лә барырға әҙер инем, ләкин бесән өҫтө. Атай инвалид, бөтөн ышаныс миндә, әйтмәй генә сығып китеп булмай. Атайым менән һөйләшергә булдым. Шулай-шулай, мин әйтәм, алман ҡыҙы, өйләнергә уйлайым... Атайҙың йөҙөн ҡара болот ҡапланы: "Немец ҡыҙы, тимәк? Өйләнәм тиһең инде? Һин үҙ аҡылыңдамы? Мин немец менән дүрт йыл боғаҙға-боғаҙ һуғыштым. Немец минең ике ағайымды үлтерҙе. Әсәйем, быларҙы күтәрә алмайынса, аҡылынан яҙҙы. Һәм һин шул немецтың ҡыҙына өйләнерһеңме? Шул немец менән мин бер өҫтәл артында ҡоҙа булып ултырырмынмы?"

 “Элона ғәйепле түгел!” – тип ҡысҡырғым килде. “Заман башҡа, артта ҡалғанһың!” – тип тә өҫтәргә теләнем. Ләкин, нимә генә әйтһәм дә, атайымдың хәҡиҡәте алдында үҙемдең ҡоралһыҙ икәнемде аңланым. Минең дәлил атайымдың дәлилдәре алдында меҫкен кеүек ине. Бер аҙнанан икенсе телеграмма: “Ҡыҙғаныс, осраша алманыҡ. Элона, Москва-Берлин поезы”.

– Бына хәҙер һеҙ ҙә шул уҡ поезда бараһығыҙ, бәлки, шул уҡ вагондалыр әле, – тием мин юлдашыма. Профессор уфтанып ҡуйҙы:
– Эйе. Утыҙ йылға һуңлап. Халыҡ-ара симпозиумға китеп барыуым, Берлинға. Ваҡыт табып, Галлеға ла барып сығырға иҫәп бар. Эҙләп ҡарайым әле үҙен. Ә үҙем уны табыуҙан ҡурҡам. Теге ваҡытта хушлашҡандағы кеүек, күҙҙәрен миңә төбәп ҡатып ҡалһа, нишләрмен, нимә әйтермен?..
– Ғаиләгеҙ бармы һуң? – тип һораным мин, уны уңайһыҙ хәлдән сығарырға теләп.
– Бар, әлбиттә, – тине ул, йөҙө яҡтырып китеп. – Ҡатындан уңдым мин. Ирҙе ир итә белә, теләһә ниндәй шикләнеүҙәр менән кәмһетмәй, балалар, ейәндәр тип үлеп тора. Шуға күрә эшемдә лә уңыштарға ирештем. Тыл ышаныслы булғанда ғына еңеп була бит, атайым шулай ти ине. Элона менән нисек булыр ине бит әле. Бәлки, яҙмыш мине ниндәйҙер яңғылышлыҡтарҙан һаҡлап ҡалғандыр. Ә шулай ҙа... Хәтер төбө буш була алмай, күрәһең.

 Тәҙрә артында инде төн ине. Поезд тәгәрмәстәре юлдашымдың тарихына күп нөктәләр ҡуя: туҡы-теке, туҡы-теке, туҡы-теке...

Автор:
Читайте нас: