Ырым-юрауҙар, тыйыуҙар – үҙҙәре бер йәшәйеш фәлсәфәһе. Иҫкелек ҡалдығы тип уларҙан бөтөнләй баш тартырға ярамай, балаларға өйрәтергә, онотолоп барғандарын иҫкә төшөрөргә, тергеҙергә, төпкө мәғәнәһенә төшөнөргә тырышырға кәрәк.
*Тәҙрәләрҙе ваҡыты-ваҡыты менән һөртөп, көҙгөләрҙе пак тотоғоҙ, фәрештәләр ҡыуаныр.
*Йортоңда гөлдәр үҫтер, һабағына фәрештәләр ҡуныр. *Мәрхүм янында ҡысҡырып илау, артыҡ шашып көлөү ҙә тыйыла, артыҡ ҡайғырыу һәм ҡыуаныу ҙа зиһенгә зыян итер.
*Алған көнөндә аҡсаңды өйҙә ҡундыр, бәрәкәтле булыр.
*Өҫтәл, иҙәнең пак торһон, урын-ҡаралтың йыйыулы, бөхтә булһын, йортоңа бәрәкәт килер.
*Кейемде, бигерәк тә бала кейемдәрен йыйыштырып, урынлаштырып тор, һаулыҡ артыр.
*Ҡунаҡ үҙенең күстәнәсенән ауыҙ итһә, ғүмере оҙон булыр.
*Төнөн көҙгөгә ҡарарға ярамай. Йоҡо бүлмәһендә көҙгө булырға тейеш түгел, ул кешенең көсөн һура.
*Аҡты (һөттө) көн байығас кешегә бирмә, һыйырыңа зыян килер.
*Аҡсаны кис, ҡояш байығас, кешегә бирмәйҙәр - бәрәкәте китә.
*Кисен иҙән һепермә, фәҡирлек килер.
*Эңер төшкәс, ҡояш байығас, бысраҡ һыу ҙа, сүп-сар ҙа түкмәйҙәр, бәрәкәт китә.
*Шишәмбе, йома көндәрендә кер йыумағыҙ, юлға сыҡмағыҙ, оло эш башламағыҙ.
*Ай, йыл һуңында эш башламайҙар, оҙаҡҡа һуҙылып, ауыр барасаҡ.
*Ҡыҙ артынан гөл биреп ебәрмәйҙәр, ғүмере ҡыҫҡа булыуы ихтимал.