1914 йылдың 20 авгусында Ырымбур өлкәһенең Новочеркасск ауылында тыуып үҫеп, ун йәшенән генә Ш. Камал исемендәге балалар йортонда тәрбиәләнә. Уҡыуға, белем алыуға ынтылған йәш егет Ырымбур педагогия институтын тамамлай. 1936-1938 йылдарҙа Йылайыр районының Суйынсы Супан ете йыллыҡ мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә. 1939 йылда Совет Армияһы сафына алына, ябай курсанттан политбүлек буйынса батальон командиры урынбаҫары вазифаһынаса күтәрелә, Фин һуғышында ҡатнаша, разведчиктар взводы командиры була.
Ҡәйүм Халиҡ улы шулай уҡ Ханко ярымутрауы оборонаһында, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ленинград блокадаһында ҡатнаша.
Данлы ла, шанлы ла яу юлдарын үтеп, бөтә ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлай – 40 йылдан ашыу мәғариф өлкәһендә эшләй, уҡытыусы ла, уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире, мәктәп директоры, Свердлов исемендәге колхоз парткомы секретары, Мораҡ һөнәрселек училищеһы уҡытыусыһы була.
1967-1969 йылдарҙа “Белем” (“Знание”) йәмғиәтенең яуапы секретары вазифаһы менән берлектә урындағы радио мөхәррире вазифаларын етәкләй. Күп тапҡыр район, ауыл Советтары депутаты, партия ағзаһы итеп һайлана. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, үтә лә яуаплы, юғары мәҙәниәтле кеше, ысын коммунист булараҡ хөрмәт һәм абруй ҡаҙана.
1978 йылда ул ошондай йөкмәткеле ғариза яҙып, эшенән китә: “Халыҡ мәғариф бүлегенә. Мине эшемдән ебәреүегеҙҙе һорайым. Ҡалған ғүмеремде йәмғиәт эшенә, йәш быуынға хәрби-патриотик тәрбиә биреүгә бағышларға теләйем”. Һәм, ысынлап та, ғүмеренең аҙағынаса үҙ һүҙҙәренә тоғро ҡала.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, өйҙә генә ултырмай, районда музей асыу мәсьәләһе буйынса эш башлай. 1980 йылда партия ултырышында музейҙың йәмәғәт советы составы раҫлана, рәйесе итеп Ҡәйүм Халиҡ улы тәғәйенләнә. Бер йыл эсендә тотош район буйлап экспонаттар туплап, 1981 йылдың 20 февралендә “Күгәрсендәрҙең хәрбиә һәм хеҙмәт даны музейы” итеп асалар. Ул бөгөн Күгәрсен тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы булып эшләй.
Үҙ төйәген, үҙ халҡын яратҡан, уның тарихын киләсәк быуынға еткерергә ынтылған оло йөрәкле шәхес була ул Ҡәйүм Йәһүҙин. Уның тормошо һәм эшмәкәрлегенә арналған хәтер кисәһендә туғандары, яҡындары, уҡыусылары ҡатнашты. Һәр кемеһенең күңелендә яҡташыбыҙ тураһында тик яҡты хәтирәләр генә һаҡланыуы үҙе бер мәртәбәле баһа, тиергә була. Әйткән һүҙенә, биргән анттарына тоғро уҙамандың тормошо күптәргә, айырыуса йәш быуынға, өлгө булырлыҡ. Йомағужа моделле китапханаһы мөдире Зәйтүнә Әбдрәшитова уның үҙ ғүмерендә үҙенә биргән 8 анты тураһында бәйән итте. Беренсе анты – һалдат анты – присяга; икенсеһе – “гангутсылар анты, “Бер аҙым да артҡа түгел, немец илбаҫарҙарына Ҡыҙыл Гангут ерҙәренең бер метрын да бирмәйәсәкбеҙ”; өсөнсө антын ул 1941 йылдың ноябрендә бирә: “Ленинград еренең бер метрын да дошмандарға бирмәҫкә!”; дүртенсеһе – Ленинград блокадаһы ваҡытында батальон менән бергә биргәне булһа, бишенсеһе һуғыштан һуң – “гангутсылар намыҫына тап төшөрмәҫкә”; алтынсыһы – Ватан, халыҡ, партияға тоғро хеҙмәт итергә; етенсеһе – 76 йәшендә ауырыу сәбәпле эштән китергә ғариза яҙып, район гәзите подшивкаһын йыйып, музейға тапшырырға тигән анты булһа, һуңғы анты – арҙаҡлы яҡташтары тураһында бай материал тупларға. Һәм, әйтергә кәрәк, Ҡәйүм Халиҡ улы быларҙың барыһын да артығы менән үтәй. Намыҫы һәм йөрәге ҡушыуынса йәшәй был донъяла.
Сарала ҡатнашҡан туғандары Татарстан яҙыусылар союзы ағзаһы, яҙыусы Марс Йәһүҙин да, хаҡлы ялдағы уҡытыусы, ҡустыһы Айрат Йәһүҙин да уның тураһында матур хәтирәләре менән уртаҡлашты.
- Мин ғүмерем буйы Күгәрсен мәктәбендә физиканан уҡыттым. Беҙҙең өсөн остаз булды Ҡәйүм Халиҡ улы. Үҙ өлгөһөндә тәрбиәләне, бер ҡасан да “бына ошолай эшләргә кәрәк, былай эшләргә кәрәк” тип өйрәтмәне, үҙенең булмышы, эшмәкәрлеге менән үрнәк булды.
Музейға әйберҙәр туплағанда беҙҙе мәғариф бүлеге ҡарары менән яуаплылыҡ һалдыртып, ауылда кемдә ниндәй боронғо нәмәләр бар, йыйҙыртып тапшырттырҙы. Хатта, әйтергә кәрәк, музейҙағы бик күп әйберҙәр беҙҙең Күгәрсен яҡтарынан алып киленгән.
Кешеләргә иғтибарлы булды. Яңы йыл, Еңеү байрамы, Уҡытыусылар көнөнә, тыуған көндәргә күп итеп открыткалар алып ҡуя ла, үҙе төҙөгән исемлек буйынса береһен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмай, ҡотлау яҙып ебәрә торғайны, - ти ул хәтирәләре менән уртаҡлашып.
Марс Йәһүҙин иһә үҙен ҡәләмгә тотоноуы менән дә ағаһына бурыслы тип һанай.
- Ҡәйүм абый тип йөрөттөк уны беҙ. Беҙҙең атай (уның ағаһы) мәрхүм булғас, “Атайыңдың бик күп ҡулъяҙмалары, хикәйәләре, романы бар, улар юғалып ҡалырға тейеш түгел” тип әйтте. Бына шуларҙы баҫтырыу бурысын үтәргә әйҙәне. Бына ошонан башланды ла инде минең яҙыусылыҡ эшенә ныҡлап тотоноуым. Бик күп мәғлүмәт таптым, фронт хаттары ла һаҡлана ине. Атайым һуғышҡа тиклем дә, һуғыш ваҡытында ла хикәйәләр ижад иткән. “Казактар” тигән романын “Ҡазан утлары” журналына ебәрҙем, күп тә үтмәй баҫтырып та сығарҙылар. Ҡәйүм абыйҙың ошо кәңәшенән генә башланды ла инде минең ижадҡа ныҡлап тотоноуым, - ти Марс Нафиҡ улы.
Хәҙерге музей эшмәкәрлеге менән директоры Рөстәм Сәйетбатталов таныштырып үтте:
- Тәүҙә район музейы мәҙәниәт һарайы бинаһында урынлаша. Унан һуң китапхана артындағы бер бәләкәй генә өйгә күсерелә, 2027 йылдан иһә Балалар ижады үҙәгендә беренсе ҡатта айырым музей проекты булдырыла. Бына шул бинала эшләйбеҙ хәҙерге көндә.
Ҡәйүм Халиҡ улының эшмәкәрлегенә арналған махсус стенд бар, мәрмәр таҡтаташ ҡуйылған.
Иң уникаль әйберҙәрҙе, тарихи фотоларҙы музейҙа нәҡ ул ҡалдырған. Туполев, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев менән осрашыуҙарҙан иҫтәлекле, тарихи фотолар һаҡлана.
Ҡәйүм Йәһүҙиндың бай һәм йөкмәткеле тормош юлы менән йәш быуынды таныштырыу бөгөнгө заманда үтә лә әһәмиәтле. Нисә йылдар үтһә лә, уның һымаҡ олуғ яҡташтарыбыҙҙы оноторға тейеш түгелбеҙ, - тине Рөстәм Миңлеғәли улы.
Ысынлап та, һуңғы ваҡиғалар солғанышында үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек, телһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә әллә кемдәрҙе өлгө итеп түгел, ә ошо ерлектә йәшәп, үҙ ере, үҙ халҡы өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт иткән ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта бөйөк тә яҡташтарыбыҙҙы күтәреү күпкә отошло булыр ине.
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
Неля КУШНЕРОВА фотолары.