Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Октябрь , 10:30

МӘТРҮШКӘ БАШ АУЫРТЫУҘАН, ЙОҠОҺОҘЛОҠТАН ФАЙҘАЛЫ

Ул сәйгә тәм биреүсе генә түгел, тәбиғи антибиотик та.

МӘТРҮШКӘ БАШ АУЫРТЫУҘАН, ЙОҠОҺОҘЛОҠТАН ФАЙҘАЛЫ
МӘТРҮШКӘ БАШ АУЫРТЫУҘАН, ЙОҠОҺОҘЛОҠТАН ФАЙҘАЛЫ


🔸Мәтрүшкә үҙәк нерв системаһын тынысландыра, тир, аш эшкәртеү һәм бронхаларҙағы биҙҙәр секрецияһын шаҡтай арттыра, эсәклектең тулкын һымаҡ ҡыҫҡарыуын яҡшырта.
🔸 Тынысландыра торған сара булараҡ, мәтрүшкә гипертониянан, нервтар ярһыуынан, баш ауыртҡанда, йоҡоһоҙлоҡтан ҡотолорға булыша.

✅ Уны былай ҡулланыу яҡшы: 1 стакан ҡайнар һыуҙа 15 г самаһы ҡоро үләнде төнәтеп, көнгә 3-4 тапҡыр 1/3 стакан эсергә. Бронхиттан, һулыш ағзалары ауыртыуҙан көнгә 3 мәртәбә яртышар стакан ҡулланырға кәңәш ителә. Киҫкен бронхит булғанда, мәтрүшкә йүтәлде баҫа, коклюштан файҙалы.

❗Был үлән төнәтмәһен йөклө ҡатындарға эсергә ярамай.

Автор:
Читайте нас: