Мораҙым
+21 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
3 Октябрь 2024, 10:08

Йүтәлдән нисек тиҙ генә ҡотолорға?

Көҙ етеп, һалҡындар башланһа, балалар ҙа, өлкәндәр ҙә һыуыҡ тейҙереп, йүтәлләй башлай. Йүтәлдән нисек тиҙ генә ҡотолорға? Ошо дауа һеҙгә ярҙамға килер.  

Йүтәлдән нисек тиҙ генә ҡотолорға?Йүтәлдән нисек тиҙ генә ҡотолорға?
Йүтәлдән нисек тиҙ генә ҡотолорға?

Ингредиенттар: һуған, бал, шәкәр.

 500 грамм һуғанды таҙартып, ваҡ итеп турарға кәрәк. Шуға 400 грамм шәкәр ҡушып болғатабыҙ. Шунан ҡатнашмаға 1 литр һыуға һалып, 3 сәғәт буйы талғын утта ҡайнатабыҙ. Һуңынан плитәнән алып, бүлмә температураһына тиклем һыуытабыҙ. Шунан ошо ҡайнатмаға 50 грамм бал һалып эретәбеҙ.

Әлеге ҡайнатманы аш алдынан эсергә кәрәк.

Балаларға – 4-6 бал ҡалағы, өлкәндәргә 4-6 аш ҡалағы бирергә.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас