Миләүшә Ҡаһарманова
Күңелем йылы теләй
Инде өмөт ебе өҙөлдө генә тигәндә, шаптырлап яуған ямғыр пәрҙәһе артынан һүрән генә ҡыҙғылт фар яҡтыһы юл алды. Туҡталыш эсендә йәшеренеп торған ҡыҙ, батып барыусы һалам бөртөгөнә йәбешкәндәй, сумкаһын ҡулына элеп юлға йүгерҙе. Сәсе буйлап ағып, күҙен ҡаплаған һыу юлаҡтарын ус һырты менән һыпыра-һыпыра, бөршәйеп, тамам һыуланғансы торҙо әле ул юл ситендә. Машинаның туҡтамай үтеп китеүенән ҡурҡып, иртәрәк сығып йүгергән икән.
Көслө ямғыр шауынанмы, әллә үҙе шундаймы, яҡынлашып килгән машинаның тауышы бөтөнләй ишетелмәне. Дыһырлап йәшнәгән күк аҫтындағы ямғыр даръяһында ул тауыш-тынһыҙ ғына йөҙгән карап ише ине. Күҙ күреме арала ҡыҙ ҙа машинаның ялтырап торған ҡиммәтле иномарка икәнлеген аңғарып өлгөрҙө һәм ҡапылда күңеленән үткән: “Эй, аллам, бындай машина туҡтамаҫ инде ул...” – тигән әсендергес уйына ҡолаҡ һалмаҫтан, бөтә кәүҙәһе менән алға ынтылып ҡул болғаны.
Баҙырап килгән ике ут күҙҙәренең берәүһе тәңгәлендә тағы ла бер бәләкәсерәге яна-һүнә баҙланы ла, машина юл ситенә янтайҙы. Ҡыйыуһыҙ ғына артҡы ишекте асҡан ҡыҙға салондан йылы, ҡоро һауа бөркөлдө.
– Һаумыһығыҙ, һеҙ ҡала яғына түгелме?
– Эйе, – руль артындағы ир башын да бормаҫтан теләкһеҙ генә яуап ҡайтарҙы.
– Мине алығыҙ әле, зинһар өсөн...
– Әй-ҙә.
– Тик мин лыс һыумын, машинағыҙҙы бысратһам, ғәфү итегеҙ инде...
Тегеһе яуап биреүҙе бөтөнләй кәрәк тапманы, күрәһең. Үтенесен кире ҡағып ҡуймаҫ борон тигәндәй, яуапты ишетер-ишетмәҫтән ҡыҙ эскә йомолдо. Уның йомшаҡ урынға уңайлап урынлашып алыуын көтмәй, машина килеп туҡтағандағылай тауышһыҙ ғына ҡуҙғалып та китте.
Сумкаһында соҡсоноп ҡулъяулыҡ табып бит-ҡулын, кис буйына туҡталышта өшөп, илап тороуҙан мыршылдап киткән танауын һөрткәс, ҡыҙ үҙен һыуыҡтан, ямғырҙан һәм кәмһенеүҙән ҡотҡарып алып киткән йылы, таҙа машинаның хужаһына иғтибар итте. Бығаса артында ултырыусыһын онотҡандай булып килгән ир ҙә, рулен уйынсыҡ шайы ла күрмәй бер ҡулы менән борғолаған ыңғайы, арттан иғтибар булыуын тойғандай, өҫтә торған көҙгөгә баҡты. Ярым ҡараңғы салонда күҙе өйрәнә төшкән ҡыҙ ҙа ҡараштарын машина хужаһының кресло ситенән сыға биреп барған киң яурыны, мускуллы йыуан беләктәре аша үткәреп көҙгөгә күҙ һирпте лә “терт” итте. Уны уртаға һынған ҡуйы ҡаштар аҫтынан төбәлгән һалҡынса ҡараш, берсә юлға, берсә көҙгөгә күсә-күсә, күҙәтә ине. Ҡурҡыуын һиҙҙермәҫкә тырышып ҡыҙ ашығып һүҙ ҡушты:
– Һеҙ ҡайҙа тиклем бараһығыҙ?
– Ҡалаға.
– Ҡалай яҡшы булды... Ә ҡалаға тиклем күпме алаһығыҙ?
– Был такси түгел.
– Ә-ә... Ә шулай ҙа күпме?
– Такси түгел, – ир кешенең тауышы ярайһы уҡ ҡаты сыҡты. Унан һыуға төшкән себештәй күшеккән, илауҙан күҙәре ҡыҙарып, тауышы ҡалтыранған ҡыҙҙы йәлләптер, күрәһең, йомшағыраҡ итеп:
– Исемең кем? – тине.
– Әмилә...
– Мин – Ринат. Ҡурҡма, Әмилә, мин кеше ашамайым. Ял ит.
Был һүҙҙәр йыуатыуҙан бигерәк “Башымды ҡаңғыртма” тигән кеүегерәк яңғыраны. Шулай ҙа Әмилә тыныслана төштө, арҡаһын йомшаҡ һөйәнгескә терәп, еүеш туфлиҙарын сискәс, аяҡтарын яйлап урынлаштырҙы ла, йылылыҡтан, еңелсә тирбәтеүҙән һәм тын ғына ағылған моңдан иҙрәп ойоп китте.
Уянғанда салонда дөм ҡараңғы ине, машина туҡтап ҡалғайны.
– Нимә булды?
Әммә уға яуап биреүсе табылманы. Күҙҙәрен ыуалай һалып тышҡа баҡҡайны, аптырап ҡалды, эргә-тирәлә машиналарҙың һәр төрлөһө йыйылып киткән, кешеләр тышҡа сығып ҡысҡырышып нимәлер һораша, ҡулдарын болғап һөйләшә. Ниҙер булған, күрәһең. Ул арала машина хужаһы үҙ урынына инеп ултырҙы. “Үҙен Ринат тигәйне, буғай”, шулай ҙа исемләп өндәшергә ҡыйманы.
– Нимә булған?
– Ә-ә, уяндыңмы йоҡосо?
– Авариямы әллә?
– Күперҙән үткәрмәйҙәр, нимәһелер һынған, өс-дүрт сәғәт көтөргә кәрәк.
– Һе.
Егет бер нигә бошмаған ҡиәфәт менән машиналар араһынан ҡыҫыла-ҡыҫыла артҡа бирә башланы. “Бәтәс, кире боролмаҡсымы ни был?!”
– Ҡайҙа бараһығыҙ?!
Ҡыҙҙың ҡапыл ҡысҡырып ебәреүенә егеттең һыңар ҡашы өҫкә һикереп китте әммә яуап ҡайтарырға ашыҡманы. “Вәт һөмбаш, бүкән!” тип уйланы ҡыҙ.
– Кире китер булһағыҙ, мине төшөрөп ҡалдырығыҙ.
– Ошо тирәлә бер кафены үткәйнек, тамаҡ ялғап алайыҡ.
– Мин асыҡманым.
Ә ашҡаҙаны “дөрөҫ түгел” тигәндәй һулҡып тороп ғыуылдап китте. Ҡасан ашаны әле ул һуңғы тапҡыр? Иртәнсәк яҙа-йоҙа сәй эскәйне, Зифаның ҡырын ҡарашынан ҡасып төшкө ашҡа ултырманы ла. Асыҡтырған шул.
– Асыҡмаһаң – көтөрһөң, – юлдашының артыҡ иҫе китмәне.
Әмилә эстән генә аҡсаһын барланы, һәр тине һанаулы ғына, шулай ҙа берәй осһоҙло пирожки менән сәй алырға була, тип уйлап егет артынан тышҡа сыҡты ла, кафе янындағы яҡтылыҡта өҫ-башына күҙ һалып, аптырап ҡалды. Асыҡ алһыу спорт костюмы, беренсенән, гармун күрегендәй булып таушалған, икенсенән, салбарына әҙәм ҡарағыһыҙ бысраҡ сәсрәгән икән. Яҙа-йоҙа ҡыҫтырған сәсе лә туҙған, шикелле...
– Ой, мин кеше араһына инерлек түгел икән...
Эйелеп машинаһының көҙгөһөн төҙәйтеп маташҡан егет башын күтәрмәй генә мөңгөрләне:
– Һиңә кем ҡарай һуң?
“Ҡалай тупаҫ...” Бер уйлаһаң, бөгөн әллә ниндәй хәлдәргә тарып бөттө, осраҡлы юлдашының дорфалығы ғына нимә хәҙер Әмиләгә? Ҡыҙ өндәшмәй генә кафеға юлланды.
Уныһы юлаусыларҙың ҡапҡылап сығыу урыны булған ҡыҫыҡ, тынсыу бер бүлмә икән. Халыҡтың күбеһе оҙон юл шоферҙары, күрәһең, ҡауылдап һөйләшәләр, ризыҡты ашыға-ашыға һоғоналар. Әмилә сиратҡа баҫты һәм бер аҙҙан артына килеп тороусының күңелгә ятышлы әскелтем-йомшаҡ ылыҫ еҫенә тартым парфюмынан үҙенең юлдашы икәнлеген аңланы.
– Миңә бер кәбеҫтә пирожкиһы, сәй...
Ҡыҙҙың ишетелер-ишетелмәҫ ауаздары юлдашының ҡалын күкрәк тауышы аҫтында күмелеп ҡалды:
– Беҙгә бергә һанағыҙ: ике салат, ике билмән...
Унан Әмиләгә ҡарамай ғына: “Бар, ана мөйөштә бер өҫтәл бушаны”, – тип бойороҡ бирҙе лә: “Тағы ла нимәләрегеҙ бар? Һут, шоколад...” – тип дауам итте. Инде холҡона төшөнә барған юлдашы менән бәхәсләшеп тороуҙың фәтүәһеҙлеген аңлаған ҡыҙ, тағы ла өндәшмәй генә уға буйһондо. Мөйөштәге өҫтәл артына ҡунаҡлап, егеттең батмус-батмус аҙыҡ ташыуын күҙәтеп тик ултырҙы. Өҫтәл тулып киткәс, көлөмһөрәмәй ҙә булдыра алманы:
– Был вис беҙгәме, әллә ҡунаҡ саҡырҙығыҙмы?
Тегеһе яурындарын ғына йыйырҙы. Ун биш-егерме минуттан өс-дүрт тәрилкә ялтыратылып бер яҡ ситкә өйөп ҡуйылғас, ҡыҙ ҙа үҙенең урынһыҙ шаяртыуын аңланы. Уның аптыраңҡырап ҡарауын егет тә аңғарҙы, күрәһең:
– Минең аппетит шәп, – тип ҡуйҙы.
– Күрәм.
– Ә үҙең нимә соҡоноп ултыраһың? Ашап бөт тә сыҡ, мин тышта көтәм.
Әмиләгә лә инәлеп тороу кәрәк түгел. Билмәнгә ынтылмаһа ла, аш менән салатты һыпыртты. Компотын бер-ике генә уртланы ла, тышҡа сыға һалырға ашыҡты. Бошмаҫ юлдашы автомобиль ултырғысының һөйәнгесен ҡолата биреп үк ятып алған. Ҡыҙ машина янына килеп баҫты. “Аштан һуң йоҡлап алырға булдымы икән? Шатырлап инеп ултырһа, уяныр ҙа, тағы ла ҡашын емерер инде, бигерәк көйһөҙ әҙәм бит...” Шул ваҡыт Әмилә өҙөлөп күңелсәк әхирәте Рәмиләне һағынып китте. Бөгөн ул бер ваҡытта ла булмағанса был алсаҡ, бытый бүлмәләш татар ҡыҙы менән аралашыуға, һығылмалы холоҡло, баллы телле әхирәтенең йыуатыуына, йәлләүенә мохтаж ине. Күңеле тулышты, күҙ алмаларын әсеттереп йәштәр эркелде...
– Швейцар кәрәкме? – теге уяу икән, тәҙрәһен аса биреп екереүенә ҡыҙ хатта һикереп китте.
– Ә?..
– Асыҡ бит, – башы менән ишеккә ишараланы.
– Эһе.
Пассажир “йылп” итеп инеп ултырыуға, тегеһе, юлдаш булғандарынан алып тәүге тапҡыр, ултырғыс һөйәнгесенә таяна биреп, ярты кәүҙәһе менән боролоп, Әмиләгә тура ҡараны. Әллә ни оло түгел ине ул. Һәр хәлдә утыҙ юҡтыр. Ҡарға ҡанатындай ҡап-ҡара сәсен ҡыҫҡа ғына итеп алдырған, бер-береһенә тоташа яҙған ҡуйы ҡара ҡаштары аҫтынан ҡаты ҡарашлы һоро күҙҙәре һөҙә биреп ҡарағандай. Ҡояшта янған ҡарағусҡыл йөҙөнә ҡырлас танауы менән нәҙегерәк ирендәре килешеп тора. Мыйығы таҙа итеп ҡырылған. Ә инде кәүҙәһе, тышҡы ҡиәфәте уның спорт менән етди шөғөлләнеүен һиҙҙерә. Ҡыҫҡаһы, ҡылыҡтары, һөйләшеүе, ҡарашы уның ҡырҡыу, ҡаты холоҡло, көслө рухлы, үҙ-үҙенә ышанып эш иткән кеше икәнлеген әйтеп тора ине. Фаразлауҙарҙы дөрөҫләгәндәй был юлы ла егет урап-нитеп тормай тура һораны:
– Иреңдән ҡасып бараңмы?
– Нишләп?
– Төнгә ҡаршы, ямғыр аҫтында ҡайҙа ашығаһың улайһа?
– Эшем бар.
– Ә нимәгә илайһың?
– Иламайым...
Бәхеткә ҡаршы, эргә-тирәләге машиналар сигнал бирә-бирә ҡуҙғалып китә башланы. Күпер асылған, күрәһең. Был Әмиләне егеттең һорау алыуынан, бигерәк тә уның һынсыл ҡарашы ҡоллоғонан ҡотҡарҙы. Ян-яғына күҙ һалғас, ул да алдына боролоп, асҡысын борҙо.
Мең төҫлө уттар менән балҡыған ҡалаға улар төн ауышыуға ғына килеп инде. Юлдағы өҙөлөп ҡалған һөйләшеүҙән һуң икеһе лә ләм-мим өндәшмәне, көй артынан көй тыңлап, һәр береһе үҙ уйҙары солғанышында булды. Тәҙрә быялаһында йорттар, светофорҙар яҡтыһы ялпылдай башлағас, Әмилә тауышына бер ни булмағандай дуҫтарса тон бирергә тырышып:
– Юлығыҙ, осраҡлы рәүештә, Ленин урамы аша үтмәйме, – тип ҡыҙыҡһынды.
– Шунда кәрәкме?
– Кәрәк ине, әммә һеҙгә юл ыңғайы булмаһа ошо тирәлә берәй туҡталышта ҡалайым.
– Ленин урамының ҡайһы еренә кәрәк?
– Пединститут ятаҡтары янына.
Күп тә үтмәй машина дөм-ҡараңғы студенттар ҡаласығына барып та инде.
– Ҡайҙа?
– Бына ошо һулдағыһына...
Шунда барып туҡтанылар. Бер усына сумка һабын, икенсеһенә түләй торған аҡсаһын йомарлап тотоп әҙер ултырған ҡыҙ йәһәт кенә
– Ҙур рәхмәт һеҙгә, алығыҙ.
– Нимә ул?
– Юл хаҡы.
– Кәрәкмәй.
— Алығыҙ, алығыҙ, мин барыбер автобусҡа ла түләп килер инем.
— Ә мин ҡалаға һинһеҙ ҙә ҡайта инем.
— Улайһа бигерәк ҙур рәхмәт һеҙгә ...Ринат.
— Рәхмәте рәхмәт тә, ятаҡҡа индерәләрме һуң һине был ваҡытта?
Әмилә тәҙрә аша бер ут әҫәре күренмәгән һигеҙ ҡатлы йортҡа баштан-аяҡ күҙ һалды. Ҡайһы бер ҡаттарҙа тәҙрәләр алынғанлығы, ишек алдында иҙелмә иҙеү өсөн тотонолған ҙур-ҙур бадьялар, төрлө ҡоролмалар тороуы ятаҡта ремонт барғанын да асыҡ күрһәтеп тора. Ҡыҙ, шулай ҙа, аптыраныуын һиҙҙерергә теләмәне.
— Тетя Аня йә Тәскирә апай булырға тейеш вахтала... Хәҙер туҡылдатып астырам да...
Әмилә, һүҙҙәрен иҫбатларға теләгәндәй, сыға һалып ишеккә ыңғайланы. Ишекте башта ипле итеп, унан ҡатыраҡ шаҡыны. Эстән шылт иткән тауыш та юҡ. Эргә-тирә тәңгәлендәге бер-ике тәҙрәне лә ҡағып ҡараны, унан тағы ишеккә килде, тағы туҡылдатты. Үҙ-үҙен ҡулға алырға, паникаға бирелмәҫкә тырышып тештәрен ҡыҫты. “Туҡта, башта был кешене ебәрергә кәрәк”. Ҡыҙыу ғына атлап машина янына килде лә, артҡы ишекте асып сумкаһын тартып алды һәм “Һау булығыҙ”ҙы ырғытып “шап” иттереп ябып та ҡуйҙы. Әммә боролоп китергә өлгөрмәне, уны бәрә яҙып алғы ишек киң асылып китте. Егет, үҙенә хас булғанса, ҡабаланмай ғына сығып баҫты ла ҡулдарын бөйөрҙәренә таянып “Йә” тигән ҡиәфәттә ҡыҙға баҡты. Бигерәк бейек икән үҙе. Оялыуын, ғәрләнеүен асыу менән баҫып, егеттең күҙенә тура ҡарау өсөн ҡыҙға башын күпкә өҫкә күтәрергә тура килде.
— Килтереп еткерҙегеҙ, тәҡдим ителгән аҡсаны алманығыҙ, һеҙгә тағы нимә кәрәк?
— Миңә бер нәмә лә кәрәкмәй ҙә ул, һиңә бына ярҙам кәрәк, буғай.
— Мин һеҙҙең ярҙамға мохтаж түгел, беренсенән, икенсенән, аңғармай ҡалдым, беҙ ҡасан “һин”гә күстек әле?! – ҡыҙ ярһып уҡ китте.
Ете төн уртаһындағы кешеһеҙ, дөм ҡараңғы ятаҡтар араһында ҡаршыһына баҫып, ҡыйыу булырға тырышып тауыш күтәреп маташҡан йәш кенә ҡыҙ баланың истерика сигендә икәнлеген аңлау өсөн күп аҡыл кәрәкмәй ине. Ринат та быны аңғарҙы һәм машина уты яҡтыһында Әмиләнең йәш эркелә башлаған күҙҙәренә, ҡалтыранған ирендәренә, шытырлатып бармаҡтарын һындырыуына ҡарай биреп торҙо ла, ҡыҙҙың ерҙә ултырған сумкаһына ынтылды.
— Теймәгеҙ минең сумкаға! – ҡыҙ ике ҡуллап сумка һабына йәбеште.
— Тыныслан. - Әмиләне егеттең әйткән һүҙенән бигерәк һалҡын ҡаты ҡарашы тыйылырға мәжбүр итте, ҡыҙ ипләп кенә ҡулдарын бушатты. – Инеп ултыр машинаға.
Бара биргәс, инде апаруҡ тынысланған ҡыҙ тағы телгә килде:
— Беҙ ҡайҙа барабыҙ?
— Миңә.
— Һеҙгә? Ә һеҙҙә кемдәр бар?
— Берәү ҙә юҡ.
— Мин һеҙгә бармайым. Иртәнсәккә тиклем вокзалда ла ултырырға була, ҡалайым ошонда.
— Иртәнсәккә ятаҡта ремонт бөтөр тейһеңме?
— Ятаҡҡа түгел, миңә вокзалға иртәнсәк.
— Ҡайҙа бараң?
— Әлшәй районына.
— Унда кемгә?
— Әхирәтемә.
— Вокзалға иртәнсәк тә барырға мөмкин.
Унан күңелле генә итеп өҫтәп ҡуйҙы:
— Әйттем бит ашамам, тип.
— Улай тимәйем бит.
— Әйтмәһәң дә уйланың, тауышыңдан һиҙелеп тора.
Ҡыҙ башҡаса өндәшмәне. Бына улар яңы райондың бейек ҡатлы бер йорто янына килеп туҡтаны. Егет ашыҡмай ғына башта үҙе сыҡты, унан Әмиләнең ишеген асып әлеге сумкаһын алды, ҡыҙҙы ла сығарып, брелок төймәһе аша “тыңҡ” иттереп машинаһын бикләткәс, баш ҡағып ҡына “әйҙә” тигәнде аңлатып инеүгә юлланды. Нишләптер лифт саҡырманылар, етенсе ҡатҡа йәйәү менгәс, баҫҡыстың ҡаршыһындағы тимер ишек салтыр-солтор асылып китте.
Яңы проект менән эшләнгән иркен бер бүлмәле фатирҙа яңғыҙаҡ ир кеше йәшәгәнлеге әллә ҡайҙан күренеп тора: тәҙрәләрҙә шторалар, йомшаҡ мебелдә ябыуҙар юҡ. Ҙур залда махсус ҡоролма өҫтөнә беркетелгән киң экранлы телевизор ҙа, йомшаҡ мебель. Ә ярты залды ике төрлө тренажер, түбәгә эленгән бокс грушаһы, иҙәндә төрлө ҙурлыҡтағы гирҙәр, гантелдәр биләй.
Егет аяҡ кейемен һалмай ғына иҙәндә туҙышҡан кәрәк-ярағын ашатлап үтеп бүлмә уртаһына сумканы ултыртты ла, артынан эйәреп инеп, ишек төбөндә баҙнатһыҙланып ҡалған ҡыҙға күптән өйрәнгән кешеһенә өндәшкәндәй:
— Хәҙер нимә табабыҙ шуны ҡапҡылайбыҙ ҙа – отбой. Бөтә пландар ҙа иртәгәгә ҡалдырыла, - тине һәм кухняға инеп китеп, һыуытҡыстан шатыр-шотор нимәләрҙер сығарып өҫтәлгә теҙә лә башланы. Әмилә лә, туфлиҙарын сисеп ситкә ултыртҡас, кухняға үтте. Кухняһы ла иркен икән. Яңы кухня гарнитурының ике бүлеге генә теҙеп ҡуйылған да, ҡалғандары ҡағыҙҙа көйө, нисек килтерелгән булһа, шулай ята. Аш бүлмәһенең ҡап уртаһында овал формаһындағы өҫтәл ултыра.
Егет өҫтәлгә сыр, колбаса, ҡаҡланған ярты тауыҡ ите һәм ике банка һыра теҙҙе лә, һыйына ҡарай биреп торғас:
— Өйҙә һирәк ашайым....- тип ҡуйҙы. Һүҙҙәрендә бер тамсы ла аҡланыу, уңайһыҙланыу ишараты һиҙелмәне.
Әмилә баш тартыуҙы яйһыҙ һынап, бер-ике киҫәк сыр ҡапты ла, крандан алып һыу эсмәксе булғайны, Ринат һыуытҡысынан сығарып минералка бирҙе. Шуны бер аҙ уртлағас, һораулы ҡарашын хужаға төбәне. Тегеһе лә ашарҙан түгел күрәһең, бер банка һыраһын асып, яҙа-йоҙа эскеләп усында өйәрөлтә ине, ҡыҙҙың иғтибарын ғына көтөп ултырған икән, шундуҡ урынынан торҙо.
— Әйҙә, диванды ҙурайтып бирәм, шунда ятырһың. Теләһәң душҡа ин.
— һеҙ ҡайҙа ятаһығыҙ?
— Кухняла.
— Иҙәндәме?
— Раскладушкала. Башҡа берәй төрлө тәҡдим бармы әллә?
— Юҡ-юҡ.
— Юҡ икән - юҡ.
Егет залдың мөйөшө менән ярты стена буйын биләп ултырған йомшаҡ мебелдең бер өлөшөн асып, өс-дүрт кеше һыйып ятырлыҡ урын йәйеп ташланы. Шул уҡ дивандың аҫҡы йәшнигенән простыня менән йомшаҡ одеяло сығарып һалды. Яҫтыҡ тигән нәмә күренмәне, юҡтыр, күрәһең. Үҙенә балкондан раскладушка алып, ултырғыс башында элеүле торған простыня төҫөндәге юрған тышын эләктереп, залдың ишектәрен ябып уҡ сығып китте. Унан ҡайҙалыр шарт-шорт итеп раскладушкаһын урынлаштырғаны, бер аҙҙан һыу шаптырлағаны ишетелә биреп торҙо ла, тауыштар тынып ҡалды. Әмилә, бысраҡ кейеме менән мебелгә ултыра ла, егет ятмайынса йыуынырға сыға ла алмайса иҙән уртаһында баҫып ҡалғайны. Теге яҡта һил булғас, аяҡ остарына ғына баҫып ваннаға үтте, спорт костюмын һалып, һылы һыу менән тиҙ генә сайынып алды ла, урынына бара һалып ятты. Нисек кенә арыған, йонсоған булмаһын ят урында йоҡлай һалып китә алманы. Ишек аръяғындағы һәр ҡыштырлауҙы тыңлап, тын алыуын да баҫып ҡатып ятыуы, ята торғас, үҙенә бик тә таныш, йән әсеттергес булып китте. Ҡайҙа тағы ошолай аптыранып ятҡайны әле ул? Ә-ә... эйе... интернатта.... Рәйсә инәй интернатҡа алып килеп ҡалдырып киткәс, бөгөнгөләй шаҡ ҡатып ятып төн уҙғарғайны. Ул ваҡытта Әмиләгә бары ун бер йәш ине.
Бала сағын яҡты, ҡояшлы көндә шау сәскәле болонда йөрөгәндәй генә итеп хәтерләй Әмилә. Уға йылы, рәхәт, эргәһендә әсәһе менән атаһы. Улар өсәүләшеп ҡырҙа сәй эсә. Бесәндә булдылармы, әллә тәбиғәткә сыҡтылармы, уныһын асыҡ ҡына иҫләй алмай. Әммә әсәһенең ҡоромло ҡара баҡырсанан сәй яһауы, көлә-көлә нимәлер һөйләүе, атаһының ҡырын төшөп ятыуы, үҙенең атаһы өҫтөндә аунап йөрөп уйнауы, табын тирәләй эт менән баҫтырышыуы әллә төштән, әллә томан эсендәгеләй үткәндәрҙән күҙ алдына килә …
…Атаһы совхозда баш зоотехник булып эшләгән, унан бер һауынсыға әүрәп киткән, әсәһе имеш-мимештәрҙе юллап ете төн уртаһында йәйләүгә барған да, атаһының УАЗ-игын теге ҡатын өйө янында күргәс, яҡындағы урманға барған да аҫылынған. Үҙенең ғаилә трагедияһы хаҡында ошоларҙы ғына белә Әмилә. Мөнирә инәһе шулай ғына һөйләне.
Өләсәһе, әсәһенең әсәһе, әле яңы иллене генә үткәйне әле. Бер бөртөк ҡыҙының башына еткән кейәүен күрергә лә, ишетергә лә теләмәне, әлбиттә баланы ла күрһәтмәне. Йәшлек яуапһыҙлығы арҡаһында килеп сыҡҡан оло бәләнән шаңҡыған йәш ирҙе тупһаһына баҫтырыу ғына түгел, урамдан үтеп йөрөрлөк тәҡәт тә ҡалдырманы уға. Әрләп-ҡарғап, хатта эшенә барып туҙынып йөрөнө. Атаһы сит
өлкә кешеһе, был ауылға институттан һуң эшкә килеп, әсәһенә өйләнеп ҡалған ине. Шунлыҡтан, әллә ҡайғыһынан алйып, әллә үҙе сәбәпсе булған бәләләрҙән ҡурҡып, башын ситкә олаҡтырыуҙы хуп күрҙе. Мөнирә инәһе башта атаһынан хаттар ҙа, посылкалар ҙа килгеләгән, ти, тик Әмилә ул хаҡта белмәй, уға уларҙы уҡытҡан, күһәткән кеше булманы. Бер юлы онотһон да төңөлһөн тигәндер инде өләсәһе. Шулай булды ла…
Тик бына өләсәһе лә үҙ мөмкинлектәрен самаламаған булып сыҡты. Әмиләгә туғыҙ йәш тигәндә һыйыр һауып ултырған еренән ҡан баҫымы күтәрелеп тәгәрәне лә йән бирҙе. Шулай итеп Әмилә өләсәһенең алыҫ ҡына һеңле тейеш Мөнирә инәй ҡулына күсте. «Үҙем ҡыҙ тапмағас, һине ҡыҙымдай күреп үҫтерермен тип алып ҡайттым» тип аңлата инәйе был ҡылығын.
Әсәһен һағыныуын иҫләмәһә лә, өләсәһен һағынды Әмилә. Уның буш өйөнә барып илап йөрөгән еренән әллә нисә табып алып ҡайтты үҙен инәһе. Мөнирә инәйе лә яҡшы ҡараны уны, арҡаһынан тупылдатып һөйөп кенә торҙо, магазинға килгән һәр матур күлдәкте, ҡурсаҡты алып биреп барҙы. Ҡалала интернат-мәктәптә ятып уҡыған малайҙары ла үҙ итте бәләкәй ҡыҙыҡайҙы, ялға ҡайтҡандарында уны уртаға ҡуйып ҡыҙыҡ күреп ҡаранылар, төрлө һорауҙар биреп һөйләштерҙеләр, яуаптарынан мәрәкә табып көлөштөләр. Һәр береһе юл аҡсаһын ҡыҫып һеңлеләренә берәй шоколад, пирожный, уҡырға төшкәс төҫлө ҡәләм, значок, заколка кеүек ваҡ-төйәк ташыны. Ә Әмилә тора-бара уларҙың ҡайтҡанын көтөп тора башланы, хатта иркәләнеп, наҙланып ебәрергә лә өйрәнде. Шулай итеп йәшләй генә ирһеҙ ҡалып, үҙ елкәһендә дүрт ир баланы күтәреп килгән Мөнирә инәйенең даһыр-доһор малайҙар донъяһына йәм, наҙ алып килде ул.
Дүртенсе класты тамамлағас, ауылда мәктәп булмау сәбәпле, уға ла ҡалаға китергә тура килде. Мөнирә инәйе шулай уны интернатҡа алып килеп, һалдат казармаһындай оҙон бүлмәгә үҙе тиҫтерҙәре янына урынлаштырып, яйлап-көйләп ҡайтып киткәйне. Ят урындағы тәүге төнөн иларға ла ҡыймай ошолай ҡатып ятып үткәргәйне ҡыҙсыҡ…
Башта ҡыйын, ауыр, һәр нәмә ят кеүек күренһә лә, бында ла өйрәнде Әмилә. Бында әле үҙенең ике ағаһы ла уҡый ине, улар көндә инеп хәлен белеп, асыҡҡанында үҙәк ялғатып, ҡурсалап-ҡарап торҙолар. Бала кешегә ней дуҫ-иш тә, әхирәттәр ҙә табылды, уҡыу һәм төрлө саралар онотолдороп үҙ эсенә йомдо.
Мәктәпте бөткәс, белемен иң яҡшы үҙләштергән предметтарынан дауам итергә булды һәм филология факультетының сит телдәрҙе өйрәнеү бүлегенә имтихандар тотто. Мөнирә инәйе лә: «Ҡыҙ кешегә иң ҡулайлыһы уҡытыусы булыу инде ул»,- тип хупланы. Шулай итеп Әмилә студентка булып китте.
Мөнирә инәйенең малайҙары үҫеп ир етешеп, армия сафтарында хеҙмәт үтеп, бер-бер артлы өйләнешеп ситкә китеп бөттө. Һуңғы йылдарҙа һаулығы ныҡ ҡына ҡаҡшап, йыш зарлана башлағас, кинйә улы Азамат йәш кәләше Зифа менән күсеп ҡайтты. Әмилә еңгәһе һәм ағаһы менән тәүге курсты бөткән йәйҙә бер айҙай ғына йәшәп ҡалды. Уҡыу ваҡытындағы аҙна-ун көнлөк каникулдарҙа, байрамдарҙа һабаҡташтарына, ятаҡташтарына яҙма эштәр, тәржемәләр, төрлө бәләкәй фәнни эштәгә заказдар алып, ҡайтмаҫҡа тырышты. Был эштәргә түләү хаҡтары уның етемлек пенсияһына аҙ булһа ла ҡушымта ине. Ун туғыҙ йәшлек ҡыҙҙың башҡалар кеүек үк матур итеп кейенгеһе, биҙәнеп-төҙәнгеһе лә килә шул. Был бер сәбәп, ә икенсе сәбәпте Әмилә берәүгә лә, хатта үҙенә лә аңлата алмаҫ кеүек. Сөнки, уның уйлауынса ундай хәл, ундай сәбәп булырға тейеш түгел. Бәлки улай ҙа булмағандыр, тойолған ғыналыр. Эш шунда: еңгәһе уны нимәгәләр оҡшатманы, яратманы шикелле. Икәү-ара аш бүлмәһендә ҡайнашҡанда алсаҡ кеүек тә, бына ағаһы яндарына килһә әллә нишләй ҙә китә, тырт-мырт һөйләшә, юҡ-барға үпкәләй, екеренә башлай. Ә инде Азамат ағай Әмиләгә төбәп өндәшһә, арҡаһынан һөйһә йәки уға көҙгә ниндәй кәрәк-яраҡтар йүнләргә икәнлеге хаҡында һүҙ ҡуҙғатһа, бөтөнләй ҡылтайып сығып китә. Ағаһы
аптыранып кәләше артынан эйәрә. Бына ошолар күңеленә шик һалды, тыуған йортондай күреп үҫкән, ғәзиз булған төйәгенән өркөттө, биҙрәтте уны. Етмәһә һуңғы ваҡытта Мөнирә инәйе лә больницала ғына йәшәй тигәндәй.
Икенсе курсты тамамлағас, практикаһын, унан башҡа төр эштәрен бөтөрөп, ярты йәйҙе үткәреп, ҡайҙа барһын, тағы ла шул инәйе йортона ҡайтты ул. Йәш ғаилә уға шатланғандай ҙа булды. Һәр хәлдә ағаһы ихлас ине. Уның бүлмәһен тегеләр алған, ҡыҙ Мөнирә инәйенең түшәген биләне. «Ярай, әсәй ҡайтһа берәй яйын уйларбыҙ, ул бүлмәгә тағы ла бер карауат һыя…»,- тип ҡуйған булды ағаһы.
Көйәҙ килендең көйөн көйләй-көйләй ай ярымдай бергә йәшәп ташланылар. Әмилә еңгәһенә һыйыр һауыу, иҙән-кер йыуыуҙы, йәшелсә, картуф утау эштәрен тейҙермәҫкә тырышты. Өйҙә лә ир менән ҡатындың һүҙҙәренә ҡыҫылмаҫҡа, бер нигә ҡамасауламаҫҡа булып, хатта залға телевизор ҡарарға ла сығып ултырмайса, күләгә кеүек кенә йөрөнө. Тик нимәһелер барыбер килешмәне, ахыры. Һуңғы көндәрҙә Зифа бигерәк көйһөҙләнде. Тамаҡ ашағанда Әмиләне күрмәне лә белмәне, иренә лә этеп-төртөп яуап бирҙе, күбеһенсә тумһайып ултырҙы. Әмилә ғаиләләге был сыйыштың ни ғиллә менәндер үҙенә ҡағылышлы икәнлеген һиҙҙе, тик сәбәптең тап нимәлә икәнлеген генә төшөнә алмай ине. Ағаһынан асыҡтан-асыҡ һорар ине, уныһы ла ҡыҙҙан тартынғандай ҡылана, аулаҡта бергә ҡалмаҫҡа тырышҡандай, ҡасып йөрөгәндәй күренә уға.
Йөрөй–йөрөй һыҙлаған шеш һытылғандай, уйламаҫтан был йомаҡтың да осо сыҡты. Ул көндө Әмилә, көнө буйы картуф утап саңланғас, йылғаға төшөп һыу инеп, көтөү ҡайтҡансы тегеләргә текәлеп ултырғансы иртәгә Мөнирә инәйгә алып барырмын тип бер аҙ еләк, мәтрүшкә йыйып, күңеле күтәрелеп, кәртә артынан ғына ҡайтып инде. Азамат менән Зифа, урам яғынан инмәгәс, уны аңғармай ҡалдылар, ахыры. Сәй эсәләр, күрәһең, аласыҡтан ҡашығаяҡ сылтыраған, шаптырлатып һыу ҡойған тауыштар айырым-асыҡ ишетелеп ҡала. Бына ағаһы йыуаш ҡына итеп мөңгөрләне:
— Ҡуйсәле, Зифа, юҡты башыңа индереп алдың да…
— Нишләп юҡ булһын, - ҡатыны уны ҡырҡа ғына бүлдерҙе, — һинең өсөн минең һүҙем юҡ һүҙме?! Бәлки үҙем дә юҡтыр, ә?!
— Аптыратаһың бит, кем икәнлеген белмәйһеңме инде…
— Ә кем ул һиңә, кем?! Ул бит һиңә туған түгел, улайһа кем? Ярай, бәләкәй сағында үҫкән тей, ярай әсәйеңә яҡын, ә һиңә ул һеңле лә, шуртым да түгел. Нимәгә килә бында һаман, һине күреү өсөнмө?
— Атыу ҡайҙа барһын…
— Теләһә ҡайҙа – тик бында түгел, һин мине алып ҡайтҡанда өйөмдә тағы бер ҡыҙым ултыра тимәнең.
— Ниндәй ҡыҙым?.. Һеңлем итеп ҡарай амайһыңмы ней һуң, Зифа…
— Юҡ. Мин һораштым инде, уның һиңә бер туғанлығы ла юҡ. Мин һиңә инәлеп тормам, үҙең һайла, һуңынан үкенерҙәй булмаһын.
— Алйот хәбәреңде! Ниндәй һайлау, нимә һөйләйһең һин, Зифа?!
— Мин уға бала табам тип йөрөгән булам, ә ул мине мыҫҡыл итеп… ике бисә менән йәшәрһең, бәлки!
— Вот дура! – Азамат енләнеп аласыҡтан килеп сыҡты ла, ишек тотҡаһына ҡулын һуҙған килеш ҡатып торған Әмиләгә бәрелде. Асырғанған, ярһыған ир ҡапыл асылған ишек бәрелеүҙән ҡасып янтайып ҡолап барған ҡыҙҙы ҡырҡыу ғына итеп яурындарынан тотоп алды, тегеһе лә уның беләгенә йәбеште. Ҡараштары осрашты. Ир кеше ғазапланып, йәлләп, оялып ҡараны, ҡыҙ уйламаҫтан ҙур ҡурҡынысҡа юлыҡҡандай күҙҙәрен шарҙай асып текәлде…
Былай ғына бирешеп ҡалырға теләмәй, Зифа ла ире артынан эйәргән икән. Азамат менән Әмиләне бер-береһенә тотоноп текәлешеп торған был бер-нисә секундлыҡ хәлдә күреп: «Ҡосаҡлашырын ҡосаҡлашҡас, үбешегеҙ инде», - тигән һүҙҙәрен теш
араһынан ҡыҫып һелтәне лә, боролоп өйгә инеп китте. Азамат, ҡулдарын утҡа бешкәндәй кинәт алып, тышҡа ташланды. Ә Әмилә иһә быуындары бөтөп һулып төштө. «Бына нимәгә асыуланышҡандар икән улар… Еңгәһе уны ағаһына көнләгән… Ағаһына!.. Нишләп һеңле булмаһын… атыу кем булһын тағы?! Ай, Хоҙайым, ҡалай оят… Алйот бисә… ҡалайтырға инде хәҙер...»
Ҡыҙ тороп ултырҙы, ҡапыл асыуы ҡабарҙы, ғәрлеге, ғорурлығы бәреп сыҡты. «Нишләп тора әле ул, китергә кәрәк бынан! Хеҙмәтсеме ни ул, бәйләп ҡуйылғанмы! Хәҙер үк сығып китергә кәрәк!» Ошо дауыллы уй менән йүгереп йөрөп йыйынды, күҙенә күренгәндәй кейемдәрен йомарлап сумкаһына тыҡты, ашыҡ-бошоҡ юл кейемен кейҙе, яҙа-йоҙа сәсен рәтләне лә, ҡыҙыу атлап ауылдан бер-ике километр ситтә ятҡан оло юл туҡталышына юлланды.
Оҙаҡ торҙо ул туҡталышта. Ул арала күк йөҙөн яйлап ҡына баҫып алған болоттар көйләп ямғыр башлап ебәрҙе. Ярһыуы баҫылған ҡыҙ ҙа, хәлдең бөтөн тәрәнлеген, асылын төшөнөп, ямғырға ҡушылып буҫлығып-буҫлығып иланы. Илауҙан башҡа сараһы ла юҡ ине уның. Ҡамасаулаусы ла, йыуатыусы ла, йәлләүсе лә, хатта ҡайғыһының шаһиты ла булманы. Тәүге тапҡыр үҙен ысын етем итеп тойҙо ошо ваҡыт Әмилә…
Ҡорғанһыҙ тәҙрәнән тура төшкән сағыу ҡояш нурҙары уятты ҡыҙҙы. Үҙе уянһа ла, зиһене уянып етмәй, ят бүлмә түбәһендәге нәзәкәтле шәмдәлгә мәғәнәһеҙ төбәлеп бер аҙ ятты ла, һикереп килеп торҙо. «Аһ-аһ, кеше өйөндә төшкәсә йоҡлап ятҡанмы әллә?! Таңдан тороп сығып китермен тигәйне бит». Ҡыҙ ипләп кенә баҫып ишеккә килеп, ҡолағын ҡуйып тыңланы. Теге яҡта тауыш-тын юҡ. «Йоҡлаймы икән…» Ишекте һаҡ ҡына ҡыҫа биреп аш бүлмәһенә күҙ атты. Ҡараһа – хужанан елдәр иҫкән. Раскладушкаһы йыйып ситкә ҡуйылған. Ванна бүлмәһендә лә юҡ. Ҡыҙ ҡото осоп ишеккә йүгерҙе. Уф-ф, уныһы эстән асыла икән…
Әмилә мыштырламаҫҡа булды, төшкә тиклем йоҡлап ятҡаны ла еткән. Тиҙ генә ваннаға инеп йыуынды, сәсен-башын рәтләне, сумкаһынан бөтәрләнеп ятҡан йәйге күлдәген алып үтек табып үтекләп кейҙе, еңел аяҡ кейемдәрен һөрткөләне. Ул арала йоҙаҡ-асҡыстар сылтыраны ла, ишек шар асылып китте. Бер ҡулына ҙур ҡарбуз, икенсеһенә аҙыҡ-түлек тултырылған оло пакет тотҡан хужа килеп инде. Ишекте аяғы менән һелтәп ябып, кисәгесә аяҡ кейемен һалмайынса, аш бүлмәһенә ыңғайланы. Унда шатыр-шотор килтереп нимәләрҙелер йыртып-ҡайырып асты, шаптырлатып йыуҙы, шаҡ-шоҡ телде, туҡылдатып өҫтәлгә теҙҙе лә, аяҡ тауышына ҡарағанда, залға юлланды. Диван мөйөшөндә башын баҫып тыңлап ултырған ҡыҙ күҙҙәрен күтәргәндә, тегеһе ҡаш аҫтынан һөҙә биреп һынсыл ҡарап тора ине.
— Прошу к столу, — егет көлөмһөрәгәндәй итте.
Әмилә, үҙен үлтереп өгөтләгәндәй, ҡулдарын сәбәләндереп һикереп үк торҙо:
— Юҡ-юҡ, рәхмәт, мәшәҡәтләнмәгеҙ. Мин һеҙҙең килгәнде генә көтөп ултырам, хәҙер сығайым тигәйнем… Рәхмәт һеҙгә барыһы өсөн дә…
Тегеһе ҡыҙҙы тыңлап та тормай кухняға юлланды. Минең эшем тәҡдим итеү тинеме, әллә минең әйткәнем һис шикһеҙ үтәлергә тейеш тигәнде аңлаттымы уның ҡылығы - Әмиләгә хужаның артынан эйәреүҙән башҡа сара ҡалманы. Егет үтеп барышлай бер ултырғысты тарта биреп сығарып ултыртты ла, үҙе түргәрәк үтеп иркенләп ултырҙы һәм ҡыйыуһыҙ ғына кухняға инеүсе ҡыҙға баштан аяҡ күҙ һалды. Кисәге сәсе-башы туҙған, күҙ-танауы ҡыҙарған, өҫ-башы таушалған ҡыҙ түгел ине бөгөн уның алдында. Ҡыҙғылт ағас төҫөнә буялған сәстәрен шыма итеп тарап, соңҡаһына нимә менәндер ҡупшы итеп йыйып ҡыҫтырып ҡуйған, һирәк-һаяҡ айырым сәс бөртөктәре
оҙонса тулҡындар яһап зифа муйынана төшөп, асыҡ тәҙрәнән иҫкән елгә талғын ғына тирбәлеп тора. Матур кәүҙәһенә күк болот төҫөндәге килешле еңел күлдәк кейеп ебәргән. Фил һөйәгенән оҫта ҡулдар һырлап эшләгән шикелле аҡ нәфис битенә кескәй тура танауы менән бүлтек ирендәре бигерәк ҡупшы төҫ бирә, ә инде ҙур ҡуңыр күҙҙәренең балаларса асыҡ ҡарашы донъяға бөгөн тыуғандай аптырап, хайран ҡалып ҡарағандай. Дөйөм алғанда, был ҡыҙ Ринатҡа ҡиммәтле ҡытай статуэткаһы кеүек булып күренде. Бала сағында әсәһенең йоҡо бүлмәһендәге затлы мебель өҫтәренә теҙелгән шундай статуэткаларҙы тотоп ҡарап йыш әрләнә торғайны. Үтә күренмәле аҡ фарфорҙан иҫ киткес нәзәкәтле итеп эшләнгән, бармаҡ менән төртһәң дә ыуалып төшөрҙәй булған был һындар, Ринатҡа терелеп китерҙәй тойола ине.
Әле килеп, шул һындарҙың береһе алдында торалыр, тигән уй үҙенә лә мәрәкә тойолоп, күңелле булып китте. Ҡыҙҙың һағайып ҡараған ҡарашын тотоп киң йылмайып ебәрҙе:
— Әйҙә, әҙәмсә тамаҡ ялғап алайыҡ та… китерһең.
Әмилә теге шылдырылған ултырғысҡа ҡунаҡлап, алдындағы ризыҡтарға күҙ һалды. Барыһы ла магазиндыҡы, ярымфабрикат, шулай ҙа тәмле еҫтәр сығарып, ауыҙға алғанды ғына көтөп ятҡандай. «Ҡарбуз да өлгөргән икән…» Әмилә егеттең ҡул хәрәкәттәренә эйәреп аҙыҡҡа үрелде.
— Ятағыңда ремонт бөгөн-иртән генә бөтмәй әле…
Ҡыҙ ашауынан туҡтап егеттең ауыҙына төбәлде.
— Шулай ҙа сентябрь башына өлгөртәбеҙ тиҙәр, - тип тамамлап ҡуйҙы теге.
— Кем әйтә?..
— Комендант.
— Ниндәй комендант?.
— Ну, һеҙҙең общяктың коменданты.
Ҡыҙ бөтөнләй аптырауға ҡалды:
— Һин… һеҙ уны ҡайҙан беләһегеҙ?.. Әй, танышығыҙмы әллә?..
— Иртәнсәк инеп танышҡайным.
— Нишләп… танышҡайнығыҙ?..
— «Нишләп тә нишләп», һиңә кәрәк түгелме ни ятаҡ?
— Кәрәк булһа һуң, һеҙгә ниңә борсолорға.
— Борсолған юҡ, шулай ҙа һораштым инде, ғәфү итегеҙ, әгәр һеҙҙән рөхсәт алмаған булһам, - егеттең ирен ситендә мыҫҡыллы йылмайыу ишараты сағылып ҡалды.
— Имгәк булдым инде һеҙгә, ғәфү итегеҙ, - ҡыҙ ысынлап уңайһыҙланды.
Ҡарбуҙ киҫәге тышын тырнаҡ осо менән сыйғылап ултырған ҡыҙға бер аҙ текәлеп ултырғас, егеткә ул йәл булып киттеме, тауышына йомшағыраҡ тон бирергә тырышып, былай тип теҙҙе:
— Әмилә, әйҙә асығыраҡ һөйләшәйек әле. Аңлауымса, һин ҡатмарлы хәлдәһең, шулай бит…
Ҡыҙ «эйе» лә, «юҡ» та тимәне, әммә уның башын тәҙрә яғына бороп тынып ҡалыуы үҙе үк яуап ине. Егет быны үҙенсә аңлап дауам итте:
— Әмилә, минән ҡурҡырға ла, оялырға ла кәрәкмәй, һәр хәлдә әле түгел… Дөрөҫөн генә әйт әле: һиңә ниндәй ярҙам кәрәк?
Йомшаҡ ҡараш, йылы һүҙҙән былай ҙа саҡ торған ҡыҙ алдына бөтөнләй бәлйерәп китеү ҡурҡынысы баҫты. «Илап ебәрмәҫкә, тик иламаҫҡа! Бының алдында түгел!» Бер нисә секунд эсендә көсөргәнеш менән исек тә үҙен ҡулға алды һәм бер нигә иҫе китмәгән ҡиәфәттә көлөмһөрәп егеткә тура ҡарарға көс тапты:
— Һеҙ хәйриә ойошмаһынанмы, әллә Робин Гудмы? Күрһәткән ярҙамдарығыҙ өсөн дә ҙур рәхмәт, миңә төшкө автобусҡа өлгөрөргә кәрәк.
Ҡыҙҙың был ҡылығы егеттең дә зитына тейҙе, күрәһең, ул да әллә ни инәлеп тормаҫҡа булды: «Кәрәкмәй икән кәрәкмәй, әйҙә юлында булһын!»
— Ну, үҙең ҡара… Әйҙә, улайһа вокзалда төшөрөп китәм.
Вокзалға тиклем бер һүҙһеҙ барҙылар. Машинанан сыҡҡанда Әмиләнең ихлас итеп: «Рәхмәт! Һау булығыҙ!»- тигәненә лә егет «Ярай» тигәнде белдереп баш ҡына ҡаҡты ла, ҡуҙғалып та китте. Күҙ йомоп асҡан арала борлошҡа инеп юғалған машина артынан «Үпкәләне, ахыры…» - тип уйлап ҡарап ҡалды ҡыҙ.
* * *
Әмиләнең ҡапыл килеп төшөүенә әхирәте Рәмилә лә, уның ата-әсәһе лә аптыраманы, киреһенсә, күптән көтөлгән ҡунаҡ килеп еткәндәй, шатландылар ғына. Әйтерһең дә, уның килерен белеп торғандар. Була бит алсаҡ кешеләр.
— Ябыгып беткәнсен әллә... йонсыгансың…, - тип Рания апай әле Әмиләнең арҡаһынан һөйҙө, әле, — Рәмилә бытылдамый тор әле, ашарга хот бир кешегә, - тип асыуланмай ғына сусылдығы сығып хәбәрҙәрен теҙгән ҡыҙын тыйҙы. Рәхәт тә, ҡыйын да ине Әмиләгә. Илағыһы ла, көлгөһө лә килде. «Нишләп уға ла ошо ғаиләлә тыумаҫҡа инде… »
— Нисә көнгә син, Әмилә тим, ойойсын әллә…, - әхирәтенең яурынынан этәреп сыңғыратып көлөп ебәреүенә ҡыҙ уянып киткәндәй итте лә, аҡтыҡ батырлығын йыйып ҡалтыранған тауыш менән хужабикәгә:
— Рания апай, рөхсәт итһәгеҙ… уҡыуҙар башланғансы һеҙҙә тороп торорға булмаҫ микән… - тип өндәште.
Әсәле-ҡыҙлы бер мәлгә тынып, мәғәнәле ҡараш менән алмашҡас, икеһе бер тауыштан:
— Нишләп булмасын! – тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.
Әхирәте килеп ҡосаҡлап та алды:
— Уй, Әмилә, су керербез, танцыга, костерга жөрөбез!
Рания апай ҙа икенсе яҡтан килеп баҫты:
— Бер нигә борчылма, акыллым, күпме кирәк шунса тор, син ни бында күптән үз, - унан асмалы тәҙрәнән ынтылып иренә өндәште, - Морат, мунча токандырсы, бала юлдан ич.
« Бер.. бер… бер-ике-өс! Бер… бер… бер-ике-өс!» Ринат үҙенең бөтөн көсөн һалып эшләмәүен белә. Ниңәлер зиһенен йыйып ала алмай. Кисә лә шулай булғайны, элекке көн дә… Быны тренер ҙа һиҙеп-күреп йөрөй. Әленән-әле үҙәк рингтағы боксеры яғына һынсыл ҡарашын ташлап-ташлап ала, йә бөйөрҙәренә таянып текәлеп тора бирә лә, ҡәнәғәтһеҙлеген белдереп башын һелкеп, ауыҙ эсенән мығылап китеп бара. «Һүгенә…» тип уйлай Ринат һәм үҙе лә эстән һүгенеп йән көсөнә тоҡто төйгөләй. Тик, түгел, түгел… тейешенсә түгел… көндәгесә түгел… был хәрәкәттәр, был йылдамлыҡ профессионал һуғышсыныҡы түгел!
— Так! Байрамов! Что за чепуха?! – Павел Петровичтың талапсан тауышы дәү залды гөрһөлдәтте, — В чем проблема?!
— Да черт ти знай… - Ринат тыңлауһыҙ «суҡмарҙарын» аҫҡа төшөрөп, мығырҙауҙан башҡа яуап тапманы. Үҙен ренген ише үтә күреп торған тренерын нимә тип алдаһын инде ул?
Павел Петрович, бармағын иҙәп егетте үҙе артынан әйҙәне лә, кабинеты ишегенә юлланды.
— Ауырыйһыңмы? – тренер тура һорап тура яуап көттө. Улар шулай өйрәнгән, тәртип шулай.
— Юҡ, шикелле…
— Ауырыйһыңмы?!
— Юҡ.
— Улайһа мин һине аңламайым, Байрамов, ринг алдынан ул ниндәй илке-һалҡылыҡ? Беҙ һиңә күҙ терәп торабыҙ, һиңә ҡарап башҡалар эшләй. Өсөнсө көн, ни ҡыланыуың?! Минең йөрәк ауырта башланы… Өйҙә берәй нәмәме әллә?
— Юҡ… өйҙә барыһы ла һәйбәт.
— Тимәк, мин борсолорҙай сәбәп юҡ?
— Юҡ.
--Сәбәп юҡ икән, борсолтма бабайыңды, улым. Беләһең: мейеңде тренировканан башҡа уй биләргә, тренировканан башҡа эшең булырға тейеш түгел. Эсеү-тартыу, ҡайҙалыр төн уҙғарыу, ҡатын-ҡыҙҙар һинең өсөн түгел… әлегә. Ҡыҫҡаһы, һиңәме аңлатырға, үҙең йәштәрҙе өйрәтәһең. Беҙ аңлаштыҡ, шулай бит?
— Шулай.
— Улайһа, улым, бөгөнгә ҡайтып ял ит, - тренер боксерҙың ҡаршылашырға теләгәнен аңғарып тауышын күтәрә төштө, - Күреп тораһың, һин бөгөн барыбер һуғышсы түгел. Ҡайт, йоҡоңдо туйҙыр һәм иртәгә сәғәт һигеҙҙә һау-сәләмәт булып алдыма баҫ. Хуш!
— Хушығыҙ, Петрович, - Ринатҡа теләр-теләмәҫ булһа ла урынынан ҡуҙғалыуҙан башҡа сара ҡалманы. Яңы күнекмәгә йөрөй башлаған малайҙай үҙ-үҙен ҡулға ала, аҡылы менән көсөн бер ыҙанға төшөрә алмай аҙапланыуынан, һис юҡтан тренерын борсоуҙан оялды,
асыуынан уртын сәйнәне. «Нимә мәмәйләнә әле ул? Ул – клубтың «тимер йоҙроғо», ике тапҡыр Донъя чемпионы булыуға өлгәшкән һуғышсы әллә көсһөҙләнәме? Спортсыларҙы көс-кәр ташлай тигәндәре әллә ошолай башланамы икән? Ауырый тиһәң үҙен һау тоя… Нигә зиһене тарҡау әле… Ниңә?… Ниңә…?»
Күнекмә кейемдәрен сисеп ташлап, үҙенән үс алырға теләгәндәй, тешен ҡыҫып, елкәһе иҫ белмәй башлағансы һыуыҡ душ аҫтында торҙо ла, тәне янып киткәнсе ҡаты таҫтамал менән ышҡынып, кейенеп алды. Атаҡлы чемпиондың танау осондағы чемпионат алдынан тренировканан эңерҙә үк ҡайтырға сығыуына күптәр ауыҙ асып ҡарап ҡалды, Ринат аптыраулы ҡараштарҙы арҡаһы менән тойҙо, был уның асыуын тағы ла нығыраҡ ҡабартты. «Улар хаҡлы… хаҡлы, әлбиттә… Ә ул – дурак!»
Тренерҙың һүҙенән сыҡмаҫҡа булып, ҡайтҡас та йоҡларға ятты. Ул бит шулай өйрәнгән, Петровичтың инструкцияһы, тәртибе, планы менән йәшәргә, хәрәкәт итергә. Һәр ваҡыт уныңса эш итте һәм бер ваҡытта ла отолманы. Тренер ҡушҡан ваҡытта торҙо, ул яҙған рецепт буйынса туйынды, уның көн тәртибе менән йәшәне, тейешенсә ауыр, тейешенсә еңел атлетика менән шөғөлләнде, йүгерҙе, йөҙҙө, сыныҡты, кәрәкле ваҡытта аҙыҡтан, күңел асыу һәм башҡа ҡәнәғәтлек сараларынан сикләнде, тәнен генә түгел аҡылын да махсус тәртипкә буйһонодорорға өйрәнде һәм, хатта, уйламаҫҡа кәрәктә уйламай ҙа булдыра ала ине бит… һуңғы көндәргә тиклем.
Егет күҙҙәре талғансы түбәгә ҡарап ятты, унан салҡан әйләнде, унан тағы түбәгә текәлде. Йоҡо юҡ. Нимә булды уға? Чемпионат алдынан шулай йөрәкһейме? Улай тиһәң, беренсе тапҡыр донъя кимәленә сығыуы түгел, тәүге тапҡырҙа ла былай ҡыланмағайны әле. Тағы ла бәйгегә тиклем әле өс ай бар. Өс ай буйына былайтып ятһа – белмәйем… Нимә һиҙенеп болоҡһой күңеле? Нимә булды әле һуңғы ваҡыт? Һәм ул инде нисәнсе ҡат үҙ-үҙенә шул һорауҙы бирә лә, бынан биш көн элек булған хәлдәрҙе ҡабат-ҡабат күҙ алдынан үткәрә. Унан инде нисәнсе тапҡыр: «Фу-у, идиот, шул бер ауыл ҡыҙы кәлийәнән
сығарҙымы һине?..»- тип көлөп ҡуйған була. «Юҡ-юҡ, уныһы инде – абсурд!» Унан тағы, ирекһеҙҙән, аш бүлмәһенең ишеге төбөндә уңайһыҙланып ҡына баҫып торған зәңгәр күлдәкле ҡыҙҙы, уның аҡ мәрмәр йөҙөн, дымһыу ҡуңыр күҙҙәрен, ел ыңғайына талғын ғына бәүелгән сәс бөҙрәләрен, ҡарбуз тышын сыйған нәфис тырнаҡтарын, «Һеҙ Робин Гудмы әллә» тип ғәмһеҙ көлөүен күҙ алдына килтерә лә: «Да-ну! Чепуха!» тип, кәрәкмәгән уйҙарын ҡыуырға теләгәндәй башын һелкә: «Че-пу-ха!»
Ринаттың бит шул бешмәгән ауыл ҡыҙынан биш тапҡырға сибәрерәк, һомғолораҡ, ҡупшыраҡ ҡыҙҙарҙы күргәне бар. Һәм күргәне генә лә түгел… Үҫмер сағынан ҡыҙ-ҡырҡын уның муйынына үҙе аҫылына. Ҡыҙҙар ғына түгел, үҙен ир-ат иғтибарын йәлеп итерҙәй тип һанаған ханымдар ҙа осрашыу тәҡдим итә, эҙәрлекләй. Ул ҡатын-ҡыҙҙан кәрәген алып һәм уларға ла үҙҙәре теләгәнде биреп, үпкәләмәҫлек итеп бүләк йә аҡса менән ризалап өйрәнгән. Ике яҡ та ҡәнәғәт, ике яҡ та теләгенә ирешкән, уныңса. Етдирәк мөнәсәбәт эҙләгәндәрен тиҙерәк һыуындырырға тырышты, ҡасты, шылтыратыуҙарын алманы. Әлбиттә, оҙайлы осрашҡан кешеһе лә юҡ түгел, тик ул да егеттең үҙе кеүек, уны ла билдәле спортсының иғтибары менән ҡиммәтле бүләктәре ҡәнәғәтләндерә әлегә. Етмәһә, ҡыҙ үҙе әйтмешләй, етди мөнәсәбәт, ниндәйҙер яуаплылыҡ, хоҙайым һаҡлаһын – ғаилә - уның өсөн түгел. Ул, йәнәһе, ир-ат һоҡланһын, яратһын өсөн яратылған.
Һүҙ юҡ, сибәр шул Лариса, ҡиммәтле тышлыҡ талап иткән зиннәтле аҫылташ кеүек затлы, нәзәкәтле, һушты китәрер һауалы ҡыҙ. Әле ул Мәскәүҙә уҡый, бында ла йыш ҡайта. Ларисаны етәкләп ҡунаҡтарға, кисәләргә, төнгө клубтарға барғанда дуҫ-иштәренең, таныштарының, хатта ете-ят ир-егеттәрҙең дә ҡыҙығып, көнләшеп ҡарағанын тоя Ринат. Хас та спортсылар ҡиммәтле кубокка ымһынған кеүек. Башҡаларҙың ошо ҡарашы уның күңелендә ғорурлыҡ, өҫтөнләк тойғоһо уята. Әллә ул спортсы булараҡ гел алдынғылыҡҡа, еңеүсе булыуға ынтылғанға микән? Нисек тә Лариса менән Ринат бер-
береһенән ҡәнәғәт, бер-береһенә артыҡ дәғүәләре лә, талаптары ла, Ларисаға нимәлер кәрәк булмаған ваҡыттарҙан тыш, физик ылығыуҙан башҡа араларында наҙ ҙа, йылылыҡ та юҡ. Ә Лариса инде кәрәген һорай белә… Бер уйлаһаң, Ринат ҡатын-ҡыҙҙы тағы ниндәй яҡтан белә һуң? Бары һораусы, алыусы, талап итеүсе, ҡулланыусы булараҡ ҡына.
Бала саҡтан әсәһе һәр ваҡыт атаһынан нимәләрҙер һораны, таптырҙы, һәр ваҡыт уға нимәләрҙер кәрәк булды ла, нимәлер етмәне. Әле ҡайҙандыр килтерелгән люстра, әле модалы стенка, әле балаҫ, әле стилле гарнитур, әле тағы ла нимәләрҙер тип көйөндө, янды, аҡса тупланы, үҙенә лә, башҡаларға ла тынғы бирмәне ул. Атаһы ғүмер буйы ҡалала билдәле хирург, әсәһенең байлыҡ һөйөү нәфсеһен ҡәнәғәтләндерә алдымы-юҡмы, һәр хәлдә әсәһенең үҙенең дә табышы насар түгел – ул мода салонында косметолог.
Әсәһен бер ваҡытта ла, хатта йоҡо бүлмәһендә лә, тәпәрләнгән өҫ-башта күргәнен иҫләмәй Ринат, уның сәсенән алып аяҡ тырнаҡтарына тиклем һәр ваҡыт ниндәйҙер сағыу төҫтә, бөхтә, ҡараулы. Һуңғы мода менән килешле итеп кейенә, үҙен һәр ерҙә лә эффектлы, кешелә тәьҫир ҡалдырырлыҡ итеп тота белә. Ҡыҫҡаһы, атаһы төрттөрөргә яратҡанса «светская львица» инде.
Һеңлеһе Эльвира хаҡында һүҙ ҙә юҡ. Атаһының бер нигә лә кире яуап алып өйрәнмәгән иркә ҡыҙы. Ринат үҙе лә иркәләтергә, шатландырырға ярата шул уны. Ә тегеһенең тәтәй йөҙө үпкәләп сирылырға ла, уймаҡ ауыҙы «алып бир», «бүләк ит», «кәрәк» тигән һүҙҙәрҙе әйтеү өсөн генә яратылған кеүек. Ярата ул һеңлеһен, тик тегеһенең артыҡ шашып барыуын да һиҙмәй түгел. Ярай, ҙурая бара аҡылға ултырыр әле, тигән була ла, улай тиһәң тиҙҙән ун һигеҙе лә тула инде. Эйе, ун һигеҙе… Иҫтә саҡта бүләккә нимә теләүен һорап һорап ҡуйырға кәрәк. Юғиһә, үлгәнсе онотмаҫ…
…Ринат төшөндә Әмиләне бөгөлә-һығыла көлә икән тип күрҙе… Төнө буйына күренде микән ул төш, әллә таң алдынан ғына индеме?..
Нимә тип көлгән булды икән? «Һин Робин Гудмы әллә» тинеме, әллә «Ахмаҡ һин, дурачок» тинеме? Ошо уйҙан Ринаттың тик-томалға асыуы ҡупты. Үҙен көлкө, мыҫҡыллы хәлдә итеп тойҙо һәм, быларҙың киреһен иҫбатларға теләгәндәй, һикереп тороп һауаны төйгөсләп ташланы. Шул ҡыҙыулыҡ менән ванна бүлмәһенә юлланды ла, Әмиләнең кер йыуыуы машинаһы өҫтөндә онотолоп ятып ҡалған ағас һаплы сәс щеткаһына күҙе төштө. Тәүге көн, ошо әйберҙе аңғарып ҡалғас, ҡулына алып, бындайҙы тәүгә күргәндәй, әйләндереп-әйләндереп ҡарағайны, хатта ҡырағай кеше шикелле еҫкәп тә торғайны бит. Әле килеп шартларҙай булды. Теге ҡыҙ быларҙың барыһын да беләлер ҙә, шуға ла төшөндә көләлер кеүек тойолдо. «Көлкөңдө яңыртырмын әле, соплячка!» Ринат щетканы коридорға ҡарай атты, тегеһе фатирҙың тимер ишегенә «шаҡ» итеп бәрелде лә, бер нисә киҫәккә бүленеп сәселеп китте. «Бына шулай, абзың менән шаярмайҙар!»
Тренировкаға ҡашы емерелгән килеш, эсендә бөтөн донъяға асыу һаҡлаған кешеләй килде ул. Бөгөн расписание буйынса һуғышсылар махсус ауырлыҡтарҙа көс һынаша. Петрович Ринатҡа бер генә һынсыл ҡараш ташланы ла, барыһына ла «Әҙерләнергә!» тигән команда бирҙе.
Тәжрибәле тренерҙы Байрамовтың «дошман»ына яҙылып, «уйнап» алырға ваҡыт бирмәүе, туранан-тура һөжүмгә күсеүе, үҙ таҫыллығының, көсөнөң өҫтөн икәнлеген белә тороп, аяуһыҙ ҡыланыуы һағайтты. «Нимә булды әле был малайға? Ул бит уны ун ике йәшенән үҙе «әүәләп» үҫтергән, сәғәт системаһына һалған… Күп йыллыҡ ауыр хеҙмәт талап иткән, яҡты өмөттәрен аҡлап килгән иң оҫта һуғышсыларының береһе… » Тренер ауыр ҡарашын, парын дөрөп алып барған, ураған һайын хаталар ебәргән, ярамаған хәрәкәттәр, алымдар ҡулланып, ҡағиҙәһеҙ, тәртипһеҙ дөмбәҫләшеү асып ебәргән һуғышсыһына ҡаҙап, баш ватты. Ул арала «еңеүсе», судьяның әсе һыҙғырыуына ла ҡолаҡ һалмайынса, «дошман»ына һуңғы «суҡмарын» ултыртты ла, ҡапыл һикереп әйләнеп китеп, ялан
аяғы менән тегенең каскалы башына типте. Уныһы күҙ йомоп асҡансы салҡан әйләнеп төштө һәм… иҫен юйҙы.
Ринг тирәләп сүгәләп ултырған һуғышсылар аптырашып әле асыуынан сәсәп киткән тренерға, әле шыбыр тир булып, үҙ кисерештәренән арына аламай аһылдап торған боксерға ҡараны. Уларҙы, барыһынан да бигерәк, һәр ваҡыт һалҡын аҡыл, һәр секунды уйланған, үлсәнгән хәрәкәттәр менән генә эш итеү оҫтаһы булып танылған, йәштәрҙе лә шулай өйрәткән, тәрбиәләгән боксерҙың күҙ менән ҡаш араһында ҡарашы аңһыҙланып, тештәре ыржайып, алдындағыларҙы өҙгөләп ташларҙай йыртҡысҡа әүерелеү күренеше тетрәтте шикелле.
— Байрамов! Һин нимә, төрмәгә ингең киләме?!
Тренерҙың гөрһөлдәк тауышы барыһын да айнытып ебәрҙе. Егеттәр матала ятыусыға ярҙамға ташланды. Ярай әле тегеһе тиҙ генә иҫенә килде һәм башына, битенә бөркөлгән һыуҙы һыпыра-һыпыра тороп ултырҙы. Ул арала Ринат та айнып киткәндәй булды һәм өйкөлөшкән иптәштәрен йырып инеп, ҡыйырһытылған һуғышсының эргәһенә сүгәләне, яурынына ҡағылды:
— Ғәфү ит, брат, ғәфү ит… ысҡындым…
Тегеһе иһә Байрамовтың кәйефен тәүге «суҡмарҙан» уҡ һиҙгәйне, шуға ла тынысландырырға ашыҡты:
— Ярай, ярай, үтте инде… ялтанып өлгөрмәнем бит… ярай…
— Ярамай! Вот, бына былай ярамай! – түңәрәккә килеп ингән Петрович сүместәй йоҙроғонан һуҡ бармағын көмөрәйтеп өҫкә сығарып һауала һелкте, - Был - тупаҫ рәүештә ҡағиҙы боҙоу, аңлы рәүештә кеше һаулығына зыян килтереү, тип атала. Был – енәйәт!
Тренерҙың әйткәндәре ярһыуын баҫырға теләп тырмашҡан Ринаттың асыҡ яраһына сыбыҡ менән төрткәндәй тәьҫир итте, ултырған еренән ҡаш аҫтынан һөҙөп өҫкә ҡараны. Был ҡараш та
таныш ине Петровичҡа. Ул бит бындай ир-егеттәр менән тәүге йыл эшләмәй. Бер генә һуғышсыны ҙур рингтарға сығармаған да, уларҙың төрлө ҡатмарлы хәлдәрен аҙ кисермәгән. Үҙе лә оҙайлы спорт юлы үткән ҡарт бүре бит әле ул. Шунлыҡтан, теле һәм ҡулы ҡысытып торһа ла, хәлде «бушатып» ебәреүҙе яйлыраҡ күрҙе һәм, ғәҙәттән тыш бер ни ҙә булмағандай, уңлы-һуллы бойороҡтарын һирпте:
— Тор, Савельев, ҡояшта ҡыҙынырға килмәгәнһең! Барығыҙ ҙа урындарығыҙға! Райкин, Горбатко - матаға! Маратыч, һин теренер урынына! – унан Ринаттың арҡаһынан ҡаҡты, - Һин, әйҙә - миңә!
Үҙ ғәйебен белеп килгән бала шикелле башын эйеп, ҡаршыһындағы ултырғысҡа «гөрҫ» итеп ултырған уҡыусыһына, өндәшмәҫтән оҙаҡ ҡына текәлеп ултырҙы ла, тренер, тыныс итеп:
— Башыңды күтәр, улым, күҙемә тура ҡара, - тине.
Тегеһе шуны ғына көткәйндәй «ялп» итеп башын күтәрҙе һәм һаман ярһыуы баҫылмаған ҡарашын туп-тура уҡытыусыһының күҙҙәренә ҡаҙаны. Егеттең ҡараштарында асыу, юғалып ҡалыу, асырғаныу, ҡурҡыу, тағы ла әллә ниндәй тойғолар сағыла ине.
— Байрамов, һин берәй нәмә ҡабул итәһеңме әллә, йәшермә, әйт, мин белергә тейеш… - Петрович үҙен әллә нисә көн борсоған был һорауҙы бирмәй булдыра алмай ине.
— Юҡ.
— Эстеңме?
— Юҡ.
— Берәй ерең ауыртамы?
— Юҡ.
— Психиатрҙа күптән булдыңмы?
— Псих тимәксеһегеҙме мине, Петрович, - егет көсәнеп көлмәксе булды, әммә көлөүе теш ыржайтыу кеүек килеп сыҡты.
— Бөгөнгө ҡылығыңа ҡарағанда, үҙеңде кем тип атарға бойорорһоң? Һине бит бер мин генә күҙәтмәйем. Башҡа ваҡыт булһа, елкәңә һуғыр ҙа ялға ебәрер инем, әле бит ваҡыт – алтын, ә һин беҙҙең өсөн алтындан ҡиммәт, Байрамов, аңлайһыңмы шуны?..
— Аңлайым… аңлайым, Петрович… Ғәфү итегеҙ мине… Белмәйем, нисектер аңғармаҫтан килеп сыҡты…
— Аңғармаҫтан килеп сыҡманы, Байрамов, һин инде дүрт-биш көн аңлайышһыҙ хәлдә, ошо торошоң агрессияға алып килде лә. Мин һине ун өс-ун дүрт йыл буйына эмоцияларыңды арҡанларға ла өйрәтә алманыммы ни? Улай булһа, мин – эшкинмәгән уҡытыусы, хаҡым һуҡыр бер тин…
Белә шул Петрович, белә егеттәренең нескә ерҙәрен дә, өҙөлмәҫтәй урындарын да, юҡа ғына тәжрибәле тренер, яҡшы психологмы ул? Әле лә, һуғышсыһының «һаҡланмаған» урынын тапты, тапты ла оҫта «удар» яһаны. Егет үҙенән яман бөтөп киткәндәй булған тренерға ынтыла биреп уҡ ҡуйҙы:
— Һеҙ нимә, Петрович? Мин бит былай ғына… Ваҡытлыса был хәл… Петрович… Ант итәм: мин үҙемде ҡулға алам!
Ҡарт төлкөгә ошо һүҙҙәр кәрәк тә инде. Йәһәт кенә ҡайғылы ҡарт сүрәтенән элекке хәленә ҡайтты:
— Вот, шулай. Шулай кәрәк тә. Бына хәҙер мин үҙемде ысын оҫта итеп хис итәм. Ә хәҙер - врачҡа, тикшереләһең, анализдар бирәһең, - унан сығыр алдынан ҡайырылып ҡараған егеткә йылы итеп, - Мин һиңә ышанам, улым, - тип өҫтәне.
* * *
Ҡыҙҙарҙы Рәмиләнең атаһы үҙ машинаһында алып килде. Коменданттың артынан сабып йөрөп бүлмә алғансы, ул бүлмәгә тимер карауаттарҙы, тумбочкаларҙы
рынлаштырып, матрац-одеялдарҙы йүнләгәнсе, төш ауҙы. Морат ағай арып әлһерәшкән, шулай ҙа күңелдәре көр, йөҙҙәре шат булған ҡыҙҙар менән, ҡатыны һалып ебәргән аҙыҡ-түлекте уртаға һалып тамаҡ ялғаны ла, балаларҙы урынлаштырып өлгөрөүенә ҡәнәғәт булып, ҡайтырға сыҡты. Ҡыҙҙарға уны оҙатҡас та эш күп ине әле.
Киске сәйҙе иһә инде, ике ҡыҙ, көлөшә-көлөшә, иҙән-тәҙрәләре ялтыратылған, аллы-гөллө ҡорғандар эленгән, йыйнаҡ карауаттарға сағыу түшәмдәр түшәлгән, иҙән уртаһына кескәй келәм йәйелгән, стеналарына китап кәштәләре, картиналар беркетелгән, тумбаларға сәскәләр ҡуйылған йәмле бүлмәлә ултырып эсте. Әленән-әле курсташтары, дуҫтары инде. Үҙҙәре лә эйәртенешеп йөрөп башҡаларҙың «өй»ҙәрен ҡарап сыҡты. Ятаҡ, әле күптән төн ауғанда ла, шау-гөр, сыр-сыу, даһыр-доһор тауыштар менән гөрләп торҙо.
* * *
Тәүге уҡыу айы тамамланып барғанда, көс хәлгә көтөп алды уны Әмилә. Осрашыуҙарын йөҙ төрлө итеп күҙ алдына ла килтереп бөттө. Әйтер һүҙҙәрен дә мең төрлөгә үҙгәртеп ҡабатланы. Аҡылы: «Килмәҫ… Килеү түгел һине хәтерләмәйҙер ҙә әле, юҡҡа алйыма, ҡыҙыҡай, уның ише һауалы егет һине нимә итһен…» тип өмөтөн өҙөргә маташһа ла, йөрәге урынынан ҡупҡайны инде. Ә йөрәкте урынынан ултыртыу өсөн күп, бик күп кәрәк…
Физкультура дәресендә студенттар төркөмөн паркка сығарып йүгерттеләр. Шунан өйкөлөшөп, шау-гөр килеп ҡайтып килгәндә, зиһененең ни ере менәндер үҙенә иғтибар тойҙо Әмилә һәм, автоматик рәүештә башын бороп, юл ситенән йәштәр ыңғайына яй ғына шылып барған машинаның асыҡ тәҙрәһенә ҡараны. Ул!.. Ҡыҙ ҡапыл ҡайылып ҡараш ташлағас, егет албырғағандай ҡаштарын өҫкә сөйҙө, шулай ҙа таныуын белдереп баш ҡаҡты ла, юл ситенә сыға
биреп машинаһын һүндерҙе. Үҙе ҡаршы сыҡманы, эстә ҡалды. Әмиләнең йәне ысҡынып осҡандай булды. «Туҡтарғамы, юҡмы? Барырғамы янына, әллә танымамышҡа һалышырға ла…»
— Йә, нейә торасың, бә-әй?! – арыу уҡ китеп өлгөргән әхирәте әйләнеп сәрелдәп ебәрҙе. Аһ-аһ, төркөмдәштәре, ҡағыла-һуғыла үтеп, арыуыҡ китеп тә өлгөргән икән. Инде айырылып ҡалғас, күренгәс, йүгереп китә алмай бит инде. Был бөтөнләй ҡырағай икән, тир…
— Китә тороғоҙ, мин хәҙер… - тип тегеләргә ҡул һелтәне лә, йомшарып киткән аяҡтарын көскә тыңлатып, машинаға ыңғайланы. Тәҙрә менән тиңләшкәс, ҡара күҙлектәрен кейеп өлгөргән егеттең күҙ өлгөләрендәге үҙенең сағылышына ҡарап, вайымһыҙ йылмайған булды:
— Һаумыһығыҙ! Танығас, һаулашмаһам яйһыҙ булыр, тинем. Һеҙҙең кеүек ярҙамсыл кешегә…
— Сәләм…
«Бәй, шул ғынамы? Башҡа һүҙе юҡмы икән һөмбаштың? Кит, ҡайҙан килде эргәһенә, кәмһенеп…»
— Хәлдәрегеҙ нисек?
— …
«Алдыңмы кәрәгеңә?! Шул кәрәк һиңә! «Хәлдәрегеҙ нисек?» имеш… Һин кем уға хәлен һөйләп ултырырға… Инде кит, нимә тораһың?! Ҡыуып ебәргәнен көтәһеңме?!»
— Ярай, һау булығыҙ…
— Ултыр… - егет ынтылып йәнәшә кресло яғындағы ишекте асты.
— Юҡ… рәхмәт… мин ашығам, дәрестәрем ба…
— Әмилә, ултыр әле, һүҙ бар, - ҡырҡа ғына әйтелгәнгә ҡыҙ нисек итергә лә белмәне. Тауыш йомшара төштө:
— Күп ваҡытыңды ла алмам… Әмилә…
Ҡыҙ ултырып өлгөрөр-өлгөрмәҫтән машина ҡуҙғалып китте.
— Ҡайҙа барабыҙ?
— Ошонда, парк мөйөшөндәге кафеға инеп ултырһаҡ… нисек ҡарайһың?
— Бәй, кафела ултырырлыҡ кейемдәме һуң мин?! Физкультуранан киләм бит, - Әмилә йәне көйөүен бөтөн торошона сығарып, водителгә боролоп уҡ ултырҙы.
Тегеһе бер ҡулы менән күҙлеген һалып, ҡыҙға тура ҡараны:
— Был кейемдә кафеға ингәнең бар бит инде…
Был ҡараштан ҡыҙ йөрәгенә «гөлт» итеп ут ҡапты. «Ҡарашында һағыш бар әллә… тойола ғынамы…» Ә теле бөтөнләй икенсене теҙҙе:
— Тәк, абзый, Ринат бит әле исемегеҙ яңылышмаһам, шулай бит?
— Ыһы.
— Былай һөйләшәбеҙ, Ринат, кафемы, ресторанмы – мәйелегеҙ, тик -минһеҙ. Миңә ҡайтып өҫтөмдө алмаштырып өлгөрөп, киләһе парға йүгерәһе бар. Һүҙегеҙ булһа әйтегеҙ ҙә, булмаһа – пока.
Еңел генә әйтелгән кеүек булған был телмәрҙән һуң Ринат машинаһын юл ситенә бороп уҡ һүндерҙе лә, рулға ике беләге менән таяна биреп бер аҙ һүҙһеҙ ултырҙы, унан ҡапыл:
— Әмилә, һинең телефоның бармы? – тип һораны.
— Ә ниңә?
— Булһа номерын алайым…
— Ниңә ул?
— Ну, кискә… һинең эштәрең бөткәс, осрашып һөйләшер инек…берәй ерҙә… ҡайҙа теләйһең?
— Ә ниңә…осрашырға?
— Нимәһен «ниңә лә ниңә»! – Егет ҡыҙып уҡ китте, - Ну, оҡшайһың һин миңә! Ну, эҙләп килдем! Осрашыуҙың осраҡлы түгеллеген аңлайһыңдыр бит инде!
Һөйләшеү темаһының, тонының ҡапыл бындай үҙгәреш алырын көтмәгән ҡыҙ, нисек ултырған булһа, шул килеш ҡатты.
— Шайтан… дөрөҫ килеп сыҡманы…ғәфү ит…- маңлайын ыуалап, башлағанын нисек тә яйлыраҡ итеп ослап ҡуйырға тырышты егет, - Әмилә, мин һиңә үҙемдең нимә кисергәнемде аңлата алмам, үҙем дә аңларға теләр инем…Миңә үҙ-үҙемде аңламауы ауыр, аңлайһыңмы?..
«Нимә аңлаһын инде ул, аңларлыҡмы?»
— Бөгөн етегә кил әле һин ошонда, йәме, эргәңдә генә бит… Ҡурҡма, зыян итмәм… Аңлашһаҡ - башҡа борсомам… Әмилә?..
Ҡыҙ аптыранған ҡарашын бер генә тултырып һирпте лә, ашығып машинаның ишегенә йәбеште. Тотҡаны тартҡыланы, һелкетте, ә уныһы тиҙ генә асылырға теләмәне. Егет ҡыҙ аша ынтылып ишекте асты. Хуш та юҡ, пока ла юҡ. Ләм-мим айырылыштылар. Береһе артына боролоп ҡарамай ғына тура атлап, икенсеһе тауыш-тынһыҙ ҡуҙғалып китте.
* * *
Әмилә кискә тиклем бер янды, бер һүнде. «Ни эшләргә? Барырғамы-юҡмы? Барһа – нимә һөйләшер? Бармаһа – үҙен кисерә алмаҫ…» Дәрестәрҙә кемдең нимә һөйләгәнен дә тыңламаны, тыңлаһа ла аңламаҫ ине, ҡайтҡас та әхирәтенең әйткәндәрен төшөнөп етмәй, ҡырҡ өндәштереп үпкәләтеп бөттө.
— Әмилә, йокын туймадымы шу? Инде дә ишетмәсән – сөләшим – сукын! – тип үк ебәрҙе тегеһе.
— Йә, ярай, мин һинең өсөн ҙур бер ҡолаҡ. Тыңлайым.
— Күршеләр вис карап бөткән, барабызмы бүген?
— Ҡайҙа?
— Кая бусын, нисә кабатлим, «Голубая лагуна»га, «Искра»да бара, ди.
Данилларга билет алырга әйтим, син дигәннә жүгереп китер, хи-хи-хи.
— Әл-лә-әсе…Эшем бар ине бит әле…
— Нинди эш? Жүргәк жыуасын бар как бутты?! Барабыз кәнишне!
Әмилә нимә тип яуап бирергә белмәне. Тегендә бармаһа ла, киноға ла күңеле ятмай ине.
— Рәмилә, ҡарале, кино ҡарағым килмәй бит әле. Бар, һин тегеләр менән барып кил.
Унан тегеһе сәрелдәргә булып ауыҙын асҡансы әйтеп ҡалырға ашыҡты:
— Мин һеҙ ҡайтыуға берәй тәмлекәс бешереп ҡуям, телеңде йоторлоҡ итеп.
— Ы-ы-ы… ярый. Вареники бешерәсен, күп итеп суған кушып.
— Бер һүҙһеҙ.
Һылап-һыйпап әхирәтен сығарып ебәргәс, күңеле тулауын баҫа булып карауатында аунап ятып алды, былай ҙа бер ни ҙә үҙгәрмәгәс, тороп, сәсен йыйып, эшкә тотондо. Бер-нисә йомортҡа һытып, ҡабаланмай ғына, һағыҙландырғансы ҡамыр баҫты. Ит үткәргес табып алып килеп, картуф менән мул итеп һуған үткәрҙе. Унан шул массаны төрлө тәмләткестәр һибеп болғатты ла, ҡамырынан йәймәләр йәйеп, түңәрәкәтәр ҡырҡып алды, кескәй генә «бәлеш»тәр бөрҙө. Бешерә һалырға иртә әле, етенсе ярты ғына… Рәмилә туғыҙһыҙ,
унынсы яртыһыҙ ҡайтып та етмәҫ. Ярымфабрикаттарын шоколад коробкаһына теҙеп, һыуытҡыстың өҫкө бүлегенә тыҡты - тороп торһон. Инде нишләргә? Иҙәнде йыуып алырғамы икән…
Иҙән биҙрәһенә тип ишек яғына атланы ла, шунда торған кейем шкафына инеп китте - зәңгәр күлмәген тартып сығарҙы. «Ошоно кейһә… Бынан матур әйбере юҡ та инде. Был күлдәкте теге ваҡыт та кейгәйне… » Күлдәген бер алды, бер һалды, унан: «Күрһә һуң, модельмы ул ураған һайын бер кейемдә күренергә» тип ҡаты «һөйләшеп», әлегеһен кейеп алды. Килешә үҙенә күлдәге, муйын тәңгәле лә ҡупшы ғына асыҡ, биле лә урынында, һылашып тора, итәге ҡыҫҡа ла, оҙон да түгел, йоморо тубыҡтарын саҡ ҡына яба биреп ята. Аяғына йәйге аяҡ кейемен кейеүҙе килештермәне, йылы булһа ла йәй түгел бит инде, уҡыуға кейгән осло башлы, нәҙек үксәле аҡ туфлийын кейер. Сәсен дә бер йыйҙы, бер төшөрҙө, унан «Матурланырға тырышҡандыр» тип уйламаһын тип, бушаҡ ҡына итеп соңҡаһына йыйҙы.
… Таныш машинаны ҡырҙан уҡ аңғарҙы Әмилә. Ҡаушаны, баҙаны, күңеле генә түгел, бармаҡтары ла дерелдәне. «Тыныслан, нимә ҡырағай кешеләй ҡыланаһың! Кейәүгә саҡырмай бит, «һөйләшәбеҙ» генә тине. Һөйләшербеҙ… һөйләшер һүҙ булһа.»
Егет тә ҡыҙҙы күҙәтеп ултырған, күрәһең, шунда уҡ ҡаршы сыҡты. Ишеген тота биреп торҙо ла, ҡыҙ етәрәк кенә машинанан гүзәл букет тартып сығарҙы.
— Ой. – Алырға ла, алмаҫҡа ла белмәне Әмилә. «Биргәс алырға кәрәктер инде, сәскәне үҙе тотоп йөрөмәҫ бит.» — Рәхмәт.
Ары һүҙ ялғанманы, урында тапандылар. Нимәлер хаҡында һөйләшергә кәрәктер бит, тик нимә хаҡында? Егет ҡыҙға, ҡыҙ сәскәләргә текәлгән килеш торға торғас, хәл уңайһыҙлыҡтан үтеп, мәрәкәгә әүерелде. Ирекһеҙҙән, икеһе лә көлөп ебәрҙе. Егет телгә килде:
— Осрашыуҙың инеш өлөшө тамамдыр, моғайын. Һайлау – дамаға: ҡайҙа барабыҙ?
— Әллә… Әйҙә ошонда ултырайыҡ.
— Ошонда?.. – егет аптыранып тирә-яғына ҡаранды, уның бығаса ҡыҙҙар менән паркта ултырғаны юҡ ине. — Ә ресторанға барырға теләгегеҙ юҡмы?
— Мин – туҡ, үҙегеҙ ас булмаһағыҙ – ниңә аҡса туҙҙырырға?
Ринат көлмәй булдыра алманы:
— Аҡса туҙҙырыуға ҡаршы булған ҡыҙҙы тәүгә күрәм.
Мөһабәт күк шыршылар төбөнә йәшенгән эскәмйәгә ҡунаҡланылар. Егет өҙөлгән һүҙҙе ялғамаҡсы булды:
— Уҡып йөрөйһөңмө?
— Эйе.
— Нисәнсе курста?
— Икенсе.
«Икенсе курс студенткаһына нисә йәш була һуң әле?.. Һәр хәлдә ун һигеҙ барҙыр. »
— Кемгә уҡыйһың инде?
— Инглиз теле буйынса…
— Ә-ә, англичанка, тимәк.
— Эһе. Ә һеҙ кем һуң?..
— Ринат, - егет һорауҙы шаяртыуға бормаҡсы булды.
— Уныһын беләм дә, уҡыйһығыҙмы – эшләйһегеҙме?
— Ну-у, шунда, ике уртала: уҡып та, эшләп тә китәм…
— Һеҙ спортсмен шулаймы? – ҡыҙ тәүге көн үк башында яралған һорауҙы бирҙе.
— Шулай тиһәң дә була.
— Ниндәй спорт буйынса инде?
— Кикбоксинг. Ишеткәнең бармы?
— Телевизорҙан ҡарағаным бар, аяуһыҙ һуғыш инде.
— Һинең фекерең шундай, тимәк, - егет йылмайған булды.
— Күмәкләп ҡарап тороп кеше һуғыштыралар, туҡматалар кеүек.
— Боронғо гладиаторҙар һуғышы, Әмилә, был спорт көс һәм таҫыллыҡ талап итә.
— Ҡатылыҡ, ҡанһыҙлыҡ…
— Бәлки, бәлки… Спортта йомшаҡ булып булмай.
«Туҡта, һөйләшеүҙәре бөтөнләй икенсе ыҙанға төшөп китте түгелме? Бәхәсләшеп йәки фекерләшеп ултырыу планға инмәгән. Йә, Ринат, нимә бер икенсе курс студенткаһы алдында тәтелдәп ултыраһың?!»
Егет етди, мөһим нәмә әйтергә теләгәнен белдереп тамаҡ ҡырҙы, унан нисек тә яйлыраҡ һүҙҙәр эҙләп табырға тырышып, һаҡ ҡына башланы:
— Әмилә, мин һинең менән һөйләшергә килгәйнем, ну-у… беҙ килешһәк, тигәйнем…
— Һөйләшеп ултырабыҙ түгелме, - ҡыҙға егеттең нимәлер әйтә алмай аҙапланыуы ирмәк ине.
— Тыңла әле, хәҙер мин һиңә бер тәҡдим яһайым, ҡабатлап әйтәм – был тәҡдим генә, ҡабул итергәме–итмәҫкәме – һинең эш.
— Йә, тыңлайым.
— Беләһеңме, һинең менән танышҡандан алып… ну-у, ҡыҫҡаһы, һин минең башымдан сыҡмайһың… Ғүмерҙә булмағанса хистәремде аҡылыма буйһондора алмайым һәм был миңә ҡамасаулай.
— Ҡамасаулай?..
— Эйе, ҡамасаулай. Мин чемпионатҡа әҙерләнәм һәм мөхәббәт уйнап йөрөү йәки хисләнеп ултырыу… ну-у, аңларға тырыш, ҡыҙҙар артынан йүгереп йөрөргә ваҡытым да юҡ, өйрәнмәгәнмен дә…
— Һәм нимә тәҡдим итәһең инде миңә: ҡаланан сығып китергәме?
— Юҡ, нишләп китергә. Киреһенсә, миңә ҡунаҡҡа инеп йөрөргә. Ҡыйырһытмам… һаран түгелмен…
— Аңламаным…
— Аңламаҫлыҡ бер ниҙә юҡ бында, Әмилә, һин сибәр йәш ҡатын, мин ир кеше һәм беҙҙең шәхси тормошобоҙ үҙебеҙҙең ҡулда. Килешәйек тә, икебеҙгә лә яйлы ваҡытта килеп алырмын.
Ул, һүҙен тамамланы ла, яуап көтөп ҡыҙға төбәлде. Һәм көтөп алды. Әмиләнең нәфис ҡулдарында ятҡан күркәм сәскә гөлләмәһе күҙ йомоп асҡан арала «Шап!» иттереп егеттең битенә килеп бәрелде лә, асфальтҡа тәгәрәне. Оҫта ҡулдар йыйып беркетеп, ялтыр төҫлө ҡағыҙға ураған ҡиммәтле гөлләмә, аҡ туфлиҙарҙың асыулы тыҡылдауы алыҫайғанда ла, егеттең шартларҙай булып, үҙен саҡ ҡулда тотоп ултырып ҡалыуында ла эше булмағандай, хуш еҫтәрен аңҡытып, дымлы таштар өҫтөндә аунап ята бирҙе.
* * *
Звонкка баҫып, хужаларҙы бимазалап тормаҫҡа булып, ишекте Ринат үҙ асҡысы менән асып инде. Әсәһе менән һеңлеһе былай ҙа бушамайҙарҙыр. Һәм ысынлап та, фатир ҡунаҡтарҙан ҡырмыҫҡа иләүеләй гөжләй ине. Төрлө затлы кейемдәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың хушбуй еҫтәренә тәмле аш-һыу быуы ҡушылып, һауала күңелде лә, йөрәкте лә елкендерер тәм-тат яһай. Был ҡәҙәре халыҡ кемдең дуҫ-
ишелер? Һәр ваҡыттағыса, һеңлеһе үҙен күрһәтергә, әсәһе күренеп ҡалырға тырышалыр.
Ринат белгән- белмәгәненә баш иҙәп иҫәнләшә-иҫәнләшә төпкә үтте. Нәҙек билле бокалдар тотоп йомшаҡ дивандарға теҙелешкән әхирәттәренең күңелен асҡан һеңлеһе, уны аңғарып ҡалды һәм фатир яңғыратып сәрелдәп тә ебәрҙе:
— Ой! Ринатик килде! Әсә-әй, Ринатик бында! - Ул арала килеп муйынына ла аҫылынды. – Нишләп һуңлап йөрөйһөң?!
Егет һеңлеһен һөйҙө, ҡыҙыҡһыныусан ҡараштар менән уратып алған ҡыҙ-ҡырҡын менән иҫәнләште. Регина һаман ҡуймай:
— Нишләп һуңланың тейем? – тип ныҡышты.
— Эш булды… Бына килдем бит.
— Беҙҙең өйҙәге ир-аттың эше бөтәме?! - әсәһенең ғәҙәттәге һауалыраҡ тон менән өндәшкән тауышына боролдо Ринат. Әсәһе… һәр ваҡыттағыса ҡараулы, нәзәкәтле, яҡын бара алмаҫтай һауалы һалҡынлыҡ бөркә үҙенән. Әсәһе… хатта берҙән-бер улына ла ихлас, йылы була белмәй бит…
Ринат атаһынан өйрәнгәнсә, джентельмендарса баш эйеп йылмайҙы:
— Кеселекле рәүештә ғәфү үтенәм, һеҙҙең өсөн, ғаилә өсөн тир түккән көн.
Әсәһе менән бәхәсләшергә, талашырға йәки һүҙ көрәштерергә ярамай. Был – файҙаһыҙ. Ошо хәҡиҡәтте ни тиклем иртәрәк аңлайһың – шул тиклем яҡшыраҡ. Өй эсендәге был яҙылмаған законды ла Ринатҡа атаһы төшөндөрҙө. «Әсәйеңә ҡаршы төшөү һиңә баш ауыртыуынан башҡа нәмә бирмәйәсәк, шунлыҡтан уның менән әҙәпле генә итеп ризалаш та, үҙеңсә эшлә», - тигәйне ул. Үҙе лә шулай йәшәй, күрәһең
— Роджи һаман юҡ. Ул ниндәй эш булырға мөмкин төнгәсә? Хөкүмәт больницаһының ауырыуҙары бөтмәҫ. Әйттем бит, шәхси кабинет ас, тип. Йөрөй шунда бушҡа эшләп.
«Роджи» тигәне атаһы. Рәжәп уның исеме. Әлеге әсәһе үҙенсә ҡулайлаштыра инде барыһын да, исемен дә, атамаһын да.
— Бушамайҙыр, үҙен әйтмешләй, хөкүмәт больницаһында бит, - Ринат атаһын яҡлап һүҙ әйтмәй булдыра алманы. Был әсәһен оторо ярһытты ғына:
— Пенсионер әбей-бабайҙарҙың зарын тыңлап ултыралыр инде шунда. Кит, нервым етмәй, — әсәһе осло үксәләрендә паркет буйлап тыҡылдап үтте лә, зал уртаһына барып баҫты һәм гәүһәр-мәрйен таштар менән биҙәлгән балдаҡ-беләҙекле ап-аҡ ҡулдарын өҫкә күтәреп устарын усҡа һуҡты, — Ҡәҙерле ҡунаҡтар, өҫтәл артына рәхим итегеҙ!
Шау-шыулы табындарҙы өнәп етмәй Ринат. Бәләкәйҙән дә әсәһенең ҡунаҡтарын яратманы. Әле лә бүләген тапшырып сығып тайырға микән тип уйлағайны ла, атаһының һаман ҡайтмауын иҫәпкә алып, ҡалырға булды. Икәүһе лә булмаһа әсәһенә янъал ҡуптарырға оло бер сәбәп буласаҡ. Әйткәндәй, атаһын күптән өйҙә тап итә алғаны юҡ Ринаттың. Шулай эше күпме, әллә… әллә ҡырҙа булмауың хәйер тип йөрөймө? Дөрөҫөн генә әйткәндә, атаһының түҙемлегенә һоҡлана ла, уны йәлләй ҙә. Ғүмер буйы әсәһенең эргәһендә көн итеүҙе батырлыҡҡа тиң сабырлыҡ тип һанай. Һәр ваҡыт ирҙәрсә тотанаҡлы, ваҡлыҡтарҙан юғары, ҡайһы саҡ хатта вайымһыҙ һәм иғтибарһыҙ ҙа булғандай бит ул. «Ысынлап та, атаһы ҡайҙа һуң әле?»
Ринат атаһының урынына, йәғни өй хужаһы булараҡ һүҙ әйтеп, табынды асып ебәрҙе. Унан шулай уҡ тәүгеләрҙән булып Регинаны ҡотланы һәм дәррәү ҡул сабыуҙар аҫтында, бәләкәс балалай тыпырсынып сәпәкәйләгән һеңлеһенең муйынына чемпионатҡа барғанында Американан ҡарап алып ҡайтҡан мунсаҡты таҡты. Нескә муйынды уратып ятҡан биҙәүес аҫылташтары гәлсәр шәмдәл уттар
сағылышында йөҙ төрлө төҫтәрҙә уйнап балҡып китте. Ҡунаҡтар «Ах!!!» итте, һеңлеһе ағаһының ҡулындағы бокалын сайпылдырып ҡосағына ташланды:
— Ринатик! Ҡәҙерлем! Рәхмәт! Рәхмәт!
Әсәһе лә, ҡәнәғәтлеге төҫөнә сығып, кәүҙәһен төҙ, башын юғары тотоп һауалы йылмайып тора. Уның бар ҡиәфәте асыҡтан-асыҡ: «Бына күрәһегеҙме минең балаларымды!», - тип ҡысҡыра ине.
Шау-шыу бер аҙ баҫылғас, артабанғы теҙгенде әсәһе ҡулына тапшырып, Ринат, әҙәп өсөн уның-бының менән гәпләшкән булып, яйлап ҡына сығыу яғына шылышты. Инде китһә лә була. Уның был байрамдағы миссияһы атҡарылды. Үҙенән нимә көтөлә, нимә талап ителә - үтәне, артабан кәрәге юҡ. Иркә ҡыҙҙың ағаһы, нисек әйткәндә лә билдәле спортсмен булараҡ, үҙенән ҡунаҡтарҙың һушын китәрерлек бүләк көтөләһен аңлай ине бит инде. Һәм бына – булды. Регина ла, әсәһе лә ҡәнәғәт. Ринат атаһы өсөн борсолдо, сөнки уға ла шундай уҡ талаптыр, бәлки юғарыраҡтыр ҙа әле. Ә ул һаман ҡайтмаған. Ниндәй ғауға буласаҡ был өйҙә!
Ринат атаһының больницаһына һуғылып, хәлде асыҡлап ҡайтмаҡсы булды. Ҡарауылсы ҡарт уны быяла ишектәр аша танып, ашығып йоҙаҡтарын асып ебәрҙе.
— О-о, Рәжәпеч килгән бит. Әйҙүк-әйҙүк, улым.
— Һаумыһығыҙ. Рәжәп Рамазанович эштәме икән?
— Бында-бында, өсөнсө ҡатта дежурҙа булырға кәрәк, хәбәр итәйемме?
— Ярай – үҙем.
Ринат өсөнсө ҡатҡа күтәрелеп, постағы медсестра күрһәткән палатаға ыңғайланы һәм ишекте ҡыҫа биреп кенә атаһын саҡырырға тигән иҫәп менән эскә күҙ һалды ла, күргәндәренән аптырап ауыҙын асты. Атаһы, хирургия бүлеге мөдире, санитар сүрәтендә ниндәйҙер
ауырыуға ҡалаҡ менән аш ҡаптырып маташа ине. Үҙе хайран ҡалдырыр иркә тауыш менән һөйләнә:
— Во-от, шулай… Йот-йот әйҙә, йот… Маладис, аҡыллым. Ана шулай, беҙгә бирешергә ярамай әле, ярамай… Беҙ әле…
Ринат тамаҡ ҡырҙы. Атаһы «ялп» итеп әйләнеп ҡараны ла, ҡаушауынан ҡалағын төшөрөп ебәрә яҙҙы. Үҙе һаман да күңелендә кисергән хистәренән арына алмайынса сабыйҙарса бер ҡатлы итеп йылмайған булды. Ауырыу яй ғына ишек яғына башын борҙо һәм егеткә ап-аҡ йонсоу йөҙлө ҡатындың арыған ҡарашлы ҙур йәшкелт күҙҙәре төбәлде. Уныһы ла ҡурҡып ҡына йылмайҙы:
— Һау-умыһығыҙ…
Атаһы ҡапыл уянып киткән кешеләй һикереп торҙо һәм саманан тыш алсаҡланып:
— Был минең улым, Фәрзәнә. Әйҙә, әйҙә, Ринат, үт, Фәрзәнә апайың менән таныш, - тип ҡайнап китте.
Ринатҡа палатаға үтеүҙән башҡа сара ҡалманы. Хәлдең атаһы күрһәтергә тырышҡанса ябай ғына түгеллеген тәүге ҡараштан уҡ аңғарһа ла, был мәсьәләгә төшөнөргә, кәрәгенән артығын белергә теләмәй ине ул.
— Улым, был – Фәрзәнә… Операциянан һуң яңы терелеп килә… ашай башланы.., - атаһы бер яҡтан ысынлап был ҡатындың ашай башлауына ҡыуанысын йәшерә алмай, икенсе яҡтан үҙ хистәренең үтә лә ярылып ятыуына, йөрәгендәген йәшерә алмауға уңайһыҙланды. Ринат атаһының ҡояштай балҡыған йөҙөнә, арыған, әммә бәхетле күҙҙәренә ҡарап, уны бындай хәлдә тәүгә күргәндән, аптырап албырғауынан сыға алмай тора ине.
— Бөгөн иртәнсәк үҙем операция эшләгәйнем… уңышлы үтте… Һауығып китер… ауыры артта ҡалды инде, шулай бит, Фәрзәнә, - атаһы һаман һөйләнде.
— Аяҡҡа ла баҫтырырһың, йүгертеп тә ебәрерһең һин мине Рәжәп Рамазанович, алтын ҡуллы, алтын йөрәкле бит һин, - ҡатыны ла саҡ һөйләшеп ятыуына ҡарамаҫтан, матур һүҙҙәрен таба бит әле.
Ниһайәт, Рианат та телгә килде:
— Ҡотлайым һеҙҙе… уңышлы операция менән… тиҙерәк һауығырға… Мин нигә килгәйнем?.. Ә, атай һөйләшергә һүҙ бар ине, мөмкин булһа бер минутҡа…
— Эйе-эйе, хәҙер. Фәрзәнә, мин бер минутҡа ғына, йәме.
Аталы-уллы коридорға сығып ҡара ҡаршы баҫҡас, күҙмә-күҙ текәлешеп һүҙһеҙ торҙолар. Һәр ике яҡ ҡаршы яҡтан аңлатма көттө. Ахыр атаның түҙеме бөттө:
— Йә, улым, ни әйтерһең?
— Ҡайта алмауыңдың сәбәбен белеп китергә генә һуғылғайным.
— Мин бөгөн оҙайлы ҡатмарлы операция үткәрҙем, ауырыуҙы ташлап китә алмайым.
— Ауырыуҙы ғынамы? – Ринат мыҫҡыллы йылмаймайынса ла булдыра алманы.
— Эйе, ул минең өсөн ябай ауырыу ғына түгел, әммә бында мыҫҡыл итерлек бер нәмә лә юҡ, - атай кешенең тауышы ҡалтыранды. – Ринат, һин бит ир кеше, аңларға тырыш, миңә Фәрзәнә оҡшай, бик оҡшай…
— Күренеп тора. Күптәнме инде?
— Нимә күптәнме?
— Ну, күптән «оҡшаймы» ул ҡатын һиңә?
— Һин яңылыш аңланың, улым. Беҙҙең арала бер ниҙә юҡ. Фәрзәнә бында ауырыу хәлдә килде, мин уны дүрт ай операцияға әҙерләнем һәм бына, уңышлы…
— Уныһын ишеттем. Ары нимә буласаҡ?
— Ары?.. Ары нимә булырын бер Хоҙай ғына беләлер инде… Әлеге ваҡытта миңә Фәрзәнәнең һауығыуы ғына мөһим.
Ринат сараһыҙҙан атаһын йәлләп ҡараны:
— Ну, атай, эләккәнһең… Проблемаларың аҙ инеме?
— Фәрзәнә минең өсөн проблема түгел, улым, ул минең өсөн – бәхет.
— Ну-ну… Ярай, атай, миңә һине өйрәтергә түгел, үҙең башлы кешеһең. — Ринат был хаҡта хәбәр оҙайтыуҙы яйһыҙ һанап, теманы үҙгәртергә ашыҡты, — Регинаның тыуған көнө бөгөн, оноттоңмо ни?
— Онотманым. Иртәгә ҡотлармын. Мин бөгөн бында кәрәгерәк.
— Күпме тауыш буласаҡ…
— Уныһына борсолма - өйрәнгәнмен. Бер янъялға күп, бер янъялға аҙ – айырма юҡ.
— Ярай улайһа… Мин ҡайтайым.
— Ярай… Һин ҡайҙа хәҙер: беҙгәме, үҙеңәме?
— Үҙемә. Һеҙҙә булдым… ҡотланым… кәрәгем булмаҫ тейем.
— Аң-ңлашыла-а…
— Ярай, атай, бывай, - Ринат атаһының ҡулбашынан ҡағып буш коридор буйлап атланы. Иҙән уртаһында баҫып ҡалған йомшаҡ күңелле, аҡыллы ҡарашлы атаһы йәл ине уға, бик йәл ине.
* * *
Әмилә Чемпионатты телевизорҙан ҡараны. Ике аҙна буйына төн йоҡоларын йоҡламайынса төркөмдәш егеттәре бүлмәһенә спорт каналының төнгө тапшырыуын күҙәтергә йөрөнө. Егеттәр башта ҡыҙҙың кикбоксинг чемпионаты менән ҡыҙыҡһыныуына
аптыранылар, аҙаҡ өйрәнеп, үҙҙәре үк саҡыра башланылар. Әмилә лә буш ҡул менән бармай. Йә картуф ҡыҙҙырып, йә ҡыҫыр һалма ашы булһа ла бешереп алып бара, бик булмаһа егеттәрҙең нимәһе бар шунан берәй ашарлыҡ аҙыҡ әтмәләй. Һәр хәлдә тегеләре ҡәнәғәт.
Тәүге дүрт төндә күпме генә көтһә лә таныш йөҙҙө күрә алманы Әмилә зәңгәр экрандарҙа. Шикләнеп тә ҡуйҙы. Ә бәлки?! Әллә чемпионлығы ҡоро һүҙ генәлер? Бәлки, уны чемпионатҡа алмағандарҙыр? Әмилә бит уны бөтөнләй белмәй!
Егеттәрҙән һорашып үҙен һатҡыһы ла килмәне.
Шулай ҙа бишенсе көн көтөп алды ҡыҙ һуғышсыһын. Уртаса ауырлыҡтағыларҙың һуңғы баҫҡысындағылар менән көс һынаша икән. Сит ил коментаторы үҙҙәренсә көйләп «Баярамаф! Россия!» тип иғлан иткәс тә, Байрамовтың сыға һалып үҙен танып ҡалырынан ҡурҡҡандай, эргәһендә ултырған төркөмдәшенең арҡаһына йәшенде. Унан ипләп кенә шыуып, егеттәрҙең яурындары аша һыңар күҙе менән генә ҡыҙылға күк яҙыулы шорта кейгән һуғышсының ринг мөйөшөндә мускулдарын уйнатыуын, тренерының һуңғы әҙерлектәр үткәреүен күҙәтте. Ҡаршыһындағы һуғышсы оҙонораҡ та, ҡалыныраҡ та күренде. Еңелеп ҡуйһа? Туҡмалһа?! Әллә ҡарамай сығырға ла китергәме?
Бына һуғыш башланды. Уйындың тәртиптәрен йүнләп аңламаһа ла, көйҙө, янды, борсолдо Әмилә. Төркөмдәштәре ниндәйҙер хаталары өсөн Байрамовты әрләгәндә яҡлашып тегеләрҙең ауыҙҙарын япҡыһы килгәндә лә түҙҙе. Тын алмай, күҙ йоммай экрандағы һәр хәрәкәтте, һәр һүҙҙе йотоп ултырҙы. Судья әленән әле күк шорталы һуғышсының ҡулын күтәрткәндә эстән әйтеп аңлатҡыһыҙ ҡәнәғәтлек кисерҙе.
Өс көн рәттән һуғышты Байрамов, өс көн рәттән еңеүсе булып килде һәм һуңғы алыштан һуң үҙ ауырлығында чемпион булып танылды. Әмиләнең яурындарынан тауҙай йөк төшкәндәй булды.
Төркөмдәш егеттәр менән һыға ҡосаҡлашып, «Ура» ҡысҡырып шатлыҡ уртаҡлашты.
Төнгө уртаһында ҡайтып, асҡыс сылтырауына уянған әхирәтенең: «Кит, йүнсез, төн жоклами тапкан карар әйбер. Иртән ни дийәрсен икән»,- тип асыулы мығырлауына шым ғына көлә-көлә юрған аҫтына сума ла, күҙҙәрен йомоп бер килке йоҡлай алмай ята әле. «Хәтерләй микән уны? Хәтерләй ти! Америкала әллә ниндәй һылыуҡайҙар менән типтерәлер әле. Үҙеңә нимә тәҡдим иткәнен оноттоң дамы ни?!»
«Хәҙер ниҙәр кисерә икән? Чемпион булғас тағы ла һауаланыбыраҡ китте инде. Былай ҙа эре кеше. Ә шулай ҙа килешә үҙенә һауалы булыуы ла, һалҡынлығы ла… Килешә шул…»
«Үҙем инде алйот, ҡырағай. Теге ваҡыт әллә аңлап та етмәгәнмендер әле, тот та һуҡ битенә. Иҫәр! Ҡырағай!»
«Ғашиҡ булдым, ахыры… Ошо мөхәббәт микән? Ҡайһылай ҙа татлы хис…»
«Ары ни эшләргә? Юғалтты бит инде мөхәббәтен дә… Шулай уҡ та юғалтты микән ни?..»
Башы аша бөркәнгән одеялын асып ташлап «Ринат, китмә! Юғалма!» тип ҡысҡырғыһы килде ҡыҙҙың. Ҡара-ҡаршы хистәренә баш була алмайынса, тауышһыҙ һыңҡылдап, яҫтығына ҡайнар йәштәрен ҡойҙо.
* * *
Рәжәп Рамазанович осрашыуға саҡырып шылтыратты. Тауышы бик борсоулы ине. Ринат хафаға төштө. Атаһы бит белдекле кеше, юҡҡа ғына уның эшен бүлеп килеүен һорамаҫ. Спорт мәктәбендәге дәрестәрен икенсе тренерға тапшырып, осрашыу урынына ашыҡты.
Ысынлап та атаһы борсоулы ине. «Төшкө ашҡа» тигән булып саҡырһа ла, күренеп тора, үҙе ашарҙан түгел.
Ринат атаһының ҡаршыһындағы ултырғысҡа ултырҙы. Больницалағы осрашыуҙан һуң атаһын күргәне лә юҡ ине, ул ваҡиғаға ла айҙан ашыу ваҡыт үткән.
Ирҙәр ҡул биреште:
— Һаумы, улым.
— Ни хәл, атай. Ни булды?
Улынан айырмалы рәүештә, атай кеше киреһенсә тура бәреп һөйләшеп өйрәнмәгән, ул һәр хәбәрҙе, һәр яңылыҡты үлсәп, уйлап ҡына әйтә. Әле лә тура һорауға ҡапыл да ҡаушаны:
— Ни булды тип, әллә ни булманы инде…
— Ярай, атай, ҡалдыр… Мин бит һине үтә күреп торам. Йә, сығарып һал: ни булды?
— Ҡыҫҡаһы, мин өйҙән китәм, улым.
— Алыҫҡамы, оҙаҡҡамы тигәндәй?
— Көлкөгә һабыштырма әле, улым, мин бит һине кәңәшкә саҡырып ултырам. Бөтөнләйгә.
— М-м…да. Теге ауырыуыңамы?
— Ауырыу түгел ул хәҙер, һауыҡты…
— Әсәйҙе нимә тип уйлайһың, Регинаны?..
— Әсәйең… Әсәйеңә мин кәрәк булдым микән берәй саҡ… белмәйем… Китһәм дә юҡлығымды берәр айҙан ғына аңғарыр тип уйлайым. Уның бит үҙ донъяһы, беләһең инде, ә ул донъяла миңә урын юҡ, булманы ла һәм булмаҫ та…
— Әсәй менән аңлашылды ла ти, ә Регина? Ул бит бала әле, әйткәндәй, һинең иркә ҡыҙың.
— Ҡыҙымды ташларға йыйынмайым. Бөгөн булмаһа, үҫә төшкәс аңларына ышанам.
— Минән ниндәй кәңәш көтәһең һуң, атай? Мин ниндәй аҡыл бирә алам һиңә? Инде хәл дә иткән кеүекһең…
— Аңлауыңа өмөт итәм һинең, улым. Атайыңды ҡартая бара алйып ҡатын алмаштыра тип уйлауыңды теләмәйем. Фәрзәнә апайыңды… Фәрзәнәне осратҡас ҡына үҙемдең ниндәйен буш, һалҡын, ҡотһоҙ тормошта йәшәгәнемде аңланым. Мин бит... мин быға тиклем эш хаҡын да әсәйеңдең йөҙө һытылмаһын өсөн генә алдым кеүек.
— Ә хәҙер, хәҙер нимә үҙгәрҙе?
— Хәҙер мин үҙемдең дә, эшләп тапҡан аҡсамдың да кәрәк икәнлеген беләм, тоям. Мәҫәлән, әле Фәрзәнәне артабан дауалайһы бар, йәшәр урын ҡайғыртаһы, балаларҙы аяҡҡа баҫтыраһы…
— Балаларҙы?!
— Эйе. Фәрзәнәнең ике бәләкәс ҡыҙы бар, яңы мәктәпткә барҙылар.
— Ире лә бар тиген тағы…
— Ә, юҡ-юҡ, ире ете йыл элек аварияла һәләк булған. Балалар миңә тартыла… Һағынып көтөп торалар, сыр-сыу килеп ҡаршы алалар, аңлайһыңмы, барыһы ла ябай, ихлас унда… хас үҙемдең бала сағымдағы кеүек.
Ринат йоҙроғон яңағына терәп атаһына төбәлеп ултыра бирҙе. Нимә әйтә ала ул? Ниндәй кәңәш бирә ала? Бер яҡтан, атаһын аңлай ҙа кеүек. Ул әсәһе янындағы һалҡынлыҡтан, битарафлыҡтан, бушлыҡтан ҡасып бара. Ринат үҙе лә шулай итмәнеме ни? Атаһы бит уның кеүек икенсе фатирға күсеп кенә ҡотола алмай. Уның да бәхетле булғыһы киләлер. Икенсе яҡтан, күбенә түҙгәнде, ниңә аҙына
түҙмәҫкә? Ошо йәштә «яратам» тип ғаилә тарҡатыу ахмаҡлы түгелме ни?
Атаһы улының уйҙарын һиҙгәндәй үҙенекен һөйләне:
— Һәр ир кешенең үҙ ғүмерендә йөрәге менән асыҡтан-асыҡ һөйләшер сағы була. Һуңмы-иртәме ул көн етә. Миңә ул мәл бер аҙ һуңлап килде, әммә килде. Быға тиклем мин бар нәмәгә күҙ йомоп, эш аты булып ҡына йәшәнем. Үҙемә күҙ һалған икән сибәр ҡыҙға иғтибар итергәлер, түшәк бүлешкәнбеҙ икән - өйләнергәлер, өйләнгәс балаларға, ҡатынға, ғаиләгә бурыслымындыр, тип ҡараным. Һәм әсәйең дә бурыслы икәнемде көн һайын, сәғәт һайын иҫләтеп кенә торҙо. Йәшерәк саҡта һеҙгә әүрәнем, яраттым. Ә хәҙер үҙегеҙҙе аҙнаһына бер күреп ҡалынамы-юҡмы…
— Ә ул ҡатын… Фәрзәнә тиһеңме, ысынлап яратамы икән?.. Алдағандай булмаһын…
— Нимә һөйләйһең һин, улым?! Ул шундай ихлас, эскерһеҙ… Күҙ ҡараштары көҙгөләге кеүек күңеленең һәр торошон сағылдырып тора. Бына бер килерһең әле, ул һиңә оҡшаясаҡ.
— Аптырағандан әйтәм инде, атай, йәлһең миңә… әсәй ҙә йәл…
— Йәлләмә һин мине, улым, аңлаһаң – ҡыуан. Атайыңдың, ниһайәт, йәшәү асылын табыуына, бәхетле була алыуына ҡыуан. Әсәйең… үҙенсә бәхетле бит ул да. Ул үҙенең аҡсалы, абруйлы булыуы менән бәхетле, һинең кеүек данлы улы булыуы менән, хатта һаманғаса ҡыҙҙар кеүек йәш, матур ҡала алыуы менән дә бәхетле ул. Тимәк, тормошта һәр кемдең үҙ бәхете була.
— Һе… ҡыҙыҡ…
— Ә һин, улым, инде хәҙер бала түгел, һинең күңелең ни теләй? Дан-шөһрәт ҡәнәғәтләндерәме, әллә йылылыҡ эҙләйһеңме?
Һөйләшеүҙең аңғармаҫтан үҙенә ялғанып китеүенә егет аптырап ҡалды:
— Мин ней – нимә?.. Йөрөйөм әле…
— Күңел һалған кешең юҡмы ни һаман?
Ринат атаһына асылырға ла асылмаҫҡа ла белмәне. Шулай ҙа йөрәгенең иң төбөнә инеп урынлашҡан тойғоларын йәшерә алманы:
— Бар ул берәү… Тик, нисек әйтергә…
Рәжәп Рамазанович улының күңелен бушаттырырға тышыты:
— Нимәһе оҡшамай?
— Киреһенсә, бөтәһе лә оҡшай шул, бына бәлә нимәлә.
Уның был хаҡта бик ауырыҡһынып һөйләүе атаһына мәрәкә булды, ахыры, тауыш-тынһыҙ ғына һелкенеп көлөп алды:
— Шуға төҫөң болотломо? Ҡыуанырға кәрәк һиңә, ә йәмерәйеп ултырырға түгел.
— Ҡырағай бигерәк… Етмәһә үтә саф, таҙа, бала ғына әле… Минең донъямды ҡабул итмәҫ кеүек.
— Ә һинең донъяң ниндәй һуң ул, йүнле ҡыҙҙар ҡабул итмәҫлек?
— Билдәле инде… мәғәнәһеҙ.
— Мәғәнәһеҙ?! Нисә йыл шөғөлләнгән шөғөлөң, һалған көсөң, ваҡытың, уңыштарың бөгөн килеп мәғәнәһеҙ тимәксеһеңме?
Ринат күңеленең бик тәрәнге бер мөйөшөндә ете йоҙаҡҡа бикләнеп мүкләнгән һәм үҙ-үҙенә лә асырға ҡыймаған ишекте атаһының яғымлы, аңлаусан ҡарашы аҫтында салтыр-солтор асты ла ебәрҙе һәм унда тотҡонлоҡта ятҡан тәбиғилек, ябайлыҡ иреккә атылды. Ошо тәьҫир аҫтында ул һуңғы айҙарҙа йәнен иҙгән уйҙарын ҡысҡырып әйтте:
— Эйе, атай, бөтөн тормошом миңә бөгөн килеп мәғәнәһеҙлек һымаҡ. Кәрәкмәй ул миңә, аңлайһыңмы, кәрәкмәй. Нимәгә миңә был бокс? Нимә өсөн кеше туҡмайым? Нимә өсөн, кем өсөн был дан,
еңеүҙәр? Бөткөһөҙ сикләүҙәр, бөткөһөҙ күнекмәләр, йөҙҙәре лә иҫтә ҡалмаған ҡыҙҙар, ҡалалар, илдәр… мәғәнәһеҙ…
— Белгең килһә, улым, Фәрзәнәне осратҡанға тиклем мин дә йәшәйешем, тормошом хаҡында уйлана торғас, шундай фекергә килгәйнем. Әгәр һөйөүең ысын булһа, ул үҙ юлын табыр, һис шикһеҙ табыр ул…
Шәмбе көн атаһы эшенә инеп, ай-вайына ҡуймай, Ринатты киске ашҡа алып ҡайтып китте. Ҡала ситендәге ергә һеңешеп китеп ултырған иҫке йорттар араһында башҡаларға ҡарағанда ла меҫкенерәк, бәләкәсерәк булып күренгән кескәй генә өйҙә йәшәй икән хәҙер атаҡлы хирург Рәжәп Рамазанович. Быға Ринат бөтөнләй хайран булды. Улының уйҙарын үтә уҡып барған атай атаһы арҡаһынан ҡағып күңелле итеп көлдө генә:
— Аптырама, улым, бында ла кешеләр йәшәй һәм ниндәй кешеләр бит әле: таҙа күңелле, матур йөрәкле! Алла бирһә, тиҙҙән миңә эш урынынан ваҡытлыса йәшәп торорға урын бирәләр.
Уларҙы дауаханала күргән таныш ҡатын йыуаш йылмайы ҡаршы алды, Ринаттан уңайһыҙланып ҡына атаһының сикәһенә ирендәрен терәп алды ла, сисенергә ярҙамлашты. Ул арала төпкө бүлмәнән бер үк кәүҙәле һәм бер үк төҫтәге ике ҡыҙсыҡ осоп сығып, атаһына ташланды:
— Ур-ра! Ур-ра! Атай ҡайтты!
— Катокка барабыҙмы атай? Ҡайҙа барабыҙ?!
Атаһы был икәүҙе күтәреп алып диванға алып барып ултыртты ла:
— Катокка ла барабыҙ, циркка ла, ҡайҙа теләйһегеҙ шунда! – тип тыңлауһыҙ булып туҙғышҡан бөҙрә сәсле баштарҙы ыуаланы, алма булып тупайып торған алһыу сикәләрҙән сәпелдәтеп үпте.
Күргәндәрен нисек ҡабул итергә лә белмәй торған Ринатҡа ла сират етте, буғай.
— Йә, улым, үт. Фәрзәнә апайың менән һин танышһың, ә былары Динә менән Дилә.
Ул арала атаһы һикереп тороп ҡатынға ярҙам итә башланы, гүйә Ринатты оноттолар, үҙ-ара күңелле гәпләшеп, әленән-әле нимәләргәлер көлөшөп, йылы, яғымлы ҡараштар менән алмашып, табын ябып алды ла киттеләр. Тар ғына түр яҡта ҡыҫылышып йөрөп эш менән булған арала атаһы ҡағылған һайын ҡатынды йә яурынынан, йә биленән һөйөп үтә, тегеһе лә яҙғы ҡояштай балҡып, бар булмышынан наҙ, иркәлек, йылылыҡ бөркөлөп йөрөй.
Бик тәҫирләнеп, күңелендә нисә йылдар арауығында төҙөлгән боҙ ҡәлғәһе емерелеп, нисектер хатта эсендә аңлайышһыҙ бушлыҡ тойоп сыҡты ул был бәләкәй генә алама йорттан. Йәмшәйгән йорт та, ҡыйыш-мыйыш ҡоймалар ҙа, эстәге зәғиф кенә йыһаз да түгел, ә атаһы әйтмешләй, ошо йәмһеҙлектә көн иткән яҡты йәнле кешеләр әсир итте уны. Үҙен сикләмәне, тыйманы, ҡыланманы, теләгәнсә шаярып-көлдө, ябай, алсаҡ булды ул был өйҙәгеләр менән. Сөнки улар менән башҡаса булмай ине һәм егет аңғармаҫтан үҙенең дә шулай була алыуына аптыраны. Хәҙер иһә яһалмалыҡтан башкөллө ҡотолған күңеленә нимәлер кәрәк, нимәлер көҫәй ул. Ә бит белә күңеленең нимә теләгәнен Ринат, хәҙер, юҡ, тап бөгөндән, ошо мәлдән асыҡ ҡына белә. Ул хәҙер туп-тура теге Ленин урамындағы һигеҙ ҡатлы ятаҡҡа юлланасаҡ. Барасаҡ! Барасаҡ та «Күңелем йылы теләй, Әмилә» тип әйтәсәк.
Тамам— Мин ней – нимә?.. Йөрөйөм әле…
— Күңел һалған кешең юҡмы ни һаман?
Ринат атаһына асылырға ла асылмаҫҡа ла белмәне. Шулай ҙа йөрәгенең иң төбөнә инеп урынлашҡан тойғоларын йәшерә алманы:
— Бар ул берәү… Тик, нисек әйтергә…
Рәжәп Рамазанович улының күңелен бушаттырырға тышыты:
— Нимәһе оҡшамай?
— Киреһенсә, бөтәһе лә оҡшай шул, бына бәлә нимәлә.
Уның был хаҡта бик ауырыҡһынып һөйләүе атаһына мәрәкә булды, ахыры, тауыш-тынһыҙ ғына һелкенеп көлөп алды:
— Шуға төҫөң болотломо? Ҡыуанырға кәрәк һиңә, ә йәмерәйеп ултырырға түгел.
— Ҡырағай бигерәк… Етмәһә үтә саф, таҙа, бала ғына әле… Минең донъямды ҡабул итмәҫ кеүек.
— Ә һинең донъяң ниндәй һуң ул, йүнле ҡыҙҙар ҡабул итмәҫлек?
— Билдәле инде… мәғәнәһеҙ.
— Мәғәнәһеҙ?! Нисә йыл шөғөлләнгән шөғөлөң, һалған көсөң, ваҡытың, уңыштарың бөгөн килеп мәғәнәһеҙ тимәксеһеңме?
Ринат күңеленең бик тәрәнге бер мөйөшөндә ете йоҙаҡҡа бикләнеп мүкләнгән һәм үҙ-үҙенә лә асырға ҡыймаған ишекте атаһының яғымлы, аңлаусан ҡарашы аҫтында салтыр-солтор асты ла ебәрҙе һәм унда тотҡонлоҡта ятҡан тәбиғилек, ябайлыҡ иреккә атылды. Ошо тәьҫир аҫтында ул һуңғы айҙарҙа йәнен иҙгән уйҙарын ҡысҡырып әйтте:
— Эйе, атай, бөтөн тормошом миңә бөгөн килеп мәғәнәһеҙлек һымаҡ. Кәрәкмәй ул миңә, аңлайһыңмы, кәрәкмәй. Нимәгә миңә был бокс? Нимә өсөн кеше туҡмайым? Нимә өсөн, кем өсөн был дан,
еңеүҙәр? Бөткөһөҙ сикләүҙәр, бөткөһөҙ күнекмәләр, йөҙҙәре лә иҫтә ҡалмаған ҡыҙҙар, ҡалалар, илдәр… мәғәнәһеҙ…
— Белгең килһә, улым, Фәрзәнәне осратҡанға тиклем мин дә йәшәйешем, тормошом хаҡында уйлана торғас, шундай фекергә килгәйнем. Әгәр һөйөүең ысын булһа, ул үҙ юлын табыр, һис шикһеҙ табыр ул…
Шәмбе көн атаһы эшенә инеп, ай-вайына ҡуймай, Ринатты киске ашҡа алып ҡайтып китте. Ҡала ситендәге ергә һеңешеп китеп ултырған иҫке йорттар араһында башҡаларға ҡарағанда ла меҫкенерәк, бәләкәсерәк булып күренгән кескәй генә өйҙә йәшәй икән хәҙер атаҡлы хирург Рәжәп Рамазанович. Быға Ринат бөтөнләй хайран булды. Улының уйҙарын үтә уҡып барған атай атаһы арҡаһынан ҡағып күңелле итеп көлдө генә:
— Аптырама, улым, бында ла кешеләр йәшәй һәм ниндәй кешеләр бит әле: таҙа күңелле, матур йөрәкле! Алла бирһә, тиҙҙән миңә эш урынынан ваҡытлыса йәшәп торорға урын бирәләр.
Уларҙы дауаханала күргән таныш ҡатын йыуаш йылмайы ҡаршы алды, Ринаттан уңайһыҙланып ҡына атаһының сикәһенә ирендәрен терәп алды ла, сисенергә ярҙамлашты. Ул арала төпкө бүлмәнән бер үк кәүҙәле һәм бер үк төҫтәге ике ҡыҙсыҡ осоп сығып, атаһына ташланды:
— Ур-ра! Ур-ра! Атай ҡайтты!
— Катокка барабыҙмы атай? Ҡайҙа барабыҙ?!
Атаһы был икәүҙе күтәреп алып диванға алып барып ултыртты ла:
— Катокка ла барабыҙ, циркка ла, ҡайҙа теләйһегеҙ шунда! – тип тыңлауһыҙ булып туҙғышҡан бөҙрә сәсле баштарҙы ыуаланы, алма булып тупайып торған алһыу сикәләрҙән сәпелдәтеп үпте.
Күргәндәрен нисек ҡабул итергә лә белмәй торған Ринатҡа ла сират етте, буғай.
— Йә, улым, үт. Фәрзәнә апайың менән һин танышһың, ә былары Динә менән Дилә.
Ул арала атаһы һикереп тороп ҡатынға ярҙам итә башланы, гүйә Ринатты оноттолар, үҙ-ара күңелле гәпләшеп, әленән-әле нимәләргәлер көлөшөп, йылы, яғымлы ҡараштар менән алмашып, табын ябып алды ла киттеләр. Тар ғына түр яҡта ҡыҫылышып йөрөп эш менән булған арала атаһы ҡағылған һайын ҡатынды йә яурынынан, йә биленән һөйөп үтә, тегеһе лә яҙғы ҡояштай балҡып, бар булмышынан наҙ, иркәлек, йылылыҡ бөркөлөп йөрөй.
Бик тәҫирләнеп, күңелендә нисә йылдар арауығында төҙөлгән боҙ ҡәлғәһе емерелеп, нисектер хатта эсендә аңлайышһыҙ бушлыҡ тойоп сыҡты ул был бәләкәй генә алама йорттан. Йәмшәйгән йорт та, ҡыйыш-мыйыш ҡоймалар ҙа, эстәге зәғиф кенә йыһаз да түгел, ә атаһы әйтмешләй, ошо йәмһеҙлектә көн иткән яҡты йәнле кешеләр әсир итте уны. Үҙен сикләмәне, тыйманы, ҡыланманы, теләгәнсә шаярып-көлдө, ябай, алсаҡ булды ул был өйҙәгеләр менән. Сөнки улар менән башҡаса булмай ине һәм егет аңғармаҫтан үҙенең дә шулай була алыуына аптыраны. Хәҙер иһә яһалмалыҡтан башкөллө ҡотолған күңеленә нимәлер кәрәк, нимәлер көҫәй ул. Ә бит белә күңеленең нимә теләгәнен Ринат, хәҙер, юҡ, тап бөгөндән, ошо мәлдән асыҡ ҡына белә. Ул хәҙер туп-тура теге Ленин урамындағы һигеҙ ҡатлы ятаҡҡа юлланасаҡ. Барасаҡ! Барасаҡ та «Күңелем йылы теләй, Әмилә» тип әйтәсәк.