Баҡһаң, эс-ҡарында таурин күп икән, нәҡ бына ул хатта ҡанында холестерин миҡдары юғары булған кешенең дә йөрәгендә ишемия ауырыуы башланыу ҡурҡынысын 60 процентҡа кәметергә һәләтле.
Таурин икенсе типтағы шәкәр сире, юғары ҡан баҫымынан да һаҡлай. Эс-ҡарында А, Е, В төркөмө витаминдары, калий, магний, тимер, баҡыр, цинк, фосфор кеүек микроэлементтар ҙа бик күп. Мәҫәлән, бауырҙағы тимер йәшелсәләге тимергә ҡарағанда күпкә тиҙерәк үҙләштерелә.
Тағын шуныһы ла иғтибарға лайыҡ – хайуан һәм ҡош йөрәк-бауырында калория бик әҙ. Бына шунан уйлап ҡарағыҙ, эс-ҡарынды ашарғамы, юҡмы икәнен.