Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Октябрь , 14:11

Һынамыштар

*Йәй еүеш һәм көҙ йылы булһа,ҡыш оҙаҡҡа һуҙыла.

Һынамыштар
Һынамыштар

*Бешкән һоло яңынан йәшәрә икән – көҙ йонсоу була.

*Ағастарҙа ваҡытһыҙ һары япраҡтар күренһә, иртә көҙгә.

*Әбейҙәр сыуағында ҡанатлы ҡырмыҫҡалар күп булһа, көҙҙөң аяҙ һәм ҡыштың һалҡын булыуына.

*Үрмәксе ауҙары үҫемлектәр буйынса һуҙылһа – йылыта.

*Йәй еүеш һәм көҙ йылы булһа,ҡыш оҙаҡҡа һуҙыла.

*Имәндә сәтләүектәр күп булһа, ҡыш ҡаты була.

*Ағастарҙа япраҡ ҡойолоп бөтмәй ҡалһа, ҡыш һыуыҡ була.

*Япраҡтар ҡойолоу һуңлаһа, һалҡын һәм оҙон ҡышҡа.

*Көҙ аҙағында серәкәй күбәйә икән – йылы ҡышҡа.

*Покрауға тиклем (14 октябрь) тейен йөнөн ҡойоп бөтһә, ҡыш яҡшы була.

*Һуҡыр сысҡандар һәм сысҡандар ҙур запас әҙерләй икән – ҡыш ҡаты һәм ҡарлы була.

*Тауыҡтар көҙ башында төләй башлаһа – йылы ҡышҡа.

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: