ТУҠТАЛЫШ
Т ормошта байтаҡ ауырлыҡтар, һынауҙар аша үтеп, яңғыҙлығы менән тамам килешеп, ҡасан да булһа бәхет йылмайырына өмөтөн өҙгән танышым менән әңгәмәләшәбеҙ.
- Мине яҙмыш гел уның янында йөрөттө. Дауаханала бер апай менән яттым. Әй ыҙалай торғайны шул мине. Улыма кәләш итәм һине, тип әйләнгән һайын ҡабатланы. Уның һүҙҙәренә әллә ни иҫем китмәне. Байтаҡ ваҡыттан һуң юлда бер апайҙы ултыртып алдым. Һөйләшеп ҡайттыҡ. Ҡустым яңғыҙ, кәләш кәрәк ине, тигәне хәтеремдә. Бер аҙ ваҡыттан һуң шул уҡ ауылға икенсе бер ҡатынды ҡайтарып ҡуйҙым. Уның да бөтә хәбәре шул өйләнмәгән ҡустыһы хаҡында булды. Юлда йөрөгәс, кешеләрҙе байтаҡ ташыным мин. Икенсе юлы ул ауылда бер йәш малайҙы төшөрөп ҡалдырҙым.
Бер көн күптәнге танышым мине яңғыҙ ир менән таныштырмаҡ булып китте. Бығаса ундай хәбәрҙәргә бөтөнләй иҫем китмәй, ҡолаҡ һалмай торғайным, был юлы ризалаштым. Тәүҙә ситтән генә күрһәтте үҙен. Аҙаҡ яҡындан танышып киттек. Өйөнә алып ҡайтҡас, стенала теге дауаханала бергә ятҡан апайҙың фотоһын күреп ҡалдым. Әсәһе булып сыҡты. Тик ул инде мәрхүмә ине. Теге юлы ултыртып алып ҡайтҡан апайҙар ҙа, йәш малай ҙа уның туғандары икән. Шул рәүешле яҙмыш мине уның тирәләй әйләндереп тик йөрөткән булған бит! Әле килеп шуны аңланым...
Бар булмышынан һөйөү, наҙ ғына һирпелеп торған ханым әлеге бәхетенән шул тиклем ҡәнәғәт, риза булып йәшәй һәм тормошта һәр саҡ һуңғы өмөткә урын барлығына ышана.
Яҙмышыңдан бер нисек тә ҡасып булмайҙыр ул, һиңә яҙған бәхет бары тик һиңә генә насип була торғандыр... Әллә ниндәй һуҡмаҡ һайлаһаң да, борма - борма юлдар һине барыбер бер туҡталышҡа алып киләсәк. Һиңә генә кәрәк туҡталышҡа...
Лена ХӘЙРУЛЛИНА.