Әсәйем Аҫылбаева Зифа Шәрифйән ҡыҙы районыбыҙҙың Дүңгәүер, еңгәм Аҫылбаева Әминә Рәхмәт ҡыҙы Үрге Һаҙ ауылында тыуып үҫеп, Яңауыл ауылына килен булып төшкәндәр. Шул осор совет кешеләренә хас булғанса улар хеҙмәттән, хөкүмәт эшенән йәм табып йәшәнеләр. Әсәйем ғүмере буйы һатыусы булып эшләне. Халыҡ менән ихлас эшләне ул, һатып алыусылар ҙа эшенән ҡәнәғәт булды, яҡты йөҙлө, алсаҡ булыуын ауылдаштар әле лә һағынып иҫкә алалар. Ә ул саҡтарҙа эш еңелдән булмай, иртәнән кискә тиклем магазинда, тауар бушатыу, йыйыштырыу, айҙна һайын ҡайҙа йәйәүләп, ҡайҙа машинаға эләгеп отчет тапшырырға йөрөү – барыһы ла уның өҫтөндә булды. Магазинда уңайлыҡтар булманы, сауҙа нөктәһе йылытылмаған булҙа ла хаҡлы ялға сыҡҡансы эшен ташламай матур итеп хеҙмәт итте ул. Атайым Мирас Мәхәмәҙиә улы менән матур тормош көттөләр, гөрләтеп эшләнеләр ҙә, йәшәнеләр ҙә. Атайым бар ғүмерен ер эшенә бағышланы.Уның да яҙы-көҙө генә түгел, ҡышы, йәйе лә эштә үтте. Тәүҙә водитель, аҙаҡ пенсияға сыҡҡасы механзатор булды. Намыҫлы хеҙмәте өсөн “БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды. Улар өс бала үҫтерҙеләр. Улдары Азат, килендәре Гөлгөнә Һарытау утарында йәшәй, 6 балаға ғүмер биреп, үҙҙәре олатай-өләсәй булып, күпләп мал, ҡош-ҡорт аҫрап донъя көтәләр. Кесе улдары Филүс килендәре Гөлфиә менән Яңауыл ауылында төпләнеп, 4 балаға ғүмер бирҙеләр. Филүс атайымдың эшен дауам итә, ул 25 йылдан ашыу мехнизатор булып тир түгә. “Тракторға ултырмаһам, ауырый башлайым, шуға өйҙә лә трактор менән менән нимәлер эшләйем” ти ул. Мин – ҡыҙҙары Гөлсәсәк томош иптәшем Шамил менән шулай уҡ ауылда йәшәйбеҙ, 4 бала үҫтерәбеҙ.
Әминә еңгәй ғүмерен почта хеҙмәтенә арнаны. 3 ауыл халҡын хеҙмәтләндерҙе, ул саҡта кеше гәзит-журналды күп яҙҙыра торғайны, етмәһә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре өсөн түләү, пенсия таратыу кеүек эштәрҙе лә бер ауырлыҡһыҙ алып бара. Әминә Рәүмәт ҡыҙының да фиҙаҡәр хеҙмәте лайыҡлы баһалана – ул “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған почта элемтәһе хеҙмәткәре” тигән юғары исемгә лайыҡ була. Әминә еңгә менән Фәттәх абзый 4 бала үҫтерҙеләр, оло улдары Альфред килендәре Тәнзилә менән Һарытау утарында йәшәй, 5 бала үҫтереп, уҡытып, матур итеп донъя көтәләр. Ҡыҙҙары Клара кейәүҙәре Мансур менән Сәлих ауылында төпләнгәндәр. Улар ҙа 3 бала үҫтереп, уларҙы аяҡҡа баҫтырҙылар. Ҡыҙҙары Фәкилә Өфө ҡалаһында төпләнде, 2 ҡыҙ үҫтерә.
Ул заман кешеләре бер уфтанманы, бер зарланманы. Хәҙерге ваҡыттағы уңайлыҡтар булһасы, юҡ шул, өйҙәрендә лә күпме эш, күпме мәшәҡәт: тау-тау кер йыуыу, картуф сәсеп, утау, сөгөлдөр алып эш итеү, бесән сабыу, йыйыу, уның араһында балалар тәрбиәләү –барыһына ла өлгөрҙөләр.
Ике килендең татыу ғүмер итеүендә ҡәрсәйем Мәбүрә Ғиниәт ҡыҙының да өлөшө ҙур. Ул ике улын бер тигеҙ яратып, уларҙың балаларын бағып, тәрбиәләшеп, донъяларына күҙ-ҡолаҡ булып йәшәне.
Тормош тик ҡыуаныс-шатлыҡтарҙан ғына тормай шул. Әсәйемә лә, еңгәмә лә ике балаһын ер ҡуйынына һалырға, оло ҡайғылар кисерергә тура килде. Әммә һынманылар, бөгөлмәнеләр, ҡайғы-хәсрәтте лә оло сабырлыҡ менән үткәреп, әлеге көндә балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең хөрмәтендә йәшәйҙәр. Атайымдың вафатына 13 йыл. Әсәйем яңғыҙ түгел, көн дә хәл белешкән, ярҙамлашҡан балалары һәм күршеһендә генә йәшәгән килендәше һәм ҡәйнешпе бар. Әминә еңгә менән Фәттәх абзый күршенеләренә лә, балаларына ла әле лә ныҡлы терәк, ҙур таяныс. Хәл-әхүәл белешеп, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙып йәшәрлек туғандар, күршеләр булғанда, йәшәү ҙә йәмлерәк, күңеллерәк шул!
Гөлсәсәк НАРИМАНОВА.
Яңауыл ауылы.