Рәзилә Ырыҫҡужина
Татлы ғазап
Һылыу менән Һандуғас дүрт йыл инде Сибайҙа медицина училищеһында уҡыйҙар. Сығыштары менән бер райондан булһалар ҙа, ауылдары икеһенеке ике яҡта. Һылыу – Үҙәндән, Һандуғас – Бәхтиәрҙән. Әле Һылыуҙарға ҡайтып килеүҙәре. Тыуған көн байрамына.
Кеткелдәшеп, сөкөрҙәшеп йүгерә атлай килгән ҡыҙҙарҙы Һылыуҙың әсәһе Фәриҙә апай ҡапҡа тышынан ҡаршыланы.
– Эй, балаҡайҙар! Ауылға йәм биреп ҡайтып килә бит улар!
– Һаумы, әсәкәйем!
– Һауғынаһығыҙмы, Фәриҙә апай!
– Һаубыҙ, балаҡайҙар! Дүрт йыл буйы, ана алып ҡайтам, бына алып ҡайтам, тигән Һандуғасты ла күрергә насип булды, – тип Фәриҙә апай Һандуғастың ҡулын тағы бер ҡыҫып, уға ентекләберәк ҡараны. – Әйҙә, тура өйгә инәбеҙ. Һылыуҙың атаһы ла хәҙер ҡайтып етер. Уға тиклем сәй эсеп, мунса инеп алырһығыҙ иркенләп.
Ҡыҙҙар тағы бер-береһенә йылмайышып ҡарашты ла, тап-таҙа итеп йыуылған, әле кибеп өлгөрмәгән тупһаның һап-һары иҙәненә баҫырға ҡыймай, аяҡ кейемдәрен систе.
– Әсәй, мин ялға ял итергә түгел, һине ял иттерергә ҡайтам. Иҙән йыуыуҙы, исмаһам, миңә ҡалдырһаңсы, – тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе Һылыу.
Фәриҙә апай өндәшмәне, ҡыҙының арҡаһынан һөйҙө генә.
Һылыу ғаиләлә кесе бала. Раушан ағаһы бар. Ағай кеше әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтты ла, бына икенсе йыл инде ауылда бригадир ярҙамсыһы булып эшләй.
Хәбәрҙәрен ярышып һөйләп, Фәриҙә апайҙың әҙерләгән тәм-томдары менән оҙаҡ итеп сәй эсте әхирәттәр. Һөйләшкән арала, Һылыу әсәһенән ағаһын да һораштырғыланы. Ләкин әсәһе, уның шул инде, һәр ваҡыттағыса, тигән яуаптан ары китмәне.
Мунса кергәндә, Һандуғас әхирәтенән тағы һораша ҡуйҙы:
– Бер ҙә, ағайым, тип һөйләгәнең юҡ ине. Кем ул, ҡайҙа эшләй, ғаиләлеме?
Һылыу бер аҙ өнһөҙ ҡалды. Шунан әхирәтенең һораулы ҡарашына:
– Алдан уҡ әйтеп ҡуям, Раушанға ғашиҡ була күрмә! Бына хәҙер беҙ мунсанан сығыуға, өйҙә буласаҡ, ә һин уға әйләнеп тә ҡарама, йәме. Ярамай.
– Ҡыҙыҡ. Ә ниңә?
– Ағайым ныҡ сибәр, һәйбәт, аҡыллы егет. Артынан илап, яратып йөрөүсе ҡыҙҙар ҙа бар. Тик ул берәүгә лә ҡарамай.
– Ништәп?
– Хәҙер әйтәсәк һүҙемде ысынға алмай, көлһәң, үпкәләйем.
– Көлмәм инде, улай янағас.
– Күрше ауылдан Милә исемле ҡатын арбаған уны. Миләнең ғаиләһе, балалары бар. Ире менән йәшәй. Раушан унан башҡа бер кемде күрмәй ҙә, һиҙмәй ҙә. Бына шулай харап булған әҙәм ул…
“Ҡыҙыҡ икән. Әкиәттәрҙә генә арбайҙар, сихырлайҙар, тормошта улай буламы икән ни? Ыста. Буш хәбәр икән, ти”, – Һандуғас был уйҙарын әхирәтенә өндәшмәне.
– Хыянат менән Мөхәббәт һүҙгә килешкән бер заман. Хыянат Мөхәббәтте үтә ышаныусан, үтә лә ғазаплыһың, тип ғәйепләй икән. Ә Мөхәббәт, тегеһен алдаҡсынан һалдыра, ти. Һуғышыр сиккә еткән былар. Улар янынан үтеп барған Ир Кеше, бәхәсте сисәм тип, оҙаҡ уйлап тормай, икәүһен дә бер юлы йылғаға ырғытҡан да киткән. Ағын һыуҙан Мөхәббәт менән Хыянат бергә ҡушылып, бер-береһенә сырмалып килепсыҡҡан да, Сихырға әйләнгән, ти. Тап шул мәлдә былар янынан Ҡатын Кеше үтеп барған. Һыуҙан өшөп сыҡҡан Сихыр, йылыныр өсөн һиҙҙермәй генә Ҡатын йөрәгенә ингән дә ятҡан, тип һөйләй торғайны өләсәйем. Шунан башлап, ҡатын-ҡыҙ мөхәббәтте еңә алмаһа, Сихырҙы эшкә егә икән, – тип, Һылыу ауыр көрһөндө лә, сикәһенән әллә эҫелә бүленеп сыҡҡан тирен, әллә күҙ йәшен һөртөп ҡуйҙы. Һандуғас, әкиәт тыңлап кинәнгән балалай, йылмайып ҡына алды. Эштең ниҙә икәнлеген төшөнөп етмәй шул әле.
Ҡыҙҙар мунсанан сығыуға, Һылыуҙың атаһы, ағаһы өйҙә ине. Улар менән күрешкән мәлдә, Һандуғас тертләп ҡуйҙы. Раушан иҫ китмәле сибәр икән! Ә күҙәһе! Олпат ҡына түгел, баһадир! Һылыу күҙҙәре ялтырап киткән әхирәтен етәкләй һалып, бүлмәгә тартып индерҙе:
– Ағайыма ғашиҡ булмайһың, ишетһен ҡолағың!
– Абау, һин көнләшәһең дә!
– Юҡ, көнләшмәйем. Я-ра-май!
Һандуғастың башынан әллә ниндәй уйҙар йүгереп үтте. Ҡыҙ уларҙың береһен генә тотоп, ҡысҡырып әйтеп өлгөрҙө:
– Эх, ошо егеттән бер генә малай тапһам, ғүмер буйы яңғыҙ йәшәһәм дә риза булыр инем!
Һылыу ҡурҡып китте:
– Йүләр!
Үҙен тиҙ генә тәртипкә килтерҙе лә, Һандуғас аш бүлмәһенә ярҙамлашырға сыҡты. Раушан менән танышыу шатлығы ҡунаҡ ҡыҙҙың эсенә һыймай, эмоцияларын тотор өсөн ул йылмайып тик йөрөй. Һылыу бер нисә тапҡыр уға ныҡ текәлеп ҡараны.
Ләкин ундай ҡараш, йәки “ярамай” һүҙе генә уны туҡтата алмаҫы көн кеүек асыҡ. Һандуғас тәү күреүҙән ғашиҡ булды!
Тыуған көн табыны ҡәҙимге генә күңелле үтте. Һылыуҙың атаһы менән әсәһе йәштәрҙең үҙҙәрен генә өйҙә ҡалдырып, туғандарына китте. Раушан да әллә ҡайҙа сығып юғалды. Һылыуҙың класташтары Һандуғасты үҙҙәренекеләй яҡын күреп, ауылса ябай аралаштылар. Тик Һандуғас ҡына уларға шатланманы. Ул уйҙары менән Раушан янында ине. Ә Раушандың кем янында булыуы Һандуғасты борсомай ҙа…
Табын таралып, йәштәр урамға, клубҡа йыйына башлағас, Һандуғас:
– Һылыу, минең башым ауыртып тора. Клубҡа сығып тормам, йәме…
Һылыу әхирәтенең хәйләһен тиҙ аңланы. Шуға тартҡылашманы. Ә Һандуғас, “ауыртҡан” башын онота һалып, яңы ғына ҡайтып ингән Раушан янына, төпкө бүлмәгә үтте.
– Һеҙҙә ҡунаҡты шулай һыйлайҙармы ни? Тамағым кипте, сәй ҙә яһап биреүсе юҡсы, – тип хәйләкәр йылмайып, ул егет янына килеп ултырҙы.
Раушан, аптырап, Һандуғасты тәү күргәндәй ҡараны ла:
– Баяғыла һеңлемә әйткән һүҙҙәреңде ысынлап әйттеңме? – тип һораны.
– Биллаһи, ысын!
– Улайһа, әйҙә, мин һиңә Улаҡ буйын күрһәтәм. Ыңғайында үҙем тураһында ла һөйләрмен. Тиҙ үк кире уйларһың, – тип ул һалҡын ҡараш ташланы ла, Һандуғасты етәкләп, сығып китте.
Улаҡ буйҙары… Ҡайындарының һомғоллоғона ҡыҙҙар көнләшер. Толомдарын ҡашмау аҫтына йәшереп, бейергә төшкән һылыуҙар! Талғын ел ыңғайына улай-былай бөгөлөп, күңелде иҙрәтә. Төн булыуға ҡарамаҫтан, был сихрилыҡ үҙен һиҙҙермәй ҡалмай. Һине үҙ ҡосағына алып, иркәләргә тартынмай.
Ләкин был сихрилыҡҡа йәштәрҙең артыҡ иҫе китмәне. Раушан икенсе ҡатынға булған мөхәббәтен һөйләй, ә Һандуғас уның һәр һүҙе һайын уға тағы, тағы ғашиҡ була һымаҡ ине…
Теүәл бер йылдан Раушан менән Һандуғас өйләнеште. Ҙурҙан өй һалып сыҡтылар. Дәрте ташып торған Һандуғас тормошоноң һауаһын күкрәген тултырып һуланы. Раушандың бер алдына, бер артына сыҡты. Уға һоҡланып туйманы. Бары янына ҡайтыуына бәхетле була алды. Эштән бик һуңлап ҡайтһа ла түҙҙе, артыҡ һүҙ ысҡындырманы. Сөнки һуңлауының исеме Милә икәнен асыҡ белә.
Өйләнешеп йәшәй башлағанда уҡ ир ҡатынына бер нәмә лә вәғәҙә итмәне. Хатта “яратам” тигәне лә булманы. Ғәҙәтенсә, һүлпән ҡарашы менән, тормош ағышы ыңғайына йәшәүен дауам итте.
Һандуғас балаға уҙҙы. Улы тыуһа, донъялар түңәрәкләнер төҫлө ине. Һәр хәлдә, Һандуғас шулай уйлай. Әгәр Раушанына оҡшаған улы тыуһа, ире балаға ғына әүрәп ултырыр бына. Ә Милә онотолор…
…Ел, ил гиҙгән мәлендә, матур бер Сәскә күреп, ғашиҡ була. “Үҙемдең бар көсөм менән уны яратһам, моғайын ул да миңә шундай уҡ һөйөү менән яуап бирер”, тип уйлаған да, Сәскәгә барлыҡ көсөн өргән. Әммә Сәскә бындай ялҡынлы дәртте тейешенсә ҡабул итә алмай, һына ла ҡуя. Ел уны күтәреп тә ҡарай, тик Сәскә терелмәй, күҙ алдында ғына һулый. Бындай ахыр көтмәгән Ел бик ҡайғыра, ажғыра, тик барыбер үҙенең ғәйебен аңламай, ти…
– Мин бит һиңә һөйөүемде генә иҫбат итәйем тигәйнем, ә һин һындың да ҡуйҙың. Тимәк, яратмағанһың инде, – тип илай икән...
Үкенескә күрә, Елдең генә һөйөүе Мөхәббәт тыуҙырмай икән шул…
Был кистә Раушандың кәйефе ҡәҙимгенән былайыраҡ ҡырылып ҡайтҡайны. Үҙе илай, үҙе ҡысҡырып һөйләнә:
– Һандуғас, һин нишләп үҙеңде шул тиклем яратмайһың? Нишләп мине түҙәһең? Яратмағанды күрәһең, беләһең дә инде!
Һандуғас яғымлы, хәстәрле тауыш менән уны тынысландырыра:
– Бөтәһе лә яҡшы булыр, борсолма. Бына улыбыҙ ғына тыуыр, онотолорһоң. Әйҙә, урыныңа кереп ят, арығанһың…
– Арыным шул, арыным! Тик эштән түгел, ике арала янып! Уны яратам, ә һине йәлләйем! Нишләп кенә минең муйынға һырылдың? Оноттора алманың бит Миләмде! Бар, сығып кит бынан, күргем дә килмәй һине! – тип ишек яғына ҡатынын этте Раушан…
…Иҫенә килгәнендә, Һандуғас больница карауатында ине. Ауыры төшкән, үҙе саҡ иҫән ҡалған. Атаһы менән әсәһе, уны ҡарауыллап ултырып, һауыҡҡас та үҙҙәренә алып ҡайтып киттеләр.
Бер ни тиклем ваҡыт үтеп, Һандуғас тыныслана ғына башлағас, уның алдына Раушан килеп теҙләнде. Ғәфү үтенде. Әммә ғәфү үтенеүҙән генә яралар бөтәшһә ине ул!
– Миңә оҡшаған ғына ул табып бир, – тип, тағы килде Раушан.
Атаһы менән әсәһе өйҙә юҡ саҡта, әйберҙәрен төйнәп, кире өйөнә ҡайтты ҡатын.
Бер йылдан
Раушан менән Һандуғастың көтөп алған улдары тыуҙы. Ришат тип исем ҡуштылар. Сабый ысынлап та атаһына ныҡ оҡшағайны. Йылғыр ҙур күҙҙәре, бит төҙөлөшө бары менән Раушан инде! Һандуғас балаһын һөйөп туйманы. Йырлап йоҡлатыр, йырлап әүрәтер булды. Ирен тағы ла нығыраҡ ярата башлағандай ине. Ниһайәт, бәхет ҡошо беҙҙең ғаилә ҡапҡаһына ҡунды, тип һөйөндө уйҙарында. Әммә…
Һалҡын ҡышта Раушан өс көнгә ләм-мим юғалды. Ҡайҙа икәнен белгәс, Һандуғасы өн сығармай уны көттө. Дүртенсе кистә Раушан һуң ҡына ҡайтып инде. Һаман да шул бер балыҡ башын сәйнәп ҡысҡырынды ла, ишекте тибеп асып, кире сығып китте. Ишек алдында ла тынмай, һаман һөрәнләүен белде:
– Һин – шайтан! Балаң да шайтан һинең! Ҡотолам мин һеҙҙән хәҙер!
Ришатын йоҡларға һалып йөрөгәндә, Һандуғас, тәҙрә яғында ялҡын ялпылдағанын һиҙеп ҡалды.
Эскүлдәктә генә, ҡулына сабыйын ҡосоп, сәсенең һәр бөртөгөнөң ағарғанын тоймай, йорттарының сарт-сорт янып бөткәнен ҡоро һын булып күҙәтте Һандуғас. Был ялҡында уларҙың ғаилә ояһы ғына түгел, ә уның йөрәгендәге һөйөүе лә янып, көлгә әйләнде. Ул мәлдә Раушандың да ажғырып аҡырынған тауышы туҡтаны. Бисараҡай, ҡапҡа терәүенә һырынып ҡына сүккән. Күҙҙәре лә һүнеп ҡалған… Уның йөрәге ярылып, йән биргәнен һуңынан ғына белделәр…
***
Бөгөн бер ҡайҙа ашыҡмай йәшәй Һандуғас. Ошо тыныслығының ниндәй ҡиммәткә төшөүен хатта бүтән берәүҙәргә ҡарағанда ла яҡшы аңлай. Һылыу әхирәте менән ғәҙәттәгесә аралашып, ғәмәл дәфтәренең ҡайһылыр битендә Раушан булғанын хәтерләргә тырышмай ғүмер кисерәләр. Хәйер, ҡапыл ғына хәтерҙән юйылып ташлар хәтерләү түгеллеген икәүһе лә белә, әммә…
Ришат улы күптән үҙ ғаиләһен булдырҙы. Ике ҡыҙҙары бар. Һандуғас, ял көндәрендә уларға килә. Беренән-бере бәләкәсерәк ейәнсәрҙәрен һағына. Уларҙы ҡарашырға әҙ генә булһа ла ярҙам итә. Ана, әле лә Һандуғас ишекте асып килеп инеүе булды, ҡап-ҡара сәстәрен ялпылдатып, дүрт кенә йәшлек өлкән ейәнсәре өләсәһе янына йүгереп килеп, уның сикәһенән “әп” итеп, үҙенең арҡаһынан һөйҙөрҙө лә, тағы йүгереп китте. Тәтелдәп хәбәрҙәрен дә һөйләп йөрөгән була. Ә Һандуғас:
– Теләктәрҙе – теләп, уйҙарҙы – уйлап, хыялдарҙы – хыялланып ҡына ҡысҡырып әйтергә өйрән инде, балаҡайым!.. – тип теләп ҡалды.