Мораҙым
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Сентябрь , 10:30

Ғүмерҙәр бик тиҙ үтә

 Заманалар тиҙ үҙгәрә икән шул, ғүмерҙәрен эштә үткәреп, шул уҡ ваҡытта матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп өлкән йәшкә еткән ауылдаштар тураһында яҙайым әле тип ултырҙым да, уйға ҡалдым. Ғүмерҙәренең сәскә кеүек саҡтарын тынғыһыҙ хеҙмәттә үткәреп, тыуған ере, халҡы мәнфәғәтенә ал-ял белмәйенсә эшләгән өлкәндәр ҙә беҙҙең Үрге Мөрсәләй ауылында бер нисәү генә ҡалған икән...

Был ауылға килен булып килгәнемә лә 44 йыл. Үҙем Сирбай мәктәбенә йөрөп эшләнем, тормош иптәшем  Сирбай бүлексәһендә механизатор булып хеҙмәт итте. Ауылыбыҙҙың бөтә халҡы Сирбай бүлексәһенә ҡараған фермаларҙа, малсылыҡта, яландарҙа иген үҫтереүҙә тир түкте. "Октябрь" совхозының гөрләп эшләгән осоро ине: йыл әйләнәһенә эштәр туҡтамай, балалар Сирбай мәктәбенә йәйәү йөрөп уҡынылар.

 Хәҙер шул осорҙа ауыл хужалығында хеҙмәт иткән өлкәндәрҙән Зәйтүнә еңгә менән Сәлихйән ағай Исҡужиндар ғына ҡалды. Шөкөр, матур итеп донъя көтәләр, уҙған йылда алтын туйҙарын билдәләнеләр. 3 бала тәрбиәләп, оло тормош юлына сығарҙылар.

 Беҙгә күрше генә Миңъямал апай менән Хәким ағай Исҡужиндар йәшәне. Хәким ағай ғүмере буйы ат ҡараусы, Миңъямал апай һауынсы булып бөтә ғүмерҙәрен эштә үткәрҙеләр, 5 бала тәрбиәләп үҫтереп оло тормош юлына сығарҙылар. Балалары бөтәһе лә ғаиләле, бер-береһенә ярҙам итеп, ҡатышып йәшәйҙәр. Атай-әсәйҙәре мәрхүмдәр инде.

 Хәҙер ауылыбыҙҙа ул замандарҙа хеҙмәт иткән, йәштәре 75- тән артҡан тағы ике ағинәй бар:

бөтә ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған уҡытыусы Арапова Флүрә Хөснулла ҡыҙы һәм Сирбай бүлексәһендә фельдшер булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Ҡотлогилдина Кәримә Ғиләжетдин ҡыҙы. Улар икеһе лә хеҙмәт ветерандары, иҫән-һау ғына булһындар!

 Мария Ефимовна һәм Геннадий Николаевич Захаровтар ҙа  вакытында ауылыбыҙҙа ла, ситкә китеп тә эшләгән, хәҙер инде ауылда йәшәгән хеҙмәт ветерандары.

 Ауылда күбеһенсә 55-тән үткәндәр йәшәй. Йәштәр ситкә китеп эшләйҙәр, ситтә төпләнәләр. Әүәле, үҙебеҙ йәш саҡта 40-50 йәшлектәрҙе ныҡ өлкән кеүек күрә инек, хәҙер ауылдарҙа башлыса хаҡлы ялдағылар көн итә. Үҙебеҙ инде байтаҡ йәштә булһаҡ та өлгө алырлыҡ, кәңәш һорарлыҡ өлкәндәр бар әле беҙҙең ауылда ла, Аллаға шөкөр!

 Бөтәһенә лә иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйем, йән һәм ил тыныслығында ғүмер итергә яҙһын!

 

Гүзәлиә  ҠОТЛОГИЛДИНА.

Үрге Мөрсәләйауылы.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: