Мораҙым
+11 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Сентябрь , 15:35

Баҡыяс

Ысынлап та, ҡыҙҙар мәктәпте бөтөр-бөтмәҫтән эшкә сыҡты: апалары фермаға һыйыр һауырға,быҙау ҡарарға барҙы, береһе  почтала хат ташыусы булып эшләп киттеләр.Күп тә тормай кейәүгә лә сыға башланылар. Фатиманы ла шул яҙмыш көтә ине, 8 кластың сығарылыш имтихандары тамамланғас та, алмаш һауынсы кәрәк тип, өлкән апайы уны  йәйләүгә алып китте. Йәй ҡырҙа күңелле генә эшләп йөрөнө Фатима, ә ҡара көҙ еткәс, һыуыҡ, бысраҡ фермала 16 йәшлек кенә ҡыҙға еңел түгел ине. Йәш күңел ҡайҙалыр ашҡына, ниндәйҙер яңылыҡ көҫәй. Иптәш ҡыҙҙары менән кис клубҡа сығыу уларҙың өй эсендә электән тыйылған. Күңел асыу тигән нәмә юҡ. Ярар, ҡулы тегә, сигә, бәйләй белә, ҡышҡы шыҡһыҙ оҙон кистәрҙә юғиһә ни эшләр ине.  Бер буранлап торған көндә Фатима һуңлап ҡына эштән ҡайтырға сыҡты. Башҡа һауынсыларҙы өйҙә ирҙәре, балалары, ғүмере бөтмәҫ йорт мәшәҡәттәре көтә, улар һыйырҙарын да ашығып һауа, һөтө бөтөр-бөтмәҫтән икенсеһенә күсәләр,эштәрен тиҙерәк тамамлап ҡайтырға ҡабаланалар. Фатима һыйырҙарын ярата,яғымлы һүҙҙәр әйтеп, арҡаларынан һөйөп ала, елендәрен матурлап йыуа, шунан ғына һауа башлай. Бөгөн дә иң аҙаҡҡа ҡалған шикелле. Ферма ауылдан йыраҡ булмаһа ла, тау итәгендәрәк урынлашҡан, атлайһы ер байтаҡ ҡына. Буран көсөйгән, күҙгә бер нәмә күренмәй. Ауыл уттарына тоҫмаллап бара ине, кемдер арттан уны ҡосаҡлап алып, ҙур ауыр толопҡа ураны. Ҡыҙ ҡурҡыуҙан, аптырауҙан йүнләп ҡысҡырып та өлгөрмәне, уны ат санаһына һалып, ҡуҙғалып та киттеләр. “Кем шаярта ул шулай? Ебәрегеҙ әле, тонсоғам бит”...

Зилә ПСӘНЧИНА

Баҡыяс

- Киләләр! Киләләр!

 Ҡыуаныслы тауыштарҙы ишетеп, табын әҙерләүселәргә һуңғы күрһәтмәләрен бирә-бирә, аласыҡта аш-һыу менән мәш килгән Фатима ла урамға ашыҡты. Туй ҡаршыларға сыҡҡан туғандары, күрше-күлән, ҡыҙҙар-егеттәр йорт янына килеп туҡтаған  машиналарҙы уратып та алды. Шаян еңгәләр ҡунаҡтарҙы һәм кейәү менән кәләште йолаға ярашлы ҡаршы алырға күптән әҙер тора:

  • Бисмилла тип башланыҡ,

Ергә тәңкә ташланыҡ,

Беҙгә килгән ҡоҙаларға

Таҡмаҡ әйтә башланыҡ...

  • Һеееүү, әйҙүк-әйҙүк, рәхим итегеҙ...

 Ҡулына бал һәм май тотҡан, туй хөрмәтенә үҙе теккән таҫмалы күлдәген, уҡалы камзулын кейеп алған Фатима ҡаршыһына етәкләшеп килеп баҫҡан улы менән килененә һоҡланып туя алманы. Кәләш ап-аҡ туй күлдәге өҫтөнән шау тәңкәле янып торған ҡыҙыл селтәр-түшелдерек таҡҡайны, егет тә аҡ күлдәктә, милли биҙәктәр төшөрөлгән ҡыҙыл галстукта.

 Һоҡланыулы ҡараштар, изге теләктәр ямғыры аҫтында Булат кәләшен күтәреп алды ла өйгә атланы һәм тупһала ятҡан аҡ мендәргә баҫтырҙы:

- Бисмиллаһ!

-  Килен уң аяғы менән баҫты – уңған булыр!

 - Уландары күп булыр, Аллаһы бирһә!

 - Уңдан да бирһен бәхетте хоҙай, һулдан да бирһен!

- Тормошоғоҙ балдай татлы, бәхетегеҙ һөттәй аҡ, телегеҙ майҙай йомшаҡ булһын,- тине әсә балаларына алмаш-тилмәш бал-май ҡаптырып.

 - Килендең “бикле” билен кем сисә?- тиеүгә, иң яҡын бикәстәренең береһе Гөлдәрҙең биленә бәйләнгән ебәк яулыҡты сисеп тә алды:

 - Итәгең бала менән, кәртәң мал менән тулһын!

 - Бына яңы урында был ҡайынһеңлең һиңә серҙәш һәм әхирәт булыр, Аллаһ бирһә!

-  Ғүмерегеҙ оҙон булһын, донъяғыҙ гөрләп торһон!

- Һау булығыҙ,бай булығыҙ,бар булығыҙ,пар булығыҙ,дан булығыҙ!

 Ул арала еңгәләр килен һандығын һатып алып, елтерәтеп өйгә лә индерҙе, асып ебәреп, эсе лыҡын тулы бирнәһен күрһәтеп гөр килгән арала Гөлдәрбикәс-ҡәйнештәренә тәғәйен бүләктәрен тарата башланы. Йәш кәләшкә һыу юлы күрһәтергә килгән ҡыҙҙар килендең шау сәскәләр төшөрөлгән биҙрәләренә тултырылған бойҙайҙы кәртәгә индереп, һарай мөйөшөнә ауҙарып та ебәрҙеләр, икенсе күнәктәген тауыҡтарға һиптеләр ҙә, сағыу таҫмалы көйәнтәне яурындарына һалып, түҙемһеҙлек менән Гөлдәр еңгәләрен көтөп торалар. Бына килен ике биҙрәгә лә һыуға юл башлаусы ҡайынһеңлеләренә тейешле күҙ яуын алып торған матур ебәк яулыҡтар бәйләне. Күңелле йыр-таҡмаҡ, уйын-көлкө менән йәштәр һыу юлына йыйынды.

  Фатима, ҡапыл иҫенә килеп,камзул кеҫәһен ҡапшаны, ашыға-ашыға йәштәр янына барҙы:

  • Улым, килен, һыу эйәһенә ташлар тәңкәгеҙ бармы?-тип һораны.
  • Әсәй, ваҡ аҡса бына бер кеҫә, - тине шат йылмайып улы.
  • Уны урамда балаларға һиберһегеҙ...Килен балаҡай, ошо көмөш тәңкәне ауыҙыңа йом да, аҙаҡ һыу алғас, эйәһен ризалатып, матур теләктәрегеҙҙе әйтеп, йылғаға ташлағыҙ... Баҡыяс ул, боронғоооо көмөш тәңкәм, йолаһын үтәгеҙ.

Гөлдәр, бында ниндәйҙер хикмәт барҙыр тип, ихлас ҡына риза булып,тәңкәне ауыҙына йомдо. Барлыҡ ҡунаҡтар берҙән ҡубып, ҡутарылып, йәштәр артынан һыу юлына китте.

  • Юлың тәңкәле булһын,

Көтөүең тәкәле булһын,

Ҡаҙың бәпкәле булһын,

Һүҙең үткеле булһын,

Һыйырың һөтлө булһын,

Алдың тулы бала булһын,

Артың тулы бал булһын.

Минең балам – һиңә ир,

Ирҙе балаңдай ҡара,

 Һәр дайым иргә яра... -

 Фатима барманы, улар артынан һамаҡлап, доғаһын уҡып тора бирҙе лә аласыҡҡа ашыҡты. Туйға бөтә нәмә әҙер, рәхмәт инде туған-тыумасаға, күрше-күләнгә. Яңғыҙым ни эшләрмен, тип ҡурҡып ҡалғайны бит тәүҙә. Бер ҙә туй уткәргәне юҡ уның. Хатта өс ирҙә булып, үҙенең туйы ла булманы шул. Аҡ күлдәктәр кейеп, таҫмалы көйәнтәгә сәскәле биҙрәләр элеп, ауыҙына көмөш тәңкә ҡабып, һыу юлына барғыһы килмәнеме ни уның? Ауыҙында тәңкә түгел, туп-тулы ҡан булды шул. Кеше үҙ яҙмышын үҙе яҙа, үҙ бәхетен үҙе яһай,тиҙәр. Фатима үҙ яҙмышын яҙа алдымы, тормошон нисек ҡорҙо һуң? Һәр хәлдә, бик тырышты кеүек үҙенсә. Әллә бәхет яһар иҙелмәнең балсығы сифатһыҙыраҡ булып сыҡтымы? Ҡомо ҡойолоп бөттөмө? Әллә һыуы аҙыраҡ булдымы? Ваҡытһыҙыраҡ әҙерләнде буғай, туңып сифаты юғалды шикелле...

 Ете ҡыҙлы ғаиләлә үҫте ул. Бирмәһә,бирмәй икән Хоҙай малайҙы. Атаһының бер генә булһа ла улы булһа ине, тип ҡыҙҙар ҙа аҙ теләмәнеләр.Уларға ҡәҙер, иркәләү эләкмәне. Йыуаш ҡына әсәһе лә, йыл аша бала табып, малай булыуҙан өмөтө өҙөлөп, рәнйепме, кәмһенепме –баҫылып ҡалды. Күп һөйләшмәҫ, йылмаймаҫ-көлмәҫ, ябыҡ ҡына сирләшкә ҡатынға әйләнде. Бала тыуған һайын малай көтөп һемәйгән атаһы эсеп алһа, аллаһҡа ялбарып, инәлеп-үпкәләп малай һорай, илап та ала, шунан хоҙайын да, ҡатынын да, ҡыҙҙарын да һүгенеп әрләй башлай ине. Туғандары йыш ҡына ата-әсәһен йыуатып: ”Ярар, бер юлы ете ҡыҙ тапҡандар туп-тура ожмахҡа барып инә, ти ул!”-тигән булырҙар ине. Йәндәре йәннәттә, урындары ожмахта булғырҙары, хәҙер икеһе лә ысын донъяла ята. Малайҙары булмағас, ҡыҙҙар ҡара йәштән ирҙәр эшенә лә, ҡатын-ҡыҙ эшенә лә айырмай егелеп үҫтеләр. Уларҙы өйҙә яратып-һөйөп иркәләгән, әпәүләп торған кеше лә булманы. Ете ҡыҙҙың тап уртаһында, дүртенсе бала булып тыуған Фатима ҡара күҙле, ҡара сәсле апайҙарынан айырмалы рәүештә, йәшел күҙле, һары сәсле ине. Ҡыҙ үҙе лә ғаиләһенә бик ылығып барманы. Бәләкәйҙән өләсәһе менән йәшәргә хыялланды. Ауылдың икенсе осонда кинйә улы менән йәшәгән Фәүзиә әбей ҙә үҙенә оҡшаған ейәнсәрен айырыуса ярата. Тик ҡайҙа ул бергә йәшәү, уның үҙ өйөндә генә лә биш бәләкәй бала, улы, килене - барыһы шул ике яҡлы бер бәләкәй өйҙә. Унан ата-әсәһе лә инде ҡул араһына ингән ҡыҙҙан куҙ яҙлыҡтырмай, эҙләп кенә торалар.Шулай ҙа саҡ буш ваҡыты табылһа, Фатима үрге осҡа осоп барып етә.Бер шулай Ураҙа байрамы алдынан өләсәһенә барып инде. Ғәйеткә тип май икмәк, бәлештәр бешергәндәр, барыһы ла шат, байрамса, балаларҙың өҫтөндә  яңы кейемдәр. Өләсәһе Фатимаға ла яңы күлдәк теккән икән, күҙҙәре төҫөндәге йәшел генә тауарҙан. Гел генә тиерлек апайҙарҙан ҡалғанды кейеп өйрәнгән ҡыҙҙың ҡыуанысының сиге юҡ ине. Ана бит уға нисек килешеп тора! “Әйҙәгеҙ, Латифа абыстайға барып, фытыр хәйере биреп киләйек,”- тине өләсәһе. Бәләкәй балаларҙың барғыһы килмәне, ә Фатима ҡыуанып эйәрҙе. Тома һуҡыр Латифа әбейҙе белә ул. Күҙе күрмәһә лә, яңғыҙы йәшәй. Кейәүгә лә сыҡмаған, балалары ла юҡ. Өйөн дә,үҙен дә күҙле кешеләрҙән былайыраҡ ҡарай.Аят-доғаларҙы нисек өйрәнгәндер, диндар әбей намаҙын да ҡалдырмай, ураҙаһын да тота. Күҙ алмалары сәйер булып ағарып торғас, балалар ҡурҡыңҡырай ҙа унан. Был юлы әбей шундай оҫта итеп, ситкә лә ағыҙмай, ҡоймаҡ ҡоя ине.

  • Маҡтап йөрөйһөгөҙ, үтегеҙ,- тип ҡаршыланы ул инеүселәрҙе.
  • Һау ғынамы, Латифа апай, был Фәүзиә күршең әле...
  • Әйе-әйе, тауышыңдан танып торам, эргәңдәге кем?
  • Фатима, Мәүлит улымдың ҡыҙы.
  • Кил, ҡыҙым,һин дә күреш әле минең менән...

Ҡыҙ терт итеп ҡалды: әбей күрә микән әллә? Нисек уның да барлығын һиҙә? Латифа инәһе уның күрешергә һуҙған кескәй ҡулдарын оҙаҡ ҡына һыйпап тотоп торҙо, арҡаһынан һөйөп яратты ла:

  • Әллә ҡыҙым яңы күлдәк кейеп алған инде?-тип һораны.
  • Өләсәм тегеп бирҙе!
  • Һай-һаай, ҡайһылай матур икән күлдәге лә,үҙе лә! (Әбей ысынлап күрә!-тип уйлай тағы бала).Ҡана әле, мин һиңә, күлдәгеңде ҡотлап, баҡыяс бирәйем. Фәүзиә килен, ҡана, анау шаршау артынан минең селтәремде әпир әле.

Өләсәһе сөйҙән алып биргән түшелдеректең матурлығына хайран ҡалды Фатима: ул тәңкәләр, ул мәрйендәр, ҡортбаштар, ниндәйҙер аҫылташтар...

 Латифа әбей ҡулы менән һәрмәп, бер тәңкәне тиҙ генә бороп,өҙөп алды ла ҡыҙһа һондо:”Мә, балам, күлдәгеңдең түшенә тағып ҡуй, гел һиңә бәхет юрап торһон тип өшкөрөп бирәм.”

 Үҙҙәре алып килгән күстәнәстәр менән ҡоймаҡлап сәй эстеләр, абыстайға фытыр хәйере биреп, доға уҡып, амин тоттолар. Хушлашҡанда Латифа әбей: ”Килен,был баланың бәхет-ырыҫы урау юлдан йөрөй, һаҡсы фәрештәләре ташламаһын инде,”- тине. Ҡайтҡас, көмөш тәңкәне өләсәһе яңы күлдәгенә тегеп ҡуйҙы ла:

  • Баҡыяс тәңкәңде юғалтма. Был күлдәгең туҙһа, яңыһына баҫырбыҙ, Аллаһы бирһә,- тине.
  • Нимә була ул баҡыяс, өләсәй?
  • Яңы кейемде ҡотлап бирелә торған бүләк, аҡса йә күстәнәс инде.
  • Ә Латифа инәй һуҡыр түгел дә! Вис күрә бит..
  • Уның, балам, күңел күҙе яҡшы күрә.

 Яратып кейҙе Фатима йәшел күлдәген, ләкин ул әллә бәләкәсәйҙе, әллә туҙҙы – юғалды. Ул арала уҡыуға төшкән, мәктәп һәм өй эштәренән бушамаған ҡыҙ ҙа баҡыясы тураһында онотто. Ата-әсәһе уҡыуға артыҡ тырыш булмаған ҡыҙҙарын ситкә ебәреп, белем һәм һөнәр алыуҙарын да теләмәнеләр. “Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете - ирҙән. Тәүфиҡлы һәм егәрле булһағыҙ, үтмәй ултырмаҫһығыҙ,”- тип кенә ҡуялар ине.

 Ысынлап та, ҡыҙҙар мәктәпте бөтөр-бөтмәҫтән эшкә сыҡты: апалары фермаға һыйыр һауырға,быҙау ҡарарға барҙы, береһе  почтала хат ташыусы булып эшләп киттеләр.Күп тә тормай кейәүгә лә сыға башланылар. Фатиманы ла шул яҙмыш көтә ине, 8 кластың сығарылыш имтихандары тамамланғас та, алмаш һауынсы кәрәк тип, өлкән апайы уны  йәйләүгә алып китте. Йәй ҡырҙа күңелле генә эшләп йөрөнө Фатима, ә ҡара көҙ еткәс, һыуыҡ, бысраҡ фермала 16 йәшлек кенә ҡыҙға еңел түгел ине. Йәш күңел ҡайҙалыр ашҡына, ниндәйҙер яңылыҡ көҫәй. Иптәш ҡыҙҙары менән кис клубҡа сығыу уларҙың өй эсендә электән тыйылған. Күңел асыу тигән нәмә юҡ. Ярар, ҡулы тегә, сигә, бәйләй белә, ҡышҡы шыҡһыҙ оҙон кистәрҙә юғиһә ни эшләр ине.

 Бер буранлап торған көндә Фатима һуңлап ҡына эштән ҡайтырға сыҡты. Башҡа һауынсыларҙы өйҙә ирҙәре, балалары, ғүмере бөтмәҫ йорт мәшәҡәттәре көтә, улар һыйырҙарын да ашығып һауа, һөтө бөтөр-бөтмәҫтән икенсеһенә күсәләр,эштәрен тиҙерәк тамамлап ҡайтырға ҡабаланалар. Фатима һыйырҙарын ярата,яғымлы һүҙҙәр әйтеп, арҡаларынан һөйөп ала, елендәрен матурлап йыуа, шунан ғына һауа башлай. Бөгөн дә иң аҙаҡҡа ҡалған шикелле. Ферма ауылдан йыраҡ булмаһа ла, тау итәгендәрәк урынлашҡан, атлайһы ер байтаҡ ҡына. Буран көсөйгән, күҙгә бер нәмә күренмәй. Ауыл уттарына тоҫмаллап бара ине, кемдер арттан уны ҡосаҡлап алып, ҙур ауыр толопҡа ураны. Ҡыҙ ҡурҡыуҙан, аптырауҙан йүнләп ҡысҡырып та өлгөрмәне, уны ат санаһына һалып, ҡуҙғалып та киттеләр. “Кем шаярта ул шулай? Ебәрегеҙ әле, тонсоғам бит”... Фатима тыпырсынып ысҡынырға, һөрәнләргә тырышты, ләкин көслө ҡулдар уны ныҡ ҡармап алғайны. Илап тамам хәле бөттө тигәндә, ат туҡтаны. Толопто сисеп, кескәй кәүҙәне күтәреп алдылар ҙа ниндәйҙер өйгә инделәр. Ике ир ине, ҡыҙ уларҙы белмәй. Араҡы һәм тәмәке еҫе аңҡып торған  береһе ҡыҙҙың пальтоһын сисергә  теләне, ҡыҙ уны этеп ебәрергә иткәйне, айыуҙай кәүҙәгә, ҡыпһыуыр шикелле ҡулдарға көсө етмәне. Икенсе ир быларҙы тыштан бикләп, юҡҡа сыҡты...

 Намыҫы тапалып, йөрәге тетелеп, күңеле туҡмалып, тәне иҙелеп, хыялдары селпәрәмә килеп...һыҙланып ятҡан Фатима хоҙайҙан үҙенә үлем һораны. Был хурлыҡтан үлеп кенә ҡотолорға була... тик нисек? Уның юлын да белергә кәрәк бит...Һәр нәмәнең рәте була.Тормошҡа бер нисек тә әҙер түгелме ни ул? Йылға буйлап ағып барған, бер кемгә лә кәрәкмәгән тап киҫәге. Аяҡ аҫтында тапалып, иҙелеп ятҡан меҫкен ҡырмыҫҡа... Ҡорбанын ашап туйған бүре кеүек хырылдап йоҡлап киткән иҫерек иргә ытырғанып ҡараны Фатима. Таныш түгел. Пальтоһын кейеп,тышҡа сығырға булғайны,ишек бикле. Мөйөшкә йомарланып барып ултырҙы.   

 Иртәгәһен был Мишәр ауылы кешеһе, ярты үлек хәлендәге Фатиманы кисәге атҡа ултыртып, аталарына алып барып, өйләнергә теләүен белдерҙе, никах уҡытыуҙарын һораны. Өләсәһенән башҡа,был хәлгә ҡайғырған әҙәм дә булманы кеүек. Артыҡ ғауғаламай ғына , эш уҙған, бер хәл дә итеп булмай инде, тип киләһе йомала килгән ҡоҙағыйы менән ижәб үткәрҙеләр ҙә, ҡыҙҙарына бер юрған, ике мендәр биреп, оҙатып та ебәрҙеләр. Әллә төш, әллә өн эсендә ике йыл йәшәне Фатима. Колхоз атын урлап һуйғандары өсөн ике йыл төрмәлә ултырып ҡайтҡан Сөнәғәт әсәһенең ихатаһында бәләкәй өйҙә йәшәй, ҙурында ҡустыһы һәм уның ғаиләһе  менән әсәһе тора. Улар Сөнәғәткә лә, Фатимаға ла һағайып ҡарай, бик аралашып бармай, йомош-фәләнгә лә һирәк инәләр. Оло улдарының бур, эскесе, һуғыш суҡмары булып китеүен ғәфү итә алмауҙарылыр. Төрмәнән һаулығы ҡаҡшап, холҡо бөтөнләй боҙолоп ҡайтыуы  туғандары менән араны бөтөнләй һыуындырған. Ауыл ерендә ерегеп бер урында ла эшләй алмаған, эскәндә лә, айыҡта ла гел үҙенә ҡул күтәргән иренә булған күрә алмау, ерәнеү хистәре арта ғына барҙы Фатиманың. Әллә шуға, әллә хоҙай һаҡланы, ул балаға уҙманы. Бер кистә иҫерек иренең туңған кәүҙәһен санаһына тейәп, аты ҡайтып ингәс, ҡайғырманы ла, ҡыуанманы ла ул. Уны ерләгәндә лә таш һын һымаҡ йөрөнө.Ҡырҡын уҡытҡас та, ата-әсәһе йортона ҡайтып китте, кире фермаға эшкә сыҡты. Тыуған йортонда ул артыҡбаш булмаһа ла, уға бик шат та түгел инеләр, буғай, сөнки ике айҙан үҙен ауылдарындағы бер ҡарт буйҙаҡ иргә димләп килгән Йәмилә әбейҙең һүҙҙәрен бик ҡыуанып хуплапултырҙылар. “Барыр, нишләп бармаһын тей,”- тип ҡыҙҙары өсөн үҙҙәре вәғәҙә биреп ҡалдылар. Өләсәһе ҡаршы төшөп ҡарағайны ла, атаһы: “Унға барһын, уңғансы барһын,”- тип кенә ҡуйҙы. Ни эшләһен Фатима, ҡарт егет Наил һәм уның ата-әсәһе менән йәшәп китте. Эшкә әрһеҙ киленде оҡшаттылар, ул фермаға ла, йортҡа ла өлгөрҙө,ауыҙ асып хәбәр һөйләмәне, баш баҫып эшләп тик йөрөнө. Ире лә йомоҡ ҡына бер шымтояҡ. Шулай булмаһа, ҡырҡ йәшенә тиклем өйләнмәй йөрөр инеме? Ҡуй инде, әйтһәң-һүҙ,төртһәң-күҙ, тигәндәй. Инһә – бар,сыҡһа – юҡ,бер күләгә кеүек. Фатима үҙе лә, ҡыҙҙарға ҡырҡ ерҙән тыйыу кәрәк тип, һәр саҡ тыйылып, әрләнеп, наҙ күрмәй үҫкән ҡыҙ иркәләй ҙә, иркәләнә лә белмәй ине. Теләге лә булманы. Яңғыҙ улдарының вариҫын күреп үлергә өмөтләнгән әбей менән бабай түҙемһеҙләнеп ейән көттөләр.”Улыма иш булырлыҡ, нәҫелде дауам итер малай кәрәк,”- тиһә ҡайныһы, ҡәйнәһе өҙә генә:”Шыр оя ҡыҙ үҫтергән Маһинур балаһы ул табыр тиһеңме? Ярар, кем булһа ла, бәпәйҙәре булһа, әйтәгүр, эҫенешеп тә китер инеләр, исмаһам,”- тиер ине уфтанып. Әбей менән бабайҙың түҙемлеге ике йылға саҡ етте, ейән көтөп көтөк булғас, әйттеләр:”Ярар, улыбыҙҙың насибы һин түгелдер, булмаһа, ҡайт өйөңә, килен. Күрше ауылдан Наилға бер балалы ҡыҙҙы димләйҙәр. Алла бирһә, беҙгә лә берәй оноҡ табып бирер...”- тинеләр.      

Дауамы бар.

   ...Уңмаған юлды ҡыума, тиҙәр. Башҡа кейәүгә лә сыҡмайым, ауылда ла тормайым, башымды алам да сығып китәм. Илдә сәпсек үлмәй,тиҙәр. Ана, төҙөлөштә гел зшселәр етмәй, тип торҙо күрше ҡыҙы. Юллыҡ һәм бер аҙ йәшәрлек аҡса ғына йыям да! Шундай уйҙар менән Фатима йәйҙе еткергәйне,бер көндө эштә холоҡһоҙлоғо, һөҙгәклеге арҡаһында “АҠыШ” тигән ҡушамат алған һыйыры башы менән һелтәнеп, мөгөҙө ҡыҙҙың күҙенә инеп китте. Ул ныҡ ауыртыуҙан иҫен юғалтты, матур йәшел күҙҙәре ҡан менән тулды. Район больницаһында ғына аңына килде ул. Сүп өҫтөнә сүмәлә тигәндәй, ҡалаға китәм тип йөрөгәндә генә бынау бәлә ятҡан бит аяҡ аҫтында. Һул күҙе күреү һәләтен юғатып, күҙ алмаһы ағарып тора, зәғифләнеп ҡалмаһа ярар ине,тип көнө-төнө теләне ул.Хәл белергә килгән өләсәһеилаулап:”Әллә ниндәй генә бәхетһеҙ бала булдың шул. Латифа инәң әйтә ине гел, ырыҫы урау юлдан йөрөй тип...Әй, ысын, ҡыҙым,  теге баҡыяс  тәңкәңде әсәңдән эҙләтеп саҡ таптырҙым. Ҡыйыҡ аҫтында иҫке кейемдәрегеҙ тултырылған тоҡта булған, әлдә ташламағандар! Ниңә шуны әллә ҡасан бетеү итеп тағып ебәрмәгәнмендер инде үҙеңә? Бына хәҙер тағып ал. Ҡотоң да осҡандыр инде, анау бура тиклем һыйыр һөҙһөн әле. Ҡайтҡас, һиңә ҡот ҡойормон, ошо көмөш тәңкәңде лә бергә  тегеп ҡуйырбыҙ,”-тип һөйләнде. Фатима ҡыуанып китте:ысынлап та, әүлиә Латифа инәһе өшкөрөп биргәйне шул. Юғалтмаҫҡа ла ҡушҡайны.

Бер күҙенә бинт ҡапланған ҡыҙ, перевязканан ҡайтышлай, ишектәрҙе бутап, күрше палатаға барып инде бер көн.

   - Полундра,пираты!-тигән ҡалын тауыштан ҡурҡып, саҡ йығылып китмәне.Тәҙрә янындағы карауатта китап уҡып ятҡан егеттең янып торған үткер ҡарашы Фатиманың һыңар күҙенә төбәлгәйне. Янындағы башҡа ауырыуҙар ҙа хихылдашты. Шаян һүҙҙән бигерәк, утлы ҡараштан ҡаушап, оялыуҙан бер һүҙ ҙә әйтә алмай,  тиҙ генә боролоп сығып китте ул. Ләкин коридорҙа ла, ашханала ла башҡа осратманы ул егетте Фатима, ә баяғы ялҡын тулы  ҡараштарҙан ҡотола алманы барыбер. Күмер төҫлө ҡап-ҡара күҙҙәр уны төшөндә лә эҙәрлекләне. Ә егет күренмәне. Ҡыҙҙың күңеле уны эҙләне. Бығаса таныш булмаған көслө һәм татлы бер тойғо уның бар булмышын биләп алғайны. Улай ҙа була икән! Ҡайтырға рөхсәт иткән көндө лә, күрше палатаның ишегенә моңһоу ғына ҡарап, егет менән эстән генә хушлашты ул. Аҫҡы ҡатта кейемен биргәндәрен көтөп торһа:

- Тағы аҙаштыңмы?-тигән таныш тауышҡа боролоп ҡараһа, тәкәббер ҡарап, мыҫҡыллы йылмайып теге егет ултыра... Инвалидтар коляскаһында. Ҡыҙ тағы ҡапыл ҡаушаны, башы әйләнде. Уның ҡып-ҡыҙыл булып, иҫәнгерәп тороуынан егет ҡыҙыҡ тапты,ахыры:

  -Миңә кейәүгә сығаһыңмы? Киләһе йома яусы ебәрәм,- тине. Фатима иҫен йыйып өлгөрмәне, дауахана янына “Волга” машинаһы килеп туҡтаны.Шофер ҡабалан ғына атлап килеп, егет менән күреште лә: “Шунан,шәбәйҙегеҙме, Рөстәм?”-тине, егетте машина ишеге янына алып килде, ул артҡы ултырғысҡа инеп ултырғас, йәтеш һәм өйрәнелгән хәрәкәттәр менән еңел генә итеп колясканы багажникка ҡуйҙы. Егет һаман иҫен йыя алмай аңшайып торған ҡыҙға йылмайып ҡул болғаны.

Фатима ауылына ҡайтҡас та, төштәге кеүек йөрөнө, күҙ алдынан осҡор ҡарашлы егет китмәне. Кем ул? Ҡалай ҡыйыу, үҙе ниндәй сибәр!Ни өсөн инвалид? Мыҫҡыл итеп тәҡдим яһаны микән? Оноторға, уны уйламаҫҡа тырышһа ла-булманы. Үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр ғашиҡ булғайны шул егерме йәшлек ҡыҙ. Берәүгә лә әйтмәй йоманы көттө. “Аһ, алйотмон да инде,ул мине белмәй ҙә! Хатта исемемде лә, ауылымды ла”,-тип үҙен әрләне. Ә йөрәк тигәнең аҡылды тыңламаны.

   Йома көндө Фатимаға ҡот ҡойорға өләсәһе килде.Ҡыҙҙарының шыпа үҙгәреп ҡайтыуына, һаман да килделе-киттеле йөрөүенә аптыраған, күҙе һуҡырайып ҡуймаһын тип ҡурҡҡан ата-әсәһе был йоланы атҡарыуға ҡаршы булманы. Ҡоймаҡ ҡойолоп, йома сәйе әҙерләнде. Шул саҡ уларҙың өйө ҡаршыһына Фатимаға таныш әлеге машина килеп туҡтаны, унан матур кейемле ят бер ир менән ҡатын ғына төшкәнен күреп, ҡыҙ тиҙ генә йомош тапҡан булып, һарайға сығып йәшенде. Оҙаҡ ҡына ултырҙы ул иҫе китеп. Өләсәһе эҙләп табып,өйгә ингәндә,теге ят кешеләр,сәй эсеп бөтөп, уны ғына көтөп торалар ине. Рөстәм үҙе килмәгән, ата-әсәһен ҡыҙ һоратырға ебәргән, риза булһа, ҡунаҡҡа алып ҡайтырға ҡушҡан икән.  Үәт, мыҡты нәмә, өләсәһе әйтмешләй.Фатиманың туғандары ла, килгән ҡунаҡтар ҙа -барыһы ла был сәйер хәлгә аптырау ҡатыш юғалып ҡалғандар. Ни булыр? Хәҙер Фатима хәтерләмәй инде нимә тип яуап биргәнен дә, нисек йыйынып, машинаға сығып ултырғанын да. Төш булдымы, өн булдымы – уға барыбер ине. Шулай ҙа була икән. Ул үҙен таныманы, башҡалар  өсөн дә элекке Фатима юҡ ине инде.

 Шулай йәшәп киттеләр,тип әйтеүе генә анһат хәҙер. Рөстәм- район етәкселегендә эшләгән билдәле кешеләр ғаиләһенән ине, тыумыштан зәғиф бала булған, холҡоноң ауырлығы ла шунандыр. Әммә булдыҡһыҙ һәм мыжыҡ түгел. Яҡшы уҡыған, күп нәмәне китаптар аша үҙ аллы өйрәнгән. Бухгалтер һөнәре алып, район мәғәриф бүлегендә эшләй икән.Компьютерҙар күренә башлағас та, бөтә күңелен шуға һалып, барлыҡ программаларҙы үҙләштергән. Өйҙән ултырып ҡынатағыбер урында эшләй, ата-әсәһенән күптән башҡа сығып, үҙ фатирында йәшәй ине ул. Ҡыҫҡаһы, үҙ йүнен үҙе күрә. Фатима уны бер күреүҙән яратҡанғамы, бер генә етешһеҙлеген тапманы, уға һоҡланып, һәр эшенә,һәр һүҙенә иҫе китеп, хайран ҡалып йәшәне. Шундай аҡыллы, талантлы, матур егет  тормош юлдашы итеп ниңә уны һайлағанын ғына аңламаны ул. Ярай әле, һыйыр һөҙгән күҙе тиҙ йүнәлде, эҙе лә ҡалманы. Һәр яҡлап иренә тиң булырға, уға ярҙам итергә тырышты ул. Юҡ,улар өйҙә генә ултырманы, парлашып төрлө ерҙәргә йөрөнөләр. Ирен ҡултыҡлап атлай алмаһа ла, Фатима уның коляскаһы янынан барыуы өсөн дә шат һәм ғорур ине. Социаль селтәрҙәрҙә дуҫтары күп Рөстәмдең, төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, күп  мохтаждарға спонсор ярҙамы ойоштора, йыйындарҙа ҡатнаша,сығыштар яһай, сит илгә сәйәхәттәргә йөрөйҙәр. Фатимаға ла иренә тиң булыр өсөн күп уҡырға, күп нәмәгә өйрәнергә тура килде. Ҙур урындарҙа үҙен тоторға,нисек кейенергә,нисек һөйләшергә – ул оялып тормай, барыһын да иренән һорай, ә ул интернеттан кәрәк мәғлүмәтте табып бирә. Бына бит, Фатима ла бер аңра ауыл ҡыҙы түгел икән дә, барыһын да тиҙ генә һеңдерә, өйрәнә һала, белергә ынтылып ҡына тора. Иренең кәңәше һәм ярҙамы менән ситтән тороп элемтә колледжын тамамланы, почта бүлексәһендә эшләй хәҙер. Ауылдаштары был нәзәҡәтле, сибәр  ҡатында элекке Фатиманы саҡ таныйҙар. Туғандары менән дә һирәк күрешәләр, юғары идеялар менән йәшәгән, йомоҡ кейәүҙәрен ят итәләрме, уның  менән ни һөйләшергә белмәй аптыраналармы, ҡунаҡҡа килергә лә, үҙҙәре саҡырырға ла бик ашҡынып тормайҙар.Йылына бер осрашыу шул ауылдарында ата-әсәһенә, олатай-өләсәйҙәренә аят уҡытҡанда була. Ә Фатима үҙ яҙмышына ҡыуанып бөтә алмай, һөйөп-һөйөлөп йәшәй. Бәхет ошолай була микән, тип уйлай.Һаман балалары булмауы ғына эсен бошора.Больницаға барыуҙан ире ҡырҡа баш тартты. “Була ул!”-тине ышаныслы итеп. Фатима ла ышанды, ниндәйҙер йәшерен өмөт менән баҡыяс тәңкәһенән айырылманы, төндәрен мендәр аҫтына һала, көндөҙ кеҫәһендә йөрөттө. Аллаһтан бала һораны. Иренә әйтмәй генә, үҙҙәренә күрше йәшәгән гинекологҡатынға барҙы шулай ҙа. Ул бер ниндәй сир ҙә, тайпылыш та тапманы. “Башыңды дауаларға кәрәктер,бәлки,”-тип күрше ҡалаға таныш психологына ебәрҙе.Ысынлап та, Фатиманың йәшләй генә урланып, оло ирҙән хурланып, күңел тетрәнеүҙән, ҡайғынан психикаһы ҡаҡшаған булып сыҡты, бер нисә тапҡыр гипноз менән дауаланыу ярҙам иткән кеүек булды.Үҙендә ниндәйҙер үҙгәреш һиҙҙе. Ирен тағы ла нығыраҡ ярата, уға тартынмай наҙлана башланы, үҙе лә ихлас иркәләй уны. Тормошондағы тағы бер мөғжизә ине был. Һәм, ысынлап та, күктәр уларға һөйөү емешен – ошо улдарын бүләк итте. Ныҡ булһын, сәләмәт булып үҫһен тип,Тимербулат тип ҡуштылар балаға.”Атаһының сире балаға ғына күсмәһен инде! Бәхетебеҙгә күҙ теймәһен!”-тип теләне Фатима, улының баш кейеме эсенә йәшереп кенә бетеү тәңкәһен тегеп ҡуйҙы. Рөстәм, улы тыуғас, тағы ла дәртләнеберәк донъя көттө, инвалидтар өсөн махсус машина алды, уны йөрөтөргә үҙе лә уҡып, таныҡлыҡ алды, Фатиманы ла уҡытты.Улына ла, ҡатынына ла иғтибары, һөйөүе көслө ине ирҙең. Республикала барған төрлө йәмәғәт эштәренән, халыҡ йыйындарынан да ситтә ҡалманы ул. Көндәр-төндәр  буйы компьютерынан айырылманы, кемгә һүҙ ярҙамы, кемгә финанс ярҙамы кәрәк – бөтәһенә лә өлгөрҙө. Шундай бәхет тулҡындарында йөҙгән саҡтарында Фатима иренә йыш ҡына:

  - Рөстәм,һин ни өсөн миңә өйләндең ул? Нисек иғтибар иттең икән миңә?-тип бәйләнә.

- Күҙҙәрең светофорҙың йәшел уты һымаҡ баҙлап янып, үҙенә саҡырып тора ине бит!

 - Юҡсы, күҙем бинт менән ҡапланған ине лә...

- Бергенә йәшел ут яна ине шул. Күҙем төшкән инде шунда һыңар күҙеңә.

- Шаярма әле, ысынын әйт!

 -Йәшел күҙҙәрең ғәйеплеме, әллә һинең күҙеңде һытҡан АҠыШ мөгөҙөмө? Һыйыр һөҙмәһә, һин больницаға килмәҫ инең, мин һине күрмәҫ инем.Ә һин үҙең нисек риза булдың һуң миңә кейәүгә сығырға?

  - Яраттым бит...бер күреүҙән.

  - Бына... икебеҙгә лә яуап табылды!

Тормоштары түңәрәкләнеп,бәхет эсендә ни бары ете йыл ғына йәшәп  ҡалдылар, Рөстәмдең тыумыштан  килгән сире тағы көсәйҙе. Ул тағы тиҙ ҡыҙыусан, тупаҫ булып китте, дарыуҙарын да,файҙаһыҙ тип,йүнләп эсмәй ыҙалатты.“Израилдә парапарезды уңышлы дауаларға күптән өйрәнгәндәр, операция яһайҙар, заявка ебәрҙем,”-тип өмөтләнеп яуап көттө.Фатима иренә үҙ йәнен бүлеп бирергә лә әҙер ине. Ул Рөстәм менән Булаттан башҡа тормошто күҙ алдына ла килтерә алмай хәҙер.  Иренең хәле насарланғас, эшен ҡалдырып торҙо,төндәрен йоҡламай, Рөстәм янынан китмәй, уның йыш ҡына компьютерҙа нимәлер ашығып баҫҡанын өндәшмәй генә күҙәтеп ултыра. Үҙе әйтер әле, тип  ирен бимазаламай, төбәшмәй. Латифа инәһенән ҡалған ҡомартҡы баҡыясын иҫкә төшөрөп, көмөш тәңкәне Рөстәм ятҡан мендәр мөйөшөнә тегеп ҡуйҙы. “Эй,Раббым, ярҙамыңдан ташлама беҙҙе, иң ауыр саҡтарымда ошо тәңкәмдең көсөн тойҙом. Хәләлемә лә шифаһы тейһен,”-тип белгән доғаларын уҡыны, тиҙ генә өйрәнеп, намаҙға баҫырға ла әҙер ине...Ләкин ата-әсәһе, ҡатыны күпме генә көс һалмаһын, хоҙайҙан ялбарып һорамаһын, Рөстәмдең ауырыуы көсәйҙе.Йәһүд табиптарынан яуап килеп өлгөрмәне, ә Өфө, Мәскәү докторҙары бер нисек тә ярҙам итә алманы, иреартыҡ бәләһен һалмай ғына бер айлап  ҡына ятты ла,ҡатыны менән улын етем ҡалдырып,шым ғына баҡый донъяға күсте.

 Атаһынан бик бәләкәй ҡалған Тимербулатты яңғыҙ үҫтереүе еңел булманы Фатимаға. Үҙе гел ҡыҙҙар араһында үҫкәнгә,улын нисек ысын ир итеп тәрбиәләргә белмәй ине ул. Малайын берҙән-бер тип, атайһыҙ ҡалды тип,артыҡ иркәләп ташламайыммы икән, тип борсолдо. Хәҙерге иркен замандың,етеш тормоштоң шауҡымы Булатты үҙ ауҙарына урай башлағайны инде,әсәһен бик тыңлап бармай, кистәрен сығып китеп юғала. Әсә һиҙә: малай тәмәкене лә, һыраны ла татып ҡараны, ҡомарлы уйындар менән дә таныш.Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү һөҙөмтә бирмәй, Булат ҡарышмай ҙа, әрләшмәй ҙә. Көлә лә ҡуя. Кемдән ярҙам йә кәңәш һорарға? Ҡайны-ҡәйнәһе оло кешеләр инде, улдарының үлеменән һуң ныҡ бирешеп киттеләр. Нимә тип тағы ҡайғыға һалаһың инде уларҙы? Фатима үҙ алдына ире менән һөйләште, кәңәшләште, Булат тураһында һөйләне, Рөстәмдең китаптарын, төрлө ҡағыҙҙарын аҡтарҙы. Шундай көндәрҙең береһендә ул иренең компьютерында һаҡланған документтар, фотолар араһында “Улыма” тигән айырым папка күреп ҡалды. Нисек иртәрәк иғтибар итмәгән һуң?! Рөстәм ныҡлап ауырый башлағас та, улына төбәп бик күп хаттар яҙған икән дә! Атайһыҙ бала юлдан яҙып китмәһен,хаталанмаһын тип кәңәштәрен, уйҙарын теҙгән, үҙ тормошонан миҫалдар килтергән, бәхеткә, уңышҡа килтергән серҙәрҙе асҡан.Бөтә яҙмышын һүрәтләгән бер әҙәби әҫәр ҙә кеүек ине ул! Улының 18 йәшенә тиклем һәр йыл һайын ҡабатланған тыуған көнөнә берәм-берәм тәғәйенләнгән ине улар.8-10 йәштәренә яҙылғаны ябайыраҡ, артабан хаттар етдирәк китә, талапсан атайҙың йөрәк һүҙҙәре. Эйе, бәләкәй малайҙың хәтерендә атаһы йыш ауырып карауатта ятҡан инвалид булып ҡына  ҡалғайны инде. Ләкин уның үҙенә атап яҙған хаттарын уҡығас,аяҙ көндө йәшен атҡандай булды. Ана ниндәй аҡыллы, көслө һәм хәстәрлекле булған икән атаһы! Оҙаҡ уйланып йөрөнө, етдиләнде, хаттарҙы йыш асып, ҡабат-ҡабат уҡыны, 16-18 йәшенә тәғәйендәрен дә уҡып бөттө. Араларында видео-хаттар ҙа күп ине. Ике ир кешенең ултырып һөйләшеүе, кәңәшләшеүе кеүек ине уға.Аңлашылмаған урындарын әсәһенән һорашты, дөрөҫләтте. Атаһын тере кеүек хис итә башланы. Атайым көслө ихтыярлы, белемле, талантлы кеше булған, тигән фекере нығынды, уның тураһында ғорурланып һөйләр булып китте. Тырышып уҡыны. Атаһының сире менән ҡыҙыҡһынды, шул осорҙа  врач булыу теләге көсәйҙе. Юғары уҡыу йортонда ла нәҫел сирҙәрен ныҡлап өйрәнде, уҡыуын тамамлап, невролог булып китте,әле аспирантураға инергә уйлай, ә кәләше  Гөлдәр– балалар табибы.

  “Бына, Рөстәм, улыбыҙҙы үҫтерҙем, уҡып сыҡты, һиңә оҡшап, башлы ла, һәләтле лә, матур ҙа... Бөгөн туйы. Аллаһыма мең шөкөрҙәр итәм, тормош юлымда осрағаныңа, миңә мөхәббәт һәм бала бәхете биргәнеңә. Етеш донъя ҡалдырҙың, мохтажлыҡ һәм етемлек тойманыҡ,фото-видеоларың,хаттарың менән йыуандыҡ. Рәхмәт һиңә, берҙән-бер мөхәббәтем...”

     Фатиманың уйҙарын һыу юлынан ҡайтып килгән туй бүлдерҙе. Ана, йәштәр ниндәй шат,ниндәй бәхетле! Күҙҙәр теймәһен! Биҙрәләр мөлдәрәмә тулы!

  • Көмөш тәңкәгеҙҙе ҡабул иттеме Аҡшишмә?
  • Эйе,әсәй, ҡояшта ялтырап ятып ҡалды!

Барыһына ла бәрәкәтле ғүмер теләп ятһын баҡыяс тәңкәһе!

 

 

 

 

                                                                   Зилә Псәнчина,

                                              Күгәрсен районы Мораҡ ауылы.

 

 

 

 

Автор:
Читайте нас: